«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛАНДАРҘЫҢ ҠЫЛЫҠ-ТӘБИҒӘТЕН БЕЛӘЙЕК
+  - 

Йылан тураһында хикмәтле һүҙҙәр, легендалар күп инде ул. Уларҙың 1 йәштән 8 йәшкә тиклемгеләрен - "хыя", 90-да булғанын "әфғый", 100-ҙән үтеп, 1 мең йәшкә еткәнен "аждаһа", 2 мең йәшлегенә "юха" тиҙәр, тип әйтә ине боронғолар. Йылан был йәштән дә уҙһа, "хуб" - егет йә ҡыҙ һүрәтенә инә икән. Һылыу ҡыҙ йә егет булып, егет-ҡыҙҙарҙы үҙҙәренә ҡарата улар. Беҙ үҫкәндә Асылыкүлдә йыландың егеткә әйләнеп, бер ҡыҙҙы тотҡанын һөйләйҙәр ине.

Халыҡта йыланға мөнәсәбәт, ысынлап та, ҡыҙыҡ. Шулай ҙа унан күберәк ҡурҡалар, ахыры. Т. Ялсығолдоң "Рисаләй Ғәзизә" китабында әйтелә: йылан, Иблис менән дуҫ булып, Хоҙайға ҡаршы була. Шуның өсөн Хоҙай уны ҡәһәрләп, ожмахтан ҡыуып сығара. Ошо ҡәһәр йылан эсенә ағыу булып инеп ҡалған.
Үҙебеҙ ҙә бәләкәй саҡтан йыландар тураһындағы әкәмәттәрҙе ишетеп, күреп үҫтек. Әле лә Ағиҙелдең ҡамышы араһындағы, Һаҡмар буйындағы, Имсәктау итәгендәге соҡорҙа ҡайнаған тәңкәле, оҙон, йыуан йыландар күҙ алдында. Олотауҙа сейә йыйғанда аяғым өҫтөнән үтеп киткән йылан һыуығын әле лә тоям кеүек.
Беҙ йәш саҡта Мәләүез районының Шәрип ауылында йылға буйында йәшәмеш йыландың әрмәнделәрҙе, ҡаҙ-өйрәк себештәрен йотоуын да оҙаҡ һөйләнеләр. Йылан ҡояшҡа сығып һуҙылып ятһа, оҙон йыуан бүрәнә тип уйлаған халыҡ, йылан икәнен күреп ҡалғас, ҡасҡандар. Йомарланһа, К-700 тракторының тәгәрмәсе кеүек икән. Бала-сағаны йылғаға ебәрмәгәндәр, ололар ҙа һаҡланған. Ваҡиғаның аҙағы ни менән бөткәндер, хәтерләмәйем.
Йылан үҙен бимазалағанды ла яратмай, һөжүмгә күсә. Беҙ утын әҙерләгәндә Ағиҙел аша айыу артынан йөҙгәнен дә күрҙек. Айыу урманға инеп киткәс, йылан кире йөҙөп ары китте. Ағайымдар уның ҙурлығына хайран ҡалып һөйләнеләр, беҙҙе ҡыуышҡа ҡыуып индерҙеләр. Йылан йоҡлағанын күргәндә шым ғына кире китергә кәрәклеген дә әйттеләр.
Өләсәйем әйтеүенсә, йәш баланың көсө ҙур, ул йыланды ҡыҫып тотоп, үлтерә ала, имеш. Уның һуғыштан ҡайтмаған улы Закир ағай менән шундай хәл булыуын гел һөйләне. Күршеһенең бесәйе йыланды ҡойроғонан һөйрәп сәңгелдәккә ебәрмәүен, баланы ҡотҡарыуын да иҫкә ала ине.
Беҙ үҫкәндә аяҡ-ҡул бармаҡтары ҡап-ҡара күпереп шешә торғайны. Уны йыланғара, ҡара күпертке тиҙәр. Шуны дауалау өсөн өләсәйем йыл да йылан тоттороп, тиреһен ала ине. Тире киҫәген эҫе һыуға һала ла, аяҡ-ҡулды шунда тыҡтыртһа, шештәр тиҙ уңала ла ҡуя.
Йәйгеһен һыйыр елененән ҡан килһә, йылан ҡойроғо менән һуҡҡан, тип, өләсәйҙән өшкөртәләр. Ул еленгә һары таш ҡайраҡ менән төртә-төртә доғалар уҡып өшкөрә. Килешә ине был дауа ла. Ә һыйыр елененән ҡан күп аҡһа, яланғас таулы, һыуһыҙ ерҙәге йылан һыуһап, һыйырҙы имгән, тиҙәр ине беҙҙә. Ул ваҡытта өләсәй һыйыр елененә йылҡы майы һөртә, доғаларын уҡып өшкөрә, үҙе һауа ла, ҡанлы һөттө кешеғара баҫмаҫ ергә күмә торғайны. Хужалар уға әжерен бирә, рәхмәт уҡый. Еләккәме, әллә башҡа сәбәп менән урманға барғанда йылан тертләп саҡмаһын өсөн, алыҫтан уҡ тауыш сығарып, Хоҙайҙан йыландың ташҡа әйләнеүен һорарға ҡуша ине өләсәй. Йортҡа эйәләгән йыланды ла, ҡырҙа күренгәнен дә үлтереүҙән тыйҙы, уларҙан һаҡланыу әмәлен өйрәтте, ҡарғышлы булыуҙан ҡурсаланы. Йылан ҡаршы осраһа, башыңдағы яулығыңды йә түбәтәйҙе уның өҫтө-нә һалырға ла, ҡаршы йүнәлешкә китергә кәрәклеген дә әйтте. Йылан яулыҡ, түбәтәй аҫтынан сыҡҡанда кешене онота икән.
Үҙебеҙҙең йортта байтаҡ йылдар бер туҙбаш йылан йәшәне. Ҡош-ҡорт, мал-тыуарҙың уға иҫе лә китмәне. Эт, бесәй менән дуҫ булды, өшөһә, эттең йөнө араһына сумыр ине. Аҙаҡ юғалды, ҡош типкәндер, тинек.
Әбйәлил районы Байым ауылында Утарбаев Ғабдинур ғүмер буйы мал көттө. Ҡырҙа һыуыҡтан ышыҡланыр аласығы ла булды. Шунда бер йылан эйәләп йәшәүен, уға һөт, аҙыҡтар биреүен, йыландың көтөү аты яҡынлаһа, урындыҡ аҫтына йәшенеүен әле лә һөйләй. Ул йыланды терпе өҙгөләп киткән. Ғөмүмән, йыландар йылҡы тире, төтәтелгән кейеҙ, быйма еҫенән ҡурҡа, ҡаса. Бесәнде ҡуна ятып эшләгәндә ҡыуыш тирәләй ҡамыт-фәләнде ҡуйып йоҡлау, яҙғыһын йыландар терелгәндә баҙ, солан аҫтына, баҡсалағы ҡарағатлыҡтар араһына ат егеү өсөн ҡулланылған кәрәк-яраҡты ташлап сығыу ошоноң менән бәйле.
Йыландың ҡылығы, ағыуының көсө уларҙың ҡайһы ерҙә йәшәүенә бәйле: яланғас тауҙа, һыуһыҙ ерҙә көн күргәндәре оҙон нәҙек, асыулы, үткер ағыулы була. Ҡара урманлы, йылғалы урындағылар итләс, йыуан, йыуашыраҡ була, тип бәйән итә ине өләсәйем. Борон йылан саҡһа, әсе, тоҙло айран эскәндәр, сағылған урынға ат тирен һөрткәндәр, ҡан менән бергә ағыуҙы һығып сығарғандар. Йыландар төрлө була бит ул: ҡап-ҡара башлыһының ағыуы әллә ни көслө түгел, һары башлыһы үҙе уҫал, ағыуы ла көслө, баҡыр йыланда ағыу юҡҡа иҫәп. Шуға күрә ниндәй йылан күреүеңә ҡарап, һаҡлана белергә лә кәрәк.
Өләсәй йыланды доғалар менән арбап йоҡлатып үлтереүен дә, тиреһен нисек һыҙырып алыуын да, ҡалған кәүҙәһен ҡайҙа күмеүен дә һис күрһәтмәне. Ул шулай йыландар менән эш итһә лә, Аллаға шөкөр, бер кемдең дә йортона бәлә-ҡаза килмәне. Ауылда йылан сағып, ҡазаланғандар ҙа ишетелмәне. Тимәк, өләсәйҙең доғалары, йыландарға һаҡсыл ҡарауы ярҙам иткән.
Хәҙер йыландар юҡ бит ул. Бик төпкөл, тыныс урын эҙләп китеп бөткәндәрҙер, тим. Ҡыр-яландарҙа ниндәй генә техника йөрөмәй ҙә, машиналар, кешеләр ниндәй генә ергә барып етмәй. Ә күпме майҙандарҙы ут-ялҡын ялмап яндыра! Кешенең үҙенә яуап итеп, йыландар ҙа яраҡлаша баралыр инде. Шуға күрә йыландарға гел ҡурҡыныс йән эйәһе итеп ҡарамайыҡ. Һаҡланыу юлдарын өйрәнәйек, ҡылыҡ-тәбиғәтен беләйек. Шул мәлдә уның зыяндарынан алыҫ булырбыҙ. Ул меҫкендәр ҙә тәбиғәтебеҙҙең бер өлөшө бит. Халҡыбыҙ ғүмер буйы тотоп йәшәгән йолаларҙы, шул уҡ йылан арбау өсөн уҡылған доғаларҙы, бәлки, белеүселәр барҙыр арабыҙҙа?

Әнүәрә ХӘЙБУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.09.15 | Ҡаралған: 1355

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru