«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗЫЯРАТТАРЫҒЫҘҘЫ КИҢӘЙТЕГЕҘ. ЭСКЕЛЕК БЕҘҘЕ ЕҢӘ БАРА ТҮГЕЛМЕ?
+  - 

Күптән түгел ауылым зыяратына инеп сығырға тура килде. Ҡәберлек тулған. Күп кенә ауылдаштарым, таныштарым, шап-шаҡтай, емереп донъя көтөрҙәй, балалар үҫтерерҙәй ир-егеттәр ята һыуыҡ ер ҡуйынында. Фотоһүрәттәре, исем-шәрифтәре генә ҡалған ҡәбер таштарында. Ә уларҙың яҡты донъяларҙы ҡалдырыу сәбәбе - эскелек.

Ни булды һуң был донъяға? Төн урталарына тиклем урамда араҡы, һыра һемереп, һүгенеп ҡыҙҙар, егеттәр йөрөй. Улар 30 йәшкә тиклем спиртлы эсемлектәрҙан һаҡ булырға тейеш ине лә бит. Тик дошмандарҙың һәр төрлө замана телекоммуникациялары аша йәмғиәт ҡоролошон, рухи сәләмәтлекте емерергә өндәгән пропагандаһы ата-әсә, мәктәп тәрбиәһенән көслөрәк булып сыҡты. Сит ил йәмәғәтселеге лә Рәсәй дәүләтен емерергә тырышып ята. Уларҙың маҡсаты билдәле инде. Америка сенаторы У. Даллес 1949 йылда сенатта былай тип сығыш яһай: "... Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ - СССР-ҙы тарҡатыу, унда йәшәгән халыҡтарҙы урыҫҡа һөсләтеү, иҡтисадын хәлһеҙләндереү. СССР халыҡтарын тик араҡы, тик эскелек, тәртипһеҙлек ярҙамында ғына еңеп буласаҡ. Ошо осраҡта ғына уларҙы тубыҡтарына теҙләндерә алабыҙ. Һуңынан тубыҡтарын яҙа алмаһындар өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ". Ә инде АҠШ-тың экс-президенты Б. Клинтон посынан киткән саҡта шулай тип һөйөнсөләне: "... мин СССР-ҙы тарҡатыу бәхетенә ирешә алдым, инде тыныс күңел менән ялға китһәм дә була".
Дошманыңды еңгең килһә, уға араҡы эсер, ти көнсығыш әйтеме. Эйе, һәр төрлө телекоммуникациялар саралары аша формалашып та өлгөрмәгән йәш аңдарҙы рухи яҡтан ғәрипләйҙәр - уны беҙҙең ил ағалары күрмәй. "Тау халыҡтарына һеҙ ғәскәр ебәрмәгеҙ, араҡы ебәрегеҙ..." тигән Пестель тигән декабрист. Шул дөрөҫкә сыға бөгөн.
Илебеҙҙең һәр мөйөшөнә, һәр тарафҡа, һәр беребеҙгә, тыуған һәм хатта тыумаған сабыйға тиклем иҫәпләп, спиртлы эсемлек индереп тултырҙылар. Алкоголле эсемлек эсеүҙе нормаль, ғәҙәти күренеш тип күндерҙеләр. Шараптарҙы сағыу рекламалар аша таратырға рөхсәт ителде. Уның килеменән эшҡыуарҙар икешәр-өсәр ҡатлы өйҙәр һалды, ҡыйбатлы сит ил машиналары һатып алды. Ә хөкүмәт эскелек баҙарынан килгән килемдән пенсия, балалар пособиеһы түләй. Ошо хәл йән өшөткөс парадокс түгелме ни?
Тарихҡа күҙ һалайыҡ эле. 1742 йыл. Павел II яҙған йәшерен доктрина. "Спиртлы эсемлек илдәге халыҡ һанын көйләп тороусы иң көслө сара", тиелгән унда. Романовтарҙың тәүге быуыны хакимлыҡ иткән замандан халыҡҡа эскелек көсләп индерелгән. Хатта эсмәҫкә өндәүселәрҙе төрмәгә япҡандар, язалағандар. Халыҡ аңы формалаша башлағанға тиклем халыҡ һанын, һәр төрлө һуғыштар ойоштороп, көйләп кенә торғандар. Хәҙер иһә халыҡ һанын спиртлы эсемлектәрҙе күпләп етештереп, кибеттәргә таратып, рекламалар ойоштороп, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барған кешеләрҙең ауыҙын томалап, төрлө емерткес, ғәҙелһеҙ реформалар үткәреп, йәмәғәтселекте көслө нервылар көсөргәнешендә тотоп көйләү күпкә һөҙөмтәлерәк булып сыҡты. Бөгөн Рәсәйҙә эскелек арҡаһында йыл һайын бер миллиондан артығыраҡ кеше үлеп тора.
Ғөмүмән, иң ҡурҡынысы шунда: атаһы ла, әсәһе лә эскән балаларҙың - 100, икеһенең береһе эскәндәренең - 70, туғандары ғына эскәндәренең 30 проценты эскелеккә тартыла. Был минең генә түгел, ә ғүмер буйы наркоманлыҡ проблемаларын тикшергән ғалимдар фекере. Был аксиома. Табиптарҙа бер әйтем бар: "Эскән ир үҙенең ейәненең бауырын һатып эсер булыр". Сөнки эскән атай спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы гендар, күҙәнәктәр кимәлендә ғәҙәти хәлгә әүерелдерә һәм үҙ нәҫеленә ген көсһөҙлөгө, быуындан-быуынға күсә торған ауырыуҙар бүләк итә. Икенсе төрлө әйткәндә, эскелектә яралған баланың йүне, рәте булмай.
Спиртлы эсемлек. Нимә ул? Этанол тип атала ул. Формулаһы - С2Н5ОН. Турбореактив самолеттар яғыулығы, химия сәнәғәте сеймалы - ер йөҙөндә нимә серей, шул спирт бүлеп ҡалдыра. Көмөшкә ҡайнатҡанда ла иң тәүҙә 77-78 градуслы этанол бүленә, унан юғарыраҡ температурала изобутил, пропил, амил, метанол спирттары бүленеп сыға. Уларҙан машиналар өсөн тормоз шыйыҡлығы, моторҙар һыуытыр өсөн шыйыҡлыҡ эшләйҙәр. Был спирттар быуға әйләнеү, яныу, шартлау һәләтенә эйә. Органик химияла иң ҡурҡыныс матдәләр иҫәбендә улар. Этанол наркотиктар реестрында теркәлгән. Унда шундай юлдар бар: "Иҫкәрмә: этил спирты тиҙ тоҡана торған төҫһөҙ шыйыҡлыҡ, үҙенсәлекле еҫле, иң көслө наркотиктар иҫәбенә инә..." Һәм шунда уҡ: "...Наркотиктар араһында алкоголь - иң киң таралғаны. Көсө буйынса опий һәм гашиш унан һуң тора..."
Мәскәүҙә эскелек проблемалары менән шөғөлләнгән бер ғалимға интернет аша һорау бирҙем: "Алкоголде ризыҡ йә дарыу итеп ҡабул итәләр, быға һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?"
- Әгәр алкоголь кешегә файҙалы булһа, алкоголь һөйөүселәр 25-30 йылға иртәрәк үлмәҫ ине. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыусылар бер ҡасан да һау булмаҫ. Сөнки алкоголь - һыра, шарап, араҡы булһынмы, кеше организмында емергес эш алып бара, уның ресурстарын яндыра, - тигәйне ул. Артабан уның әйткәндәрен руссалап еткереү урынлыраҡ булыр:
- ...алкоголь - это наркотик, наркотический яд нервно-паралитического и нервно-токсического действия. Разве протоплазмический, внутриклеточный яд - алкоголь - может быть продуктом? Хотите жить - не пейте, вам что, в рот наливают?
- Ведь в магазине...
- Дорогие мои, а вот почему они расставлены в магазинах, догадайтесь сами...
Мин аңланым. Алкоголь баҙарында миллиардлап аҡса өйөрөлә. Уның килеме ярҙамында ил синыфҡа бүленә, пенсия, балалар аҡсаһы түләйҙәр. Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: араҡы баҙары башҡа ябылмаҫ өсөн асылған. Ул ил хужаларының йәшерен сәйәсәте генә түгел, ә сит илдәрҙең бөйөк Рәсәй дәүләте халыҡтарын үҙҙәренән түбән, ихтыяр көсһөҙ, ялҡау, рухи яҡтан ярлы итеү, кәмһетеү, бөтөрөү сәйәсәте. Эфтаназия ғәләмәте был. Спиртлы эсемлек әҙ генә миҡдарҙа ҡабул ителһә лә, кеше организмы барыбер уны ағыу тип таный һәм тиҙ арала унан ҡотолорға тырыша. Уны тарҡатыу, юҡҡа сығарыу өсөн алкоголдең үҙенән күпкә ағыулыраҡ, көслөрәк һеркә альдегидын, һеркә һелтеһен синтезлай. Алкоголдең кеше организмында һәр төрлө кимәлдә емергес эштәр алып барыуы тураһында табип-ғалимдар томлап-томлап китаптар яҙған. Тик... был өлкәлә асыштар эшләнә торған, ә кешеләр эскелектән күпләп ҡырыла тора.
Спиртлы шыйыҡлыҡ - ул ризыҡ түгел, унда кешене туҡландырыусы бер генә элемент та, витамин да юҡ. Уны башҡа яныусы матдәләр кеүек, юғары энергияға эйә булған өсөн генә, бәлки, экстремаль хәлдә ҡулланғандарҙыр. Ә бит энергия аҙмы-күпме бөтә есемдәрҙә лә бар. Минеңсә, бөтә хикмәт шунда: тәүҙә уйнап ҡына, байрамдарҙа тамшанып ҡына көтөп алынған эскелек культураһы яйлап традицияға әйләнә - тән эскелекте үҙ итә башлай. Кеше тәнендәге биохимик процестар үҙҙәре үк ошо "доза"ны көтә, кеше алкоголгә күнегә, сәләмәтлеге, йәне, рухы емерелә башлай. Ҡытай философы, табибы Конфуций "Һин үҙең һымаҡтарҙы магнит кеүек үҙеңә тартаһың..." тигән. Ысынлап та, алкоголь яратыусылар бер-береһенә бер туғандар һымаҡ оҡшап бөткән, биттәрендәге һырҙары, еҫтәре, донъяға ҡараштары, кейемдәренең торошо ла, һаулыҡ хәле лә оҡшаш. Улар бер-береһен тиҙ таба, тиҙ уртаҡ фекергә килә. Улар өсөн иң юғары байлыҡ - бер ярты араҡы. Эскелек кешене күҙ менән ҡаш араһында үҙгәртә, ғәмһеҙ, моңһоҙ һәм ҡаты бәғерле яһай. Шуғамылыр, һәр икенсе енәйәт эскелек арҡаһында эшләнә. Эскелек әҙәм балаһын ҡаты бәғерле итеп кенә ҡалмай, көнсөл дә яһай. Тормоштарҙың төрлө кимәлдә булыуы, йәмғиәттәге контраст та уларға оҡшамай. Ғаиләлә лә параллель донъяла кеүек йәшәйҙәр. Телдәр ҙә төрлөсә. Аңлашыу, килешеү ҙә мөмкин түгел...
Ғалимдар 70-се йылдарҙа ҡомаҡ менән бер тәжрибә үткәрә. Ата ҡомаҡҡа электродҡа башы менән ҡағылыу аша ғына енси ҡәнәғәтләнеү юлын күрһәтеп бирәләр. Ҡомаҡ электродҡа барып ҡағыла ла барып ята, һыу эсә лә тағы электродҡа... Артабан уның ғаиләһенә ҡурҡыныс янағанда ла ярҙамға килмәгәнен күҙәткәндәр. Ҡомаҡ тәжрибәнең 17-се көнөндә үлә. Эскән кешене ошо йән эйәһе менән сағыштыра ла инде ғалимдар.
Алкоголь аҡылды ла яулап ала. 80-се йылдарҙа ғалимдар фәнни эш менән шөғөлләнгән 17 аспирантҡа икешәр йөҙ грамм араҡы эсереп ҡараған. Ошонан һуң улар тик 23 көндән генә эшләп алып китә алған. Тимәк, алкоголь кешенең аҡыллы фекерҙәрен, һәр төрлө асыштарҙы, алдынғы технологияларҙың үҫешен, цивилизацияның алға китеүен тотҡарлай.
Мин кешене эскелеккә этәргән 31 фактор барлығын асыҡланым. Бына иң мөһимдәре: кеше организмында нейротрансмиттерҙар балансы боҙолоуы, шәкәрле ризыҡты күп ашау, эскелектең гендар аша күсеүе, баланслы туҡланмау, ғаиләләге ыҙғыштар, енси көсһөҙлөк. Шулай уҡ бер-береңә ҡаты бәғерлелек, баш, тән, йән яралары, ил ағаларының халыҡ яҙмышына ғәмһеҙ ҡарашы, экрандар аша аҫтыртын өгөтләү, рухи яҡтан ярлылыҡ. Эскесе дуҫтар ҙа көсһөҙ, ихтыярһыҙ кешене эскелеккә этәрә. Быларҙың барыһына ла нимә ҡаршы тора ала һуң? Тик иң көслө контраргумент ҡына. Ул - аҡыл.
Алкоголизм - ул ауырыу, көслө интеграль сир генә түгел, ғаилә ағзаларына, туғандарға, йәмәғәтселеккә яза ла. Ә ауырыған кеше һәр саҡ хатаһын аңларға, тәүбәгә килергә, ярҙам эҙләргә тейеш. Алкоголизм дауалап була торған ауырыу. Эҙләгәндәр ҡасан да булһа үҙ табибын, яҙмышын төҙәтеп ебәрер кешеһен таба. Уның өсөн иң беренсе ғәйебеңде таныу, аҙаҡ ярҙам эҙләү дөрөҫ була.
Кемдәрҙер ауылда эш юҡлыҡҡа һылтана. Рәсәйгә әллә ҡайҙарҙан: Ҡытайҙан, Вьетнамдан, һәр төрлө дәүләттәрҙән килеп эшләп яталар, документһыҙ, урыҫ телен дә белмәйенсә. Ә баш, аяҡ, ҡул нимәгә? Әйтәйек, тиҙәктән кирбес эшләп, киптереп, эзбизгә буяп, ҡалаға сығарып һатһаң да алалар ҙа баһа!
Борон бер аҡыл эйәһенән урамда эсеп, аңҡы-тиңке булып йөрөгән бер әҙәм аҡса һорай: "Ярай, аҡса бирермен, тик һин миңә ҡулдарыңды һат", - ти. "Юҡ, ҡулдарым үҙемә кәрәк", - ти был әҙәм. "Улай булғас, һин миңә аяҡтарыңды һат", - ти аҡыл эйәһе. "Юҡ, аяҡтарым да үҙемә кәрәк", - ти эскесе. "Улай ҡулдарың да, аяҡтарың да үҙеңә кәрәк булғас, һин эшләп аша", - тигән дә аҡыл эйәһе юлын дауам иткән.
Мәскәүҙәге наркология үҙәгендә бер ғалимға тағы шундай һорау бирҙем: "... йәштәргә һыра эсерәләр, был ниндәй һөҙөмтәгә килтерергә мөмкин?" "... Һыра алкоголизмға илтә торған юл, ул йәш организмды тиҙ алкоголгә өйрәтә торған сара ғына түгел, ул бауыр сире менән үлеүселәр һаны артыуға сәбәпсе лә. Унан һуң, һыра ирҙәрҙең енесен алмаштыра торған клиникалар менән ярыша ала..." - тип яуап ҡайтарҙы. Эйе ләбаһа, һыра составына ингән ҡатын-ҡыҙҙар гормоны - эстроген, ҡомалаҡ, этанол, трансген есемдәр, буяусы, канцероген матдәләр ирҙәр потенцияһын көсһөҙләтә. Хәҙер инде аңлашылалыр утыҙҙы үткән һәр икенсе ҡатын-ҡыҙҙың ни өсөн яман шеш, алама сирҙәр менән ауырығаны...
Һуңғараҡ мин Дәүләт Думаһында эшләгән бер "ағай"ға һорау бирҙем: "Рәсәй үҙаң, рух потенциалы менән генә яҡын арала күтәрелә алырмы?" Ул шулай тип яуап бирҙе: "Һуңғы арала Рәсәй дәүләтенә 20 миллиондан артыҡ сит ил граждандары күсеп килде, улар бында ғаилә ҡорҙо, һәм бына ошо халыҡтарҙан тыуған быуын ғына күтәрергә тейеш тип уйлайым Рәсәй дәүләтен. Ә эсеп өйрәнгән беҙҙең халыҡ ҡырылып бөтәсәк..."
"Кешене ҡамаған бөтә есем - ул ағыу, тәбиғәттә ағыулы булмаған бер генә нәмә лә юҡ, тик кеше ағыуланырмы, юҡмы - быныһы иһә ағыулаусы матдәнең күләменә бәйле", - тигән боронғо табип Әбуғалисина. Эйе, шулайҙыр. Ә һәр нәмәнең, норманан үтһә, ағыу икәнен кем өйрәтергә тейеш? Атай менән әсәйме? Ураммы? Уҡытыусымы? Юҡ! Тәжрибә күрһәтеүенсә, һеҙ күпме генә балағыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышып, "эсмә инде, балаҡайым" тип аяҡтарына ятып инәлһәгеҙ ҙә, һөҙөмтә булмаясаҡ. Балаларығыҙҙың яҙмышы ил хужалары ҡулында.
"... Йәмғиәттә йәш быуын өсөн рухи мөхит булырға тейеш", ти В.В. Путин. Ҡайҙа ул мөхит? Уны кем булдырырға тейеш? Вольтерҙың һүҙе менән урыҫсалап әйткәндә: "Изменять нравы и возвышать или унижать нацию, это дело правительства". Кемдер әйтмешләй, иҡтисадты кем өсөн ҡотҡарырға һуң, милләт һәләк булып бара бит? Балалар табыуҙы финанслап ҡына киләсәк быуынды ҡотҡарып булмай ул. Тыуып, үҫеп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫырға торған балаларҙы ла, йәштәрҙе лә ҡайғыртырға кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Эскелектең, рухи ярлылыҡтың глобаль киңлектә йәйелә, күрәләтә йәмғиәттең һәләкәткә тәгәрәй барыуы, балалар яҙмышы, киләсәге борсой мине. "Ҡараңғыла йәшәгәнен аңламаған яҡтыға ынтылмаҫ булыр", ти халыҡ мәҡәле. Йәнлектәр, ҡоштар ғына түгел, иң примитив бөжәктәр, микроорганизмдар донъяла үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанда һаҡлана белә. Берәй ҡасан уянырмы икән кешелә лә үҙ-үҙен һаҡлау аҡылы, аңы? Уяныр, тик беҙҙең быуында түгел. Беҙ әлегә әҙер түгелбеҙҙер, ахыры... Шулай ҙа, киңәйтегеҙ әлегә зыяраттарығыҙҙы...

Марат ИШМӨХӘМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.09.15 | Ҡаралған: 1323

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru