«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕ БЕР БӘХЕТ БИТ ТЫУҒАН АУЫЛ, ТЫУҒАН ЙОРТОҢ БУЛЫУ
+  - 

Ауылдаштарҙы осраштырып, ырыуҙаштарҙы, туғандарҙы үҙ-ара таныштырыу ниәтендә ойошторолған матур байрамдарыбыҙ байтаҡ. Һабантуйҙар, "Һаумыһығыҙ ауылдаштар!", "Шәжәрә байрамы" шулар рәтендә. Әлшәй районында ла быйыл шәжәрәләрҙе, тамырҙарҙы барлау, яҡташтарҙы, тамырҙаштарҙы бергә туплау маҡсатында 15 ауылдың түңәрәк юбилейына арналған байрам саралары үтте.

Был "юбилярҙар" араһына Иҙрис ауылы ла ингән. Уға нигеҙ һалыусы Иҙрис Моңаш улы XVIII быуатта йәшәгән, ауыл да шул быуаттың 70-се йылдарында рәсми теркәлеү үткән. 1795 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Иҙрис ауылы 11 йорттан торған, 68 кеше йәшәгән. Бөгөн ул 155 йорттан торған ҙур ауыл. Ауылдарҙың киләсәге булһын өсөн бында йәшәгән халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, ауыл тормошон йәнләндереү, бөтә проблемаларҙы күмәкләп, бергә йыйылып хәл итеү мотлаҡ, ти Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов.
- Тыуған ауылын күрергә ҡайтҡан кеше тәү сиратта атай йортона килә, зыяратты барып күрә, мәктәпкә һәм мәсеткә инеп сыға. Шуның өсөн дә был байрамда беҙ һабантуй ярыштары үткәреп торманыҡ, төп иғтибарҙы ауыл тормошона, уның халҡына йүнәлтергә булдыҡ. Эшкә үҙебеҙ башлап тотонмаһаҡ, беҙгә береһе лә ситтән килеп ярҙам итмәҫе билдәле. Ауылдағы рухи тәрбиә, әхлаҡ, иман мәсьәләләрен хәл итергә ныҡлап тотонған "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының матур башланғысына ир-егеттәр ҙә әүҙем ҡушылырға тейеш. Сөнки ир-уҙамандар ғына хәл итә торған, уларҙың ғына ҡулынан килгән эштәр була. Иҙрис ауылының юбилейы уңайынан үткәрелгән байрам ауылдаштарға эштәренән бер аҙ арынып, туған-тыумасаларын саҡырып, бергә йыйылғанда бер төптән эшләргә өйрәтеү маҡсатын да күҙ уңында тота, - ти Закуан Зөфәр улы.
Иҙрис ауылының юбилей байрамын ойоштороусылар талантлы ауылдаштары сығыштарынан торған йөкмәткеле концерт барышында алдан иғлан ителгән "Матур йорт", "Матур баҡса" конкурстары һөҙөмтәләре буйынса ауылдың ете урамынан өлгөлө хужа-хужабикәләргә иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Оло йәштәге хеҙмәт ветерандарына фиҙаҡәр эштәре, әле лә йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны. Әйткәндәй, Иҙрис ауылында 40, 45, 50, 55 һәм 60 йыл бергә татыу ғүмер иткән ғаиләләр күп икән, уларҙы ла бөтә ауыл халҡы менән сәхнә түренә мендереп тәбрикләнеләр. "Бүләктәр менән шәхси эшҡыуарҙар Нияз Алтынғужин, Ринат Зарипов, Рим Исламовтар ярҙам итте, оло рәхмәт уларға, - тине Әлшәй районының "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Рәйсә Мөфтиева. - Ғөмүмән, ошондай саралар, маҡтаулы кешеләргә иғтибар һәм бәләкәй генә булһа ла бүләктәр ауыл тормошона йәм, рух өҫтәй, халыҡҡа тағы ла дәртләнеберәк донъя көтөргә, күңелдәрен үҫтерергә бер стимул булып тора..."
Иҙрис халҡы былай ҙа тырышлығы, эшсәнлеге һәм ауылының киләсәген хәстәрләй белеүе менән дан алған. Бөтә ил буйынса колхоздар бөлгөнлөккә төшкәндә лә, бында "Сәләмәт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә ауыл хужалығы һаҡлап ҡалынған, ауыл кешеһенә эш урындары бар. Ауыл эргәһендәге тауҙан сығарылған ташҡа ла иҙристәр үҙҙәре хужа булып алған, урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр гөрләй. "Әле ошо байрам айҡанлы район хакимиәтенән матди ярҙам булараҡ бүленгән 100 мең һум аҡсаға ла Үҙәк урамға таш түшәтеп, юлды тәртипкә килтерә башланыҡ. Ауыл кешеһе үҙе битараф булмаһа, һәр эштә лә уңыш ҡаҙанырға мөмкин. Иң мөһиме, бер уйҙа булыу, дәррәүлек, рух һәм тырышлыҡ кәрәк", - ти ауылдаштарының һәр береһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе ауыл старостаһы Светлана Сәйетова. Әйтергә кәрәк, ауылдаштар үҙ көсө менән яңы мәсет бинаһы төҙөгән, ул тиҙҙән асылырға тора.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Байрамға йыйылыусыларҙың йөҙҙәренә бағып, һүҙҙәрен тыңлап, шундай һығымтаға киленде: үҙ ауылың, тыуған йортоң булыуы, тамырҙарың ныҡлығы - оло бәхет икән барыбер. Тик ошо бәхеттең ҡәҙерен белеп, ҡамғаҡ кеүек донъя буйлап таралып китмәй, илен, телен, киләсәген, ауылдарын ҡурсалауҙы йәшәү рәүешенә әйләндереп донъя көтһә ине милләттәштәр. Шул осраҡта ауылдар юғалмаҫ, Иҙрис ауылы кеүек быуат-быуат юбилейҙарын билдәләп йәшәй бирер.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.08.15 | Ҡаралған: 1340

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru