«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТРАДИЦИОН ИСЛАМ БАРМЫ?
+  - 

Иҫ белгәнемдән алып өләсәйемдең "Аллаһы Тәғәлә бар һәм бер", тигәненә инанып үҫтем. Ул дин тыйылған замандарҙа ла Аллаһҡа һыйынып һәм һығынып йәшәне, уның үҙе белгән, ата-әсәһенән, ололарҙан тапшырылған ҡанундарын теүәл үтәргә тырышты. Ләкин мин уның ауыҙынан бер ваҡытта ла динде милләткә ҡарап та, башҡа атамалар ҡушып та бүлгеләүен ишеткәнем булманы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты Мосолман мәғарифын үҫтереү буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Рәсәй мосолмандарының Үҙәк һәм Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараттары менән берлектә ойошторған "Традицион ислам: төшөнсәһе, асылы, йөкмәткеһе" тип исемләнгән ғилми-ғәмәли семинарында ҡатнашыусы дин белгестәре һәм ғалимдар был йәһәттән төрлө фекер белдерҙе.

Ғәмәлдә, Ислам төшөнсәһе үҙе үк бер бөтөндө аңлата, әммә унда төрлө йүнәлештәр барлыҡҡа килеү сәбәпле, хаҡ динде башҡаларынан, бигерәк тә радикаль йүнәлешлеләренән айырыу өсөн телебеҙгә "традицион ислам" тигән атама мәжбүри рәүештә килеп инде. Сөнки хаҡ диндә ҡан ҡойоу, кеше ғүмерен өҙөү, көс ҡулланыу бөтөнләй ят күренеш булһа, уға яңы идеология индереүселәр быларҙың барыһын да ғәҙәти күренеш тип һанай һәм ошо йәһәттән көслө пропаганда алып бара. Семинарҙа ҡатнашыусылар белдереүенсә, йәштәр уларҙың өндәүенә, пропагандаһына ҡаршы тора алмай, яуап бирергә ғилемдәре етмәй һәм, һөҙөмтәлә, махсус әҙерләнгән профессиональ агитаторҙар, пропагандистар ике юл сатында ҡалған йәш быуынды үҙе артынан эйәртергә лә күп һорамай. Бәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙистәренең береһендә диндәрҙең, шулай уҡ үҙ өммәтенең дине лә 73 фирҡәгә бүленәсәген белдергән һәм шуларҙың береһенән башҡалары утта янасаҡ, тигән. Ә инде тамуҡтан ҡотоласаҡ төркөмдөң кем икәнлеген һорағас, ул: "Бөгөн мин һәм минең арҡаҙаштарым ниндәй юлда, шул юлды дауам итеүселәр", - тип яуаплаған.
Ошо ысынбарлыҡты күҙ уңында тотоп, бөгөн дин әһелдәре, ғалимдар йәмғиәт өсөн файҙалы булған йүнәлеште һайлап, мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе башҡа тайғаҡ юлдарҙан аралап ҡалырға тырыша ла инде. Был йәһәттән республикала өс кимәлле ислам мәғарифы системаһы: мәсеттәр ҡарамағындағы курстар, мәҙрәсәләрҙә уҡыу һәм Ислам университеттарында белем алыу, белем камиллаштырыу системаһы булдырылған. Был хаҡта үҙенең сығышында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты Рәсәй Ислам университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры Ринат Кәлимуллин бәйән итте. Уның билдәләүенсә, был мәғариф системаһының беренсе кимәле - профессиональ ислам белеме биреү, икенсеһе - юғары ислам белеме биреү, өсөнсөһө - белемде арттырыу, камиллаштырыу. Был өс кимәлле белем биреүҙең төп маҡсаты булып шәхесте үҫтереү, уны диндәге хаҡ (урталыҡтағы) юлға яҡынайтыу тора.
Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалы профессоры Марат Яҡупов ислам динен өс йүнәлешкә: урталыҡта торған хаҡ исламға, либераль (азат) исламға һәм сәйәси исламға бүлде. Хаҡ ислам - Бәйғәмбәребеҙ дине, уның юлы. Либераль ислам хәүеф тыуҙыра, сөнки ул Ҡөрьән уҡы, Бәйғәмбәребеҙҙе таны һәм үҙең теләгәнсә йәшә, мәҫәлән, намаҙ уҡырға теләмәйһең икән - уҡыма, тип раҫлай. Сәйәси ислам - ул ҡан ҡойош, һуғыш, ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе.
Өфө ҡалаһының "Ихлас" мәсете имам-хатибы Мөхәмәт Ғәлләмов милли математика, милли ҡабатлау таблицаһы булмаған кеүек, милли, Рәсәй исламы булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Милли ислам тураһында һүҙ күтәреүселәр, ғәҙәттә, территориаль бүленештән сығып фекер йөрөтә. Уларҙы кемдеңдер ҡулланылышҡа индереп ебәреүе генә шарт һәм был йәмғиәттәге ниндәйҙер бер сәйәси алым да булып торған кеүек. Нисек кенә булмаһын, Мөхәмәт Мостафа улы билдәләүенсә: "Дин - ул милләтте һаҡлаусы. Туған телеңде белмәй тороп, динеңде белергә, яратырға мөмкин түгел. Бәйғәмбәребеҙ ҙә: "Балаларға телде өйрәтмәгеҙ, уны һөйҙөртөгөҙ", - тип юҡҡа әйтмәгән".
Сығыш яһаусылар диндең һәм уны өйрәнеүҙең төрлө аспекттарын ҡараны, шулай ҙа төп һорауға аныҡ яуап эҙләүселәргә Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре Руслан Ҡарамышевтың сығышы ниндәйҙер кимәлдә асыҡлыҡ индерер, моғайын. "Традицион ислам тигәндә, тәү сиратта, "Нимә ул традиция?" тигән һорауға яуап эҙләйек. Ҙур совет энциклопедияһында аңлатылыуынса, традиция - оҙайлы ваҡыт айырым йәмғиәттә, синыфтарҙа һәм социаль төркөмдәрҙә һаҡланған һәм быуындан-быуынға тапшырылған социаль һәм мәҙәни мираҫ элементтары; улар социаль мираҫ (матди һәм рухи ҡиммәттәр) объекттарын; социаль мираҫ процестарын, уның ысулдарын үҙ эсенә ала. Традиция булып йәмғиәттә билдәләнгән ҡағиҙәләр, үҙ-үҙеңде тотоу нормалары, ҡиммәттәр, идеялар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар һ.б. тора. Ошо күҙлектән ҡарағанда, был аңлатмаға традицион ислам тап килә. Әммә совет власы йылдарында бик күп традициялар, шул иҫәптән дини йолалар ҙа онотолоуға дусар ителеп, өҙөлөп ҡалды. Мосолмандарҙың динде хәҙерге тергеҙеүе - ул яңы традиция, әммә ул совет власы йылдарындағы традициялар менән тап килмәй. Дин әһелдәре араһында ла традицион ислам тураһында фекерҙәр тап килмәй".
Руслан Дияс улы белдереүенсә, Рәсәйҙең бер генә законында ла традицион ислам тураһында һүҙ юҡ. Былтыр ҡабул ителгән 2025 йылға тиклемге экстремизмға ҡаршы тороу стратегияһында ла экстремизмға ҡаршы эшләүсе төбәк ойошмаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, Рәсәйҙең традицион ҡиммәттәре, традицион конфессиялар тураһында һүҙ бар, әммә традицион ислам тураһында һүҙ юҡ. Шулай уҡ дин дәүләттән айырылған һәм бер генә дин дә мотлаҡ тип көсләп тағылмай, дин тотоу һәр кемдең ихтыярында, улар барыһы ла закон алдында, юридик киңлектә тиң хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта традицион ислам тигән термин индерелгән бер нисә проект бар, әммә улар ҡабул ителмәгән. Йәғни, төптән уйлап ҡарағанда, ислам - ул донъяуи дин, сөннәт һәм Рәсәй исламы, традицион ислам тигән төшөнсә юҡ, ә ул бары тик идеологема. "Идеологема - халыҡтың үҙаңын формалаштырыусы ҡараштар һәм күҙаллауҙар берлеге булараҡ, йүнәлеш биреүсе һәм туплаусы идеологияның бер өлөшө. Идеологема дәүләттең хакимлыҡ итеүсе социаль төркөмөнөң мәнфәғәте һағында тора. Ул сәйәсәт һәм сәйәси прагматика менән бергә үҙгәрә. Әгәр бөгөн традицион ислам идеологема булып тора икән, ул ҡайҙалыр теркәлергә тейеш, - тине Руслан Ҡарамышев. - Әлегә был билдәләмә лә аныҡ түгел, ул төрлөсә ҡабул ителә һәм унда миллилек күренеше лә төҫмөрләнә. Шуға ҡарамаҫтан, был терминды теркәү һәм уны артабан аңлы рәүештә ҡулланыу ихтыяжы бар. Бөгөн, Көнбайышта һәм Көнсығышта күҙәтелгән ваҡиғалар фонында Рәсәй исламы, традицион ислам тотороҡлолоҡ флагманы булып торорға, дин дәүләттең социаль партнерына һәм союздашына әйләнергә тейеш".

Шулай итеп...
Йәмғиәткә Рәсәйҙең традицион исламы кәрәкме? Эйе, кәрәк, әммә ул дөйөм бер ҡарашты, йүнәлеште күҙалларға тейеш. Бында инде йөктө ян-яҡҡа тартырға түгел, ә йәштәрҙе традицион структураға ылыҡтырыу буйынса бер йүнәлештә эшләү зарур. Йәштәргә һәр саҡ революцион идеялар, тормошто, тирә-яҡ мөхитте үҙгәртеү теләге хас. Уларҙың ошо ташып торған энергияһын кирегә, емереүгә түгел, ыңғай яҡҡа, төҙөү, булдырыу йүнәлешенә бороу өсөн кәрәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.08.15 | Ҡаралған: 1383

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru