«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҒЫҘ МӘКТӘПКӘ БАРЫРҒА ТЕЛӘЙМЕ?
+  - 

Ял көнө баҙарҙа танышымды осратҡайным. Беренсегә уҡырға барасаҡ ҡыҙына кейем-һалым ҡарарға сыҡҡандар. Мәктәпкә барырға әҙерләнеү һәм, әлбиттә, яңы кейем алыу балалар өсөн, ғәҙәттә, байрам кеүек була. Һәр хәлдә, минең хәтерҙә шулай ҡалған. Тик танышымдың да, ҡыҙсығының да шыпа кәйефтәре юҡ: әсәһе көйгән, балаһы балауыҙ һыҡҡан-күренеп тора.

- Оҡшатмаймы әллә? - тип һорайым ҡатындың ҡулындағы форма-алъяпҡыстарға ымлап.
- Уҡырға барғыһы килмәй, - тип аптырата әсә.
- Ниңә икән, - тим, - бәлки, берәй сәбәбе барҙыр?
- Ниндәй сәбәп? Ялҡаулыҡ. Белмәйем, ҡалайтып уҡылыр бының менән...
Ошо хаҡта ҡыҙыҡ күреп, икенсе танышыма һөйләһәм, ул: "Ниңә аптырайһығыҙ, хәҙер беренсегә атлығып барған балалар һирәк ул", - тимәһенме. Шул ваҡыт "Туҡта, бәләкәстәрҙең үҙҙәре менән һөйләшеп ҡарайым әле", тип уйлап, күрше-тирәләге беренсе класҡа барыусы - ике, икенсегә күсеүсе бер бала менән аралаштым. Өс баланың берәүһе бөтөнләй уҡырға теләмәй, икенсеһе теләкһеҙ генә риза, өсөнсөһө иһә "яҙмышына күнгән" булып сыҡты. Ете йәшлек Алтынай менән һөйләшеү түбәндәгесә булды:
- Алтынай, мәктәпкә бараһың икән, ҡотлайым!
- ... (Бала өндәшмәй, һағая)
- Бишкә генә уҡыйһың инде, эйе бит?
- ... (Бала нимәнелер әйтә алмауҙан уңайһыҙланып, башын яурын эсенә тарта).
- Ниңә өндәшмәйһең, әллә уҡығың килмәйме? - баҙнатһыҙланмаһын өсөн икенсе нәмәләрҙе күҙәткән булып, шаярған шикелле һорайым.
- Килмәй! - ҡыҙыҡайҙың тауышында шатлыҡ осҡондары сағылып китә хатта.
"Ни өсөн?" тигән һорауҙы бирергә теләр уҡыусы ошо ваҡытта. Һәм, әлбиттә, иң беренсе мәктәпте һәм уҡытыусыларҙы ғәйепләргә теләр. Тороп торайыҡ әле, тип өндәшке килә шул мәл, кемдәрҙелер әрләр алдынан иң башта балабыҙҙың эске донъяһына һәм уның тирәләй үҙебеҙ яһаған тышҡы донъяға иғтибар итәйек.
Психологтар тикшереүенсә, өйҙә артыҡ иркәләтеүгә күнгән балалар мәктәпкә атлығып бармай, хатта унда йөрөүҙән бөтөнләй баш тарта. Сөнки ошо йәшендә мәктәптең балалар баҡсаһы түгеллеген һәм ниндәйҙер талаптар буласағын аңлай. Өйҙә иһә ул бәләкәй генә диктатор, уның теләктәре беренсе сиратта. Ә инде ғаиләлә һаман бәләкәс итеп күрелгән йәки ололар тарафынан артыҡ һанға һуғылып бармаған балалар, киреһенсә, үҙҙәрен ҙур итеп күрһәтеү, үҙ аллы булыу теләгенән мәктәпкә тартыла икән. Был тәңгәлдә, әлбиттә, психологтар бәләкәстәрҙең яңылыҡтан ҡурҡыу, оялыу кеүек тәбиғи хис-тойғоларын да күҙ уңынан ысҡындырмай.
Күп осраҡта баланың мәктәп хаҡындағы аллы-гөллө, йәйғорло хыялдары беренсе аҙна белем эстәүҙән һуң уҡ юҡ була. Әлегә кемдең кемлеген һәм нимәнең нимәлеген аңлап етмәгән балалар ололар тарафынан баһалана һәм был баһа уларға статус бирә. Уҡытыусы уларҙың аң-белемен маҡтау-хуплау, йондоҙ, ҡағыҙға эшләнгән "бишле" һүрәте менән билдәләй. Ә бала өсөн коллективта айырым статус тотоу бик мөһим икән. Улар "урынһыҙ" ҡалыуҙы ололарға ҡарағанда күпкә ауырыраҡ кисерә һәм был кире кисерештәр мәктәптән өркөүҙең беренсе сәбәпсеһе була ла инде. Был тәңгәлдә күп нәмә уҡытыусының тәжрибәһенән һәм психологик алымдар ҡуллана белеүенән тора.
Теге йәки был конфликт менән йөҙгә-йөҙ бәрелешеп өйрәнмәгән балалар ҙа мәктәптән ҡурҡырға мөмкин. Ата-әсә бәләкәйҙән баланың алдына төшөп, барыһын да үҙе башҡарып йөрөгәндә ул йәштәштәре менән аралашыуҙа ла, эш эшләүҙә лә, уҡыу-яҙыуҙа ла ололарҙан ярҙам көтөп кенә ултырасаҡ. Ҡасандыр бер әсәй балаһын баҡсаға алып килеп ҡалдырғанда көн һайын тәрбиәсене "тәрбиәләп" аптырата торғайны. "Минең ҡыҙыма бойороулы тонда өндәшмәгеҙ - үпкәләй, "зинһар өсөн" тигән һүҙҙе йыш ҡулланығыҙ, мәскәй әбей булған әкиәт һөйләмәгеҙ - ҡурҡа, иң ситкә ултыртмағыҙ - күңеле төшә һ.б." Хатта динозавр тураһында мультфильм күрһәткәндәре өсөн мөдиргә барып етте, йәнәһе, ҡыҙы артыҡ хисләнеп йоҡлай алмай ятҡан. Һуңынан ул бала һәм ата-әсә менән уҡытыусының нисек ыҙаларын күҙ алдына килтерегеҙ инде. Бала бер ниндәй конфликтҡа ла әҙер түгел, бәләкәй генә стресты ла кисерә алмай. Әлбиттә, ул мәктәптән ҡурҡа.
Беренсе кластарҙың белем эстәргә теләмәүенең тағы ла бер сәбәбе - белем. Мәктәптә өйрәнә торғанды улар инде балалар баҡсаһының һуңғы баҫҡыстарында иләп-һуғып бөткән. Түңәрәк-шаҡмаҡтарҙы ғына түгел, хәрефтәрҙе лә, һандарҙы ла уҡый-яҙа беләләр. Яңылыҡ юҡ бында улар өсөн, ҡыҙыҡ түгел. Ярты синыф яҙа белмәгән яртыһының өйрәнгәнен көтөп ултырып ялҡаулана, көс һалып уҡыуҙан ситләшә. Ә теге ярты белгән яртынан кәм булыуын тойоуҙан баҫыла, йомола. Тимәк, балалар баҡсаларының уҡыу программаһын бер аҙ еңеләйтергә кәрәктер. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, уларҙың расписаниеһы мәктәптекенән бер ҙә ҡайтыш түгел. Күберәк уйнар, йүгерер-шаярыр урынға сабыйҙар парта артында ултыра. Күрһәткестәр артынан ҡыуып, балалар хаҡында онотоп ебәрәләр, ғәҙәттә.
Тағы ла бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та факт - компьютер уйындары менән мауыҡҡан бәләкәстәр менән реаль донъя араһында психологик кәртә барлыҡҡа килә икән. Уларҙың башын тулыһынса шул уйын мажаралары биләп ала һәм ҡабаттан шунда инеү өсөн бөтөн башҡа эштәрен этеп-төртөп, ашығып башҡарырға ғәҙәтләнәләр. Шул уйындарҙағы ҡылыҡтарҙы, һүҙҙәрҙе ҡабатларға ынтылалар, илке-һалҡылыҡҡа, яуапһыҙлыҡҡа өйрәнәләр.
Шулай уҡ балала нимәгәлер теләк уятыуҙың иң ябай төрө - үрнәк күрһәтеүҙәлер. Ата-әсәнең көн дә иртән тороп яҡшы кәйеф менән эшкә киткәнен күреп үҫкән балалар, ғәҙәттә, үҙҙәре лә һөнәр һайлау хаҡында бәләкәйҙән үк уйлана башлай. Ошо урында бер миҫал: ата-әсәһе эшләмәй ятҡан ғаиләнең балаһы беренсе класҡа уҡырға барғас, көн дә иртәнсәк "Бармайым! Һеҙ икегеҙ ҙә рәхәтләнеп йоҡлайһығыҙ, мине генә таң менән сығарып ебәрәһегеҙ", тип, күрше-тирәһе ишетерлек ғауға ҡуптара икән. Дөрөҫ әйтә малай, ниңә ғаиләлә бер ул ғына тир түгергә тейеш? Кем әйтмешләй, ояһында ни - осҡанында ла шул.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Үрҙә һанап үтелгәндәр баланың мәктәпкә барыу теләген һүндереүсе, дөрөҫөрәге, уны бөтөнләй булдырмаусы сәбәптәрҙең бер нисәүһе генә. Шунлыҡтан, уҡыу дәрте булмаған бәләкәстәр алдына "Ни өсөн?" тигән оло һорауҙы ҡуйыр алдынан сәбәптәрен үҙ аллы асыҡлап ҡарағыҙ. Ни генә тиһәң дә, уҡыу - энә менән соҡор ҡаҙыу һәм ул соҡорҙо ҡайыш ярҙамында күпме генә соҡоторға була. Шулай уҡ ул ҡоҙоҡтан һыу сығыуы ла мөһим, һыуһыҙ унан ни фәтүә. Ниндәй генә заманалар килеп, уҡыуҙың хаҡы төшөп киткәндәй булһа ла, белемле, ғилемле булыуға бер ни етмәй. Был хәҡиҡәтте иртәгә мәктәпкә барасаҡ балаға аңлатыу мөмкин түгел, быны ваҡытында ата-әсәләрҙең төшөнөүе зарур. Сөнки тыуған илгә, туған телгә, үҙҙәренә һәм шул теҙмәгә инеп китер белем алыуға хөрмәт һәм һөйөү уятыу уларҙың бурысы.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.08.15 | Ҡаралған: 1582

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru