«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИБАЙҘАР БАЙРАМ ИТТЕ...
+  - 

Уҙған шәмбе Сибай ҡалаһы үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ҡала халҡының шатлығын уртаҡлашырға һәм тантана менән ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та килгәйне. Ул Сибайҙың Урал аръяғының баш ҡалаһы, уның иҡтисади, мәҙәни һәм мәғариф үҙәге булырға хаҡлы рәүештә лайыҡлы, тап шуның өсөн дә республиканың өстән бер өлөшөн алып торған ҙур бер субтөбәктең "локомотивы" роле уйнауын билдәләп, ҡала үҫешенә ҙур өлөш индереүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Сибайҙың тау байлыҡтары һәм төҫлө металлургия тармаҡтары предприятиелары тарафынан 2011 йылдан алып 6 миллиард һум инвестицияланған, яңы 400 эш урыны барлыҡҡа килгән. Сибай элеваторында яңы тирмән эшләй башлауы күрше райондар өсөн дә иген үҫтереү күләмен арттырыуға стимул булып тора. Бында йылына 76 мең тонна он тарттырырға мөмкин. Ошо һәм башҡа проекттар тап бынан биш йыл элек ҡабул ителгән Урал аръяғын үҫтереү программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Уҙған арауыҡта йыллыҡ инвестиция күләме ике миллиард һумдан артып киткән, ҡаланың бюджетҡа индергән үҙкилеме 36 процентҡаса үҫкән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ла ҙур өмөт бағлана. Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, комплекслы программа 2020 йылға тиклем оҙайтыласаҡ. Программа тормошҡа ашырылыу осоронда әллә ни артыҡ һикереш булмаһа ла, был барыбер алға яһалған аҙымға тиң, сөнки ул төбәктәге хәл-торошто тотороҡландырырға, яңы эш урындары булдырырға, инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек асты. Бөгөн бында уртаса эш хаҡы, һалым һәм һалым булмаған килем, бюджет тәьминәте арта, эшһеҙлек күрһәткесе уртаса республика күрһәткесенән кәмерәк. Ҡыҫҡаһы, Урал аръяғы үҫешендәге тотҡарлыҡтар яйлап хәл ителә бара. Бөгөн субтөбәктә 8 мең эш урыны булдырылған, төп капиталға инвестициялар 50 миллиард һум тәшкил иткән. Бюджет инвестициялауы 5,5 миллиард һум тирәһе. 435 километр юл, 14 күпер һалынған һәм ремонтланған. Төбәк аграрийҙарына ярҙамға 2 миллиард һум йүнәлтелгән. Республика һәм федераль бюджеттан финанслау шарттарында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында дүрт йылда Урал аръяғына 234 миллион һум йәлеп ителгән. Әммә...
- Үҙәктең ҙур ярҙамына ҡарамаҫтан, урындағы власть органдары эшлекле команда туплай, теге йәки был мөһим йүнәлешкә квалификациялы менеджерҙарҙы һәм башҡарыусыларҙы һайлай алманы. Һөҙөмтәлә программала планлаштырылғанса, төбәктең фәнни-техник һәм инфраструктура ҡеүәтен сифатлы итеп нығытып, шулай уҡ проблемалы райондарҙа бәләкәй, урта һәм эре эшҡыуарлыҡтың баланслы үҫешенә өлгәшеү мөмкин булманы, - тине дәүләт Башлығы. - Бында, тәү сиратта, урындағы инвесторҙарға таянырға кәрәк. Улар урындағы иҡтисадтың үҙенсәлеген, халыҡтың менталитетын белә, төбәк иҡтисады артабан үҫешә алырлыҡ нигеҙҙе тәшкил итә. Беҙгә үҙен крайҙың патриоты итеп тойоусылар, тимәк, аҡыллы һәм ышаныслы инвесторҙар кәрәк. Ә беҙҙә иң мөһим сифат юҡ - кешеләргә таянмайбыҙ, улар менән эшләмәйбеҙ. Беҙ, чиновниктар һымаҡ, йыйылышабыҙ, отчет бирәбеҙ, графиктар төҙөйбөҙ, ә кешеләр ҡайҙа? Графиктар артында кешеләр күренмәй, халыҡ, йәмәғәтселек әүҙемлеге юҡ.
Рөстәм Хәмитов республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына "хаталар өҫтөндә эшләп", программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен анализларға ҡушты. Бынан тыш, һигеҙ муниципалитет буйынса кем мөмкинлектәрҙе яҡшы файҙаланған, кем үҙен яҡшы күрһәткән һәм нимәлер эшләгән, кем үҫеш өсөн хатта ҡыл да ҡыбырлатмаған - һәр күрһәткес буйынса рейтинг эшләргә йөкмәтте. Артабан инде хакимиәт башлыҡтары менән индивидауль эш алып барыласаҡ.
Кемдер Сибай ҡалаһы юбилейын байрам тип кенә ҡабул итһә, етәкселек өсөн байрамдар - эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау, киләсәккә пландар билдәләү сараһы ул.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.08.15 | Ҡаралған: 1105

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru