«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР НИНДӘЙ УЙЫН УЙНАЙ?
+  - 

Теге йәки был һәләтте һиҙепме, әллә ҡыҙыҡ күрепме, өлкәндәр "Ҙурайғас кем булаһың?" тигән һорауҙы беҙгә йыш бирә ине. Ҡыҙҙарҙың күбеһе - уҡытыусы, врач йә һатыусы, малайҙар тракторист, водитель йә осоусы булырға хыяллана ине.

Уйнағанда ла ошо һөнәр эйәләре булып уйнай инек. Үҙебеҙҙән кескәйерәктәрҙе һанарға, уҡырға, яҙырға өйрәтәбеҙ. Билдә ҡуйырға журналыбыҙ, таҡтаға яҙырға аҡбурыбыҙ, указкабыҙ була торғайны. Уҡытыусы булып уйнаһаҡ, мотлаҡ иренде ҡәләм йәки буяу менән ҡыҙылға буяйбыҙ, ауылда ирен буяған берҙән-бер кеше - уҡытыусыны күргәнгәме, ул фәҡәт ирен буярға тейеш тип уйлағанбыҙ булһа кәрәк.
Врач булып уйнаһаҡ, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән медицина ҡорамалдары эшләйбеҙ, укол яһайбыҙ, температура үлсәйбеҙ. "Ауырыу", әлбиттә, арабыҙҙағы иң бәләкәйе. Уның бөтә роле ауырыуға һабышып ятыу, сөнки беҙгә, өлкәнерәктәргә, шулай уңайлы. Ята торғас йоҡлап китһә, тағы ла һәйбәтерәк - мыжыған кеше юҡ, иркенләп уйнайһың.
"Өй" яһап уйнамағандар бик һирәктер. Ултырғыстарҙы теҙеп йәки өҫтәлде карауат япмаһы менән ҡороп, "өй" эшләйһең, ҡунаҡҡа саҡырышаһың. Өйҙө болартаһығыҙ тип әрләгән кеше юҡ, өлкәндәрҙең үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте. Әсәй-атай, йәғни ирле-ҡатынлы булып та уйнайбыҙ. Бындай уйындар ялҡытып ебәрһә, өйҙә булһаҡ, "Һәпәләк", "Йәшенмәк" йәки башҡа зирәклеккә, отҡорлоҡҡа уйындар башлана ине, тышта иһә - "Баҫтырыш", шулай уҡ "Йәшенмәк", "Аҡ тирәк, күк тирәк", футбол, волейбол, "горитуп", икенсе төрлө әйткәндә бура һуғыу. Ә күпме һанағыс яттан белә инек: "Бер бабай юлға сыҡҡан. Тәгәрмәсе боҙолған. Уны йүнәтер өсөн нисә сөй кәрәк булған?" йәки "Шла кукушка мимо леса. А за ним три балбеса. Кук-ма, кук-ма - убирай один кулак".
Яҙын йылға аръяғы ҡарҙан әрселеү менән күрше-тирәнең бөтә балалары шунда йыйыла. Һәр өйҙә дүртәр-бишәр, етешәр-һигеҙәр бала. Кесерәктәр ҙурҙарға ҡарап, командала уйнарға, апайҙары, ағайҙары өсөн "көйөргә", өлкәнерәктәр - бәләкәйҙәрҙе, көслөләр көсһөҙөрәктәрҙе хәстәрләргә, ярҙам итергә өйрәнде.
Ә бөгөнгө балалар ниндәй уйындар уйнағанына иғтибар иткәнегеҙ бармы? Дөрөҫөн әйткәндә, уйнамайҙар бит улар, үҙ-үҙҙәренә йомолалар, сөнки хәҙер бөтәһенең дә өйөндә компьютеры, уйын приставкаһы, планшеты бар. Һәр кем тыныс ҡына үҙ мөйөшөнә барып ултыра ла компьютерға тексәйә, иң мөһиме - бер кем дә ҡамасауламаһын. Балаһы - ата-әсәһенә, ата-әсәһе - балаһына.
Балалар уйнаған уйынды атай-әсәй үҙе уйнап ҡарағаны йәки уйын барышын күҙәткәне бармы икән? Унда төҙөү, яһау, нимәлер эшләү кеүек ижадилыҡ талап иткән уйындар бик һирәк, булһа ла, улары иң бәләкәстәр өсөндөр, бәлки. Күберәге - емереү, үлтереү, юҡ итеү, еңеү, ҡасыу, баҫтырыу, тотоу, атыу, ватыу бит уларҙың. Вампир, зомби йәки терелгән мәйет, башҡа төрлө тормошта булмаған ҡурҡыныс мифик заттар образына инеүҙәр. Был уйындар психик яҡтан нығынып өлгөрмәгән балаларҙа емереү, ватыу, еңеү, юҡ итеү кеүек теләктәрҙән башҡа бер нәмә лә тәрбиәләмәй. Ошондай уйындар уйнаған балаларҙың күбеһе эргә-тирәһендәгеләргә тупаҫ, яндырай, тиҙ ҡыҙып барыусан, үсексән, түҙемһеҙ булыуы күҙәтелә. Миҫалға күптән түгел осратҡан күренеште килтереп үтәм. Танышыма ингәйнем, әмәлгә ҡалғандай, үҫмер улын дәрес әҙерләргә ултырта алмай аптыраған мәлгә тура килдем. Сит кеше бар тип тә уйламай, әсәһе менән телләшә: "Дәресеңде ҡара, дәресеңде ҡара тиеүегеҙ менән туйҙырҙығыҙ инде. Уйнап бөтәм дә әҙерләйем тинем бит!.." Ипләп кенә нимә уйнағаны тураһында һорашам, ҡараһаң, бөтәһе лә аңлашыла ул, тине лә, уйынын дауам итте. Баҡтиһәң, ул - ниндәйҙер супермен. Үҙе күренмәй, ә ҡулындағы бысағы ғына ялт-йолт итә. Аҙым һайын төрлө мөйөштән килеп сыҡҡан тере мәйеттәрҙе теге донъяға оҙатыу икән уйындың маҡсаты. Саҡ ҡына иғтибарһыҙлыҡ күрһәтһәң, осло тештәре күренгән ҡанһыраған ауыҙҙарын асып, зомбиҙар үҙҙәре уға ташлана. Үҫмерҙең тексәйеп, көсөргәнешле ултырыуынан күҙе ҡыҙарған, йөҙө асыулы. Был уйын балала ниндәй тойғолар уятҡанын, ниндәй сифаттар тәрбиәләгәнен үҙегеҙ аңлағанһығыҙҙыр инде.
Яңыраҡ балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән танышым балаларҙың коллективта, командала уйнай белмәүе тураһында зарланып һөйләп торҙо. Коллективта уйнарға ҡайҙа өйрәнһен улар? Хәҙер бит ғаиләләрҙең күбеһе бер йәки ике генә балалы. Ҡайҙан һәпәләк, йәшенмәк уйнай белһендәр? Ысынъяһау итеп йыйыштырылған өйҙә нисек баҫтырыш уйнаһындар? Ҡайҙа инде ул күршенең балаһын индереп уйнатыу? Ҡиммәтле люстра ватылмаһын, затлы келәм, йыһаз бысранмаһын тиһәң, ысынлап та, иң яҡшыһы - балаларҙың компьютерға йәки уйын приставкаһына тексәйеп ултырыуы инде. "Баҡсаға йөрөй башлағандарға ябай ғына уйындарҙы, физик күнекмәләрҙе саҡ өйрәтеп алабыҙ, балаларҙың уларға хәтере лә, теләге лә юҡ. Уның ҡарауы, компьютер уйындарының ниндәйҙәрен генә белмәйҙәр", - ти танышым.
"Тормоштан артта ҡалаһың, ниндәй һәпәләк, ниндәй йәшенмәк ти ул бөгөнгө заманда?" - тиер кемдер. Эйе, балаларыбыҙ, һис шикһеҙ, алға ҡарап йәшәргә, заман менән бергә атларға тейеш. Ярай, беҙ уйнап үҫкән уйындарҙы уйнамаһындар ҙа, ти. Әммә 3-4 сәғәт буйы компьютер уйыны уйнап ултырған бала һәр атай-әсәйҙе һағайтырға тейеш. Интернетта уйнап еңелеп, үҙ-үҙенә ҡул һалған үҫмерҙәр аҙ булманы бит үткән йылдарҙа...

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.08.15 | Ҡаралған: 1335

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru