«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХ ИЛСЕҺЕ БУЛҒАН ӘҘИП ҮҘ ҺҮҘЕН МӘЛЕНДӘ ӘЙТЕРГӘ БУРЫСЛЫ
+  - 

Фәнил Күзбәков Әҙәбиәт йылы уңайы менән булдырылған рубрикабыҙҙа был юлы беҙҙең һорауҙарға шағир, әҙәби тәнҡитсе, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Фәнил Күзбәков яуап бирә.

Художестволы әҙәбиәт идеологияға буйһонмай, ул идеологияны барлыҡҡа килтерергә тейеш, тибеҙ. Әҙәбиәттең йылдан-йыл тормоштоң бәләкәй генә майҙансығына ҡыҫырыҡлана барыуы уның йәмәғәтселек өсөн яраҡһыҙ институт икәнлеген аңлатмаймы?

- Граждандар йәмғиәте көслө булған, йәиһә рухиәтте алға ҡуйған зыялылар ил башында торған ҡоролошта ғына әҙәбиәт идеологияны барлыҡҡа килтерешеүҙә һиҙелерлек роль уйнай ала. Асылда иһә, власть әһелдәре әҙәбиәтте генә түгел, ғөмүмән, сәнғәтте, улай ғынамы - буйһондора алған бар даирәне һәр осорҙа ла үҙенә хеҙмәт иттерергә тырышҡан һәм тырыша. Был күренештең заманына ярашлы формалары, сифаты, кимәле генә үҙгәрә, ә асылы шул килеш. Әммә, бәхеткә, сәнғәттең алымдары күп төрлө. Образлы, кинәйәле телдә, берҙе һөйләп, икенсене аңғарта алыу мөмкинлектәре менән иң ҡаты цензура аҫтында ла, бетонды ярып килеп сыҡҡан йәшел үлән ҡыяғы һымаҡ, үҙенекен итеп, йәшәүгә һәләтле ул сәнғәт. Шулай булмаһа, меңәр йыл әүәл ижад ителгән әҫәрҙәр беҙҙең дәүергә килеп етмәҫ, еткән хәлдә лә күңелдәрҙе тетрәндерә, зиһенде яҡтырта, аҡылды байыта алмаҫ ине. Шундай илаһи көскә эйә булғанға ла әкиәт икәнен белгән әкиәтте уҡығанда ла тәрән кисерештәргә юлығаһың, ә трагедия кеүек әҫәрҙәр тураһында һүҙ ҙә юҡ. Хыял донъяһына бирелгән автор үҙе лә йәшкә быуылып ултырыуы ихтимал. Ижадсының бындай халәтен Пушкин ана нисегерәк тә аңлайышлы итеп әйтеп бирә алған: "Над вымыслом слезами обольюсь…"
Әлбиттә, һәр ижадсы - үҙ заманының балаһы. Әммә улар араһында ла заман идеологияһына ихластан инанып ижад итеүселәр бар, тамаҡ һәм дан хаҡына "эш" күрһәтеүселәр ҙә бар. Тик, нисек кенә булмаһын, теге йәки был әҫәрҙе ниндәйҙер идеяға хеҙмәт иткән тип кенә юҡҡа сығарыу үҙен аҡлап бөтмәйәсәк. Сөнки уның баһаһы ваҡыт һынауҙарын үткәндән һуң идеяға бирелгән-бирелмәгәнлеге менән түгел, ә сәнғәт әҫәре, ижад емеше булараҡ, тормош дөрөҫлөгөн бар ҡапма-ҡаршылығында аса алыу-алмауы менән билдәләнәсәк.
Идеяларҙың да бит төрлөһө булған һәм бар. Ғүмерлеһе, ғүмерһеҙе. Әммә, тота килеп, "идея" һүҙе ҡулланылған өсөн генә ниндәйҙер ҡараштарҙы инҡар итеү мәғәнәһеҙлек булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә күпселекте иртәгәгә әйҙәрлек, күңелдәрен елкендереп, аҡылдарын биләп, оптимистик уйҙар ҡуҙғытырҙай, өмөттәрҙе баҙлатырҙай идея табылмаған. Ә күптәр әйткән яҡшылыҡ - дөйөм төшөнсә генә шул. Кемдер өсөн яҡшы булған күренеш икенсе берәүгә бик насар булыуы ихтимал, ә өсөнсөһөнә һыуыҡ та, эҫе лә түгел. Шулай ҙа әҙип, рух илсеһе булараҡ, үҙ һүҙен мәлендә әйтергә бурыслы.
Йәнә бер күренешкә иғтибар итке килә. Әҙип, мәҫәлән, уҡыусыһының мәнфәғәттәрен, рухи кимәлен белеп, иҫәпкә алып эш итһә, насар түгел. Ә бына "Уҡыусы ошоно ярата бит, ошоно үҙ итә" тигән принцип ҡына өҫтөнлөк итә башланымы - ижадсының кәсепсегә әйләнеүен көт тә тор (бөгөн беҙ бындай күренештәрҙең тере шаһиты). Эйе, кәсепсенең эшләгәне лә баҙарҙа үҙ алыусыһын табыр. Ә Хоҙай мөһөрө менән тамғаланғанын күрмәй үтеүҙәре лә бик ихтимал. Сөнки, әгәр ҙә һәр нәмә, һәр күренеш, һәр бер әҙәм балаһы, исеме есеменә тап килеп, тәбиғәтенә, булмышына ярашлы тәғәйен генә баһаланһа, кешелек донъяһы күптән ожмах баҡсаһында ғына йәшәр ине. Әлегә ошо бер генә "әгәр" менән сикләнеп, шуны айырым-асыҡ билдәләйек әле, йәмәғәт: ысын мәғәнәһендәге ижад емеше, һатыуға сығарыла ҡалған хәлдә лә, һис кенә лә баҙар бизмәне менән генә үлсәнә алмаған! Беҙ иһә, күптәребеҙ социализм дәүерендә формалашҡан быуын, баҙарҙы һүгә-һүгә, ул тыуҙырған шарттарға яраҡлашырға маташабыҙ. Һәм... яраҡлашасаҡбыҙ. Сөнки әҙәм балаһына, биологик затҡа, иң ябай ғына булһа ла йәшәрлек шарттар кәрәк. Әммә ул биологик зат ҡына түгел бит. Ул - Кеше! Хоҙай яралғыһы, тик ошо яралғыға Иблис тә үҙ өлөшөн индереп өлгөргән. Бына ошо ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан туҡылған яралғыны һүрәтләүсе әҙип үҙе лә әүлиә түгел. Ул да әҙәм балаһы: берәүһе хәҡиҡәт эҙләй, үрһәләнә, нимәлер таба, ниҙелер юғалта; икенсеһенә бындай ғазаптар бөтөнләй хас түгел, әммә һәләтенә ярашлы "баҙар" хаҡтарын, "баҙар" талаптарын белеп эшләгән "әйберҙәр"е бар; өсөнсөһө, дүртенсеһе... Һәр ҡайһыһының әйтер һүҙе бар. Булһын, әйтелһен! "Әйт, кем икәнең асыҡланыр", ти бит аҡыл эйәһе. Ана шул әйтелгәнгә, яҙылғанға тәғәйен баһа бирә алһаҡ икән дә бит...
Идеология, әлбиттә, йәмғиәтте туплау өсөн кәрәк. Башҡортта ил-йортто зирәк аҡыллы сәйәсмән ил ағалары менән йәнәш ҡанатлы һүҙгә маһир сәсәндәребеҙ һаҡлаған. Үҙ бурысын яҡшы аңлағандары ил зарын һөйләп кенә ҡалмаған, ә халыҡ исеменән ни эшләргә кәрәклеген күпселек яҡшы аңларлыҡ кимәлдә әйтеп тә биргән. Тап ошондай бурысты күҙ уңында тотҡан Ҡарас сәсән "Мин - халыҡтың теле", ти. Халыҡ үҙе лә бындай шәхескә рух илсеһе, ҡанатлы һүҙ менән милләт исеменән сығыш яһаусы итеп ҡараған. Ысынында ла атаҡлы һүҙ оҫталарыбыҙҙың тарихи роле - уларҙың халыҡ теләген, халыҡ өмөтөн, халыҡ аңын килер быуындарға еткерә алыуҙарында. Әммә шуныһын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамайҙыр: халыҡ исеменән сығыш яһаусыны, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусыны йәмәғәтселек үҙ мәлендә аңлай алһын, уны күтәрмәләһен, күҙ ҡараһылай һаҡлаһын ине. Сөнки бындайҙар бик-бик һирәк, меңдән берәү. Хатта Ҡарас сәсән был йәһәттән үҙенең икеләнеүен белдерә: "Мин - халыҡтың теле, - тип тора ла, - тик халыҡ ауыҙын асырмы икән?"- тип риторик һорау ҡуя. Тел эшкә егелһен өсөн ауыҙҙың асылыуы кәрәк шул. Был һорау бөгөн дә ни тиклем актуаль, ҡырҡыу яңғырай! Ауыҙын аса аламы халыҡ? Асырға теләге, әйтә алыр һүҙе бармы? Уның исеменән сығыш яһай алырлыҡ әҙиптәребеҙгә ышанырлыҡмы? Әллә, шыма һөйләп, ҡаҡ таҡтаға һалалармы? Әйтә лә алды, ышандырҙы ла, ти, эйәрерлекме халыҡ?
Әҙәбиәттең йылдан-йыл тормоштоң бәләкәй генә майҙансығына ҡыҫырыҡлана барыуы властағыларҙың сәнғәтте, әҙәбиәтте тейешенсә баһалай, тулыһынса ҡуллана белмәүҙәренән һәм белергә лә теләмәүҙәренән тип уйлайым. Әммә бәләнең башы шулай ҙа йәмәғәтселектең рухи ҡиммәттәргә (хатта туған телебеҙгә ҡарата!) битарафлығында. Шуны аңлаһаҡ ине: йән эйәһе булараҡ үҙебеҙҙе нисек тә һаҡлай алырбыҙ ул (ашарлыҡ-эсерлек, кейенерлек, йәшәрлек урын - былары ғына нисек тә булыр), тик әҙәм балаһынан Кеше булыу талап ителә бит әле. Улай ғына ла түгел, билдәле милләт вәкиле булған Кеше, тимәк, милләтеңә торошло башҡорт була алыу талап ителә! Күренеүенсә, милләтте һаҡлау, бергә туплау, бөгөнгө катаклизмдарға бирешмәҫлек иммунитет булдырыу өсөн милли идеология кәрәк. Ул беҙгә үҙебеҙҙе башҡорт булараҡ һаҡлау өсөн кәрәк, ә кемгәлер ҡаршы сығыу, башҡаларҙы баҫып алыу, буйһондороу, үҙеңә хеҙмәт иттереү өсөн түгел. Әҙиптәребеҙ тап ошондай уй-теләк менән Шәйехзада Бабич, Рәми Ғариповтар һымаҡ янһа икән!..
Әлегеһе мәлдә иң кәрәге шулдыр: халҡым, милләтем тиһең икән, ҡулыңдан килгәнен эшлә. Аҡса юҡлыҡҡа, эшһеҙлеккә, етәкселеккә зарланма. Йүнсел йүнен табыр, ташҡа ла ҡаҙаҡ ҡағыр! Проблеманы моронлаған ерендә үк хәл итергә ынтылайыҡ, йәмәғәт! Шул осраҡта әҙәбиәттең дә алыштырғыһыҙ роль уйнауы асыҡланыр, сөнки аңлашып эшләү өсөн һөйләшеп алырға ла кәрәк бит. Ҡанатлы һүҙ менән рухланып башҡарылған эш артынса ойошторолған байрамдың йырһыҙ үтмәүе лә йәнә бер иҫбатланыр.

"Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр" тигән Достоевский. Ә бына донъяны тик шиғыр ярҙамында ғына нисек итеп үҙгәртеп була, тип уйлайһығыҙ?

- Буталсыҡлыҡҡа юл ҡуймау маҡсатында шуны теүәл генә асыҡлап китәйек: һүҙ нимә тураһында бара һуң? Бит донъя күп ҡырлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы, даими үҫеш-үҙгәрештә. Унда төрлө-төрлө илдәр, меңәрләгән милләттәр, тиҫтәләгән конфессиялар йәшәй. Байы бар, ярлыһы бар. Әйтәйек, Америка Ҡушма Штаттары Рәсәйҙе ҡотҡарырға теләр инеме? Йә булмаһа, матурлыҡты француз, эскимос йәки башҡорт бер төрлө генә күҙаллаймы? Тышҡы матурлыҡты, эске матурлыҡты?.. Ниңә, атаҡлы яҙыусы был турала уйланмағандыр тиһеңме ни, тиер кемдер. Бөтә хикмәт тә шунда шул. Уйҙарының осона сыға алмағанға ла әҫәрҙән-әҫәргә был турала һүҙ оҙайта бит ул. Тел төбө иһә матурлыҡты христиандарса аңлауға илтә. Йәғни Хоҙай Тәғәлә яралтҡанға донъя илаһи, матур һәм уйлы әҙәми зат, Достоевский аңлауынса, Муса бәйғәмбәрҙәй, кешелек хаҡына үҙен ҡорбан итергә әҙер булып, Илаһ ҡылған бар матурлыҡты һаҡларға тырышыу ғына уны ҡотҡарып ҡаласаҡ тигән инаныс менән йәшәргә бурыслы.
Гәзит сиктәрен иҫәпкә алып, фәлсәфә диңгеҙенең тәрән сөңгөлдәренә юлыҡмаҫ өсөн "матурлыҡ"ты сәнғәткә бәйле аңлайыҡ та, "донъя"ны башҡорт донъяһы менән генә сикләп торайыҡ (юғиһә, Рәсәй киңлеге лә дарыны бушҡа шартлатыуға килтереүе бар).
Ысын мәғәнәһендәге художестволы әҫәр уҡыусының күңел донъяһына нур төшөрмәй ҡалмай тигән фекерҙәмен (Теләһә ниндәй шиғырҙың да үҙ уҡыусыһы булыуы мөмкин. Әммә әлегә һүҙ был турала түгел, ә сәнғәт критерийҙарына яуап биргән, талапсан зауыҡты хушһындырған әҫәрҙәр хаҡында). Талантлы шиғыр матурлыҡты күрергә, тәрәнерәк аңларға, уны тейешенсә баһаларға ла ярҙам итә, әйләнә-тирәне, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыраҡ, камилыраҡ итергә ынтылыш та тыуҙыра. Күренеүенсә, юғары художестволылыҡҡа эйә әҫәр зауыҡлы уҡыусыны илһамландырып ҡына ҡалмай, ә ыңғай, әүҙем эшмәкәрлеккә әйҙәй, донъяның, йәшәйештең илаһилығын, әҙәм балаһы булмышының серлелеген, ҡабатланғыһыҙ булыуын күрһәтеп, кешелә матурлыҡ тойғоһон, теләһә ниндәй осраҡта ла Кеше булып ҡалыуҙың бөйөклөгөнә инаныс тәрбиәләй. Парта артында шиғыр ятлатып түгел, ә "аҡыллы йөрәк" (Лев Толстой) формалаштырыу юлы менән. Бындай инаныс, Кешенең бөйөклөгөнә инаныс, ижадсымын тигән ижадсыға бик кәрәк. Был осраҡта ул ҡот осормалы күренештәрҙе лә матурлыҡты асығыраҡ күрһәтеү өсөн файҙаланасаҡ. Мәҫәлән, Гюгоның Квазимодаһы менән Эсмеральда. Улай ғына ла түгел әле. Тышҡы ҡотһоҙлоҡ менән эске донъяның ярашмауы ла бар. Шул уҡ Квазимоданың күңеле матур түгелме ни? Үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, матурлыҡты ҡотҡарырға ынтылыуы менән генә лә ул үҙенә ҡарата теләктәшлек, һоҡланыу, йылы тойғо уята. Бындай әҙәби күренештәрҙе донъя әҙәбиәтенә юлланмайынса ла табып булыр ине. Мәҫәлән, Суфиян Поварисов Ғәлимйән Ибраһимов яҙмышына арналған трилогияһында тышҡы һәм эске донъяның ярашыу-ярашмауына бәйле фәһемле күренештәрҙе мауыҡтырғыс итеп тасуирлай алған.
Ғөмүмән, "Рәсәйҙә Шағир - шағирҙан юғарырыҡ" (Евгений Евтушенко) тигән фекер менән килешкәндә, шиғыр ярҙамында күпкә өлгәшергә мөмкин. Бындай инаныс тәү сиратта, әлбиттә, шағирҙың үҙе өсөн кәрәк (үҙе менән һоҡланыу, кәпәренеү өсөн түгел, ә миссияһының иҫ китмәле яуаплылығын аңлау өсөн!), ә зауыҡлы уҡыусыға донъяны ла, үҙен дә артабан камиллаштырыу өсөн.

Ҡатын-ҡыҙ ир-ат өсөн асылып бөтмәгән сер булып ҡалырға тейеш, тибеҙ. Әгәр ҙә асылып бөтһә, ул ҡатын-ҡыҙҙың ир-ат өсөн ҡыҙығы ҡалмай, тиҙәр. Был дөрөҫмө?

- Был осраҡта күптәр "сер" тигәндә көтөлмәгән ҡыуаныс килтерә торған тылсымды күҙ уңында тоталыр, моғайын. Сөнки Пандора йәшниге лә сер менән лыҡа тулы, тик уның бикле тороуы хәйерлерәк. Тылсымға килгәндә… Бала саҡта, мәҫәлән, һәр көндө тылсымдай ҡабул итәһең. Һәр көн һинең өсөн яңылыҡ, һәр көн ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдыра. Ә иртәгәге көн тағы ла сағыуыраҡ булыр һымаҡ. Бәлки, был бәхетле балалыҡ өсөн генә шулайҙыр. Ихтимал, шулайҙыр. Заманында Булат ағай Рафиҡов та балалығы һуғыш осорона тура килгән быуын исеменән, асырғанып, "Салбар ишаратын тарта-тарта, ҡасҡым килде бала сағымдан", тип ҡуйғайны.
Ҡатын-ҡыҙға килгәндә… Ысынында ла тылсым эйәһеләй булырға тейештер ул. Ҡатын-ҡыҙға Хоҙай Тәғәлә тарафынан, миңә ҡалһа, ир-атҡа ҡарағанда бар сифаттар ҙа мулыраҡ бирелгәндер. Сөнки ул - яралтыусы. Кешене яралта! Хоҙай эшен башҡара түгелме? Бында ир-аттың да ҡыҫылышы бар ҙа, тиер кемдер. Кем бәхәсләшһен? Бар, әлбиттә. Тик әсәмен тигән әсә тыуасаҡ йән эйәһен йөрәк аҫтында туғыҙ ай йөрөтөп кенә ҡалмай, ә артабан да уны үҙ ғүмере ахырынаса ҡурсалаясаҡ. Теге тылсымлы сер Хоҙай Тәғәлә тарафынан (кемдер тәбиғәттән, тип аңлаһа ла хилафлыҡ юҡ) һалыналыр ҡыҙ балаға һәм үҙен ҡыҙ кеше тип таный башлаған мәлдән һиҙҙерә башлайҙыр. Танауына еҫ керә башлаған малай өсөн ҡайһылыр бер ҡыҙҙың һирпелеп ҡарауы ғына ла мәңге онотолмаҫ хәтирәгә әйләнер, әммә нилектән шулай килеп сыҡҡанлығы асылмаҫ сер булып һаҡланыр. Шундай ҡараш тәьҫирендәлер, дүрт юллыҡ яралғайны бер мәл:

Ҡатын-ҡыҙҙың барсаһында барҙыр
Йылмайыуы Мона Лизаның.
Йылмайыуға серен төргән ҡатын -
Серҙәр серелер ул донъяның.

Бәлки, бала саҡ хыялы менән ғүмер ахырынаса йәшәй алғандарға ғына донъя серлерәк күренәлер? Әммә ундай мәлдәрҙе иҫкә алғандарҙың күбеһе: "Ә дүрәклек, бала-сағалыҡ уҙған инде…", йә булмаһа, "йәшлек-йүләрлек", тип ҡул һелтәй, "юҡ-бар менән баш ҡатырмау" яйын ҡарай. Ә бит ана шул йылмайыу артындағы серҙе аса алһаң, кем белә, бәлки, һиңә бөтөнләй икенсе донъя балҡыған булыр ине.
Мифтарға ярашлы, кешелек таңында әҙәм балаһы бер бөтөн итеп яратылған, имеш. Быныһын, бәлки, Яралтыусы тәжрибә үткәреү өсөн генә "әүәләгәндер". Артабан ул был йән эйәһен ҡап урталай бүлгән дә икеһен ике яҡҡа һелтәгән. Уларҙан таралышҡан йән эйәләре - бөгөнгө әҙәм балалары - ана шул үҙ яртыларын эҙләп хитланалар икән. Тапһалар - бәхетле, тапмаһалар…
Нисек кенә булмаһын, ир менән ҡатын бер бөтөндө барлыҡҡа килтерергә тырышҡан ике донъя. Эйе, икеһе ике донъя. Бына ошо икеһе ике донъя бер донъя булып йәшәй алһын өсөн ҡатын-ҡыҙ асылмаған сер булып ҡалырға тейештер ҙә. Теге ваҡыт, йылмайып, илаһи донъяға әйҙәне. Ул илаһи донъяға торошло тормош ҡора алырға ла кәрәк бит әле. Бергәләп, ҡулға-ҡул тотоношоп. Әлбиттә, ул донъяға саҡырып индереү генә аҙ. Икәүең дә бер күтәрелгән бейеклектә ҡала алыуың бурыс. Ә донъя көтөү - ысыҡлы аҡланда сәскә йыйып, бер-береңә бүләк итеп, ҡыуышып йөрөү генә түгел… Хөкүмәт эшендә лә эшләй, йорто ла гөл кеүек, аш-һыуы - телеңде йоторһоң, көлөп-йылмайып тора, йырлап ебәрә, бейеп китә… Нисек барыһына ла өлгөрә? Сер! Ҡыуанысҡа - йыуаныс: бала тыуҙы. Мыжый, төндәрен илап сыға, ауырып китә. Әсәһе зарланмай, керпек ҡаҡмай төн үткәрә, сабыйын бәпләй, ире тәрбиәле, йөҙө генә тартылып киткән. Ниңә зарланмай? Сер! Ире ҡыҙмаса ҡайтҡан. Кискелеккә аҙыҡ-түлек, балаға һөт алаһы урынға бер сәскә тотҡан булған. Хәстерүш… Әй, никахлашҡан көндәре икән дә. Ниңә бысранған йүргәк менән сәпәйһе урынға хәйләһеҙ йылмая? Сер!
Бер үк мәлдә ҡыҙыҡ ҡына көтөп йөрөгән ир-ат өсөн ҡатын-ҡыҙ серлелеге оҙаҡҡа бара микән? Төп сер, моғайын, ир-егеттең шул сер донъяһын һаҡлай белеүендәлер. Кешелекте йәшәтеүсе һәм йәшәртеүсе мәңгелек сер булып ҡалһын ул ҡатын-ҡыҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.09.15 | Ҡаралған: 1427

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru