«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВӘЛИДИ ИДЕЯЛАРЫН ДАУАМ ИТЕП...
+  - 

Көнсығышты өйрәнеү, комплекслы фәнни тәрбиә булараҡ, беҙҙең илдең йәмәғәт һәм сәйәси тормошонда һәр ваҡыт мөһим роль уйнай килгән. Бөгөн дә Көнсығыш халыҡтары тарихын, мәҙәниәтен, был илдәр араһындағы бәйләнеш ҡанундарын өйрәнеү төбәк-ара һәм шул уҡ ваҡытта глобаль проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Халҡыбыҙҙың беренсе көнсығыш илдәрен өйрәнеүсеһе - Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Башҡортостан һәм башҡорттар хаҡындағы мәғлүмәтте көнсығыш илдәренә тәү башлап ул еткергән. 2015 йылдың 7-10 октябрендә республикабыҙҙа үтәсәк "Рәсәй һәм Көнсығыш: илдәр һәм халыҡтарҙың бер-береһенә йоғонтоһо" X Бөтә Рәсәй съезында ла ошо бәйләнештәргә яңы һулыш өрөләсәк. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы ХИСАМЕТДИНОВА һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһындағы вәкиле, тарихсы Әхәт Ғөбәй улы СӘЛИХОВ менән әңгәмәлә ошо сараның маҡсаты, көнсығышты өйрәнеүҙең әһәмиәте тураһында һөйләшәбеҙ.

Бихисап абруйлы ғилми үҙәктәр көнсығышты өйрәнеүселәрҙең X Бөтә Рәсәй съезын ойоштороусылар исемлегендә тора. Асыҡлап китәйек әле, съездың маҡсаты нимәлә һәм ул үҙ эсенә ниндәй проблемаларҙы ала?

Әхәт СӘЛИХОВ Ә. Сәлихов: Форум эшендә Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Өфө, Екатеринбург, Новосибирск, Владивосток, Краснодар, Якутск, Ҡыҙыл, Абакан, Липецк, Чебоксар ҡалаларынан һәм Әзербайжан, Беларусь, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Украинанан өс йөҙҙән ашыу ғалим ҡатнаша. Улар тарафынан Рәсәйҙең Көнсығышты өйрәнеү үҙәктәренең тарихы һәм бөгөнгө хәле, Рәсәйҙең көнсығыш илдәрен өйрәнеү тарихы һәм перспективаһы, тарихта һәм бөгөнгө тормошта исламдың роле, Рәсәй менән көнсығыш бәйләнешенең матди мәҙәниәттәге сағылышы, Рәсәй - көнсығыш тел бәйләнештәре, көнсығышты өйрәнеүҙәге лингвистика мәсьәләләре ҡараласаҡ. Әхмәтзәки Вәлиди Туған һәм көнсығышты өйрәнеүҙең актуаль мәсьәләләре (Әхмәтзәки Вәлидиҙең 125 йыллығына ҡарата), Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтендә көнсығыш яҙма мәҙәниәте сағылышы (Шәйехзада Бабичтың 120 йыллығына ҡарата), Төрки телдәрҙең, торошо һәм перспективалары, С.И. Руденконың гуманитар фәндәр үҫешенә индергән өлөшө (130 йыллығына ҡарата), көнсығышты өйрәнеүҙе үҫтереүҙә фронтовик-ғалимдарҙың һалған хеҙмәте һәм көнсығыш халыҡтарының фольклоры һәм мифологияһы тигән темаларға симпозиумдар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ 2014 йылдың ноябрь айында асылған көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлегенең эше лә ҡараласаҡ. Шулай итеп, съездың маҡсаты - халҡыбыҙҙың көнсығыш менән тығыҙ бәйләнештә булған тарихын, яҙма мәҙәниәтен, фольклорын һәм арҙаҡлы шәхестәрен, уларҙың хеҙмәтен өйрәнеү, был ҡиммәттәрҙе киләсәк быуындарға тапшырыу.

Боронғораҡ дәүерҙә көнсығышта башҡорт халҡының тарихы һәм теле менән ҡыҙыҡһыныусылар булғанмы? Бөгөн был мәсьәләгә ҡараш нисек?

Фирҙәүес ХИСАМЕТДИНОВА Ф. Хисаметдинова: Башҡорт халҡының тарихы менән бик боронғо ваҡыттан сәйәхәтсе ғалимдар ҡыҙыҡһынған. Беренселәрҙән булып ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан башҡорттар тураһында яҙып сыҡҡан. Урта быуаттарҙа Венгрия ғалимдары башҡорттар араһына килеп, уларҙың тарихын өйрәнә, сөнки ҡасандыр мадъярҙарҙың ата-бабалары Уралдан Дунай буйҙарына күсеп ултыра. Башҡорт һәм мадъяр телдәре араһында дөйөм оҡшашлыҡ һәм үҙенсәлектәр барлығын ғалимдар күптән раҫлай. Шуға ярашлы, 1925 йылдан башлап Будапешт университетында башҡорт телен өйрәнәләр. Төркиәнең иң боронғо уҡыу йорто - Византия империяһы тар-мар ителгәс, 1453 йылдың 29 майында Солтан Мәхмүт II бойороғо буйынса Изге София соборы нигеҙендә асылған мәшһүр Истанбул университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу һәм өйрәнеү халҡыбыҙ күңелендә ғорурлыҡ уята. Был юғары уҡыу йорто - мәғариф, фән һәм мәҙәниәттең үҫешен тиҙләткән, көнбайыш һәм көнсығыш ҡиммәттәрен бер урынға туплаған, уларҙың күсәгилешлелеген һаҡлаған, Төркиәгә һәм бөтә донъяға юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгән үҙәк. Төркиәлә 175 университет иҫәпләнә, шуның 46-һы Истанбулда. Барлыҡ юғары уҡыу йортонда 4,2 миллион студент белем ала. Истанбул университетының Евразия институты бүлегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты эшләй. Истанбул университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы Исмәт Бинәр 2014 йылдың майында Истанбул нәшриәтендә төрөк һәм башҡорт телдәрендә башҡорт теленең грамматикаһын баҫтырып сығарҙы. 240 битлек китабында ғалим башҡорт теленең фонетикаһы, морфологияһы, орфографияһы, синтаксис һәм пунктуация тураһында төрөксә һәм башҡортса тулы мәғлүмәттәр бирә. Ошо дәреслек аша Истанбул университетының Евразия бүлеге студенттары башҡорт халҡының тарихын, уның тел үҙенсәлектәрен, әҙәбиәтен өйрәнә. Башҡорт теле башҡа төрки телдәргә ҡарағанда ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, доктор Исмәт Бинәрҙең ғилми яҡтан эшкәртеп башҡортса дәреслек баҫтырып сығарыуы - үҙе бер батырлыҡ. Китап АҠШ-та һәм Ҡытайҙа юғары баһа алған. Китапҡа баш һүҙҙе үҙем яҙҙым. Унда башҡорт шағирҙарының иң аҫыл ижад өлгөләре Б. Бикбайҙың "Туған тел", Р. Бикбайҙың "Халҡыма хат", К. Кинйәбулатованың "Туған телем", Ш. Бабичтың "Беҙ", "Башҡорт халҡына көйлө хитап", "Башҡортостан", Р. Ғариповтың "Башҡортостан", С. Юлаевтың "Уралым" шиғырҙары, әҙәби әҫәрҙәр ингән. Шулай уҡ башҡорт халыҡ ижадынан ҡобайырҙар, әкиәттәр, мәҡәлдәр төрөксә бирелә.

Бөгөн бөтә халыҡтар, бигерәк тә төрки телле халыҡтар латин графикаһын үҙ итә. Компьютерҙар ҙа шул яҙмала. Ә беҙ ҡасандыр латин графикаһынан кириллицаға күсерелгәнбеҙ. Көнсығыш күҙлегенән ҡарағанда, мәҫәлән, бөгөнгө кириллица әҙәби тарихы, шәжәрәләре шул яҙмала булған халҡыбыҙҙың мәҙәни байлығын һайыҡтырып күрһәткән кеүек түгел микән?

Ф. Хисаметдинова: Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙ 1929 йылға тиклем белем һәм тәрбиәне меңәр йылдар буйы ғәрәп графикаһында ала, әммә шул уҡ йылда ғәрәп яҙмаһын латин алфавитына, ә 1939 йылда бер кемдән дә һорап тормайынса, кириллицаға күсерәләр. 1929-1930 йылдарҙа, латин алфавитына күсеү дәүерендә, "грамотаһыҙ" халыҡты уҡытыу өсөн һәр ауылда ликбездар ойошторола. Һәр уҡый-яҙа белгән кеше һигеҙ-ун кешене грамотаға өйрәтергә бурыслы була. Һуңынан, йәнәһе, башҡорт халҡы революцияға тиклем тома наҙан, яҙмаһы ла, әҙәбиәте лә булмаған, тип үҙәк гәзит-журналдар бөтә донъяға ялған хәбәр таратырға ашыға. Мәҫәлән, 1987 йылдың 11 майында "Правда" гәзите: "Башкирский народ, не имевший даже своей письменности, совершил удивительный исторический скачок от патриархального уклада жизни к высотам, с которых виден всему миру", - тип яҙҙы.
Бөгөн мәғарифы, мәҙәниәте, сәнғәте, медицинаһы юғары кимәлгә күтәрелгән башҡорт халҡы, үҙенең яҙмаһы булмаһа, ерен, халҡын, һыуын, телен, динен яҡлап 200 йыл буйы колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшә алыр инеме? Ат еткән ергә ат, хат еткән ергә хат ебәреп, халҡыбыҙ үҙ-ара хәбәрләшкән, илдә барған хәл-ваҡиғаларҙы бер-береһенә еткереп торған. ХVII-ХIХ быуаттарҙа һәр ауылда уҡый-яҙа белгән кешеләр етерлек булған. Барлыҡ күтәрелеш етәкселәре лә халыҡҡа һәр төрлө яҙма мөрәжәғәттәр, фармандар менән оран һалған. 1755 йылдың 15 майында Талҡаҫ һәм Ирәндек буйында башланып киткән ихтилалда, уның етәксеһе Батырша (Ғабдулла Ғәли улы) яҙма өндәмәһен уҡыған икәне билдәле. Рәсәй империяһының ҡотон алған Аҡай, Күсем, Алдар, Ҡараһаҡал, Салауат, Юлай, Кинйә кеүек шәхестәребеҙ белемһеҙ булһа, шундай ҙур хәрәкәткә етәкселек итә алырҙар инеме?
Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре лә, белемле һәм аңлы эш итеп, Рәсәй составында иң тәүге автономиялы республиканы төҙөй алған. Халҡыбыҙҙа уҡый-яҙа белеү Ислам дине инеү менән башлана. Һәр бер ауылда мәсет, уның янында мәҙрәсәләр була. Улар халыҡты уҡырға, яҙырға өйрәткән, яҡшы тәрбиә биргән.

Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары.

Халҡыбыҙ наҙан булһа, бындай хаттарҙы уҡый алыр инеме? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ VII - VIII быуаттарҙа руник яҙыу, ә IХ быуаттан, Ислам динен индереү менән, ғәрәп алфавитын ҡуллана башлай. Меңәр йыл буйы ошо ғәрәп яҙмаһы ярҙамында аралашҡан, аң-белем алған, яҙышҡан. Тик үткән быуаттың 30-сы йылдарында латин, ә 40-сы йылдарында урыҫ яҙмаһына күсеп, ғәрәп алфавитын онотоп ҡуйҙыҡ, шул алфавитта яҙылған документтарҙы, тарихи яҙмаларҙы бөгөн уҡый алмауыбыҙ үтә үкенесле булһа, бөгөн иһә ул серҙәрҙе асыр ғалимдарыбыҙ бар. Көнсығышҡа килгәндә, улар беҙҙең тап ана шул тарихи яҙмышты өйрәнеп тә, беҙҙе үҙҙәренеке итеп ҡабул итә.

Тимәк, башҡортто халыҡ һәм милләт булараҡ төрки илдәренә асыусы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди ҙә һеҙ әйтеп үткән мәҙәниәттә тәрбиәләнгән. Уны бөгөн беҙ белгән кимәлдәге ғалим итеп үҫтереүгә йоғонто яһаған факттарҙы ҡарап сығайыҡ әле...

Ә. Сәлихов. Әхмәтзәки ҙур уҡымышлы ғаиләлә үҫә. Атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәт ауылда мәҙрәсә тота. Мөғәллимә әсәһе төрки телдәрендә байтаҡ шиғырҙарҙы яттан белә. Улына ла Аттар, Руми, Науаи, Йәсәүи, Аллаһияр кеүек боронғо классик шағирҙарҙың китаптарын уҡыта. Ваҡыты еткәс, Ә. Вәлидиҙе Үтәк ауылы мәҙрәсәһенә уҡырға бирәләр. Бында ул ғәрәп теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен камиллаштыра, тарих, фәлсәфә, география, математиканан шәхси дәрестәр ала. Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәхес булып формалашыуындағы иң мөһим фактор - уның кесе йәштән үк тау башҡорттарының боронғо йәйләү тормошон, йыр-моңдарын, тарихи риүәйәттәрен, ҡобайырҙарын тыңлап, ошо мөхиттең юғары рухиәтен күңеленә һеңдереп үҫеүе.
1908 йылдың 29 июнендә Вәлидиҙең тормошонда өр-яңы дәүер башлана. "Шура" журналының баш мөхәррире Ризаитдин Фәхретдин менән осрашып, уның кәңәштәрен тыңлай. Шунан һуң Ҡаҙанға барып, ең һыҙғанып фән, ғилем, ижад эшенә тотона. Ҡаҙанға килеүенең тәүге йылында уҡ ул ваҡытлы матбуғат биттәрендә әҙәбиәт һәм тарих буйынса мәҡәләләр баҫтыра. Бында ул лекциялар тыңлай, имтихандарға әҙерләнә. Ҡаҙан университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Ә. Вәлидиҙе Төркөстанға фәнни командировкаға ебәрә. Илдә барған сәйәсәт уның ғилми эшен туҡтатып тора. Ул сәйәсәткә күсә һәм барыбыҙға ла билдәле сәбәптәр арҡаһында илде ташлап китергә мәжбүр була.
Ф. Хисаметдинова: Ул Париж, Берлин, Прага, Будапешт ҡалаларының китапханаларында иҫке ҡулъяҙмалар, китаптар менән таныша, уларҙы өйрәнә. Шулай итеп, үҙенең ғүмерен, тормошон тулыһынса тиерлек ғилми эшмәкәрлеккә арнай. Ҡалған 45 йыл ғүмере университетта төрки тарихы уҡытыусыһы, донъяға танылған шәреҡсе профессор сифатында, үҙе әйткәнсә, "Осман дәүләтендә быуаттар буйы ҙур тырышлыҡ менән йыйылған тарихи сығанаҡтарҙы һәм документтарҙы баһалау менән" үтә. 1944 йылдың 15 майында пантөркиселек эшмәкәрлегендә ғәйепләп, Ә. Вәлидиҙе ҡулға алалар. Ул 17 ай һәм 10 көн буйына төрмәлә ултырып сыға. Тотҡонлоҡта ултырған сағында "Ғөмүми төрк тарихына инеш" тигән китабын ҡайтанан эшләп, 1946 йылда нәшер итә.
1950 йылда "Тарихи ысул" исемле хеҙмәтен баҫтырып сығара. Ошо дәүерҙә ул төрки халыҡтарының тарихын, географияһын, мәҙәниәтен, яҙма тел ҡомартҡыларын, этнографияһын, бөйөк тарихи шәхестәр тормошон өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ғалим "Төрки мәҙәниәте белешмәһе" тигән монументаль хеҙмәт өҫтөндә эшләй, 1969 йылда атаҡлы "Хәтирәләр" әҫәрен баҫтырып сығара. Уның ғилми хеҙмәттәр библиографияһы 400-гә яҡын ҡулъяҙманан тора. Был хеҙмәттәрҙең ҡырҡтан ашыуы - ҙур күләмле китаптар һәм монографиялар.
Иң элек шуны әйтәйек: Ә. Вәлиди Туған ғалим булараҡ та, легендар милли геройыбыҙ менән бер тиң торорлоҡ шәхес сифатында ла беҙҙең аңыбыҙҙа ҡабатланмаҫ күркәм бер күренеш булып йәшәй. Сөнки ул, беренсенән, донъя йөҙөндә бөйөк тарих белгесе булып танылһа, икенсенән, халҡыбыҙ яҙмышының һынылышлы бер осоронда үҙе шул тарихты тыуҙырыусы, тарихтың ижадсыһы, милли юлбашсы һәм азатлыҡ хәрәкәттәренең идеологы рәүешендә күтәрелә. Уның шәхес һәм ғалим булараҡ иң ҙур үҙенсәлеге лә шундалыр. Икенсенән, тарихты өйрәнеүсе булараҡ, Вәлидиҙе биографтары иң элек киң профилле, универсаль характерҙағы ғалим-төркисе һәм шәреҡсе тип билдәләй. Европа ғалимдары уны хаҡлы рәүештә Европа менән Шәреҡ фәнен тоташтырып тороусы тип атай. Башҡорт тарихы, этнографияһы буйынса ғилми хеҙмәттәре лә мөһим әһәмиәт ҡаҙана. Ә. Вәлиди мираҫында беҙҙе айырыуса ҡыҙыҡһындырған ғилми әҫәрҙәренең береһе - "Башҡорттарҙың тарихы". Был әҫәр боронғо дәүерҙән алып 1919-1920 йылдарға тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ҡырҡ бүлексәнән тора һәм художестволы әҫәр кеүек уҡыла.

Төрки ғалимдары араһында уның эшен дауам итеүселәр, уны уҡытыусылары тип һанаусылар бармы икән? Ғөмүмән, төрки ғалимдар уның хеҙмәтен нисек баһалай?

Ә. Сәлихов. Ә. Вәлидиҙе яҡындан белеп, күреп, аралашып йөрөгән ғалимдар уны бөйөк ғалим эйәһе булараҡ та, кешелек сифаттары йәһәтенән дә бик юғары баһалай. Төркиәлә уны үҙҙәренең остазы тип иҫәпләгән бер төркөм арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сыҡты. Улар араһынан профессор Тунжер Байҡара 1990 йылда " Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған" тигән исем аҫтында бөйөк ғалимдың тормошона һәм ижадына арналған монография баҫтырып сығарҙы.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1970 йылда - һикһәненсе йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Профессор Карл Ян уның үлеменә ҡарата: "…XIX быуат аҙағы - XX быуат башы урыҫ тарихсылары мәктәбе йәшәүҙән туҡтаны, сөнки В. Бартольд менән В. Минорскийҙан һуң хәҙер Әхмәтзәки Вәлиди Туған арабыҙҙан китте", - тип, бөйөк ғалимдың донъя шәреҡселек фәнендә тотҡан урынына бик юғары баһа бирә.
Һәр халыҡта уның рухын, мәҙәниәтен, тарихын тәрән, тулы һәм баҙыҡ кәүҙәләндергән шәхестәр була. Ғәҙәттә, улар меңәр йылға бер тыуа. Шундай арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе - Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Ул ысынлап күп яҡлы талант эйәһе, бөтә донъя кимәлендә билдәле булған бөйөк ғалим һәм тарихсы була. Бик күп төрки телдәрен яҡшы белгән, фарсы, ғәрәп, урыҫ, немец телдәрендә иркен һөйләшкән, шулай уҡ инглиз, француз телдәрен үҙләштергән ғалим. Тәүге китабы "Төрөк һәм татар тарихы" Әхмәтзәки Вәлидигә егерме бер йәш булғанда ғына баҫылып сыға. Үҙенең тәүге үҙ аллы тарихи-этнографик эҙләнеүҙәрен бөрйән башҡорттары араһында башлай. 1913 йыл "Шура" журналында "Бөрйән башҡорттары" исемле мәҡәләләре баҫылып сыға. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың "Хәтирәләр" китабында был турала түбәндәге юлдар яҙылған: "Мин башҡорттарҙың ифрат бай фольклорының татарҙар һәм рустар йоғонтоһо аҫтында ярлылана барыуын, шулай ҙа боронғо төрөк мәҙәниәтенең ҡайһы бер сифаттарын иң тулы кимәлдә һаҡлаусылар бөрйән башҡорттары булыуын, милли моңдоң һәм дастандарҙың бында әле булһа йәшәп килеүен тасуирланым… Улар ҡоралды батырҙарса ҡулланыуы, атта йөрөү маһирлығы менән хәҙерге көндә лә боронғо төрөк тарихы ғәскәрҙәренең рухын йәшәтеп килә".
Әхмәтзәки Вәлиди фольклор материалдарын йыйған, археологик һәм этнографик эҙләнеүҙәр алып барған, һирәк осрай торған ҡулъяҙма китаптар менән ҡыҙыҡһынған. Күренекле сәйәхәтсе Ибн Фаҙландың яҙмаларын табып, уларҙы өйрәнеп, немец телендә докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Бынан тыш та ғалимдың бик күп хеҙмәттәре донъя күрә. Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында ул "Хәтирәләр" китабы өҫтөндә эшләй. Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙе һайлаған фәндең мәшһүр вәкиле булып тора, сөнки ғилми эшмәкәрлегенең әһәмиәте бөгөнгө көндә лә баһалап бөткөһөҙ.

Ғайса Хөсәйенов Ә. Вәлиди ижадын өйрәнеп, "Фәндең өс йүнәлешендә - тарих (төрки халыҡтарының дөйөм тарихы), этнография, текстология өлкәһендә фронталь рәүештә тикшеренеүҙәр алып бара, был йүнәлештәрҙең һәр береһендә донъя төркиселегенә һәм шәрҡиәтселегенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш булырҙай фундаменталь хеҙмәттәр яҙа", ти. Башҡорт тарихынан тыш, дөйөм төрки тарихында ла эҙе бар, тимәк, Вәлидиҙең?

Ф. Хисаметдинова: Ә.З. Вәлиди, дөйөм төрки мәҙәниәте өлкәһендә икһеҙ-сикһеҙ белемгә эйә булыусы, уның төп йүнәлештәрен һәм проблемаларын билдәләй белеүсе ғалим булыу менән бергә, тарих методологияһының бөйөк остазы булараҡ та оло абруй ҡаҙана. Уның иң күренекле капиталь монографияларынан "Ғөмүми төрк тарихына инеш" һәм "Тарихи ысул" иң әүәл нәҡ бына шул йәһәттән ҙур ғилми әһәмиәткә эйә. "Ғөмүми төрк тарихына инеш" китабы төрки донъяһының иң боронғо дәүерҙәренән алып XIV-XV быуаттарға тиклемге тарихын тикшереүгә арналған. Был хеҙмәт донъяның төрки халыҡтарының алыҫ ата-бабалары, боронғо һәм урта быуаттар ҡәбилә союздары һәм төрки дәүләттәре, боронғо әҙәби һәм фольклор ҡомартҡылары, Орхон-Йәнәсәй, руна яҙмалары, ырыуҙар тарихы, төрки халыҡтарының матди һәм рухи мәҙәниәте буйынса төплө тикшеренеү өлгөһө була ала. Ә. Вәлиди, төркиәтселек һәм шәрҡиәтселектең, алда әйткәнебеҙсә, бер юлы бер нисә йүнәлешендә ҡолас йәйеп эшләүсе ҙур ғилем эйәһе булараҡ та, Хоҙайҙан бирелгән тәбиғи таланты һәм фекерләү ҡеүәһе менән дә ысын мәғәнәһендә энциклопедист ғалим ул. Был ғәжәйеп белем һәм хәтер, ҡараштар һәм дөйөмләштереүҙәр киңлеге уның ижадының тәүге осоронда ап-асыҡ күренеп тора.

Белеүебеҙсә, ошондай ғалимыбыҙ, Салауат Юлаев кеүек легендар милли батырыбыҙ кеүек үк, тыуған яҡтарынан айырылып, уны бер күреүгә зар-интизар булып йәшәргә мәжбүр була. Асылда, уйлап ҡараһаң, тыуған ерҙән айырылыу ғазабынан да михнәтлерәк тойғо бар микән?

Ф. Хисаметдинова: Эйе, Ә. Вәлиди теүәл 50 йыл эмиграцияла йәшәй, ошо ярты быуат ваҡыт эсендә уға бер генә мәртәбә булһа ла Башҡортостан тупрағына ҡайтып аяҡ баҫырға мөмкинлек бирелмәй. Әммә ғүмер буйына үҙ ере һәм үҙ моңо, үҙ милләтенең һәм үҙ мәмләкәтенең яҙмышы тураһындағы мөҡәддәс уй-тойғолар менән йәшәй. Ә инде ҡурай һәм башҡорт халыҡ йырҙары мәңгелек бер йыуанысына әйләнә. Ә. Вәлидиҙең ҡыҙы профессор Иҫәнбикә Туған иһә атаһының ҡурайҙа иң йыш уйнаған бер көйө мәшһүр "Илсе Ғайса" йыры булғанлығын хәбәр итә. "Иң яҡын дуҫы Ғәлимйән Таған үлгәс, мәмләкәтендәге тау-урмандарға оҡшатҡан Болу тауҙарында йырҙар йырлап иланы", - тип яҙа ул "Атайымды иҫкә алған саҡта" тигән мәҡәләһендә.
Ә. Вәлидиҙең Төркиәләге уҡыусыларынан береһе профессор Әнүәр Ҡонуҡсы: "Уны үҙ мәмләкәте хәсрәтенән һис бер ваҡыт тынысландыра алманыҡ", - тигән. Ә инде Иҫәнбикә Туған, атаһының был тиклем дә ғәзиз күргән халыҡ араһында уны бер мөғәллим сифатында хәтерләүҙәренә иғтибар итеп һәм шуға ҙур әһәмиәт биреп, ошондай бер һөйләшеүҙе иҫенә төшөрә: "Әсәйем бер ваҡыт: "Йәнем, һин был ҡәҙәр, мәмләкәтем, мәмләкәтем, тиһең, хәҙер унда ҡайтһаң, һине ҡабаттан дәүләт башлығы итерҙәр инеме икән?" - тип һораған. Атайым иһә: "Юҡ, Нәжмиәкәйем, ҡайтһам, ауылымда ҡалып, мөғәллим булыр инем", - тип яуап биргән". Ә бит хәҙер ул, оло мәғәнәһендә, халыҡтың Мөғәллиме, милләтебеҙҙең ауыр һынауҙарға дусар ителгән оҙон тарих юлдарында аҡыллы кәңәшсеһе булып та, ҡыйыу һәм тәүәккәл юлбашсы һынында ла күҙ алдына баҫа.

Бөгөн ҡайһы бер баҫмаларҙа, интернетта Вәлидиҙең шәхесе хаҡында төрлө фекерҙәр бар...

Ф. Хисаметдинова: Әгәр Советтар Союзында уның тураһында донъя күргән барлыҡ материалдарҙы ла бергә туплаһаҡ, бер нисә том хасил булыр ине: аҡ гвардеец, башҡорт халҡының һәм, ғөмүмән, барлыҡ совет кешеләренең дошманы, милләтсе, сит ил разведкалары агенты... Ә "Ҙур совет энциклопедияһы"нда иһә "Валидовщина" тигән айырым термин да бар. Әгәр Әхмәтзәки Вәлидиҙең оппоненттары - Иҙел-Урал милли-мәҙәни автономия идеяһы яҡлылар - баҫтырып сығарған "хеҙмәттәр"ҙе бергә йыйһаҡ, шулай уҡ "ҡурҡыныс" бер образ барлыҡҡа килә: "Берҙәм төрки-татар халыҡтарын айырыусы", "инҡилап йылдарында берҙәм төрки-татар хәрәкәтен бүлгеләүсе", "авантюрист", "КГБ агенты" һәм башҡалар... Шундай төр бүтән материалдарҙы йыйнай китһәк, беҙ тағы ла "төрөктәрҙең дәүләти хәүефһеҙлегенә мәкер менән янаған ҡотҡосо", "хатта Ататөрктөң үҙе менән иҫәпләшмәгән боласы", һуңғы ваҡытта иһә күберәк "Гитлерҙың серле дуҫы һәм теләктәше", "СС полковнигы" һәм башҡа шундай бик күп образдар менән осрашырбыҙ. Ә инде Әхмәтзәки Вәлидиҙең Япониянан алып ғәрәп дәүләттәренәсә күпселек илдәрҙә, Төркиәлә, Европала һәм Америкала күпләп баҫылып сыҡҡан, әле һаман да донъяның иң билдәле шәрҡиәтселәре тарафынан ныҡлап өйрәнелгән, фәнни хеҙмәттәрендә нигеҙ булараҡ ҡулланылған том-том ғилми яҙмаларын йыйһаҡ, ҙур бер китапхана барлыҡҡа килер ине. Был осраҡта иһә беҙҙең алға ул төрлө тарихи дәүерҙәрҙә фарсы, ғәрәп һәм төрки телдәрендә яҙып ҡалдырылған, Урта Азия, Афғанстан, Иран, Һиндостан, ғәрәп илдәре, Төркиә, Европа һәм Америка китапханаларында һаҡланған боронғо, урта быуат һәм бүтән тарихи сығанаҡтарҙы иң-иң яҡшы өйрәнгән оло ғалим сифатында килеп баҫа. Һәм быларҙың барыһы ла бер үк кеше - ғүмере буйы тыуған Көҙәне, Уралы, Башҡортостаны тураһында уйлап янған ябай башҡорт уланы. Ваҡытында ул башҡорт халҡы өсөн күп эшләгән һәм, ниндәйҙер яҡтан алып ҡарағанда, ғүмерен ҡорбан иткән. Бөгөн иһә беҙ уның өсөн эшләргә - уның аҫыл исемен бысратырға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ.
Ә. Сәлихов: Ататөрк режимы тарафынан идеологик ҡыҫым башланғас, Әхмәтзәки Вәлиди, Истанбул университетын ташлап, Венаға китә, шундағы университетҡа уҡырға инә һәм бер үк ваҡытта заманында үҙе табып алған "Ибн Фаҙлан юлъяҙмалары"н немец телендә баҫтырып сығарыуға әҙерләй башлай. Вена университетын тамамлаған, уҡыу йылдарында немец телен өйрәнеп ҡалыу ғына түгел, шул телдә үҙенең Ибн Фаҙлан тураһындағы китабын да әҙерләп өлгөргән тарихсыны Бонн, аҙаҡ Геттинген университеттарына уҡытырға саҡыралар. 1938 йылда Лейпцигта уның китабы ла донъя күрә. Шул рәүешле Әхмәтзәки Вәлиди шәрҡиәтселәрҙең ғилми түңәрәктәрендә билдәлелек яулай. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙәге инҡилаптарҙа һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылдарҙың да, аҡтарҙың да иң билдәле лидерҙары менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеүсе сәйәси эшмәкәр менән, әлбиттә, Германияның махсус хеҙмәттәре лә ныҡлап ҡыҙыҡһына. Шулай итеп, большевиктарҙың тоталитаризмы, Ататөрктөң авторитаризмы бында уға Гитлерҙың фашизмы сифатында "һөжүм итә". Сит илдәрҙә Әхмәтзәки Вәлиди ғүмеренең аҙағынаса бер ҡағиҙәне тота: үҙең эмиграцияла булған илдең эске эштәренә ҡыҫылмаҫҡа һәм мөмкин булғанса был турала яҙмаҫҡа. Шуға ла уның нацистар тураһында яҙып ҡалдырған ниндәй ҙә булһа баһаламаларын минең әлегә осратҡаным юҡ. Әммә былар уға бер ниндәй ҙә яла яғыуға хоҡуҡ бирмәй.

Вәлидиҙең ижады өйрәнелеп бөткәнме, архивтары араһында беҙҙе тағы ла ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ, ниндәйҙер асыштар яһарлыҡ яңылыҡтар ятмаймы икән?

Ф. Хисаметдинова: Бик мөмкин, сөнки әле уның ижадының бары өстән бер өлөшө генә билдәле. Иҫәнбикә ханым мине уның эш кабинетына алып ингәйне. Унда китаптарға тип йыйналған материалдар папка-папка ята ине. Шуларҙа ниндәй генә аҡыл, белем юҡ тиһең? Ул ижад итеү, бер генә мәҡәлә яҙыу өсөн дә иң башта ул өйрәнәсәк өлкәне уға тиклем кем өйрәнгән, кем нимәләр яҙған, ҡайһы илдә, ҡайһы телдә баҫылған икәне хаҡында мәғлүмәт туплаған. Ғалимдарыбыҙ Вәлиди ижадын йылдан-йыл төплөрәк үҙләштерер һәм киләсәктә уның бар ижады, яҙмалары ла ҡулъяҙмалары ла беҙгә билдәле булыр, тип өмөт итәбеҙ.

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа Әхмәтзәки Вәлидигә ҡуйылған бер һәйкәл дә юҡ, ошо мәсьәлә һеҙҙе борсомаймы?

Ф. Хисаметдинова: Әлбиттә, борсой. Беҙ был һорауҙы съезд резолюцияһына индерәсәкбеҙ һәм мәсьәлә тиҙ арала ыңғай хәл ителер, тип уйлайбыҙ. Республика етәкселеге лә, халҡыбыҙ зыялылары ла олуғ шәхесебеҙҙең абруйлы юбилейын билдәләү алдынан ошо проблемаға битараф ҡалмаҫ, моғайын.

Әхмәтзәки Вәлиди идеяларының актуаллеге бөгөнгө көнгә тура киләме?

Ә. Сәлихов: Быны раҫлаған бер-нисә генә миҫал килтерәм. Мәҫәлән, Вәлиди, милләтте тел, дин һәм ерҙәрҙе һаҡлау йәшәтәсәк, тигән, беҙ шулар өсөн көрәшәбеҙ. Төрки илдәрен берләштереү яҡлы булған - бөгөн беҙ берләшеүгә табан барабыҙ. Әле үтәсәк съезд тап шуның бер матур өлгөһө лә инде. Тимәк, беҙ Вәлиди идеялары менән йәшәйбеҙ, сөнки ул беҙҙең халыҡтың, милләттең идеялары.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.10.15 | Ҡаралған: 2439

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru