«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘЙЕПҺЕҘ ҒӘЙЕПЛЕЛӘР, ЙӘҒНИ ЗОЛОМ ҠОРБАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
+  - 

Репрессиялар - тарихыбыҙҙың ҡанлы биттәренең береһе. Улар 1929-1930, 1937-1938 йылдарҙа, 50-се йылдар башында тулҡын булып үтә. Бөтә Рәсәй коммунистар партияһы Үҙәк комитетының 1937 йылғы февраль-март пленумындағы Сталин телмәре илдә сәйәси репрессиялар башланыуға этәргес була. Был ваҡиғаларҙы тулыраҡ күҙ алдына килтереү Башҡортостандың Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивында һаҡланған документтарҙың ҡайһы берҙәрен байҡап китәйек.

1937 йылдың авгусында Өфөгә Мәскәүҙән Бөтә союз коммунистар партияһының Үҙәк комитеты эргәһендәге партия коллегияһы комиссияһы ағзаһы Сәхйәнова килеп китә. 26 августа ул Сталинға, Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретаре Быкин менән икенсе секретары Иҫәнсурин халыҡ дошмандары менән буржуаз милләтселәрҙе яҡлай һәм улар менән берлектә эш итә, тип хәбәр итә. Бына нимә тип яҙа Сәхйәнова: "Башҡортостан өлкә комитеты һәм уның секретарҙары милләтсе-вәлидовсыларға һәм троцкистарға белә тороп сәйәси ышаныу белдергән, уларҙы республиканың партия, хужалыҡ, мәҙәниәт өлкәһендәге етәксе вазифаларға тәҡдим иткән..."
11 сентябрҙә "Красная Башкирия" гәзите "Идиотской болезнью - политической беспечностью и слепотой - страдало руководство башкирской парторганизации" тип яҙа. 17 сентябрҙә "Правда" гәзитендә "Кучка буржуазных националистов в Башкирии" тигән мәҡәлә баҫыла. Шул уҡ көндө "Известия" гәзите "Башкирские буржуазные националисты и их покровители" тигән баш аҫтында мәҡәлә сығара. Ә 3 октябрҙә "Красная Башкирия" гәзите бына нимә тип хәбәр итә: "Бөгөн өлкә комитеты пленумы асыла. Башҡортостандың партия ойошмаһы етәкселәрҙең дошмандар менән бәйләнеше тураһында йөҙәрләгән факт асыҡлаған... Был факттарҙан бер ҡайҙа ла ситләшеп булмай. Пленум Быкин менән Иҫәнсуриндан был һорауҙарға тура яуап талап итәсәк". Пленум иртәгәһенә, 4 октябрҙә асыла һәм 6 октябрҙә тамамлана. Бары тик өс көн дауам итә. Әммә был өс көндә бик күп ваҡиғалар була. Ябай ваҡиғалар түгел, ә халыҡтың, һәр ғаиләнең хәтерендә әллә күпме йылдар һаҡланасаҡ ваҡиғалар. Пленумды үткәрергә Мәскәүҙән Бөтә союз коммунистар партияһы Үҙәк комитеты секретары Жданов килә. Ул тимер юл вокзалында махсус вагонда йәшәй. Вокзалдан алып Совет урамында урынлашҡан Өлкә комитеты йортона тиклем (хәҙерге БР Милли музейы бинаһы) һалдаттар ҡуйыла. Өлкә комитеты ишегенә "ялыуҙар ҡабул ителә" тигән иғлан эленә. 3 октябрҙән 4-нә ҡараған төндә өлкә комитетының барлыҡ бюро ағзалары, район комитеттары секретарҙары ҡулға алына. БАССР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариаты (НКВД) етәксеһе Медведев була. Өс-дүрт көн эсендә Өфө төрмәләре кешеләр менән тултырыла. "Халыҡ дошмандары" камераларға һыймай башлаһа, алып китеп аталар.
Пленум президиумында Жданов, Сәхйәнова, ҡала комитеты секретары Семенов һәм Киров районы комитеты секретары Митин була. Ждановтың телмәрендә бик ентекле ғәйепләү һүҙҙәре яңғырай. Бына нимә тип сығыш яһай ул: "Иптәштәр! Буржуаз милләтсе-вәлидовсылар Башҡортостанды СССР-ҙан айырып, ихтилал төркөмдәре ойоштороп, пантөрки дәүләте төҙөргә теләй. Вәлидов менән бәйләнешкә ингәндәр (Таһировтың Төркиәгә барғаны); төрлө яҡлап эш иткәндәр - башта Англия, шунан япон-немец шпиондары, Өфөләге мосолмандарҙың үҙәк идараһы менән бәйләнештәр. Өс террористик төркөм төҙөлгән... Үҙәк комитет Быкин менән Иҫәнсуринды вазифаларынан бушатырға ҡарар итте..."
"Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Аҙнабаев пленумда былай тиеп сығыш яһай: "Башҡорт теленә аңлашылмаған һүҙҙәр индерелә. Таһировтың дошман икәнлеге асыҡланһа ла Иҫәнсурин уны Яҙыусылар союзынан сығармаҫҡа бойорҙо. Быкин менән Иҫәнсурин Таһировтың әҫәрҙәрен бар көнсығыш телдәренә тәржемә итергә ҡушты. Яҙыусылар пленумында Таһировты фаш итергә теләгәйнеләр, Иҫәнсурин рәхсәт итмәне... Иҫәнсурин буржуаз-милләтселәрҙе хуплай..."
Пленумда Киров районы комитеты секретары Митин ошондай телмәр тота: "Башҡортостан бурзуаз милләтселәренең идеяһы Туран дәүләтен төҙөү, был дәүләттә башҡорт милләтселәре һуңғы урында булмаҫтарына ышана. Ошоларҙан сығып, милләтселәр Вәлидов идеяларын яңы шарттарҙа дауам итә. Буржуаз милләтселәрҙең төп маҡсаты яңы шарттарҙа элекке Вәлиди кадрҙарын һаҡлап ҡалыу һәм йәштәрен милләтсе рухында тәрбиәләү... Ошо көнгә тиклем улар өлкә комитеты бюроһы, Иҫәнсурин менән Быкин ярҙамында маҡсатына яҡынлашты - элекке вәлидовсылар юғары вазифаларҙа эшләүен дауам итә. Мәҫәлән, Дауытов, вәлидовсы, Вәлидов хөкүмәте ағзаһы, Госплан рәйесе, Ишмөхәмәтов, Вәлиди генералы Мортазиндың уң ҡулы, Ейәнсурин - вәлидовсы... Башҡорт театры сәхнәһендә вәлидовсылар Мәһәҙиев менән Мортазин етәкселегендә башҡорт феодалдары, байҙары хаҡындағы спектаклдәр бара. Улар милли геройҙар итеп күрһәтелә, мәҫәлән, "Ҡарағол", "Башҡорт туйы".
Әхмәтзәки Вәлидиҙең китеүенә теүәл ике тиҫтә - 20 йыл ваҡыт үтһә лә, ил етәкселеге сәйәсәтендә уның исемен оноттороу, уның көрәштәштәренән ҡотолоу юлдары дауам иттерелә. Был Вәлидиҙең ни тиклем ҙур шәхес, юғары кимәлдәге сәйәсмән булыуына дәлил дә инде.
Быкин менән Иҫәнсуринды пленумда ҡулға алалар, башҡаса улар өйҙәренә бер ҡасан да ҡайтмаясаҡ. Пленумда 274 кеше партиянан сығарыла һәм ҡулға алына. Жданов йомғаҡлау телмәрендә бына нимә тип сығыш яһай: "Башҡортостандың контрреволюция үҙәге юҡ ителде. Бағаналар киҫелде, ҡоймалар еңелерәк ҡолатылыр... Тиҙерәк ҡәһәрле фамилияларҙы оноторға. Уларҙың ҡәберенә уҫаҡ ҡаҙаҡ. Партияға ҡаршыларҙы юҡ итергә, уларҙың ейәндәренә һәм бүләләренә партияға ҡаршы ауыҙ асырға ла ярамағанлығын аңлатырға. Буржуаз милләтселәр Туран дәүләте төҙөү маҡсатын ҡуйған. Был ҡапҡан. Улар Баҡортостанға Абиссиния, Шанхай яҙмышын әҙерләгән. Иҫәнсурин япон-немец фашизмы агенты..." 9 октябрҙәге "Красная Башкирия" гәзитендә ҡоро ғына мәғлүмәт бирелгән: "4-6 октябрҙә Бөтә союз коммунистар партияһының Башҡортостан өлкә комитетының 3-сө пленумы үтте. Пленумда 5 кешенән торған яңы бюро һайланды. Бюро ағзалары итеп иптәш Заликин, Медведев, Митин, Нурғәлиев, Семенов һайланды. Беренсе секретарь итеп иптәш Заликин тәғәйенләнде".
Жданов ошондай уҡ пленумдарҙы Ҡаҙанда һәм Ырымбурҙа үткәрә. Ул ҡайтып киткәндән һуң "халыҡ дошмандары" менән көрәш көсәйтелә. 20 октябрҙә Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты сессияһында 156 кешенең 47-һе "халыҡ дошманы" тип табыла. Быкиндың ҡатыны Крущанская Софья Захаровна ҡулға алына. Ауырлы ҡатынды Өфө төрмәһендә атып үлтерәләр. Иҫәнсуриндың ҡатыны Лотфия Шәмсетдин ҡыҙы Нуртдинова шулай уҡ фатирында ҡулға алына. Балаларының ҡайҙа икәнлеген, ниндәй яҙмышҡа дусар ителеүен дә белмәйенсә, ул Карел-Фин Республикаһында һәм Ҡаҙаҡ ССР-ында 1947 йылға тиклем төрмәлә ултыра. Улы Рөстәм һәм ҡыҙы Гренада менән 12 йылдан һуң, 1949 йылда осраша. Балалары Киров өлкәһе Уржум ҡалаһының балалар йортонда тәрбиәләнгән була.
Дөйөм алғанда, 1930 йылдан Сталин үлгәнгә тиклем, Башҡортостандан илле меңдән ашыу кеше фажиғәле яҙмышҡа дусар ителә. Композитор, йырсы Fәзиз Әлмөхәмәтов, яҙыусыларҙан Fабдулла Амантай, Fөбәй Дәүләтшин, Дауыт Юлтый, Булат Ишемғол, Төхвәт Йәнәби, Һәҙиә Дәүләтшина; дәүләт эшмәкәрҙәренән Афзал Таһиров, Һиҙиәт Сәғәҙиев, Әхмәт Иҫәнсурин, Зиннәтулла Булашев, Шәрифә Тимерғәлина һәм башҡа меңәрләгәндәр ҡара исемлеккә инә. Архив материалдарынан күп осраҡта ғәйепләү ҡағыҙҙарының ялған булыуы күренә. Был кешеләрҙең күбеһенең ҡәбере билдәһеҙ, әммә уларҙың башҡарған эштәре, үҙҙәре халыҡ хәтерендә. Коммунистар партияһының ХХ һәм XXII съездары Сталиндың шәхес культын фашлай. СССР-ҙың Юғары суды Хәрби коллегияһы тарафынан меңәрләгән кешеләр үлгәндән һуң аҡлана һәм партия сафына ҡайтарыла, тарихи һәм юридик дөрөҫлөк урынлаша. Яҙмыштары фажиғәле өҙөлгәндәрҙең исемдәре теркәлгән Хәтер китаптары донъя күрә. Тарихыбыҙҙың бындай биттәрен белеү, хәтерләү мотлаҡ кәрәк шул.

Зилә НИҒМӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.09.15 | Ҡаралған: 1645

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru