«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТО ЕРҘӘН ҺӘМ АҪАБА ХОҠУҒЫНАН АЙЫРЫП ҠАРАУ МӨМКИН ТҮГЕЛ
+  - 

"Башҡорттоң ергә аҫаба хоҡуғы булған", тигәнде беҙ бөгөн үткән заман рәүешендә генә ҡулланабыҙ. Ҡасан барлыҡҡа килгән аҫабалыҡ? Ниңә ул хоҡуғыбыҙ тураһында бөгөнгө йәштәр "Был - минең хоҡуғым!" тип әйтерлек кимәлдә белмәй? Аҫабалығыбыҙҙы яңынан тергеҙеү юлдары бармы? Ошо һәм ошо юҫыҡтағы башҡа һорауҙарға яуап ишетеү маҡсатында редакциябыҙға аҫабалыҡ темаһын үҙ әҫәрҙәрендә, республика мәғлүмәт сараларында әленән-әле күтәргән яҙыусылар - БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Афзал улы ХИСАМОВ һәм оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән билдәле яҙыусы, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары Спартак Мөжәүир улы ИЛЬЯСОВты саҡырҙыҡ.

Аҫабалыҡ тураһында һүҙ барған саҡта беҙ, бәлки, ҡайһы бер нәмәләрҙе аңлап та етмәҫбеҙ, шуға әңгәмәне лә ябай ғына "Аҫабалыҡ нимә ул?" тигән һорауҙан башлағы килә...

Ғәлим Афзал улы ХИСАМОВ Ғ. Хисамов: Халҡыбыҙ ерҙә тыуған, ергә ҡайта. Булмышыбыҙ, ҡаныбыҙ аҫабалыҡҡа, ергә бәйле. Башҡорттоң ергә бәйлелеге уның бөтә холҡонда, көнитмешендә, ынтылышында, үткәнендә, бөгөнгөһөндә сағыла. Шул йәһәттән ҡарағанда, Спартак Мөжәүир улы менән беҙ икебеҙ ҙә бер үк фекерҙә, әммә ике тарафта эшләйбеҙ. Мин аҫабаның боронғо, төптә ятҡан мәғәнәһен эҙләргә, тикшерергә тырышһам, ул бөгөнгө ер проблемаларын күтәрә. Бөгөнгө әңгәмәлә ер тураһындағы һүҙ ике юҫыҡта буласаҡ, шуны алдан билдәләп үтәйек, тим.
"Аҫаба" һүҙен боронғо иран теленән (беҙҙең күп кенә һүҙҙәр, өндәр , телдең бүтән яҡтары боронғо иранға барып тоташа) бөгөнгөгә ауҙарып әйтһәк, "атай ере", атанан-балаға күсә килгән ер, шул ергә бәйле хоҡуҡ, йәшәү рәүеше тип аңларға кәрәк. Башҡорттоң аҫабалығы һымаҡ хоҡуҡ бүтән бер генә халыҡта ла (Рәсәйҙә лә, хатта ер йөҙөнөң ҡалған ҡитғаларында ла) юҡ. Әйтәйек, хәҙерге Америка индеецтарында ла ергә бәйлелек көслө, әммә ул бәйләнеш башҡорттағы аҫабалыҡ кимәлендә түгел. Башҡорттағы аҫабалыҡ килешеү нигеҙендә, йәғни, дәүләт кимәлендә йәмғиәттең бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килгән, халыҡҡа күскән, уның йәшәү рәүеше, институттары булып уҡмашҡан. Шуға күрә, башҡортто ерҙән, аҫаба хоҡуғынан айырып ҡарау, тикшереү, характерын билдәләү мөмкин түгел.
Спартак Мөжәүир улы ИЛЬЯСОВ С. Ильясов: Аҫабалыҡ - дәүләтселек билдәһе. Милләт аҫаба хоҡуғына эйә икән, тимәк, ул үҙ еренә ысын мәғәнәһендә хужа. Аҫабалыҡ - ерҙең хужаһы булыуҙың иң юғары дәрәжәһе, халыҡҡа үҙ ере менән файҙаланыуға иң тулы хоҡуҡ биргән билдә. Башҡорт ғүмер баҡый аҫаба. Ул Урал алдындағы Оло Иҙелдән алып, Байкүлдең аръяғына тиклемге ерҙәрҙә йәшәгән. Атап әйткәндә, ҡара ҡытайҙарҙың, наймандарҙың, ҡараиттарҙың, башҡа төрки ырыуҙарының борон йәшәгән ерҙәренән алып, Урал алдына - Иҙелгә ҡәҙәре - беҙҙең башҡорт халҡының аҫаба ерҙәре. Ул ерҙәрҙе беҙ бер кемдән дә алмағанбыҙ. Ул ерҙәр тарихи, тәбиғи еребеҙ. Юғиһә, тарихыбыҙға ямау өҫтәргә теләүселәр ҙә бар. Шундай яңылыш фекерҙәрҙең береһе - имеш, төрки халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, көнсығыштан килгән, тигән фараз. Килмәгән! Беҙҙең төрки халыҡтар Оло Иҙел, Яйыҡ, Урал алдында, аръяғында, Ибер уйһыулыҡтарына ҡәҙәр Байкүл аръяғына таралған булған. Бында тәғлимәттең төбөнә төшөп ҡарарға кәрәк.
Һәр илдең халҡын солғаған үҙ тәғлимәте була. Оло тәғлимәт - әлбиттә, Тәңрелек дине. Ислам, несториан формаһындағы христианлыҡ, буддизм, башҡа диндәр килгәнгә тиклем беҙҙең төп тәғлимәт Тәңрелек булған. Тәңрене ябайлаштырып әйтһәк, ул - Ҡояш. Халыҡтар Тәңрегә яҡыныраҡ йәшәргә, уға һыйынырға теләгән. Улар үҙҙәренсә: "Ҡояш көнсығыштан сыға, халыҡтарға нурын һибеп, донъя йөҙөн йылытып, үләнен үҫтереп, башҡа бөтөн байлыҡтарын биреп, яйлап аръяҡҡа - тау артына төшөп китә",- тип уйлаған. Тәңрегә табынған халыҡтар Ҡояшты көн дә ерҙе уйып, уның тишегенә төшөп китә, тип күҙ алдына килтергән, күрәһең. Шул халыҡтарҙың ошо хәҡиҡәткә бик ныҡ ышанған бер өлөшө Тәңренең артынан уның сыҡҡан еренә - көнсығышҡа күсенгән. Әммә күп өлөшө төп ерендә - Уралда ҡалған. Күсеп киткән халыҡтар, Тымыҡ океанға етеп, Тәңре ерҙән түгел - һыуҙың аръяғынан сыға икән, тигән һығымтаға килгән. Шунан, тәғлимәттәренән төңөлөп, кире ҡайтҡан. Быға ла бик күп быуат кәрәк булған. Халыҡтарҙың күсенеүенә Тәңрегә яҡын килеү теләге этәргән. Ни өсөн беҙ был тарихты белмәйбеҙ? Сөнки беҙ яҙма динде - мең йыллыҡ тарихты ғына өҙөп-йолҡоп беләбеҙ. Ә кешелек миллион йыл йәшәгән. Аръяғы ҡайҙа? Ниңә ул яғы өйрәнелмәй? Сөнки анализлай, бәйләй белмәйбеҙ. Белгәндәре иһә, үҙ мәнфәғәтенә, сәйәсәтенә бәйләй.
Инде бирерәк киләйек: Ғәлим Афзал улы дөрөҫ әйтте - мин һуңғы осорҙағы аҫабалыҡты әйтәм -1917 йылға тиклем, ысынлап та, аҫабалыҡ тик башҡортта ғына күҙәтелгән. Урыҫтарҙың аҫабалығы нимәнән ғибәрәт? Синыфтарының бер өлөшө бик байып киткәс, батшаларынан: "Ана бит, башҡорттоң быуындан-быуынға килгән атама ере бар, һин беҙгә лә ер бир", - тип талап иткән. Батшалыҡ уларға дворянлыҡ тигән чин биргән. Уларҙа аҫабалыҡ дворянлыҡ нигеҙендә генә барлыҡҡа килгән. Әммә дворяндарҙа эшләгән ҡолдарҙың береһенең дә фамилияһы-исеме булмаған. Шуның өсөн дә: "Иван, не знающий родства", - тигән әйтем сыҡҡан. Урыҫтарҙа ҡушамат көслө. Дворянлыҡ бөткәс, күптәр ҡушаматтарын фамилия итеп алған. Воронин, Орлов, Лопатин, Собакин, Мышкин һәм башҡа бик күп фамилиялар барлыҡҡа килгән. Ә бына, Петров, Павлов ишеләре, байҙары - дворяндар. Улар - аҫаба, әммә тарихи аҫаба түгел. Уларға аҫабаны батшалары биргән. Башҡорттоң аҫабалығын урыҫ батшалығы бирмәгән. Ул башҡорттоң аҫабалығын таныған. Таныған өсөн беҙҙең менән килешеү төҙөгән.
Аҫаба хоҡуғы башҡортта меңәр йылдар дауамында килә, ә урыҫ дворяндарында бер нисә йөҙ йыл ғына. Башҡорттоң аҫабалығы меңләп йыл әүәл йәшәгән ҡартатаһынан 20-се быуат башында йәшәгән вариҫтарына тиклем күсә килгән. Шулай ҙа Рәсәй ҡулы аҫтында ҡалғас, башҡорт иленең, халҡының социаль, иҡтисади, сәнәғәти үҫеше туҡтай. Башҡорттар аҫабалыҡ хоҡуғын бар тулылығында файҙалана алмай. Сөнки ерҙе ойошоп эшкәртеүҙе империя тыя. Бигерәк тә 1736 йылда башҡортҡа тимерлек тотоу үлем язаһына тарттырыу менән тыйылғас, ер эшкәртеү әҙәйә. Хатта туҡтап ҡала. Тимерселәр үлтерелә. Һөҙөмтәлә, милли сәнәғәт, тимәк, дәүләтселек нигеҙе ҡаҡшай. Башҡорт дәүләтселегенең нигеҙенә балта сабыла. Шуның өсөн бөтөн ер эшкәртелә лә алмаған. Ырыу-ҡәбилә ара ерҙе һатмаҫҡа, тигән оло теләк менән йәшәһә лә, аслыҡтан бөлгөнлөккә төшөрөлгән башҡорт ерен, күлдәрен һатырға мәжбүр була. Килмешәктәр бигерәк тә мәғдән иретә торған мейестәр тирәһендәге биләмәләрҙе алырға ынтыла.
Бөгөн дәүләт беҙгә аҫабалыҡты бирҙе кеүек, тик аҫабалыҡтың төп есеме булған ер ҡайҙа? Һәр кемдең ере бар, әммә уны самалап, бүлдереп алыу өсөн берәүҙең дә билдәһе һәм танытмаһы юҡ. Шуға күрә кешеләр үҙ ерен аныҡ ҡына белмәй ҙә. Межаланған ере булмағас, уны ни эшләтергә лә белмәй аптыраналар. Эшкәртә лә, ҡуртымға бирә лә, һата ла, сәсә лә алмайҙар. Йәғни кеше ергә үҙен хужа итеп тоймай. Мәсьәләнең төбөнә төшөп әйтһәк, дәүләттең үҙ халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итерлек ҡеүәте шулай яйлап юҡҡа сыға бара. Халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәм, тиһә, дәүләт бүленгән ерҙе ерҙең төп хужаһынан ҡуртымға алырға һәм дөйөм хужалыҡтар ойошторорға тейеш. Башҡорт һәм башҡа халыҡ та дәүләткә ер һатырға тейеш түгел. Һатылһа, ул дәүләттеке була. Халыҡ ерен дәүләткә ҡуртымға бирһен, дәүләт уға ҡуртым түләүе түләп торһон. Әгәр ерҙе һата башлаһаҡ, республиканы һатабыҙ, тигән һүҙ. Шуның өсөн, аҫабалыҡ - ул ил, халыҡтың дөйөм ере, республикабыҙ икәнен аңларға ваҡыт. Шуны аңлау киләсәктә Башҡортостан халҡының, Рәсәй халҡының аҙыҡ-түлек проблемаһын тулыһынса хәл итеүҙең бер юлы булыр ине. Сөнки уны хәл итә алмаһаң, дәүләтең булмай.
Ғ.Хисамов: Аҫабалыҡтың ни икәнлеген бер аҙ билдәләнек. Дөрөҫ әйтелде: аҫабалыҡты беҙҙең халыҡҡа берәү ҙә бирмәгән. Башҡорт аҫаба булып тыуған. "Башҡорт" менән "аҫаба" - икеһе бер. Әгәр ҙә инде башҡорттоң ерен тартып алаһың икән, ул яртылаш тора ла ҡала. 1917 йылда башҡорттоң ерен тартып алыу ана шул яртылаш тороп ҡалдырыу булды инде ул. "Декрет о земле" тигән ҡанун -Рәсәй социалистик дәүләт ҡора башлағас барлыҡҡа килгән тәүге декреттарҙың береһе. Ул дворяндарҙың ғына түгел, башҡорттоң да, бүтән халыҡтарҙың помещиктарының да ерен тартып алды.
1917 йылда ошо декрет барлыҡҡа килгәндән һуң, беҙҙең йәш кенә егеттәр, юғары белемле, бына тигән егеттәр (әйтергә кәрәк, башҡорт хөкүмәтенең 80 проценты юғары белемле кешеләрҙән торған) Башҡортостан дәүләтен ойоштора. Тәүге аҙымы - ерҙе элекке аҫабаларға кире ҡайтарыу була. Шуға күрә, һәр башҡорт өсөн был дәүләт, уның хөкүмәте шул тиклем яҡын, ҡәҙерле була. Үҙенең хөкүмәте өсөн бер генә халыҡ та шул тиклем йәнтәслим һуғышмай. Сөнки ул хөкүмәт халҡының йәшәйеше өсөн тырыша. Ундай хөкүмәт бер ваҡытта ла башҡа бер ерҙә лә булғаны юҡ, булмаясаҡ та. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙен социалистик дәүләт тип атаған Рәсәй хөкүмәте был юлы ла башҡорттарҙы алдай, ерҙе тағы тартып ала. Инде 70 йыл үтте. 1991, 1992 йылдар етте. 1991 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһында: "СССР ваҡытындағы бөтә ҡанундар, акттар юҡҡа сығарыла. Уға тиклемгеләре аяҡҡа баҫтырыла, үҙ хоҡуҡтарын кире ала", - тип яҙылған. Йәғни, башҡорттоң аҫабалығы, тартып алынған ерҙәре кире ҡайтарыла, тигән һүҙ был. Аҫабалыҡ юридик йәһәттән ошо рәүешле кире ҡайтарылды, хәҙер уны һәр кем үҙенең аҫаба хоҡуғын үҙенә ҡайтарырға тейеш. Уны һәр кеше айырым, йә булмаһа, төркөм-төркөм - ауыл-ауыл, ырыу-ырыу эшләргә мөмкин. Аҫаба хоҡуғы борон-борондан ауылдыҡы, улыстыҡы, ырыуҙыҡы булған. Бына ошо нигеҙлектә хоҡуҡтарыбыҙҙы тулыһынса кире ҡайтарырға беҙҙең юридик хоҡуғыбыҙ бар, шуны эшләргә кәрәк.
С.Ильясов: Юридик хоҡуғыбыҙ бар, дөрөҫ, әммә ысынбарлыҡта был хоҡуғыбыҙҙы тормошҡа ашырыу юлында кәртәләр ҙә бихисап. Йә миңә тәғәйен ерҙе бүлеп биреүҙе ауыл советы сессияһы, йә район советы ҡарамаған, йә Өфө рөхсәт итмәгән, йә межа һалынмаған, йә был эштәрҙе башҡарыуҙың хаҡы шул тиклем артып киткән... Ер мәсьәләһе шулай һаман да хәл ителмәгән көйө ҡала. Сөнки закон сығарыу органдарында халыҡтың ергә хужа булырға тейешлеген аңлаған әҙәмдәр бик аҙ.
Ғ.Хисамов: Тағы бер мәсьәлә: ерҙе межалап алып, уға юридик йәһәттән хужа булған сүрәттә лә, уны бит эшкәртергә кәрәк. Ер файҙаланылмай ятһа, берәүгә лә файҙа килтермәй. Икенсе яғы ла бар: зыян да килтермәй ул. Әммә файҙа килтермәй икән, зыян килтерһен, тип көҫәгән көстәр ҙә бар йәмғиәтебеҙҙә. Әгәр ҙә һинең ерең бар икән, һиңә аҙым һайын "Һин ер хужаһы!" тип тылҡыясаҡтар һәм һинән ул ерҙе файҙаға эшләттермәҫ өсөн ҡырҡ төрлө ҡаршылыҡ уйлап сығарасаҡтар. Бер миҫал килтерәм. Беҙҙең БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай шундай закон сығарҙы: үҫтергән малыңды һатыр өсөн уны бары тик ит комбинатында йә башҡа махсус урынға алып барып һуйҙыртырға тейешһең. Ауыл кешеһе мал тотоп байығып китмәһен өсөн, уға зыян килтерер өсөн махсус эшләнгән аҙым тип аңларға кәрәк быны. Ауыл хужалығын юҡҡа сығарыуҙың бик һәйбәт ысулы. Йәнәһе, ит комбинатында малды дөрөҫ итеп һуялар. Ниңә, меңәр йыл буйына малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорт малды һуя белмәйме ни? Ҡайһы ит комбинатында, беҙҙекеләр кеүек, малды быуын-быуынына ғына айырып, һөйәген онтамайынса ғына бүлгеләп һуя белеүсе бар икән?
Рәсәй территорияһы Ер шарындағы ҡоро ерҙең алтынан бер өлөшөн алып тора. Шул тиклем ҙур дәүләт. Күпме ер унда, күпме урман-тауҙар, башҡалары... Ләкин ул ерҙәр нисек файҙаланыла? Боронғо башҡорт ере булған Ырымбур далаһына сығып ҡара әле: унда хәҙер күберәк билсән, ваҡ урман үҫә. Республика территорияһында ла бихисап бындай урындар. Йәғни, ер кешене ашатмай. Сөнки ерҙе эшкәртеүсе лә юҡ, ашарға теләүсеһе лә юҡ. Ашарға теләүселәр ҡалаларҙа сүп-сар контейнерҙарында ҡаҙына... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйләнгәндәрҙең бөтәһе лә ана шул аҫабалыҡҡа бәйле. Аҫабалыҡты юҡҡа сығарыуҙың бер һөҙөмтәһе, эҙемтәһе былар.
С.Ильясов: Совет осоронда икмәк мәсьәләһе бик һәйбәт хәл ителде. Беҙ, мәҫәлән, ауыл хужалығында эшләп йөрөгәндә йыйылыш, кәңәшмәләргә район үҙәге Учалыға бара торғайныҡ. Йыш ҡына күрелә торғайны: сүп-сар контейнерҙарының эсе тулы ап-аҡ икмәк! Мин: "Аллаһы Тәғәлә ҡала халҡына бер күрһәтһен ине икмәк юҡлыҡты", - тип уйлай торғайным. Ысынлап та, хәҙер шул көнгә ҡалып барабыҙ түгелме? Рәсәйҙең үҙендә бойҙай үҫтергән баҫыуҙар бик аҙ ҡалып бара бит. Гитлер менән һуғыш сығып киткәс, бөтөн аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт тауарҙары менән Сталин төҙөгән колхоздар тәьмин иткән. Хәҙер ни булыр? Бик ҡурҡыныс, иҫ китмәле ҡурҡыныс хәлдәбеҙ. Әммә аңыбыҙ менән шуны аңларға тырышмайбыҙ.

Халыҡты ерһеҙ итеүҙең, ерҙә эшләтеүҙән төңөлдөрөүҙең эҙемтәләре ҡот осҡос икәнен күрһәттегеҙ. Ә шулай ҙа ошо аңыбыҙ менән аңлап етмәгән ауыр хәлдән сығыу юлдары бармы һуң?

Ғ.Хисамов: Әле беҙ күбеһенсә ауылда йәшәгән аҫабалар тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Эйе, уларға ҡағыҙҙа булһа ла пай ерҙәренең ниндәйҙер бер өлөшө бирелде. Ә ауылда йәшәмәгән аҫабаға нимә ҡалды? Уның бер нәмәһе лә юҡ. Бөгөн ҡалаларҙа башҡорттоң яртыһынан күберәге йәшәй. Ә бит улар ҙа аҫаба. Уларҙы аҫабалыҡтан берәү ҙә мәхрүм итмәгән һәм улар үҙҙәре лә был хоҡуҡтан баш тартмаған. Шулай икән, ҡалала көн иткән аҫабаға ла боронғо хоҡуғын ҡайтарып бирергә кәрәк. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында яҙылған хоҡуҡ бит был. Йәғни, ауылдамы, ҡалаламы, бүтән ерҙә йәшәйме аҫаба, уның аҫабалыҡҡа бәйле хоҡуҡтары һәр ваҡыт һаҡланырға тейеш. Был һүҙҙәрҙе мин йә әңгәмәләшем Спартак Ильясов уйлап сығарманыҡ. Был закон дәрәжәһенә күтәрелеп, 19-сы быуат аҙағында батша Рәсәйенең хоҡуҡтар актына яҙылған. Дәүләт бит граждандарҙы буйһондороп тота ғына торған аппарат түгел, ул граждандар шул дәүләттә яҡшы йәшәһен өсөн һәр төрлө шарттар тыуҙырырға тейеш. Дәүләттең беренсе бурысы ошо, тик шунан һуң ғына - әҙәмде ҡурҡытып буйһондороусы.
С.Ильясов: Көрсөктән сығыуҙың тағы бер еп-еңел юлы бар: Конституцияға ярашлы федераль мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килтерергә кәрәк. Республикалар Федераль үҙәккә үҙҙәренең дәүләтселек хоҡуҡтарының ниндәйҙер өлөшөн, әйтәйек, оборона, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, атом, космос, океания кеүек мәсьәләләрҙе тапшырып, ҡалғандарын үҙе хәл итеп йәшәргә тейеш. Ә бөгөн? Бөгөн барыһы ла тик үҙәктә хәл ителә. Үҙәктең рөхсәте булмаһа, хатта сөскөрә лә алмайһың. Әлеге көрсөктән сығыу өсөн ысын федерализм өсөн көрәшергә кәрәк. Дәүләт структураларында ысын федерализм булһын. Йөҙ һум эшләп, уның 85 һумын тартып алһалар, дәүләт үҫешмәй. Емерелә.

Ошо бөтә булған ваҡиғаларҙан беҙҙең халҡыбыҙҙың бөгөнгө быуыны ниндәй һабаҡ алырға тейеш икән?

Ғ.Хисамов: Аҫабалар Рәсәй дәүләте эсендә өсөнсө йәмғиәт ҡоролошон кисерә: феодализм, социализм һәм капитализм. Теләһә ниндәй ҡоролошта ла был дәүләт аҫабаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлауҙы үҙенең бурысы итеп һанаманы. Батша заманында аҫаба хоҡуғы, аҫаба ере кеүек үк, ҡыҫырыҡланғандан-ҡыҫырыҡланды. Башҡорт ырыуҙары Рәсәй составына ингәндә һәр аҫаба өлөшөндә кәм тигәндә 50 дисәтинә (дисәтинә - гектарға яҡын) тирәһе ер булһа, 1914 йылда 7,5 гектар самаһы ҡала. Социализм осоронда аҫабалыҡ тулыһынса юҡҡа сығарыла. Капитализм дәүерендә Төп законда аҫабалыҡтың кире ҡайтарылыу ихтималлығы танылды. Ҡабатлап әйтәм, ихтималлыҡ танылды ғына, был аҫабалыҡты кире ҡайтарыуға юл асылды тигәнде аңлатмай әле. Уны ҡайтарыу өсөн күп тырышлыҡ талап ителә. Сөнки бөгөнгө дәүләт, 100-200 йыл элекке һымаҡ уҡ, аҫабаның яҡшы тормошо өсөн ҡыл да ҡыбырҙатасаҡ түгел. Шуға күрә аҫабаларға үҙ хоҡуҡтарын аяҡҡа баҫтырыр өсөн тик үҙҙәренә генә көс түгергә ҡала. Йырҙа йырланғанса, билеңде биштән быуаһың да, тешеңде ҡыҫаһың да, әйҙә, алға. Тик берҙәм булып, юл башлаусыларҙы тыңлап, алға ынтылырға кәрәк.
С.Ильясов: Был һорауға яуап биреүе бик ауыр. Һабаҡ бер быуын кешеләренә генә бирелә, икенсе быуынға күсмәй ҙә ҡуя. Мәҫәлән, беҙ совет дәүләте биргән һабаҡҡа ышанып йәшәп килдек... Бөгөн иһә дәүләттең маҡсатлы тәғлимәте юҡ. Тәғлимәт булып етешһен өсөн һәр идея бөтөн халыҡты солғарға тейеш. Халыҡты солғамаһа, тәғлимәттең көсө лә, кәрәге лә булмай. Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө быуын үҙ башы менән уйлаһын, ата-бабаларға бирелгән һабаҡтарҙан һығымталар яһаһын, тием.

ЙОМҒАҠЛАП...
Бөгөнгө һөйләшеүҙә беҙ киләсәккә өмөт уятырлыҡ фекерҙәр ишеттек. Аҡһаҡал ҡунаҡтарыбыҙҙың тос кәңәштәре, бәлки, йыйындарҙа уртаҡ фекерҙәрҙән һөҙөп алынып, уртаға сығарыла торған ҡарарҙарға бәрәбәрҙер. Улар буйынса эш планы, ҙурҙан ҡупҡанда, резолюция ҡабул итергә лә булалыр. Дуға, көйәнтә бөккәндә, һынмаһын өсөн ағасын эҫе һыуға тығып, "бешереп" бөккән һымаҡ, был мәсьәләлә лә ололар аҡылына һәм законға таянып эш итеү кәрәктер.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.15 | Ҡаралған: 1605

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru