«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘЗИТ-ЖУРНАЛДАРҘЫҢ ВАҠЫТЫНДА КИЛМӘҮЕНӘ КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?
+  - 

Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарға яҙылып та, уны ваҡытында алмауға зарланыусылар артҡандан-арта бара. Бының төп сәбәбе, әлбиттә, "Рәсәй почтаһы"нда килеп тыуған проблемалар. Тармаҡтың матбуғат баҫмаларын таратыуға бүленгән 3 миллиард һумлыҡ Хөкүмәт дотацияһынан ҡолаҡ ҡағыуы хәлде үтә ныҡ ҡатмарлаштырҙы. Шул сәбәпле, "Рәсәй почтаһы" баҫмаларға яҙылыу хаҡын ҡырҡа арттырҙы. Һөҙөмтәлә күп кенә төбәктәрҙә гәзит-журналдар үҙ уҡыусыһын, тиражын юғалтты, ә ҡайһы бер матбуғат саралары бөтөнләй нәшер ителеүҙән туҡтаны.

Сәбәбе ябай ғына...

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Тимофеева белдереүенсә, "Рәсәй почтаһы"ның уйланмаған сәйәсәте арҡаһында гәзит-журналдарға яҙылыу ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән, ә был күрһәткес артында яратҡан баҫмаһынан мәхрүм ҡалған 5 миллиондан ашыу Рәсәй халҡы тора. "Хөкүмәт килеп тыуған ситуацияны ҡулға алмаһа, илебеҙ тағы ла күпме уҡыусыһын юғалтыр, күпме гәзит-журналдар үҙ эшмәкәрлеген туҡтатыр?" - тип борсолоу белдерҙе депутат. Тармаҡтың ауыр хәлдә ҡалыуын аңларға була ла ул, тик бынан ғына һуңғы тиндәрен яратҡан гәзит-журналын алдырыуға сығарып һалған халыҡтың хәле еңеләйеп китмәй шул.
Мәсьәләне яйлауҙы һорап, Рәсәйҙең эре федераль матбуғат саралары 2013 йыл аҙағында ил Президенты Владимир Путинға хат та яҙып ҡарағайны, әммә иғтибар тойолманы. "Хөкүмәттең гәзит-журналдар таратыуға субсидия бүлеүҙе туҡтатыуынан бер баҫма өсөн уртаса 700 һум түләргә мәжбүр булған уҡыусы ғына түгел, ә полиграфия хеҙмәткәрҙәре, таратыусылар, подписка менән шөғөлләнеүсе агентлыҡтар ҙа ҙур зыян күрәсәк, һөҙөмтәлә миллиондан ашыу кеше эш урынын юғалтасаҡ", тип белдергәйне Матбуғат продукцияларын таратыу ассоциацияһы ла. Был күҙаллауҙың ни тиклем дөрөҫ булыуын бөгөн үҙебеҙ күреп беләбеҙ.
Халыҡҡа матбуғат баҫмаларын ваҡытында таратыу социаль функция булып һаналһа ла, дәүләт уны субсидиялауҙан туҡтаны. Шул арҡала гәзит таратыу уның хаҡынан да ҡыйбатыраҡҡа барып баҫты. Шуныһы ҡыҙыҡ, был хәл подписка менән шөғөлләнеүсе почтальондарҙы ла борсоуға һалырға тейеш кеүек ине. Әммә подписканың насар булыуы улар өсөн яҡшыраҡ та кеүек тойола әле ул, һәр өй һайын гәзит таратырға ла, ауыр йөк күтәреп йөрөргә лә кәрәкмәй. Ҡиммәтле хаҡҡа баҫмаларға яҙылып та, уны ваҡытында алмаған уҡыусыларға үҙ хоҡуҡтарын нисегерәк яҡларға һуң? Үҙ тауарын таптырып килеүселәргә, йәиһә шылтыратыусыларға насар хеҙмәтләндереүҙең сәбәбен почтальондар, подписка менән шөғөлләнеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең етешмәүе һәм тағы ла ниндәйҙер сәбәптәр менән аңлатырға була, әлбиттә. Ләкин бынан ғына хәл үҙгәреп китмәй шул. Тармаҡтың хәл итә алмаған был проблемаһы арҡаһында ваҡытында барып етмәгән баҫмаларҙа яҙылғандар иҫкергән, кәрәкмәгән мәғлүмәткә әйләнә. Шул сәбәпле гәзит-журналдар тәғәйен маҡсатын юғалта, үҙ бурысын үтәүҙән туҡтай.

Гондурас беҙҙән әүҙемерәк

"Рәсәй почтаһы"ның үтә һүлпән булыуын, уның Үҙәк Африканың Ангола, Үҙәк Американың Гондурас республикаларынан да насарыраҡ эшләүен 2012 йылда уҡ Гарвард университетының иҡтисад профессоры Андрей Шлейфер иҫбат итеп, Леонтьев миҙалына лайыҡ булған. Санкт-Петербургта үткәрелгән лекцияла ул бер төркөм фекерҙәштәре менән "Хөкүмәттең хаттар ярҙамы менән үлсәнгән эш һөҙөмтәһе" тигән эшен тәҡдим итә. Ғалимдар ябай ғына эксперимент үткәрә. Улар 2010 йылдың декабре һәм 2011 йылдың феврале арауығында төрлө халыҡ-ара почта килешеүенә ҡул ҡуйған 159 илдең иң ҙур бер нисә ҡалаһына икешәр хат ебәрә. Был килешеүгә ярашлы, милли почталар хаттарҙы латин хәрефтәре менән тапшырырға, адрес күрһәтелмәгән осраҡта, ебәреүсеһенә кире ҡайтарырға тейеш була. Шлейфер һәм уның компанияһы хаттарҙы хаталы адрес менән яҙып, әгәр тапшырып булмаһа, уны кире ҡайтарырға, тип яҙып ебәрә һәм уларҙың ҡасан кире әйләнеп килеүен көтөп, ваҡытты билдәләй. Лидер урынға АҠШ сыға. Унан алыҫ булған дәүләттәрҙә лә почтаның сәғәт кеүек эшләүе билдәле була. Шулай уҡ Чехияға ебәрелгән хаттар ҙа ике айҙан кире әйләнә. Ә бына Рәсәйгә, Камбоджаға, Тажикстанға ебәрелән хаттарҙың береһен дә кире ҡайтармайҙар. Бер йыл көткәндән һуң, иҡтисадсылар экспериментты туҡтата. Ғалимдарҙы Рәсәй почтаһының Гондурастыҡынан да насар эшләүе ғәжәпкә ҡалдыра. Рәсәйҙә үткәрелгән ошондай уҡ эксперимент һөҙөмтәләре иһә, ил эсендәге саҡрымдар ҙурлығы түгел, ә хаттарҙың тәүлектәр буйы почта бүлексәләрендә ятыуы проблема тыуҙырыуын күрһәтә. "Новые Известия" гәзите "Рәсәй почтаһы"ның матбуғат хеҙмәтенә ғалимдарҙың был тикшеренеүенә баһа биреүҙәрен һорап хат ебәрә, ләкин яуап ала алмай.
Йыл һайын тиерлек ҙур суммала штраф түләүе лә почта тармағының үҙ эшенә һалҡын ҡарауын, халыҡты сифатһыҙ хеҙмәтләндереүен күрһәтә. Тармаҡ үҙ проблемаһын ябай халыҡтың кеҫәһе менән дә хәл итеп ҡараны, әммә һаман да мәсьәләне яйлай алмай әле. Почтальондарҙың эш хаҡы ла һаманғаса бәләкәй булып ҡала. Ә был иһә хеҙмәткәрҙәрҙең етешмәүенә, эш урындарының тотороҡһоҙлоғона килтерә. Нәҡ ошо проблемалар арҡаһында баҫмаларҙың тиражы күпкә кәмеп, "ат хаҡы"ндай булды ла инде. Һанай китһәң, Рәсәй почтаһының әллә күпме етешһеҙлектәрен, кәмселектәрен табырға була. Тик уларҙы һанау менән генә хәл итеү юлдары табылмай. Шуныһы үкенесле, үҙ хеҙмәте өсөн ҙур хаҡ алып та, уны намыҫ менән үтәмәгән почтанан әлеге лә баяғы ябай халыҡ зыян күрә. Ҡулланыусы булараҡ тауарын ваҡытында алмаған уҡыусыға нимә эшләргә һуң? Баҫмаларҙы таратыуҙы нисегерәк итеп яйға һалыуҙарын талап итергә?

Насар эшләйһең икән, түлә!

Баҫмаларға яҙылып та, уны ваҡытында алмайһығыҙ, йәиһә бөтөнләй килтермәйҙәр икән, уҡыусы гәзит-журнал килтереүҙең яңы срогын билдәләргә, сығымды ҡаплатыуҙы талап итергә, килтермәгән баҫма өсөн аҡсаны кире ҡайтарыуҙы, подписка килешеүен өҙөүҙө талап итергә хаҡлы.
Таратыусы иһә ун көн эсендә уның талабын ҡәнәғәтләндерергә, килешеү өҙөлгәндән һуң килгән зыянды ҡапларға тейеш. Эшенә һалҡын ҡараусылар һуңлаған һәр көн өсөн таратыу хаҡынан 3 процент неустойка ла түләргә тейеш. Таратыу хаҡын билдәләп булмаһа, неустойка экземплярҙың подписка хаҡынан сығып түләнә.
Һәр кем хоҡуҡтарын белеп эш иткәндә, был хаҡта ваҡытында кәрәкле урынға дәғүә белдергәндә, бәлки, гәзит-журналдарҙы таратыу эшен дә яйға һалып булыр ине, тип ышанғы килә. Ил төкөрһә күл була, йәиһә күмәкләгән яу ҡайтарған, тип бушҡа ғына әйтмәгән бит халыҡ. Күп осраҡта гәзит уҡыусылар дәғүәһен редакцияға шылтыратып белдерә. Редакцияның почта эшенә ҡыҫылышы булмаһа ла, ул һәр уҡыусыһының мәнфәғәтен ҡайғыртырға, проблеманы яйға һалырға тырыша. Гәзит килмәүен бер кемгә лә хәбәр итмәгән уҡыусыларыбыҙ ҙа бихисап.
Үҙ тармағында тәртип булдырыу, гәзит-журналдар таратыу сифатын күтәреү буйынса "Рәсәй почтаһы"на уйланырлыҡ урын бар. Ҡыйбат хаҡтарға ҡарамай, гәзит-журналдарға яҙылып та, уны ала алмағандар был хаҡта редакцияларға шылтыратып белдерә ала. Редакция хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең дәғүә буйынса кәрәкле етәкселәргә хат яҙып, хоҡуҡтарығыҙҙы яҡларға тырышыр. Шулай уҡ 8 (347) 276-66-44 һандарына, "Рәсәй почтаһы" ның Башҡортостан буйынса идаралығының "ҡыҙыу линия"һына ла шылтыратырға мөмкин. Бөтәбеҙ ҙә бер һүҙҙән булып, етешһеҙлектәрҙе ваҡытында еткереп, дәғүәләребеҙҙе белдереп барһаҡ, проблеманы саҡ ҡына булһа ла яйлап булмаҫ инеме икән, тигән өмөт бар. "Рәсәй почтаһы" илебеҙҙәге иң ҙур боронғо тармаҡтарҙың береһе. Тик иҫәп менән сифаттың тура килмәүе ғорурлыҡ тойғолары уятмай. Тармаҡ, үҙ өлкәһендәге проблемаларҙы халыҡ иңенә һалмай, сифатлы хеҙмәтләндереү юлын табырға тейеш.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.10.15 | Ҡаралған: 1225

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru