«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘСӘНДӘР ӘЙТЕШЕН РОЛДӘРГӘ БҮЛЕП УҠЫЙБЫҘ
+  - 

Яңыраҡ интернет селтәрендә бер фекер алышыуға осраным. Унда башҡорт телендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу-яҙылмау тураһында һүҙ бара ине. Ҡайһы берәүҙәрҙең замана ауырлығына, аҡса юҡлығына, барлыҡ мәғлүмәтте интернет селтәрендә табып булыуына һәм башҡа төрлө сәбәптәргә һылтаныуҙарына ҡаршы туған телендәге баҫмаларға яҙылыуcы һәм башҡаларҙы ла ошоға өгөтләүсе әңгәмәселәр күпселек тауыш менән "еңеп" сығыуы ҡыуаныслы. Әлбиттә, еңел булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, ләкин һәр замандың да үҙ ауырлығы булған һәм алда ла буласаҡ. Ләкин әлегә тиклем рәсәйҙәр, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы ла ваҡытлы матбуғат сараларын иң әүҙем уҡыусылар булды. Бөгөн был йәһәттән хәлдәр хөрт икәнлеген гәзит-журналдарҙың тиражына ҡарап та белеп була.

Ләкин һәр ғаилә кәмендә бер-ике баҫма алдырһа ла, тираждар һаны күпкә артыр ине, тип уйлайым. Беҙҙең ғаиләгә, мәҫәлән, тиҫтәләгән гәзит-журнал килә. Һәм уларҙың барыһы ла - башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар. Шулар араһында барыбыҙҙың да иң яратып уҡыған гәзите - "Киске Өфө". Аҙнаһына бер тапҡыр ғына килгән 16 битлек был баҫма үҙ эсенә әллә күпме мәғлүмәт, белем, аң-зиһен, аҡыл, мәрхәмәтлек, хәҡиҡәт һәм өмөт һыйҙыра. Берәүгә лә сер түгел - бөгөнгө йәмғиәттә мин-минлелек хисе көслө, халыҡ тарҡау һәм күптәр тик үҙенең мәнфәғәтен генә ҡайғырта. Ә "Киске Өфө"нө уҡыусыларға был сифаттар хас түгелдер, тип уйлайым, сөнки гәзит битендәге һәр бер мәҡәлә берҙәмлек, бер-береңә ҡарата ихтирам һәм иғтибар, халҡың, телең, тыуған ерең өсөн янып-көйөү хисе менән һуғарылған. Ғөмүмән, халҡыбыҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ эш башҡара редакция хеҙмәткәрҙәре. Баҫмала донъя күргән тарихи мәғлүмәттәр, төрлө авторҙарҙың элекке замандағы башҡорттарҙың көнкүрешен, йолаларын, йәшәйешен тәфсирләп яҙған әҫәрҙәре - бик ҡиммәтле хазиналар. Шәхсән үҙем тәү сиратта ошо йүнәлештәге темаларҙы яҡтыртҡан биттәрҙе уҡып сығам. Гәзитте алдырған йылдар эсендә ниндәй ҙур мәғлүмәти байлыҡҡа эйә булыуыма шатланып бөтә алмайым. Балалар ҙа ошо рубрикаларҙы оло ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп бара.
Шулай ҙа гәзиттең йәнле һөйләшеүгә ҡоролған, төрлө өлкәлә эшләүсе шәхестәр менән үткәрелгән әңгәмәләре - баҫманың иң көслө өлөшөлөр, тип уйлайым. Күҙмә-күҙ ҡарашып аралашыу - күңелгә ятышһыҙ ҡоро факттарҙан һәм мәҡәләнең ҙурлығына ғына йоғонто яһаусы, әммә бер ниндәй әһәмиәткә эйә булмаған "һыуҙан" ҡотолоуҙың иң ышаныслы юлы. Артабан да гәзиттә "Диалог" һәм "Монолог" рубрикалары даими сығып килеүен теләйем.
Ҡатыным иһә "Киске Өфө"ләге "Әйт, тиһәгеҙ...", "Ғаилә ҡоро", "Аҡыл - ҡаҙна" рубрикаларын, баҡсасыларға тәғәйенләнгән кәңәштәрҙе һәм хикәйәләрҙе йотлоғоп уҡып бара.
Гәзит сәсәндәр әйтешен яңынан тергеҙеп, бик яҡшы итте, тип уйлайым, сөнки уларҙың тос фекерҙәрен, бер-береһенә яуҙырған зәһәр ҙә, ҡыйыу ҙа һорауҙарын һәм уларға бирелгән яуаптарын уҡып сығыу уйландыра, күңелде елкендерә. Әйткәндәй, сәсәндәр әйтешен беҙ ҡатыным менән ролдәргә бүлеп уҡыйбыҙ, ә балалар тыңлай - был киске аштан һуң көтөп алынған ғаилә традицияһына әйләнде, тиһәң дә була. Шуға күрә йор һүҙле сәсәндәребеҙ бәйгеһе артабан да дауам итер, тип ышанам. "Киске Өфө"гә бары тик изге теләктәремде еткерәм. Усағыңдағы утың һәр саҡ дөрләп янһын, сөнки һинең осҡондарың әллә күпме кешегә йәшәү көсө бирә, яҡшы энергия менән "һуғара".

Илһам ЯҠУПОВ.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.08.15 | Ҡаралған: 1372

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru