«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШТӘН КЕШЕ ҠУРҠАМЫ? ЙӘКИ ҠАТЫН-ҠЫҘ ИҢЕНДӘГЕ ИЛ ХӘСТӘРЕ ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
+  - 

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИН Халҡыбыҙҙың милләт ҡотон һаҡлар арҙаҡлы улдары ла, һүҙе алтын, үҙе ялҡын булған ҡатын-ҡыҙҙары ла бихисап. Гүзәл заттарыбыҙ ир-егеттәр менән бер ҡатар халыҡ-ара сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итә, ғилми китаптар яҙа, трибуналарҙан ялҡынлы телмәр тота һәм бер үк ваҡытта ғаилә усағын дөрләтеп, иренә тоғро ҡатын булыу, бала бағыу бурыстарын да үтәй. Республикабыҙҙың мәғариф, мәҙәниәт һәм фән өлкәһенә тырышып хеҙмәт иткән, йәш быуынды тәрбиәләүгә, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға күп көс һалған арҙаҡлы сәйәсмән, РФ Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНАны ҡылыҡһырлайбыҙ ошо юлдар менән һәм гәзит уҡыусыларыбыҙға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, әле күптән түгел генә Һеҙгә тағы бер яуаплы вазифа йөкмәттеләр - Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының III съезында һеҙҙе Ассамблея Советы рәйесе итеп һайланылар. Һөйләшеүҙе ошо ойошманың эшмәкәрлеген барлауҙан башлайыҡ әле...

- Белеүебеҙсә, республикабыҙ балға, майға, икмәккә, нефткә генә түгел, ә милләттәргә лә бай. Беҙҙә әлеге көндә үҙ дине, үҙ мәҙәниәте булған 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. "Күп милләтлелек коэффициенты" тигән төшөнсә бар, шул төшөнсә буйынса республикабыҙ Рәсәй кимәлендә Дағстандан ҡала икенсе урында тора. Ләкин беҙҙең республикала йәшәгән милләттәр барыбер ҙә татыу һәм берҙәм тормош алып барыуҙары менән башҡаларға өлгө булып тора. Милләттәрҙең татыулығы, уйлап ҡараһаң, үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәгән, уны тотороҡло иткән ерлек бар республикала. Берҙән, беҙҙең етәкселәр тарафынан дөрөҫ милли сәйәсәт атҡарыла. Һәр милләттең үҫешен күҙ уңында тотоп, уның телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға, мәртәбәһен арттырыуға йүнәлтелгән сәйәсәт ул. Башҡортостанда Кавказ, Урта Азия, Балтик буйы халыҡтарын туплаған ҡырҡҡа яҡын милли-мәҙәни ойошма эшләп килә. Ассамблея бына ошо ойошмаларҙы бер ҡорға йыйыусы, төрлө милләт халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлаусы, яҡлаусы, ҡурсалаусы ижтимағи-мәҙәни үҙәк ул. Ассамблея сәйәсәт менән шөғөлләнмәй, әммә һәр сәйәсәттең нигеҙендә шул уҡ мәҙәниәт тә ята. Ә беҙҙәге диаспораларҙың мәҙәниәте йыр-бейеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ул - йәшәйеш мәсьәләләре лә, һаулыҡ һаҡлау, эш менән тәьмин итеү, балаларҙы балалар баҡсаһына һәм мәктәптәргә урынлаштырыу ҙа ул. Һәм Ассамблея, әлбиттә, ошондай мәсьәләләрҙә лә таяныс булыу бурысын атҡарырға тырыша.

Эйе, Һеҙ әйткәнсә, республика етәкселәре тарафынан дөрөҫ милли сәйәсәт атҡарыла һәм был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да хуплау һүҙҙәрен ишетергә яҙҙы. Әммә беҙҙең республикалағы милләттәр дуҫлығы нигеҙендә аҫаба халыҡтың толерантлығы, йәғни башҡорттоң башҡаларға түҙемле мөнәсәбәте, ихтирамы, дуҫлыҡ баһаһын белеүе кеүек сифаттары сәбәпсе булып тора, тигән фекергә нисек ҡарайһығыҙ?

- Мин тап башҡорт менталитетын өйрәнгән ғалим булараҡ, уның толерантлығын яҡшы беләм. Биш быуат элек беҙҙең башҡорт ерҙәренә ашар икмәк, эсер һыу, һулар һауа эҙләп, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән халыҡтар ағылған. Башҡорт сит динле, сит рухлы һәм менталитетлы халыҡты үҙ йортона һыйындырып, татыу бер ғаилә итеп туплаған. Тәбиғәт балаһы булған ҡунаҡсыл милләтебеҙ һәр килгәнде Хоҙай ҡунағы итеп ҡабул иткән. Бар булғаны менән бүлешкән, табындаш, ерҙәш иткән. Яйлап уларҙың берҙәм тарихы, берҙәм мәҙәниәте барлыҡҡа килгән. 17-18-се быуаттарҙа беҙҙең крайҙы өйрәнгән тарихсылар, ғалимдар башҡорттоң ғүмерендә беренсе һәм һуңғы тапҡыр күргән кешене лә оло ҡунаҡ итеп хөрмәтләүе тураһында яҙып ҡалдырған. Ысынлап та, республикалағы милләт-ара татыулыҡтың нигеҙендә аҫаба халыҡтың ихлас ҡунаҡсыллығы, киң күңеллелеге, толерантлығы ла һалынған. Ер шарының төрлө мөйөштәрендә һуғыш уты тоҡанып-һүнеп торған әлеге заманда беҙгә ошо дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк.

Әлбиттә, дуҫлыҡ ҡәҙерен белә халҡыбыҙ. Тик ҡайһы саҡта уның был сифатын баһалап етмәү осраҡтары ла булғылай бит. Мәҫәлән, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу мәсьәләһендә тауыш күтәреүселәр табылып тора, тимәк, улар аҫаба халыҡтың законлы мәнфәғәттәрен һанламай булып сығамы? Хәйер, туған телебеҙҙе башҡаларға көсләп тағырға түгел, ә иң тәүҙә үҙебеҙ өйрәнергә тейешбеҙ инде ул...

- Эйе, дөрөҫ. Бына мин русса һөйләшергә ынтылған, русса уҡыған быуын вәкиле булып үҫтем, әммә әле һеҙҙең менән аралашҡанда русса берәй һүҙ ҡыҫтыраммы? Шулай уҡ ҡыҙым, ҡала балаһы, рус һәм инглиз телдәре менән бер рәттән, башҡортсаны ла һәйбәт белә. Мин башҡорт һәм бер телдән дә кәм булмаған телем бар икән, үҙем дә һөйләшәм һәм дауамым булып килгән балаларымды ла өйрәтәм, Алла бирһә, ейән-ейәнсәрҙәрем дә һөйләшәсәк. Был һәр кемдең үҙенә бәйле. Әгәр ҙә милләтебеҙ вәкилдәре туған телен һәм башҡа рухи ҡиммәттәрен һаҡламай икән, ниндәй генә алтын сәйәсәт алып барылмаһын, милләтте һаҡлау ауыр буласаҡ. Бөтөн сәйәсәттең башы ғаиләлә. Ә республикала дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телен өйрәнеүгә килгәндә, ығы-зығыны барыбер ҙә һанаулы ғына кешеләр ҡуптара икәнен, хатта ул кешеләрҙең кемдәр икәнен дә беләбеҙ. Ләкин закон бар икән, уны хөрмәт итергә, уны ғәмәлгә ашырырға кәрәк барыбер ҙә. Тәү сиратта, башҡа милләт вәкилдәренә башҡорт теленең грамматикаһын һәм нескәлектәрен өйрәтергә түгел, ә һөйләү теле ҡанундарын аңлатырға кәрәк. Килеп сыҡҡан аңлашылмаусылыҡтар тап ана шундай маҡсатты күҙҙә тотҡан дәреслектәр булмауҙа икәнен ҡат-ҡат тылҡыйбыҙ бит инде...

Глобалләшеү шауҡымы арыу ғына шаңҡытһа ла, халҡыбыҙ уның эҙемтәләренән бер аҙ арына башланы, буғай. Ә Һеҙ был хаҡта ни уйлайһығыҙ?

- Эйе, һуңғы йылдарҙа милләтебеҙ үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алырға кәрәклеген аңлай башланы. Бигерәк тә йәштәребеҙ шатландыра: улар беҙҙең быуын кешеләре һымаҡ, әҙергә бәҙерҙе көтөп ултырмай, үҙ яҙмышын үҙе ҡорорға, үҙ эшен булдырырға тырыша. Улар араһында үҙ туған телен һанлағандар, урамдарҙа иркен итеп башҡортса һөйләшеп йөрөүселәр күбәйә. Милли парадокс тигән төшөнсә бар. Ҙур һынауҙар тыуған һайын, милләттәр үҙҙәренең милли йөҙөн һаҡлап ҡалырға тырыша. Мин мәғариф министры булып эшләгәндә лә, вице-премьер булғанда ла күп төбәктәрҙә булдым, төрлө милләттәр менән аралаштым. Марий Эл, Мордва республикаларында булғанда, мәҫәлән, Башҡортостандағы мариҙар һәм мордваларҙың да үҙ туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү буйынса ундағы милләттәштәренән ҡалышмауына инандым. Архангел районының М. Горький исемендәге хужалығында, мәҫәлән, латыштар йәшәй. Уларҙың бер нисә бөртөк балаһын туған телгә уҡытыу өсөн беҙ йыл да Латвиянан уҡытыусы саҡыртабыҙ. Был ғаиләләр үҙ традицияларын ныҡ тота, милли кейемдәрен тегеп кейә, байрамдарын уҙғара. Ошоларҙан сығып, беҙҙең милләт үҙ милләтен генә һаҡлап ҡалмай, башҡаларҙы ла һаҡлауға булышлыҡ итә, тигән ғорур фекер тыуа.

Һуңғы ваҡытта Дәүләт Думаһында ҡабул ителгән закондар иҫәбендә мәҙәни донъяны яҡлағандары бармы?

- Һуңғы ҡабул ителгән закондар ысынлап та рухи-әхлаҡи юҫыҡта булды, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Мәғариф, мәҙәниәт, социаль мәсьәләләр буйынса комитеттар балалыҡты, әсәлекте һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы ҡанундар индерҙе. Бигерәк тә балаларҙың күңел донъяһына, әхлаҡи төшөнсәләргә өҫтөнлөк бирелде. Мәҫәлән, интернет селтәрҙәренән балалар порнографияһын ҡәҙимге күренеш итеп һүрәтләгән, үҫмерҙәргә үҙ-үҙенә ҡул һалыу ысулдарын аңлатҡан, наркотиктар яһарға өйрәткән сайттар юҡ ителде. Юғиһә, үҫмерлек осороноң һәр төрлө ҡатмарлыҡтарына дусар булған йәштәр, балалар ошондай сайттарҙың ҡапҡанына эләгеү осраҡтары йышайғайны бит. Бейек йорт баштарынан бергәләшеп һикереү, кейенеп-яһанып ятып үлеү, ниндәйҙер йолалар үтәп, теге донъяға юлланыу кеүек ҡот осҡос хәлдәр күҙәтелә башлағайны. Быларҙың барыһына ла ана шул сайттар ҙа сәбәпсе лә инде. Ундай аҡылһыҙлыҡҡа юл ҡуйылырға тейеш түгел, тигән саҡырыуҙар йыш яңғырай беҙҙең депутаттар араһында.
Мәктәптәрҙә яҡшы уҡығандарға алтын һәм көмөш миҙалдар тапшырыу туҡтатылғайны. Дәүләт Думаһы был йоланы кире ҡайтарҙы. Бала йылдар һуҙымында тырышып белем эстәгән һәм ниндәйҙер уңыштар яулаған икән, ниңә уның күңелен үҫтермәҫкә? Яҡшы хеҙмәт өсөн эш хаҡы алған кеүек, уҡыусының да тырышлығы тейешенсә баһаланһын, әйҙә.
Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың берҙәм формала булыуы ла закон тарафынан тәртипкә һалынды. Белем усағында балалар интеллектуаль мөмкинлектәре менән ярышһындар, ә кейем-һалым менән түгел. Кем нимә теләй һәм нимәгә аҡсаһы етә, шуны кейеп уҡыу мәктәптәрҙәге тәртипте лә аҡһатып ебәргәйне.
Дини ғаиләләрҙән булған уҡыусыларҙың форма мәсьәләһе лә ҡаралды. Был тәңгәлдә шуны әйтер инем. Борон-борондан башҡорт халҡы Ислам дине тотҡан һәм, күҙәтеүебеҙсә, яулыҡты уларҙа тик тормошҡа сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ ғына ябынған. Йәш ҡыҙҙар сәс үреп, яулыҡһыҙ йөрөгән. Бөгөн беҙҙәге дини кейем көнсығыш мәҙәниәтенә эйәреп китте һәм хатта йәш балаларҙы ла баштан аяҡ сепрәккә урап ҡуйҙылар. Был дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйбеҙ беҙ. Шунлыҡтан, дини ғаиләнән булған уҡыусылар ҙа дәүләт мәктәбенә яулыҡһыҙ йөрөйәсәк, йәғни берҙәм мәктәп формаһында буласаҡ.
Йәштәр, балалар араһында, ғөмүмән, йәмғиәттә оятһыҙ, әҙәпһеҙ һүҙҙәр ҡулланыу ҙа тыйылды закон тарафынан. Мәҙәниәтле булыу - ул иң тәүҙә эске донъяң, телең күркәм булыу икәнде онотмаһаҡ ине. Юғиһә, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙе телмәр ялғау мөмкинлеге итеп алдылар. Компьютерҙы, зәңгәр экрандарҙы асма, урамға сыҡма - әҙәпһеҙ телмәр. Был өлкәлә лә тәрбиә эштәре ғаиләнән, балалар баҡсаларынан башланырға тейеш.
Традицион ғаилә ҡиммәттәре лә ҡурсалауға мохтаж. Бала бәләкәйҙән традицион ғаиләлә үҫергә һәм үҙе лә шул йүнәлештә тәрбиә алырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Ҡайһы бер сит илдәрҙәге кеүек, бер енесле ғаиләләр, традицион булмаған ориентациялар тигән төшөнсәләр беҙҙең халыҡ өсөн ят һәм оят булып ҡалһын ине. Ҡыҙ бала малайҙы, малайҙар ҡыҙҙарҙы хөрмәт итеп өйрәнһен, ваҡыты еткәс, ишен һайлап, бөтөн ғаилә ҡорһон һәм ҡатын кеше - әсәй, ир кеше атай ролен яуаплы башҡарып ғүмер итһен. Былар барыһы ла тәбиғәт закондары һәм уларҙан өҫтөн булыу кешелеккә файҙа килтергәне юҡ әле.
Әле әйтелгәндәр ҡабул ителгән закондарҙа сағылыш тапты. Былар барыһы ла йәш быуынды - балаларҙы һаҡлап ҡалыуға, тәрбиәләүгә ҡоролған. Әгәр балаларҙы икенсе ҡиммәттәр йоғонтоһона бирһәк, уларҙы ла, киләсәкте лә юғалттыҡ, тигән һүҙ. Быға юл ҡуйырға ярамай.

Халыҡ араһында мәҙәниәт - ул йыр-бейеү, күңел асыу сараһы, тип кенә ҡабул ителә. Һәм уға, ғәҙәттә, етди иғтибар бирелмәй. Ошо ҡарашты нисек үҙгәртергә мөмкин?

- Мәҙәниәттәге иң яҡлауға мохтаж өлкә ысынында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ул. Бында арҙаҡлы энтузиастар ғына эшләй. Ғәм алдына сығарыр ун биш минутлыҡ байрам сараһы артында ярты айлыҡ тырыш хеҙмәт ятыуын мәҙәниәт өлкәһендә тир түгеүсенән башҡалар белмәйҙер ҙә.
Яңы индерелгән закондар араһында мәҙәниәт өлкәһен ҡайғыртыусылары ла байтаҡ ҡына. Мәҫәлән, меценатлыҡ тураһындағы, урындағы халыҡтың ризалығынан тыш ауыл китапханаларының ябылыуына юл ҡуймау тураһындағы закондар, һәм башҡалар. Иң беренсе сиратта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы торһа, икенсе урында торлаҡ мәсьәләләре бик етди дәүләт яҡлауына мохтаж. Унан ҡала башҡа социаль яҡлау мәсьәләләре теҙелеп китә. Һәм был ҡуйылған мәсьәләләрҙең барыһы ла тиҙ арала хәл итеүҙе көтә.
Һеҙ телгә алған етди булмаған ҡараш ваҡыт үтеү менән үҙгәрә бара ул. Бөгөн мәҙәниәттең күп өлкәләре беҙҙең халыҡ өсөн дә асылды, йәштәр кино сәнғәте, рәссамлыҡ, этномәҙәниәт, сит илдәр, сит телдәр мәҙәниәте кеүек төрлөлөккә ынтыла. Киләсәктә мәҙәниәт сәйәсәт, иҡтисад кеүек башҡа мөһим өлкәләреләй тәүгеләр рәтенә баҫасаҡ, тигән өмөтөм бар.

Депутат булараҡ, кеше яҙмыштары, кеше факторҙары менән эш итеү, улар ағышына ниндәйҙер йоғонто яһауҙан да ҡасып булмайҙыр, шулай бит?

- Әлбиттә, депутаттың төп эше кешеләр мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү, файҙа килтереү. Мин республика кимәлендә әүҙем ҡуласала әйләнеүгә күнеккән кеше булараҡ, ҡапыл икенсе даирәгә килеп юлыҡҡас, бер аҙ баҙап ҡалдым. Үҙем үтә традицион тәбиғәтлемен, йәшәйешемде, ҡарашымды, ҡыҙыҡһыныуҙарымды үҙгәртергә яратмайым. Ваҡытында мәғариф министры вазифаһы тәҡдим ителгәс, шулай уҡ ҡаушап ҡалып, атайыма кәңәшкә ҡайтҡайным. Ул, үҙе ғүмере буйы етәксе вазифалар биләгән кеше, тыныс ҡына тыңланы ла: "Эй, ҡыҙым, кеше эштән ҡурҡамы?" - тип тынысландырҙы. Был юлы мин атайымдың ана шул һүҙҙәрен девиз итеп ҡуйҙым: кеше эштән ҡурҡамы! Башҡаларға ла йыш ҡына шулай тип ҡабатлайым.
Әйткәндәй, Дәүләт Думаһында ла бик ҡыҙыҡлы, хөрмәтле, абруйлы кешеләр араһында барып эләктем һәм һынатмаҫҡа тырышам. Бығаса үткән хеҙмәт юлым, тәжрибәм, белемем һәм, әлбиттә, башҡорт ҡатындарына хас булғанса сая рухым миңә үҙ һүҙемде һәм урынымды булдырырға ярҙам итә.
Депутатҡа, ғәҙәттә, һуңғы өмөт менән киләләр. Шундай саҡтарҙа ярҙам итеп ебәреү, хәл итеү юлдарын табыу ҡәнәғәтлек тойғоһо уята. Минең өсөн бигерәк тә шундай мәлдәр ҡиммәтле. Күптән түгел бер йәш әсә үлем алдына килеп баҫҡайны. Өмөт өҙөлдө, тигән ерҙән ғүмерен һаҡлап алып ҡалдыҡ. Ҡатындың өс балаһы өсөн шатланғанда күҙ йәштәремә ирек ҡуйҙым. Ошондай ваҡиғалар аҙ түгел. Ҡыҙыҡтары ла булып ҡуя. Бер әбекәй килеп, ҡолаҡ аппараты һораны. Оло кешене мәхрүм итмәйек тип, һорағанын һатып алып бирҙек. Инәй бик ҡыуанып ҡайтып киткәйне, бер йылдан тағы ла килгән. "Ҡыҙым, һин биргән теге аппаратты урланылар ҙа, полицияға мөрәжәғәт иткәйнем, алып килеп, ишек төбөмә һалып киткәндәр, тик сихырлағандарҙыр тип ҡурҡам", - тимәһенме. Уйлай биргәс, уға: "Улай бик шикләнгәс, мәсеткә алып барып өшкөртөгөҙ ҙә, файҙаланығыҙ", - тип кәңәш иткәйнем, риза булды. Бына шулай, был тормошта кемдә ниндәй хәл, тигәндәй, һәр мәсьәләгә айырым ҡараш булдырырға тура килә.

Һеҙ бер сығышығыҙҙа "XXI быуат Рәсәйҙә Азия быуаты" тигәйнегеҙ. Рәсәйҙең һәм шул иҫәптән Башҡортостандың Азия менән партнерлашыуы беҙгә ниндәй уңыштар һәм уңайлыҡтар вәғәҙә итә?

- Төптән ҡарағанда, Азия беҙгә рухташ, ҡанундаш илдәр төбәге, тип әйтер инем. Улар үҙҙәренең борондан килгән традициялары, йолалары нигеҙендә йәшәп килә. Уларҙа намыҫлылыҡ, эшсәнлек, сифат кеүек төшөнсәләр алға ҡуйылған. Оҙаҡ йылдар беҙ Европаға эйәрҙек, улар менән әшнәлек иттек, уларға эйәрергә, оҡшарға тырыштыҡ. Һәм нимә килеп сыҡты? Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең Европа өсөн, Америка сенаторы Джон Маккейн әйтмешләй, оло бер бензин заправкаһы ғына икәнлегебеҙҙе аңланыҡ. Миҫал өсөн алғанда, Европала аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауар өс төркөмдә етештерелә. Беренсеһе, сифатлы һәм экологик таҙа булғаны - үҙҙәренә, икенсеһе, тәүгеһенән бер аҙ ҡайтышырағы - тиңдәш булған башҡа илдәр өсөн, ә иң түбән һәм сифатһыҙы - Рәсәй баҙарына. Нисә йылдар ошондай "дуҫлыҡта" көн иттек тә инде.
Һуңғы йылдарҙа Азия илдәре менән сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни юҫыҡтарҙағы партнерлыҡтар, аралашыуҙар, осрашыуҙар йышайҙы. Был дуҫлыҡ беҙҙең республика өсөн айырыуса файҙалы булыр, тип ышанам. Азия илдәренән өлгө алып, беҙ ҙә үҙебеҙҙең ҡаҙылма байлыҡтарҙы, етештергән продукцияны үҙебеҙҙә эш итергә, ҡуллана белергә өйрәнербеҙ, һатыуға сығарырбыҙ, тигән өмөт бар.

Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, һеҙ хеҙмәт юлығыҙҙы ғалимә булараҡ башлаған кеше. Этика, эстетика, әхлаҡ принциптары, милли менталитет, рухи үҫеш темаларын яҡтыртҡан ғилми эштәр, баҫмалар авторы булыуығыҙҙы беләбеҙ. Фәнни үрҙәр яулау менән бер рәттән, студенттарға белем бирҙегеҙ. Ә бөгөн һеҙ, ябай тел менән әйткәндә, чиновник. Уйлап ҡараһаң, былар бөтөнләй икеһе ике төрлө мөхит кеүек. Һеҙ үҙегеҙҙе кем итеп иҫәпләйһегеҙ: ғалимәме, әллә чиновникмы?

- Мин бәләкәйҙән ғилемде яраттым. Китап уҡыу, нимәнелер белергә, аңларға, өйрәнергә ынтылышым бик көслө булды. Ғөмүмән, беҙҙең ғаиләләге балаларҙың барыһы ла шулай ине. Ун биш йәшемдән Салауат педагогия училищеһына уҡырға китеп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтым. Ул йәштә минең дә туңдырма ашап, кинолар ҡарап, урам ҡыҙырыу теләгем булғандыр инде ул. Ләкин белемгә ынтылышым барыбер бындай мауығыуҙарҙан көслөрәк булды. Университетта уҡығанда ла үҙемдең ынтылыштарыма тоғро ҡалдым. Уҡый, белем ала торған ваҡыттың тап ошо мәл генә икәнен нисек төшөнгәнмендер. Һәр хәлдә, бөтә көсөмдө һалып уҡыным, яҙҙым, ижад иттем һәм былар үҙ емештәрен бирмәй ҡалманы.
Һеҙ биргән һорауға ошолай яуаплар инем: ғалим булмаһам, мин бөгөнгө вазифаларымды күтәрерҙәй чиновник була алмаҫ инем. Мин донъяны башта теоретик юҫыҡта өйрәндем һәм бөгөн ғилемемде ғәмәлдә ҡулланам. Тағы ла ғилемһеҙ, белемһеҙ һәм аҡылһыҙ эшләнгән эштең нигеҙе булмайҙыр, тип уйлайым. Һәм ошо инаныуым чиновник вазифаһын да уңышлы атҡарырға булышлыҡ итә.

Ғалимә булараҡ, Һеҙҙең өсөн дини мәсьәләләр ҙә ят түгел. Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә дингә ҡараш үҙгәрә, йәштәр ҙә эркелеп дингә килә. Белеүебеҙсә, башҡорттарҙа Ислам дине ҡанундары милли йолалар менән һәр саҡ йәнәш йәшәгән. Ләкин ҡайһы берәүҙәр ислам дине ҡанундарын ғына өҫтөн ҡуйып, борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе инҡар итә, халыҡты мәжүсилектә ғәйепләй. Был дөрөҫмө?

- Башҡорт халҡының һәм, ғөмүмән, бөтә халыҡтарҙың да тиерлек беренсе дине - мәжүсилек. Ул йәшәйешкә лә, тәрбиәгә лә, аңға ла шул ҡәҙәре һеңешкән һәм бөгөн дә Ислам дине ҡанундары менән йәнәшә тотороҡло йәшәп килә. Улай ғына ла түгел, 18-19-сы быуатта йәшәгән крайҙы өйрәнеүселәр "Башҡортостанда мәжүсилек йолалары менән буталған үҙенсәлекле этнографик Ислам дине барлыҡҡа килгән", тигән фекер яҙып ҡалдырған. Минеңсә, мәжүсилектең йәшәргә хоҡуғы бар. Өләсәйҙәр тәрбиәһе беҙҙе "кешегә төртөп күрһәтмә, бармағың ҡорой", "аяғыңды һелтәп ултырма - шайтан бәүелә", "ауыҙыңды асып сәйнәмә, ризыҡтың ҡото китә", "икмәкте ташлама - Хоҙай башыңа һуға", тип өйрәтте. Балаларса бер ҡатлы, әммә үҙенә күрә тәрбиә, тәртипкә өйрәтеү сараһы булған былар. Һыуҙың, тауҙың, урмандың йәне бар тиеүҙәре лә ул күберәк ер-һыуҙы ҡурсалау, яҡлау маҡсатына хеҙмәт итәлер. Борон халыҡ йылғаның балығын тотҡан да, уға рәхмәтен белдергән, урмандың кейеген аулаған да, урман эйәһенә хәйер биргән. Эйәләрҙе асыуландырмау, уларҙың ҡарғышын алмау өсөн артығына һонолмаған, тәләфләмәгән. Был, минеңсә, тәбиғәт менән гармонияла йәшәүгә ынтылыу, уны аңлай һәм хөрмәт итә белеү. Минең уйлауымса, илебеҙгә, бигерәк тә йәштәрҙең рухи донъяһына янаған "яңы диндәр", төрлө секталар, серле культтар ябырылып килгән бөгөнгө көндә беҙҙең тарихыбыҙға, тәбиғәтебеҙгә ярашлы барлыҡҡа килгән, тәрбиәлелеккә, камиллыҡҡа өндәгән мәжүсилек ҡанундары традицион Ислам талаптары менән бергә йәшәргә, бына ошо ят, балаларыбыҙҙы "зомби"ға әйләндерергә тырышҡан кире инаныстарға ҡаршы торорға тейеш. Һәм рухилыҡҡа алып барған юлда Ислам диненең һәм мәжүсилектең союздаш булыуы тик ыңғай һөҙөмтәләргә генә алып киләсәк.

Һеҙ республикабыҙҙың күҙ өҫтөндәге ҡаш булған абруйлы, күркәм һәм һылыу ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Эш темпығыҙҙы, йәшәү рәүешегеҙҙе күҙ уңында тотоп, ошондай төҫ-ҡиәфәтте, йәш сырайҙы, сағыулыҡты һаҡлау өсөн ниндәй алымдар ҡулланаһағыҙ икән, тигән уй килә...

- Иң беренсе, биргән зиннәттәре өсөн тәбиғәткә, икенсе сиратта ата-әсәмә рәхмәтлемен. Ә инде башҡаһына килгәндә, бер әйтемдәгесә, "йәмһеҙ ҡатындар юҡ, ялҡауҙары ғына бар". Беҙҙең йәштә ниндәйҙер кимәлдә үҙ-үҙеңә иғтибар кәрәк. Ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте сикләү, биҙәнеп-төҙәнеүгә ваҡыт бүлеү, физик күнегеүҙәрҙән баш тартмау даими тәртипкә инергә тейеш. Мин, мәҫәлән, нисек кенә арыған булһам да, кистәрен ярты сәғәтләп ваҡытымды гимнастикаға бүләм. Эсеү-тартыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Йәшәй бирә юҡ-барға ҡыҙмаҫҡа, бөтөрөнмәҫкә кәрәк икәнлекте төшөндөм. Сараһыҙ, самаһыҙ борсолоуҙар ҡартайыуға тура юл инде ул. Эске донъямды, эмоцияларымды ыңғай юҫыҡта тоторға тырышам, уйҙарымды таҙартам, барыһына ла яҡшылыҡ теләйем. Барына шөкөр итә белеү төшөнсәһе лә эстән яҡтырта, аса кешене. Берәй уңышһыҙлыҡҡа осраһам, үҙемде:"Оҙаҡ, ялҡытҡыс ҡыштан һуң наҙлы яҙ килә, ҡара болоттарҙы йырып, ҡояш сыға, бөтә проблемалар ҙа үтә ул", - тип йыуатам. Уҡытҡан саҡта студенттарымды ла эстән дә, тыштан да матур булыуға өндәй, өйрәтә инем. Ҡыҙымды ла шулай тәрбиәләнем. "Һин булдыраһың, һин һылыуһың, һин көслөһөң", тип ҡабатлай-ҡабатлай кешелә үҙенә ҡарата һөйөү, хөрмәт тойғолары уятырға була. Ә үҙен ҡарай, тәрбиәләй һәм ярата белгән кеше башҡаларға ла матур, йәш, уңышлы булып күренә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.09.15 | Ҡаралған: 1830

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru