«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАМЫРҘАРЫН ЮЛЛАЙ МАДЬЯРҘАР
+  - 

Башҡорттар менән хәҙерге венгрҙар араһындағы бәйләнештәр хаҡында бәхәстәр әленән-әле тыуып тора. Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында тамырҙарын юллап Башҡортостанға килгән венгр ғалимдары ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһындағы һөйләшеү был йүнәлештә яңы аҙым булды.

Силәбе өлкәһенең Уйылға экспедицияһы етәксеһе, тарих фәндәре докторы Сергей Боталов белдереүенсә, Рәсәй-Венгрия ғалимдары ҡатнашлығындағы тикшеренеү эштәре комплекста алтынсы йыл дауам итә һәм ул Рәсәй йәмәғәтселегенең генә түгел, Европа илдәренең, бигерәк тә Венгрия менән Болгария ғалимдарының иғтибарын йәлеп итә. Сөнки ул әлеге көндә Урал-Волга буйы, Көнбайыш Себер, Алтай, Ҡаҙағстанда йәшәүсе хәҙерге халыҡтарҙың урта быуаттағы мәҙәни генезының мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә генә мөмкинлек биреп ҡалмай, ә венгрҙар хәҙерге территорияларын үҙләштергән осорҙағы Карпат һөҙәклеге һәйкәлдәре менән оҡшашлыҡҡа эйә материалдарҙың булыуы менән дә әһәмиәтле. Шуға ла венгр ғалимдары Уйылға комплексына ҙур иғтибар бирә. Ошоға оҡшаш материалдар Башҡортостан ғалимдары тарафынан Ҡаранай, Бикеш, Лағыр ҡәберлектәрендә арҙаҡлы мэтр Нияз Мәжитов тарафынан табылған да инде.
Быйылғы экспедиция барышында венгр ғалимдары Атилла Тюрк менән Петер Ланго Көньяҡ Урал менән дә танышырға теләүҙәрен белдерә һәм был эшлекле сәфәргә шул этәргес була. Ғалимдар Нязепетровск районынан юл алып, уғырҙарҙың изге урындарында булып, Мәсәғүт зонаһы, Ҡаранай, Бөрө ҡәберлектәре менән таныша, баш ҡалалағы "Өфө-II" ҡаласығына зыярат ҡыла, артабанғы юлдары Охлебинино ҡәберлеге, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Байыш ҡурсыулығы, Баймаҡ районы ҡурғандары аша Арҡайымға йүнәлә.
Атилла Тюрк бедереүенсә, улар Башҡортостан территорияһына килеп инеү менән уның матурлығына, ландшафтына иҫе китә. "Башҡортостандың байлығына һоҡланыуҙы аңлатырлыҡ һүҙҙәр ҙә табыуы ауыр. Экспедицияла беренсе йыл ғына булмаһаҡ та, шундай ҙур программаны эсенә алған сәфәрҙә беренсе тапҡырбыҙ. Сергей Геннадьевич һанап киткән һәйкәлдәр менән Нияз Мәжитовтың хеҙмәттәре аша күптән танышбыҙ. Әммә уларҙы үҙ күҙҙәрең менән күреү бөтөнләй икенсе тәьҫораттар тыуҙыра һәм бик файҙалы. Бөгөнгө венгрҙарҙың ата-олаталары ҡайҙалыр Көньяҡ Уралда формалашҡан, тигән күҙаллауҙар йәшәй, шуға ла беҙгә бәйләнештәрҙе нығытырға һәм был процестың нисек барлыҡҡа килгәнен өйрәнергә кәрәк. Бер кемгә лә сер түгел, Советтар Союзы тарҡалғас, сәйәси генә түгел, ғилми бәйләнештәр ҙә юҡҡа сыҡты. Бөгөн элекке мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлдә булдырырға кәрәк. Әгәр был процесс артабан да дауам итһә һәм нығынһа, беҙҙең студенттар һеҙҙә рус телен өйрәнә алыр ине, сөнки беҙҙең университеттың археология кафедраһында венгрҙарҙың боронғо тарихы специальносы буйынса белем алыусы студенттарға рус телен өйрәнеү мөһим - әсбаптар тик рус телендә генә. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта табылған яңы табыштарҙы ла өйрәнеү зарур", - тине ул.
"Боронғо Өфө" Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова белдереүенсә, венгр ғалимдарында "Өфө-II" ҡаласығы шул тиклем ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Сит ил ҡунаҡтары бындағы артефактарҙы ысын ғилми асыш тип билдәләй. Атилла Тюрк башҡорт коллегаларының эшен баһалап: "Венгр археологтары өсөн генә түгел, донъя археологтары өсөн дә "Өфө-II" ҡаласығы етди әһәмиәткә эйә. Ҡеүәтле мәҙәни ҡатлам, археология табыштары, ентекле эш һәм Өфөләге коллегаларыбыҙ ҡулланған техника беҙҙә ҙур ҡәнәғәтлек тыуҙыра. Мин бында ҡаҙыныу эштәре генә алып барылып ҡалмайынса, монографиялар ҙа нәшер ителеүенә шатмын. Был эш артабан да дауам итер тип ышанам. Ул Көнсығыш Европа өсөн археология, крайығыҙҙың тарихы буйынса бик күп мәғлүмәт бирә. Беҙ студенттар менән бында ҡаҙыныу эштәрендә ихлас ҡатнашасаҡбыҙ һәм Башҡортостандағы коллегаларыбыҙҙы Венгрияла көтөп ҡалабыҙ", - тигән. Ғөмүмән, "Боронғо Өфө" һуңғы йылдарҙа туристарҙың ғына түгел, ә Европа ғалимдарының ныҡлы иғтибар үҙәгенә әйләнеп бара һәм ул республикала ла шундай етди иғтибарға лайыҡ булһын ине, тип теләргә генә ҡала.
Филология фәндәре докторы, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова әйтеүенсә, башҡорт-венгр бәйләнештәре XIII быуаттан уҡ билдәле. Ә инде был мәсьәләне өйрәнеүҙе һәм уртаҡ тамырҙар эҙләүҙе Рәсәй ғалимдары XVIII быуатта башлай. Ғалимдар фекеренсә, венгр халҡының төп нигеҙен тәшкил иткән ете ырыу-ҡәбиләнең дүртеһе төрки сығышлы. Был да, Башҡортостанда, уға сиктәш ятҡан күрше төбәктәр райондарында табылған тарихи һәйкәлдәрҙең төрки һыҙаттарға эйә булыуы ла башланған эште артабан дауам итеү зарурлығына этәрә.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.08.15 | Ҡаралған: 1219

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru