«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘҒИТ АГИШ ХАҠЫНДА
+  - 

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивы фондында башҡорт яҙыусыһы Сәғит Агиштың шәхси фонды ла үҙ урынын тапҡан. Материалдар архив ҡарамағына 1984 йылда тапшырыла. Өс бүлектән торған күсермәлә 1939-1982 йылдарға ҡағылышлы булған мәғлүмәттәр тупланған. Бүлектәрҙең өсөнсөһө - яҙыусыларҙың, ҡәләмдәш дуҫтарының яҡты иҫтәлектәре, шиғырҙарынан торған өлөшө бигерәк ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле.

1984 йылдарҙағы иҫтәлегендә яҙыусы, әҙәбиәт ғилеме белгесе, ғалим Миҙхәт Ғәйнуллин былай тип яҙа: "Башҡорт әҙәбиәте һәм милли мәҙәниәтебеҙҙең күренекле эшмәкәрҙәре хаҡында иң күп һәм иң һәйбәт, файҙалы һәм кәрәкле иҫтәлектәр яҙған кеше - ул Сәғит Агиш булды. С. Агиш иҫтәлектәренең ҡиммәте шунда: ул хатта үҙе күренмәй ҙә, әммә иҫтәлек йөрөтөлгән кешене айырым характер үҙенсәлектәре менән тулыһынса күҙ алдына килтерә".
С. Агиш талантлы яҙыусы ғына түгел, йор һүҙле, оптимист кеше булараҡ та асыҡлана. Халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим үҙенең "Ул дәү кеше ине" тип аталған иҫтәлегендә яҙыусы тураһында былай тип яҙа: "Бер ваҡыт икәүҙән-икәү һөйләшеп ултырғанда Сәғит Агиш былай тине:
- Ауыҙыңда һүҙ тормай, тиҙәр миңә.
- Шулайыраҡ тиҙәр шул, - "тиҙәр" һүҙенә мин баҫым яһай төштөм.
- "Тиҙәрен" өҫтәмәһәң дә була инде. Үҙең дә шулай уйлайһың бит.
- Оя ситенә үк килеп, тышҡа башын һуҙған ас турғай балаһы шикелле, ысҡынырға ғына тора инде ауыҙыңдағы һүҙең, - тип тасируйлап ҡуйҙым мин.
- Һин шаяртма әле. Ауыҙымда һүҙ тормаһа ла, күңелемдә сер тора минең. Шулай ҙа кешегә әйтергә ярамаған сереңде миңә һөйләр булһаң, алдан киҫәтеп ҡуй. Мин уны үҙем дә тапмаҫлыҡ урынға йәшерермен.
Һәм шулай булды ла. Ғүмеренең һуңғы егерме биш йылында Сәғит ағай менән мин байтаҡ сер уртаҡлаштым, шиктәрем, борсолоуҙарым менән бүлештем. Шуларҙың береһе лә, мөгөҙ үҫтереп, ҡойроҡ тағып, имгәкләп үҙемә әйләнеп ҡайтманы…" Үҙенең иҫтәлегендә Мостай Кәрим Сәғит Агиштың ысынлап та оҫта, тапҡыр телле, аҡыллы булыуы хаҡында яҙа. Үҙенән өлкән яҙыусының һөйләгән мәҙәктәрен, фажиғәле һәм ғибрәтле әңгәмәләрен яҙып барырға булған, тип тә үкенә. Үҙеңдән алда донъя ҡуйған иптәштәрең, дуҫтарың, замандаштарың хәсрәт, мираҫ, аманат менән бергә үкенестәр ҙә ҡалдырып китә, тип әрней. Мостай Кәрим хәсрәттең һыуыныуын, мираҫтың заманға хеҙмәт итеүен, аманаттың быуынды-быуынға бәйләүен, үкенестәрҙең күңелде әрнетеп, намыҫҡа тыңғылыҡ бирмәүен һәм был тормошта һис бер нәмәнең бушҡа ғына килеп китмәүен билдәләп, яҙыусы Сәғит Агиш тураһында яҡты уйҙары менән бүлешә.
Башҡорт яҙыусыһы Ғәзим Аллаяровтың 1980 йылдарҙағы ҡулъяҙмаларында ла Сәғит Агиш тураһында әйтелә. Ул Ҡыйғы районының "Социализмға" тип аталған гәзитендә эшләп йөрөгән осоронда Сәғит Агиштың районға килеп әҙәбиәт һөйөүселәр, әҙәби түңәрәккә йөрөүселәр менән осрашыуҙар ойоштороуы хаҡында һөйләй. "Үткер ҡара күҙле, сапсан ғәҙәтле, асыҡ йөҙлө шаян яҙыусыны быға тиклем күргәнем генә бар ине, тик был юлы танышыу бәхетенә өлгәштем. Яҙыусы Сәғит Агиш ғүмере буйы хуш күңелле, алсаҡ, башҡаларға ярҙамсыл кеше булып ҡалды. Миңә ҡалһа, ул үҙенең йөрәгендә бер кемгә лә асыу йөрөтмәгәндер. Яҙыусылар союзына алыныуымдан күп йылдар элек Сәғит ағай миңә рекомендация яҙып тотторҙо. "Алырҙар. Алмаһалар, минең иҫтәлек итеп һаҡларһың", - тине ул йылмайып. Эйе, ул ҡиммәтле иҫтәлекте мин байтаҡ йылдар кеҫәмдә йөрөттөм, ә хәҙер инде йөрәгемдең түрендә һаҡлайым", - тигән юлдар һаҡланған Ғәзим ағай яҙмаларында.
"Күп йылдар буйына йыйылған кәрәкле ҡағыҙҙар араһында бик ҡәҙерле бер ҡомартҡы бар - ул 1947 йылда Сәғит Агиш ҡулы менән яҙылған рецензия", - тип, иҫтәлектәрҙе дауам итә билдәле драматург Әсғәт Мирзаһитов. Сәғит Агиш тарафынан уның "Бөйөк дуҫлыҡ" пьесаһына характеристика бирелә. Ул авторҙың матур образлы телгә эйә өмөтлө ҡәләм эйәһе булыуын билдәләй, был эш менән артабан да шөғөлләнергә кәңәш бирә.
Яҙыусы Сәғит Агиш тураһындағы архив материалдарының барыһына ла туҡталып бөтөрлөк түгел, уларҙың һәр ҡайһыһы ҡыҙыҡлы һәм һәр ҡайһыһы тарихи әһәмиәткә эйә. Яҙыусының шәхес булараҡ үҙенсәлекле холҡон, килешмәгән хәлдәргә ҡарата йомшаҡ ҡына әйткән булып та, үткер итеп көлөп ҡуйыуын, ауыр саҡтарҙа күңел көрлөгөн юғалтмауын, тышҡы ҡиәфәтен, кәүҙәһен, үҙен тотошон күҙ алдына килтерергә мөмкинлек биргән был үҙенсәлекле фонд материалдары бөгөн дә йәш быуын ғалимдарын, яҙыусыларын, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра һәм шәхескә арналған мәғлүмәттәр менән тулылана бара.

Луиза ҒИНИӘТУЛЛИНА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архив мөдире.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.08.15 | Ҡаралған: 1476

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru