«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨНӘРЕБЕҘҘЕҢ НЕСКӘЛЕКТӘРЕНӘ ТӨШӨНӨП, СӘХНӘНЕҢ ТӘМЕН ТОЯ БАШЛАҒАН САҒЫБЫЗ
+  - 

Мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич исемендәге ижади премияға лайыҡ булыу өсөн яҡшы роль ижад итеү, һүрәт төшөрөү, көй сығарыу ғына етәме? Был премияға дәғүә итеүсе ижадтағы уңыштарынан тыш, тағы ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш? Таңсулпан Ғарипованың "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға" мюзиклындағы Ҡара юрға, Маҡтымһылыу һәм Мәсем хан ролдәре өсөн Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр - М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Руслан Хайсаров, Ирада Фазлаева һәм Урал Әминев менән ошо юҫыҡта әңгәмәләшәбеҙ.

Бөгөнгө заманда тормоштоң бөтөн өлкәләрендә - иҡтисадта, сәйәсәттә, көнкүрештә генә түгел, кешеләрҙең аңдарында ла үҙгәрештәр бара. Бындай шарттарҙа сәнғәт тә үҙгәрешһеҙ ҡала алмай. Милли профессиональ сәнғәттең киләсәген нисегерәк күҙаллайһығыҙ?

Урал Әминев: Дөйөм милли сәнғәт тураһында һүҙ йөрөткәндә, һис шикһеҙ, ул үҙенең милли тамырҙарын, милли үҙенсәлеген һаҡлап алып ҡалырға бурыслы. Ә бына театрҙа тамашасы бөгөнгө заманға ауаздаш спектаклдәр күргеһе килә. Театр заман менән бергә атларға тейеш, юҡҡа ғына: "Театр - ул тормоштоң көҙгөһө", - тип әйтмәйҙәр. Шуға тормош үҙгәрә икән, театр ҙа үҙгәрә, тик ул бер ҡасан да заманды бар кире яҡтары менән ҡабул итеп, уға яраҡлашып, унда иреп юғала алмай. Театрҙың үҙенең тәғәйенләнеше бар - заманалар ниндәй генә булмаһын, ул кешеләрҙе үҙе артынан изгелеккә, яҡтылыҡҡа алып барырға тейеш. Әгәр ҙә бөгөнгө заман кешеһе аҡса өсөн намыҫын аша атлап үтергә риза икән, театр сәхнәһендә бындай кешеләр бер ҡасан да герой була алмай.
Ирада Фазлаева: Урал дөрөҫ әйтә, театр замандан артта ҡала алмай. Әммә репертуарҙы заманса спектаклдәр менән генә тултырырға ла ярамай. Сөнки беҙ - милли театр, беҙ милли сәнғәткә хеҙмәт итәбеҙ. Миңә, мәҫәлән, беҙҙең театрҙың репертуары бик оҡшай. Унда матур фольклор әҫәрҙәре күп, тап улар йәш быуынды халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштыра. Шуға ла заман башҡа, тип, милли театр тулыһынса үҙгәрергә тейеш тә түгелдер ул. Заман менән бергә барыу тигәндә, башҡорт театрының дөйөм театр сәнғәте менән бергә үҫешә алыуын күҙ уңында тоторға кәрәктер. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға тейеш театр, был драматургҡа ла, режиссерға ла, актерҙарға ла ҡағыла.
Бөгөн бит кинотеатрға ла барғы килмәй, телевизор ҙа ҡарап булмай, сөнки уларҙан тик кире энергия ғына алаһың, ҡайҙа ҡарама - һуғыш, һәләкттәр, киноларҙа ла шундай уҡ фажиғә күрһәтелә. Ә театрҙа бөтөнләй икенсе хистәр кисерәһең, ул ыңғай тойғоларҙан туҡылған. Халыҡ телевизорҙан барған идеологик һөжүмдән арып, башына бер аҙ ял биреү өсөн дә театрға килә. Донъяны яҡшылыҡ, матурлыҡ ҡына ҡотҡара аласаҡ, шуға ла театрҙың киләсәге яҡты буласаҡ, тип иҫәпләйем.
Руслан Хайсаров: Ысынлап та, театр - ул юғары сәнғәт. Йәштәр ҙә берәй заман интернетта "йәшәүҙән", төнгө клубтарҙа ял итеүҙән арып, театрға киләсәк барыбер. Репертуар ҙа киләсәккә, тимәк, йәш быуынға ла төбәп һайлана. Яңыраҡ ҡына Баязит Бикбайҙың "Ҡаһым түрә" әҫәре сыҡты сәхнәгә, Рәми Ғарипов, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек шәхестәрҙе күрһәткән спектаклдәргә лә халыҡ күп йөрөнө. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләре нигеҙендә ҡуйылған "Шәүрәкәй", "Ҡоҙаса", "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға" оҡшамай һәм күңелегеҙ заманса драматургия һорай икән, "Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр" драмаһын ҡарай алаһығыҙ.

"Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр" драмаһын тамашасы, нисектер, һағайып ҡабул итте кеүек. Заманса авторҙар, заманса драматургия кәрәк, тип күп ҡысҡырабыҙ, ә шул уҡ драманың авторы Я. Пулиновичтың әҫәрҙәре бөгөн Рәсәй театрҙарында ҙур һорау менән файҙаланылһа ла, ни өсөн башҡорт тамашасыһы уны үҙ итә алмай һуң?

Урал Әминев: Башҡорт драматургияһы ауыл тормошон ғына күрһәтергә тейеш, тигәнерәк фекер бар шул. Эйе, күптәребеҙ ауылдан сыҡҡан, ҡалала йәшәһәк тә, тыуған ауылыбыҙҙы өҙөлөп һағынабыҙ, ундағы мут ҡарттар, шаярыуҙар беҙгә шул тиклем таныш, яҡын. Бәлки, сираттағы тапҡыр ошоларҙы күреп, көлөп ҡайтыуы тамашасыға оҡшайҙыр. Тик был осраҡта үҫеш булмаясаҡ. Бер ҡасан да тамашасының теләгенә эйәрергә ярамай, театр уны тәрбиәләргә тейеш.
Ирада Фазлаева: Һәр халыҡтың үҙ менталитеты, шуға бәйле теге йәки был мәсьәләгә үҙ ҡарашы, хатта ниндәйҙер хәлдән сығыуҙың да үҙенсә ысулдары була. Әммә әлеге әҫәрҙә күтәрелгән проблема беҙҙең халыҡта юҡ, тип әйтеүҙән генә ул юҡҡа сыҡмай. Беҙҙең йәмғиәттә лә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, аҡса эшләгән көслө характерлы гүзәл заттар бар ҙа инде. Унан һуң, бында бит иң мөһиме - героиняның эске кисерештәре. Спектаклдең тышҡы күренешен, сюжетын ғына күҙәтһәң, әлбиттә, ул һиңә оҡшамауы ла бар.
Руслан Хайсаров: Кешене шул уҡ комедия ла уйландыра, ниндәйҙер һорауҙарға яуап бирә ала. Ниндәйҙер тетрәнеү, рухи таҙарыныу кисерһә генә тамашасы спектакль менән ҡәнәғәт ҡала, минеңсә. Бәлки, шундай тетрәнеү етмәгәндер тамашасыға. Һәр хәлдә, был хаҡта тамашасының үҙенән һорарға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзиттәрҙә, телевидениела театрҙарыбыҙҙа ҡуйылған спектаклдәр тураһында фекер алышыуҙар ойошторолмай бит хәҙер.

Быйыл Әҙәбиәт йылы, Бабич та халҡыбыҙҙың ялҡынлы шағирҙарының береһе. Әҙәби әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы, актер өсөн китап уҡыу нимә бирә?

Урал Әминев: Күңелеңде байытыу өсөн китап уҡыу мотлаҡ кәрәк. Башҡорт әҙәбиәтен генә түгел, донъя әҙәбиәтен уҡыу, яңы әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһыныу һәр кешегә сикһеҙ рухи байлыҡ бирә. Тик әлеге мәлдә китапты күп уҡыйым, тип маҡтана алмайым. Ниндәйҙер эске күңел торошо менән бәйлеме, ҡыҙыҡһыныуҙарым бер аҙ үҙгәрҙе. Ваҡытым булһа, дуҫтар менән сәйәхәт итергә тырышам. Насар ғәҙәттәр менән дуҫ булмаған бер төркөм йәштәр бергә тупланып алдыҡ та, Башҡортостандың тауҙарын, мәмерйәләрен, шарлауыҡтарын, йылға-күлдәрен барып күреп, әүҙем ял итәбеҙ.
Ирада Фазлаева: Ҡыҙыҡһыныуҙарҙың үҙгәреп тороуы ла яҡшы. Элегерәк кино ҡарауға, китаптар уҡыуға күберәк күберәк ваҡыт бүлһәм, бөгөн мин кешеләр менән йышыраҡ аралашам. Мәскәүҙә Щепкин исемендәге училищела бергә уҡып ҡайтҡан курсташтар менән ныҡ татыубыҙ, бергә ял итергә яратабыҙ. Тик бер мәл минең театрҙан, театрҙағы дуҫтарҙан тыш та тормошом булырға тейешлеген аңланым. Йәғни, тормоштоң башҡа яҡтарын өйрәнә, башҡа кешеләр менән аралаша башланым. Ярҙамға мохтаждарға хәйриә ярҙамы күрһәтеү менән дә шөғөлләнәм.
Руслан Хайсаров: Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡығанда уҡ күп уҡырға өйрәнгәйнем. Хәҙер ҙә көн һайын уҡырға тырышам. Әлеге мәлдә рус әҙәбиәте классигы Ф. Достоевскийҙы ҡабаттан уҡыйым, һәр йәштә әҫәр төрлөсә ҡабул ителә, һәр ваҡыт яҙыусыны яңыса асаһың. Шағир һәм шәхес булараҡ, Бабичты бик ихтирам итәм, шиғырҙарын ятлайым. Былтыр, Мәҙәниәт йылында, Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә беренсе урын алдым. Бәйгенең гала-концерты халҡыбыҙҙың ике бөйөк талантына - Бабич менән Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа арналғайны. Беләһегеҙҙер, улар 1914 йылда Өфөлә күрешә. Ошо тамашала сығыш яһау, сәхнәлә генә булһа ла шаңлы яҙмышлы шәхестәр менән осрашыу мөмкинлеге тейҙе.
Урал Әминев: Мәскәүҙән ҡайтҡас, Зөһрә менән Таңсулпан Бураҡаевалар, тышҡы ҡиәфәтең менән Бабичҡа оҡшағанһың, һинең менән кино төшөрөргә кәрәк, тигәйнеләр. Уларҙың ярҙамы менән хореограф Сулпан Асҡарова миңә махсус бейеү һалды, "Бабич ялҡыны" тип атала ул. "Бабич байығы" тип атағы килгәйне уны, сөнки башҡорт бейеүҙәре араһында Байыҡ бейеүҙәренең төрлө варианттары йәшәй. Уларҙы бер нәмә берләштерә - бейеүсе бейегән саҡта һамаҡлап, байыҡлап бейей. Бабичтың да шиғырҙары быға тура килеп кенә тора. Ваҡытында ошо исемде ҡулланмағанбыҙ, тип үкенәм хәҙер. Бабич мандолинала уйнаған, шуға, бейеү һалынғас, мандолинала уйнарға өйрәндем. Тик бейегән саҡта мандолинала уйнау өсөн ҙур тәжрибә кәрәк, әлегә сәхнәлә икеһен бергә берләштереп башҡара алмайым. Бабич быларҙың барыһына ла маһир булған.
Ирада Фазлаева: Әҙәбиәт тураһында һөйләшкәндә театрҙа ойошторолған шиғриәт кисәләре тураһында ла әйтмәйенсә булмай. Артистарыбыҙҙың шиғыр һөйләү һәләтенә гел һоҡланам. Хөрмәтулла Үтәшевтың был тәжрибәһе беҙгә сәхнә телен камиллаштырырға ла мөмкинлек бирә. Тик театрҙың был матур башланғысын тамашасы ла күтәреп алһын ине. Бындай шиғыр кисәләрендә тотош коллектив тиерлек ҡатнаша, мәҫәлән, сәхнәлә 30 артист баҫып тора, ә залда тамашасының һаны унан да аҙыраҡ. Шиғри һүҙҙең көсөнә ышанмайҙармы, ваҡыттары юҡмы, бәлки, бүтән берәй сәбәптәре барҙыр.

Актер өсөн дан-шөһрәт мөһимме? Мөһим булһа, ҡайһы ролегеҙҙән һуң һеҙгә дан ҡапыл ишелеп төштө тип уйлайһығыҙ? Данлы булып уяныу тойғоһо нисегерәк?

Урал Әминев: Һис шикһеҙ, тамашасы һине таный, һин ҡатнашҡан спектаклдәрҙе ҡарарға йөрөй икән, артист өсөн был ярайһы уҡ ҙур стимул.
Ирада Фазлаева: Театрҙа эшләй башлауыбыҙға 8 генә йыл, шуға ла мин үҙемде данлыҡлы актриса тип әйтә алмайым әлегә. Эйе, таныйҙар, ижадың менән ҡыҙыҡһыналар, сәскәләр алып киләләр. Тик дан-шөһрәт йылдар, тәжрибә менән килә. Яҙмышым шул тиклем мәрхәмәтле, миңә гел матур ролдәр тура килә. Һәр береһен яратып, һағынып уйнайым. "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға"ла башта Маҡтымһылыу менән бер юлы Ҡолонсаҡ ролен эшләгәйнем, һуңынан Маҡтымһылыу үҙемә генә тороп ҡалды. Оҙаҡ ҡурҡып йөрөнөм, ҙур роль, поэтик образдар, улар ғәҙәти ер кешеләре лә түгел һымаҡ. Характерын аңлағас, хәҙер башынан аҙағына тиклем бирелеп уйнайым. Әлбиттә, һәр роль өҫтөндә эшләгәндә лә, нимәлер етмәне, тигән тойғо ҡала, сөнки актер үҙ-үҙе менән ҡәнәғәт була башлай икән, үҫеүҙән туҡтай. Олег Закирович Ханов беҙгә шундай ролдәрҙе ышанып тапшырып, актерлыҡ һәләттәребеҙҙе үҫтерҙе, һәр хәлдә, был мюзикл ҙур мәктәп булды.
Руслан Хайсаров: Актерҙы легенда кимәленә күтәреп ярата белә беҙҙә тамашасы. "Бәхет хаҡы" спектаклен генә алайыҡ. Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваның уйнағанын ҡарар өсөн халыҡ һаман йөрөй был музыкаль мелодрамаға. Бының өсөн материал да үтемле булырға тейеш. "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға" мюзиклы сыҡҡас, журналистар миңә лә дан-шөһрәт юрап яҙҙы яҙыуын. Шаярып әйткәндә, әгәр шулай булһа, был спектаклгә билеттар артынан тамашасы сиратҡа теҙелергә тейеш ине. Шуға, әлегә дан тураһында һөйләргә иртәрәк. Ә былай Таңсулпан Ғарипованың фольклорға таянып яҙған мюзиклы жанры йәһәтенән дә яңылыҡ булды башҡорт театрында. Юрға булып уйнауы еңел булманы, башҡа геройҙар тел ярҙамында уй-ниәтен әйтеп бирһә, минең һүҙҙәрем күп түгел, Ҡара бейә менән генә аралашам. Сулпан Асҡарова менән пластика өҫтөндә күп эшләнек, бейеүсе Урал Мортазин ярҙам итте. Миңә ҡалһа, бик матур, үҙенсәлекле образ тыуҙы. Ошонан һуң аңланым: һүҙһеҙ ҙә тамашасыға тәьҫир итеп була.
Яратып башҡарған башҡа ролдәрем дә бар. Премияға тәҡдим ителгән Ҡара юрға роле минең һөнәри үҫешемә бер баҫҡыс булды. Уға тиклем бындай ролдәр исемлегенә "Ай тотолған төндә" трагедияһындағы Аҡъегетте индерәм. Шиғри күңелле Аҡъегет бөтөн йәһәттән минең үҙем ине.
Урал Әминев: Уҡыған саҡта әйтә торғайнылар: һинең күп һүҙле герой йәки төп герой булыуың бер ни түгел, сәхнәлә шым торған кешегә ҡарауы күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Был роль Руслан өсөн ҙур һынау булды, уның эргәһендә башҡа геройҙар нимәлер эшләп, нимәлер һөйләп торһа ла, барыһы ла Ҡара юрғаны күҙәтте. Мәсем хан ролен биреп, режиссер мине лә боҙло һыуға ташланы. Сөнки быға тиклем мин гел малайҙар, балалар ролдәрен уйнап йөрөнөм. Бында ҡапыл бабай, етмәһә, төп героиняның атаһын уйнарға кәрәк. Комик ролдәр оҫтаһы Алмас Әмиров менән бер үк роль уйнауы ла ҡыйын булыр кеүек ине. Уның менән сағыштырырҙар, тигән уй ҙа булды. Мәсем хан комик образ булһа ла, ысынында ул етди, тәбиғәте менән ярһыу, ҡыҙыу кеше. Шуны ышандырып эшләргә кәрәк ине. Хәҙер эске көсөргәнеш юҡ, эшләгән саҡта ауыр булһа ла, уйнауы еңел был ролде. Спектаклдә коллектив тулыһынса тиерлек ҡатнаша, тотош бер ансамбль, үҙең дә уйнайһың, шул уҡ ваҡытта ансамблде лә оноторға ярамай.

Театрға бар ғүмереңде бирергә кәрәк һәм был һөнәргә бағышланған бер көнөңдө лә йәлләргә ярамай, ти тәжрибәле актерҙар. Уңыш менән бергә уңышһыҙлыҡтар кисерергә ла тура киләлер, һөнәрегеҙҙән ялҡҡан сағығыҙ буламы?

Руслан Хайсаров: Был донъяла бер нәмә лә - уңыштар ҙа, уңышһыҙлыҡтар ҙа, шул уҡ ваҡытта кеше лә мәңгелек түгел, барыһы ла үтә, беҙгә лә алмашҡа яңы быуын киләсәк. Шуға бөгөнгө уңыштарыңа ла, уңышһыҙлыҡтарыңа ла артыҡ ҡыуанырға ла, ҡайғырырға ла кәрәкмәйҙер. Ә бына тырышлыҡ, ҡара тиргә батып эшләү кәрәк театрҙа. Артист һөнәре үҙеңде уға тулыһынса бағышлағанды ярата, был уның төп шарты.
Ирада Фазлаева: Һөнәреңдә саҡ ҡына ялҡаулана, еренә еткереп эшләмәй башлаһаң, ул һиңә кире яғы менән әйләнә, тип әйтә торғайны уҡытыусыларыбыҙ. Был артист һөнәренә генә ҡағылмай. Шул уҡ хирург операция өҫтәлендә үҙен йәлләп, ниндәйҙер хистәренә юл бирә алмай бит. Төрлө мәлдәр була, ҡайһы саҡта иң яҡын кешеңдең үлемен кисереп, тетрәнеп йөрөгәнеңдә лә уйнарға тура килә сәхнәлә. Әммә кәйефең булмауын да, ауырығаныңды ла тамашасы һиҙергә тейеш түгел. Яңы роль алған һайын ышанысты аҡлағы, эшләүен эшләгәс, яҡшы итеп эшләге килә. "Бәхет хаҡы"ндағы бәләкәй генә Зөһрә ролен ныҡ яратам, уға бар хисемде һалам, быны күргән тамашасы, ни өсөн ул тиклем йөрәгеңә яҡын алып уйнайһың, йөрәгең бөтә бит, тип хафалана. Был һөнәрҙә башҡаса мөмкин дә түгел. Сәхнәлә геройыңдың яҙмышын йәшәй алмайһың икән, һин ниндәй актер һуң? Шуға ла актер мораль һәм физик йәһәттән ныҡ, көслө булырға тейеш. Шулай уҡ, тормош тәжрибәһе лә мөһим икән. Әйтәләр бит, яратып ҡарамаған кеше мөхәббәтте уйнай алмай.
Урал Әминев: Тормош тәжрибәһе тигәндән, "Хәйерле иртә, Энид!" спектаклендәге Пол-Полак ролен ярата инем. Был спектаклдең телевизион вариантын төшөрөргә тейеш инек, өлгөрмәнек, Хәмит ағай Яруллин китеп барҙы, бик үкенес булды. Ошо спектаклдәге мөхит миңә оҡшай ине, сөнки уны әҙерләгән саҡта бер фатирҙан икенсе фатирға күсеп, көнкүреш мәшәҡәттәренән арып, тормоштан ныҡ баҫылып, күңелем ҡайтҡайны. Әммә ошо ситуациялар образға инергә ярҙам итте. Ысынында, мин унда бер нәмәне лә уйнаманым, минең күңел торошом шундай, миңә ысынлап та ныҡ ҡыйын ине. Шулай яйлап тәжрибә туплайһың, сынығаһың да инде.
Рудины уйнағас, ҡапыл өлкәнәйҙең, тигәндәре бар. Был роль дә ҙур ҡәнәғәтләнеү бирә күңелемә. Ҡасандыр йәшәгән ниндәйҙер шәхесте кәүҙәләндерһәң, теләһәң дә, теләмәһәң дә, ул һиңә йоғонто яһай, сөнки ул ҡасандыр йәшәгән, уның йылылығы ҡалған. Диуана ла һынылыш кисерергә мәжбүр итте. Уны нисек уйнарға кәрәклеген мин күпкә алдараҡ аңлағайным. Бер тапҡыр театрға гастролдәр менән икенсе бер театр килде лә, мин Диуананы улай уйнарға кәрәкмәй икәнен аңлап, проблеманың нимәлә икәнен күргәйнем инде. Режиссер Айрат Абушахманов менән уйҙарым тулыһынса тап килде.
Ирада Фазлаева: Диуана роле - Уралдың ҙур эше булды, шул спектакль аша ул үҙен драматик яҡтан да, профессиональ йәһәттән дә көслә актер булыуын күрһәтте. Курсташтарым булһынмы, әле бергә эшләгән башҡа йәш актер булһынмы, мин һәр ваҡыт уларҙың уңышлы эштәре өсөн ҡыуанам. Русланды ла һәр роле һайын тамашасы ла, өлкәнерәк быуын актерҙары ла маҡтап, "Аһ" итеп кенә тора. Шундай ролдәребеҙ булғанға, сәхнәлә үҙебеҙҙе күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырғандарына ныҡ шатланам. Әйткәнем бар бит, уҡыған саҡта икенсе курсҡа тиклем һөнәремде дөрөҫ һайланыммы икән, тип уйланып йөрөнөм. Өсөнсө курста зиһенемә һөнәремде аңлау килде, хатта бар уҡытыусылар был үҙгәрешкә аптыраны. Хәҙер тормошомдо театрһыҙ күҙ алдына ла килтермәйем, төп героиняларҙы уйнайым, төрлө режиссерҙар менән эшләргә тура килә, был да профессиональ яҡтан үҫергә ярҙам итә.
Руслан Хайсаров: Ысынлап та, һөнәребеҙҙең нескәлектәренә төшөнөп, сәхнәнең тәмен тоя башлаған сағыбыҙ. Ролдәребеҙҙе күреп, абруйлы премияға тәҡдим итеүҙәре лә яҙмыштың беҙгә биргән бер мөмкинлеге. Тамашасы беҙгә үҙенең баһаһын биргән инде, шуға ла премияға лайыҡ булыусылар исемлегендә быйыл булмаһаҡ та, башҡа һәләтле коллегаларыбыҙ өсөн шат буласаҡбыҙ.

Шулай итеп...
Бөгөн тормош даирәһенең төрлө өлкәләрендә театр етди көрсөк кисерә, тип фекер йөрөтөүселәр байтаҡ. Көн һайын спектаклдәр барған репертуарлы театрҙар ил буйынса бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып барғанда былай тип әйтеү урынлылыр ҙа, бәлки. Әммә театр - ул хыял, был хыял менән киләсәк быуындар ҙа янасаҡ, сәхнә тип аталған мөғжизәле урын бөгөнгө геройҙарыбыҙ кеүек күп хыялыйҙарҙы үҙенә тартасаҡ әле. Йөрәктәрендә Бабич ялҡыны йөрөткән талантлы йәштәребеҙҙең Бабич исемендәге дәрәжәле исем йөрөтөүен дә күреп ҡыуанырға булһын. Сөнки тап улар башҡорт театрының бөгөнгөһө лә, киләсәге лә.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.08.15 | Ҡаралған: 1613

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru