«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДУМБЫРА СЫҢЫ ТАРИХТАН АУАЗ БИРӘ
+  - 

Думбыра - башҡорттарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, тываларҙа, алтайҙарҙа, шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарында киң таралыу алған ҡыллы музыка ҡоралы. Башҡорт думбыраһының төҙөлөшөнә, "муйын"ының (грифының) оҙонлоғона ҡағылышлы төрлө фекерҙәр йәшәй. Был музыка ҡоралын халҡыбыҙ ҡасан файҙалана башлағандыр, уныһы ҡараңғы, әммә, ХVII-ХVIII быуаттарҙа, халыҡты ихтилалдарға өндәйҙәр, тигән һылтау менән сәсәндәрҙе эҙәрлекләү сәйәсәте үткәрелеү мәлендә батша власы тарафынан сәсәндәр ҙә, уларҙың думбыралары ла юҡ ителгән. Шуға ла боронғо думбыралар бөгөн һаҡланмаған. 1980 йылдарҙа билдәле халыҡ оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов, һаҡланып ҡалған тарихи мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, башҡорт думбыраһын ҡайтанан тергеҙеү эшен башлап ебәрә. Уның тәжрибәһенә таянып, Өфө дәүләт сәнғәт институтында думбыра эшләү оҫтаханаһы асыла. Яйлап думбырала уйнау традицияһы яңы һулыш ала. Сәнғәт институтында халыҡ музыка ҡоралдары кластарында белем алған, шул иҫәптән думбырала уйнарға өйрәнгән йәш музыканттар барлыҡҡа килә. Думбыраны күберәк етештереү зарурлығы тыуа. Вәкил Шөғәйепов өлгөләрен ҡулланып, үҙенең тәүге думбыраһын эшләп ҡарап, яйлап башҡорт думбыраһының тышҡы төҙөлөшөнә, яңғырашына үҙ өҫтәмәләрен индереү кимәленә еткән ҡунағыбыҙ - республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, ҡурайсы, думбырасы, өзләүсе, композитор, думбыра эшләү оҫтаһы Илһам БАЙБУЛДИН менән әңгәмәләшәбеҙ бөгөн.

Республикала һеҙҙе күптәр композитор ҙа, думбыра эшләүсе оҫта ла тип белә. Думбыра эшләүгә тотоноуығыҙға нимә, йәки кем сәбәпсе булды?

- Минең Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған йылдарым республикабыҙҙа ҡурайҙа, айырыуса думбырала уйнау традицияһы сәскә атҡан дәүергә тура килде. Мин Ришат Рәхимовтың ҡурайсылар класында белем алдым. Думбыраға килгәндә, ул музыкаль белем биреү учреждениеларындағы программаға 90-сы йылдарҙа ғына индерелә башланы. Аңлашылалыр, тәүге осорҙа уйын ҡоралдарына ҡытлыҡ ҙур ине. Ләкин барыбер уйнағы килә. Минең ағас эшенә дәрт электән үк бар ине. Гитаралар эшләп ҡарағаным да булды. Уҡыуҙы тамамлағас, "Ә ниңә думбыраны үҙемә эшләп ҡарамаҫҡа?" тип уйлап алдым да, Вәкил ағай Шөғәйеповтыҡынан күсереп, ҡарама ағасы киҫәген уйып, өңөп, беренсе тапҡыр боронғоса формала думбыра эшләнем. Һуңынан тәжрибә туплай-туплай, интернеттан ҡарап, ҡайһы бер ҡаҙаҡ оҫталары менән аралашып, уларҙың эш ысулдарын өйрәнеп, күңелемә ятышлы ғына думбыралар эшләй башланым. Хәҙер думбыраларҙың тауышы өҫтөндә эш алып барам. Думбыра ул думбыра һымаҡ тауыш сығарырға тейеш. Ысын думбыраның ҡылдарын да, хатта ҡыл баҫмаларын да сүстән (мин әле балыҡ ҡармаҡлау өсөн ҡулланылған сүсте ҡулланам) яһарға тырышам. Хәҙер күп кенә төрки халыҡтары оҫталары думбыра ҡылын ошо ысул менән эшләй - ҡармаҡ сүсе ҡуя. Ә музыка мәктәптәре өсөн әҙерләнгән думбыраларҙы иһә, тимер баҫмалар менән эшләйҙәр. Нисек кенә маҡтама - тимерҙең тауышы барыбер тимерсә сыға инде ул. Ә нейлон сүс беҙҙең боронғо башҡорт моңона, ҡурайға ла ятышлы көй килтереп сығарырға ярҙам итә.

Думбыра эшләү шөғөлөгөҙгә музыкаль белемегеҙ нисек ярҙам итә?

- Музыкант булыу миңә бик уңайлы, әлбиттә. Думбыраны эшләй торғас, ул ҡоралда үҙем дә арыу ғына һупалай башланым. Эш барышында бүтән оҫталар менән дә кәңәшләшергә, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға тырышам. Заказ биргән кешенең теләген дә иҫәпкә алмай булмай беҙҙең эштә. Әлеге ваҡытта думбыраны тауыш яғынан да, форма яғынан да тағы ла яҡшыртыу өҫтөндә эш алып барам, тигәйнем инде. Форма тигәндәй, тышҡы төҙөлөшө буйынса боронғоса - овал формаһында улар. Алтайҙарҙың, ҡаҙаҡтарҙың думбыраһы ла ошо формала. Беҙ, башҡорттар, әллә ҡайҙа йәшәмәйбеҙ - ошо халыҡтар менән аралашып йәшәйбеҙ. Беҙҙең дә думбыра шундай булған ул, тим мин. Бында икеләнеүҙәргә урын да юҡ. Сөнки быуаттар буйына эшләнеп килгән музыка ҡоралы һәр осорҙа ниндәйҙер камиллашыу үткән. Камиллашыу үтеп, ошондай форманы алған. Думбыра һаман да үҙгәрә. Күптәр хәҙер элеккесә ағасты өңөп эшләмәй, ә йәбештереп эшләй. Бында заманса электр ҡорамалдар ныҡ ярҙам итә. Шулай ҙа боронғоса итеп эшләүсе оҫталар ҙа бар. Ҡайһы бер думбыраларҙы мин дә боронғоса өңөп эшләйем. Варианттар төрлө-төрлө: оҡшағанын һайлап, йәнең теләгәнен эшләтергә мөмкин. Балаларға - бәләкәй "муйын"лыһын тәҡдим итәм. Әйткәндәй, минең думбыраларҙың грифтары оҙон. Стандарт, тип, ҡыҫҡа грифлы думбыраны ла күп эшләйҙәр былай. Әммә был юҫыҡта минең үҙ фекерем бар. Егет кешегә, ҡыҫҡа грифлы ҡорал тотоп торғансы, оҙон "муйын"лыһын тотоуы нығыраҡ килешә, минеңсә. Ул матурыраҡ та, мәртәбәлерәк тә. Институтта ла был турала әйткәнем булды. Оҙон грифҡа өҫтөнлөк биреүемдең тағы бер етди сәбәбе бар. Быныһы - техник сәбәп. Ҡыҫҡа "муйын"лы думбараларҙа, ғәҙәттә, медиатор (һуғыу өсөн эшләнгән махсус әйбер) менән уйнайҙар. Бының менән килешеүе ауыр. Сөнки медиатор менән уйнағандың яңғырашы, бармаҡ менән уйнағанға ҡарағанда, башҡаса. Бөтөн төрки халыҡтарында ла думбыраны бармаҡ менән һуғып уйнайҙар. Музыкаль ҡоралдар эшләгәс, уларҙа уйнай белеү ҙә талап ителә. Ундан артыҡ музыка ҡоралында уйнайымдыр, моғайын. Ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, баян, фортепиано, гитара, мандолина, дөңгөр, барабан, бас-гитара... Һәр бер яңы музыка ҡоралында тиҙ генә өйрәнеп алам. Компьютерҙа музыкаға аранжировкалар эшләйем. Институтты тамамлаған осорҙа, ниндәй һөнәр эйәһе булырға, тигән һорау тыуғас, ике юл сатында ҡалыуымды аңланым. Береһе - аранжировка менән шөғөләнеү булһа, икенсеһе - думбыра эшләү. Думбыраға күңел нығыраҡ тартты. Шулай итеп, күпселек ваҡытым хәҙер концерт залдарында йә тауыш яҙҙырыу студияһында түгел, ә оҫтаханамда уҙа. Музыкант булғас, уйнарға ла, ҡайһы бер фестивалдәргә сығырға ла тура килә.

Һеҙ музыкаль төркөмдәр менән дә сығыш яһайһығыҙ, ахыры?

- Өзләүсе, ҡурайҙа, думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусы көслө музыканттар менән "Ирәмәл" тигән төркөмгә ойошоп, сығыш яһайбыҙ. Рәйес Низаметдинов менән берлектә -"Сал Урал", район ҡурайсылары менән - "Мағаш", тағы бер төркөм музыканттар менән "Санай" төркөмөндә сығыш яһайбыҙ. "Санай" менән Рәсәйҙең күп өлкәләрендә, Төркиәлә булдыҡ. Хәҙерге ваҡытта думбырала башҡортса уйнау ысулын асыҡ сағылдырған яҙмалар эшләйбеҙ. Маҡсатыбыҙ - ошо моңдо халыҡҡа еткереү. Әле Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Илдар Шакиров исемле бик шәп думбырасы егет уҡып йөрөй, уның менән думбырала, шулай уҡ ҡалған музыка ҡоралдарында яҙмалар эшләп, бәлки, ҡайһы бер концерттарҙа ла сығыш яһарбыҙ, тигән ниәт бар. Илдар - Силәбе башҡорто, Минйәр ҡалаһынан.

Хәҙерге глобалләшеү осоронда беҙҙең милли музыка ҡоралдарыбыҙға, милли моңобоҙға ҡурҡыныс янамай, тип әйтеп буламы?

- Әлбиттә, хатта ҙур ышаныс менән әйтеп була. Мәҫәлән, беҙҙең ҡурай, думбыра менән ҡайҙа ғына барып сығыш яһаһаң да, бөтөн халыҡтың иҫе китә. Беҙҙең боронғолоҡто күреп, боронғо музыканан килгән энергетиканы тойоп, кеше беҙҙе таный. Беҙҙең милли йөҙөбөҙ тап ошо халыҡ көйҙәрендә сағыла ла инде. Әгәр уны беҙ башҡаларға, киләһе быуынға еткерә алһаҡ, юғалып ҡалмаҫбыҙ. Әгәр инде заман шауҡымына эйәреп китһәк... Хәйер, заман шауҡымдары ла үҙ яйы менән яулай бара, әлбиттә. Ләкин ул беҙгә конкурент түгел. Ул шауҡымдар бит ҡурай һымаҡ, халыҡ көйө һымаҡ оҙаҡ йәшәй алмай. Шуға, тап ошо боронғо көйҙәребеҙ беҙҙең башҡортлоҡто киләсәккә илтә, тимәксемен.

Музыканың ниндәй ыңғай тәьҫирен билдәләр инегеҙ? Классик музыка тыңлаған балалар дәрестәрен һәйбәтерәк әҙерләй, тигән фекер бар ул барлығын. Бының дөрөҫлөгөнә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла була, әлбиттә, шулай ҙа башҡорт милли музыкаһының берәй тәьҫирен тойғанығыҙ бармы?

- Мин үҙем дә Сәйетбабала, Красноусолда музыка дәрестәре алып барам. Кем сәхнәгә сығып, ҡурайҙа уйнай, бейей, башҡорт сәнғәтенә яҡын йөрөй - шул бала рухлы, халыҡҡа файҙа килтерерҙәй булып үҫә. Ундайҙар сит-ят йоғонтоға ла бирелә һалып бармай. Сөнки сәнғәттә үҙенсәлекле вибрация бар. Ә ул кешене бер йолоп алдымы - ебәрмәй, үҙ солғанышында тота. Тәбиғи тауышты ишеткән, уның солғанышында йәшәгән кеше тәбиғи гармония менән йәшәй. Шуға, минең уйлауымса, сәнғәткә яҡын балалар барыбер тәрбиәлерәк була, тормошта үҙ урынын еңелерәк таба. Әлбиттә, кемдәр бейеү, ҡурай түңәрәктәренә йөрөй, шулар спортта ла, башҡа фәндәрҙә лә алдыра. Ул балалар бөтөн түңәрәктәргә лә өлгөрөргә тырыша. Ә кем сәнғәткә әллә ни ылыҡмай - кеше менән һөйләшкәндә лә оялсан була.

Музыкалағы ритмды тойоу кешегә тормошон көйләргә ярҙам итәме? Шиғыр яҙыр өсөн дә ритмды тойорға кәрәк бит...

- Әлбиттә, мин дә ҡайһы берҙә ҡурай өсөн көйҙәр яҙам. Һүҙҙәр кәрәкһә, уларын да үҙем яҙып һалам. "Һы... Тырышһаң, был да килеп сыға икән", тип аптырап ҡуйған саҡтар ҙа булды. Әлбиттә, ижад эшенә ваҡыт та, талапсанлыҡ та кәрәк. Ул ғына ла түгел, музыкант бармаҡтарын өйрәткән кеүек, рифмаларҙы ла төҙөү, ҡалыплашып, шиғыр ҡойоуҙы ла үҫтерергә була. Рәйес Низаметдинов та бер тапҡыр: "Урал батыр" эпосын ятлаһаң, рифмалар үҙенән -үҙе тел осона килә", - тине. Сәсәндәр әйтешкән саҡта бер-береһенә рифмалы, аллитерациялы һүҙҙе шулай әйткәндер. Гел генә шиғыр уҡыһаң, мейе шәберәк эшләй һәм төрлө рифмалар һалына башлай бит. Шиғырҙы ни тиклем күберәк уҡыйһың, рифмалар һиңә шул тиклем нығыраҡ һеңә. Һөҙөмтәлә, уның нисек яһалыуын аңлайһың. Музыкала ла шулай. Бер тауыш сыҡһа, гармония буйынса икенсе тауыш нисек булырға тейешлеген алдан белеп, тойоп тораһың. Гармонияны тойоу ана шул ритмды тойоуҙан да килә. Кешенең ниндәйҙер тойомлау һәләте бар икән, ул кеше музыкант та, шағир ҙа, башҡа шундай ижади ҡараш талап иткән һөнәр эйәһе лә булып китә ала, сөнки ул ерҙең ниндәйҙер икенсе мәғлүмәт яланына тоташа.
Бер мистик китап уҡығайным. Унда шамандар тураһында телгә алына. Бер шаман уға шиғыр уҡығандарын тыңларға ярата икән. Унан: "Ниңә шиғыр тыңларға яратаһың?" - тип һорауҙарына, ул: "Шағирҙар саҡ ҡына икенсе киңлектә йөрөй, ритмды тоя, ритм менән, үҙе лә аңламайынса, икенсе энергетик яландан мәғлүмәт ала", - тип яуап бирә. Алтайҙа, Ҡалмыҡстанда эпос һөйләүселәр менән һөйләшкәндә бер алтайлы: "Мин һөйләгәндә эпоста барған ваҡиғаларҙы күҙ алдымдан үткәрәм", - тигәйне. "Урал батыр" эпосын һөйләгәндә лә сәсәндәр боронғо мәғлүмәт яланындағы мәғлүмәтте тойоп, боронғо ғилемгә эйә булғандыр, тип уйлайым. Боронғо белем юғалып ҡалмаған - ниндәйҙер мәғлүмәт яланында тороп ҡалған. Уны хәҙерге кеше аса алһа, шағир, сәсән булып китергә мөмкин. Шул яҡтан да глобалләшеү беҙгә ҡурҡыныс түгел. Мин әле телгә алған кешеләр булған, бар һәм буласаҡ. 90-сы йылдарҙа ла, совет осоро үткәс, ниндәй күтәрелеш китте - барыһы ла боронғоға төшә башланы. Шуға ла мин, беҙгә глобалләшеү янамайҙыр, тип уйлайым. Ниндәйҙер кимәлдә, ул, бәлки, булыр ҙа, әммә барыбер боронғолоҡҡа кире ҡайтасаҡбыҙ. Бөтөн кешене лә бер ҡалыпҡа һалып булмай ул. Сит илдең сәйәсәте, йәштәр ни тиклем аңһыҙыраҡ, бер мәҙәниәтле, улар өсөн был шул тиклем ҡулайлы, тигән принципҡа ҡоролған. Был аҡса эшләү өсөн кәрәк уларға. Ләкин донъяла шағирҙар, сәсәндәр, үҙенең артынан әйҙәүсе кешеләр барыбер тыуып тора. Боронғолоғо булған халыҡ юғалып ҡалмаясаҡ. Бер ниндәй глобалләшеү ҙә беҙҙең эпостарыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың көйҙәрен бөтөрә алмаҫ. Донъяла икешәр октава ярымлыҡ көйлө башҡа бер ниндәй ҙә халыҡ юҡ. Беҙҙең йырҙарҙы хатта итальяндар йырлай... Италия кешеләре үҙҙәренең көйҙәре менән ғорурлана, әммә башҡорт халыҡ көйҙәренә, Абдулла Солтанов ағайҙың йырҙарына уларҙың бөтөнләй һуштары китә. Буранбайҙы йырлар өсөн шундай диапазонлы тауыш кәрәк - ул бер октавалы ғына йыр түгел. Шул хәтлем аһәңле көйҙәр, йырҙар ижад иткән халыҡ барыбер йәшәйәсәк.

Халыҡ йырҙарының авторҙары билдәһеҙ, әммә улар ҡасандыр билдәле булған, йәшәгән бит инде. Ә хәҙер халыҡ йыры кимәленә етерлек йырҙар ижад итеүсе композиторҙарыбыҙ бармы?

- Был турала ла уйланғаным булды. Ҡурайҙа ныҡ ҡына шөғөлләнгән бер осорҙа үҙемдән-үҙем халыҡ көйҙәренә тартым көйҙәр килтереп сығара башланым. Минең "Аласабыр", "Байбулды көйҙәре" һымаҡ бер-нисә көйҙө ҡурайсылар халыҡ көйө һымаҡ итеп уйнап йөрөй. Йәштәр ул көйҙәрҙең авторы барлығын бөтөнләй белмәй, халыҡ көйө, ти ҙә ҡуя. Ҡурайсылар араһында сәсәнлек тип әйтәйекме, композиторлыҡмы - ул күренеш бар. Композиторҙар һәр быуында бар. Әле генә бер апай миңә боронғо стиль менән яҙылған "Күк дүнән" исемле йырҙы йырлап ишеттерҙе. Тыңлап тороуға, боронғо йыр һымаҡ. Ә йыр - композиторҙыҡы. Шуға, юҡ тиһәң дә, бар улар - киң таралыу ғына тапмаған.

ЙомҒаҡлап...
Һүҙ ахырында, халҡыбыҙ моңон һаҡлай алырбыҙмы, тигән һорауға үҙенсә яуап эҙләгән бер шиғыр юлдары иҫкә төштө.
Һаҡларбыҙмы хазинаны? -
Башта һорау төйөлә.
Аҫыл халҡым иҫән булһа,
Мәңге тынмаҫ көйө лә...
Тағы. Ҡауын тәмен уны бер тапҡыр ҙа тәмләп ҡарамаған кешегә, нисек кенә тырышһаң да, һүҙ менән аңлатыуы мөмкин түгел. Шуның һымаҡ, башҡорт көйө, башҡорт моңо, тигән төшөнсәне гәзит биттәрендә күпме генә яҙһаң да, бер ишетмәй тороп, күңелгә, йөрәккә индереү мөмкин түгелдер. Шуға, тыңлайыҡсы көйҙәребеҙҙе. Ҡурайҙы, думбыраны, дөңгөрҙө, ятағанды, ҡыл-ҡумыҙҙы, ҡумыҙҙы, өзләүҙе тыңлайыҡ.

Иҙел РӘХИМОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.15 | Ҡаралған: 1859

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru