«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘӘК МЕНӘН КИЛЕШЕҮ ТӨҘӨП, ВӘКӘЛӘТТӘРҘЕ ЯҢЫНАН ҠАРАУ ҮҘ СИРАТЫН КӨТ|
+  - 

Һәр кешенең яратып уҡыған китабы була. Максим Макарычевтың "Фидель Кастро" әҫәре сираттағы әңгәмәсемдең характеры, эшмәкәрлеге формалашыуҙа, тыуған иленең патриоты булыуҙа ҙур роль уйнаған. "Уның бала саҡта малайҙар менән мөнәсәбәте, нисек ир-ат ҡорона еткәне, нисек революционер булып киткәне, Кубаның нисек бойондороҡһоҙлоҡ яулағаны - шул процестар барыһы ла ҡыҙыҡлы итеп яҙылған. Был китап ысын мәғәнәһендә ир-егет тәрбиәләүсе әсбап", - ти РФ Дәүләт Думаһы депутаты, социология фәндәре кандидаты Рөстәм Рифат улы ИШМӨХӘМӘТОВ. Гәзит уҡыусы менән бергәләп уның тормош китабы биттәрен байҡайыҡ әле.

Тәү сиратта - яуаплылыҡ

Мин - уҡытыусылар династияһынан, шуға ҡан яғынан үҙемде педагог тип һанаһам да, икенсе яҡтан, Бөтә Рәсәй кимәлендә ҙур үҙгәрештәр барғанда, ситтән генә күҙәтеүсе булырға тейеш түгелмен, тип уйлайым. Шуға тормошҡа позитив ҡарарға, халыҡҡа күберәк файҙа килтерергә, улар менән күберәк эшләргә, халыҡ ышаныс белдереп, депутат итеп һайлаған икән, ышаныстарын аҡларға тырышам. Беҙҙең, башҡорттарҙың, менталитеты шундайыраҡ бит: кеше нимә тип әйтер, тибеҙ, кеше фекеренә күп иғтибар бүләбеҙ. Был сифаттар миндә лә бар һәм улар үҙенә күрә милләт алдындағы оло яуаплылыҡ сағылышы ла булып торалыр. Халыҡ бит үҙенең округынан һайланғанмы депутат, юҡмы - ҡарап тормай, мөмкинлеге сыҡҡанда һөйләшеп, проблемаларын хәл итеп ҡалырға тырыша. Красноусолда йәшәгән атай-әсәйемә ҡайтһам, беҙҙең йорт та ҡабул итеү бүлмәһенә әйләнеп китә. Ауыл биләмәләре советтары башлыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, ябай граждандар ҙа кәңәш һорап булһа ла килә. Үҙ сиратымда, проблемаларҙы төрлө кимәлдә күтәреп, уларҙы хәл итергә тырышам. Үҙидара органдарының вәкәләттәрен ҡараһаҡ, улар халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләп, район советы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, Дәүләт Думаһы депутаттарына сығырға тейеш. Беҙ үҙ кимәлебеҙҙә мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышабыҙ, әммә ҙур суммала аҡса талап иткән проблема булһа, уны киләсәктәге планға индерергә мөмкин. Мәҫәлән, Ғафури районының Юлыҡ ауылында Еҙем йылғаһының ярҙарын нығытырға кәрәк, сөнки һыу халыҡтың баҡсаһын өңөп инеп бара. Әле был мәсьәлә буйынса проект эшләнә. Ауырғазы районы Талбазы ауылында таҙартыу ҡоролмалары юҡ, был мәсьәләне лә федераль программаға индерергә тырышабыҙ. Күптән хәл ителмәгән проблема ул. Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә күберәк ҡалаларҙағы хәлдәр теркәлә: бында светофор эшләмәй, тегендәге урамда асфальт юҡ, тип яҙалар. Миңә, ауыл кешеһе булараҡ, ҡалаларҙағы проблемалар ауыл проблемалары алдына бәләкәй генә кеүек күренә. Ауылдарҙа иһә эш урындары юҡ тиерлек, эш булмағас, донъяһын бөтәйтә, өй төҙөй алмайҙар, халыҡ эсә, ир-егеттәр ғаилә ҡора алмай, үҙ-үҙенә ҡул һала йә Себергә сығып китә - бына былар бөгөн иң төп проблема!
Депутаттың исеме есеменә тап килергә, ул төрлө өлкәлә - хоҡуҡтарҙы яҡлау, инвесторҙар йәлеп итеү буйынсамы - закондар сығарыу өҫтөндә эшләргә тейеш. Дөрөҫөн әйткәндә, инвесторҙарҙы етәкләп килтерергә лә кәрәкмәй. Закон уларға ниндәйҙер шарттар булдырһа, шул ваҡытта инвесторҙар үҙҙәре йүгереп киләсәк. Уларҙы ситтән килтереүгә лә шикләнеп ҡарайым. Үҙебеҙҙекеләрҙе үҫтерергә кәрәк! Инвесторҙар, тип, ауыҙ тултырып һөйләһәк тә, сит илдән киләме улар, Мәскәүҙәнме, 99 процент осраҡта банктан кредит ала ла, шул аҡсаны эшкә һала. Республикалағы эшҡыуарға ярҙам итһәң, ул да шулай кредит алып, ниндәйҙер өлкәгә һала ала - бына һиңә инвестор!

Эш юҡ икән, эшҡыуарлыҡҡа тотон!

Бер уйлаһаң, ауылдарҙа эш юҡ, тип һөйләү ҙә әллә ни дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй ул. Туймазы районынан бер ярҙамсым булды. "Ауылға ҡайтҡы килмәй, эш юҡ, - ти бер ваҡыт. - Заводмы, берәй производствомы асһалар, шунда эшләр инем". "Ә һин үҙең үҙеңә, икенсе кешеләргә эш урыны булдыр, районыңда нимә юҡ, нимә кәрәк икәнлеген ҡара, өйрән", - тинем. Хәҙерге ваҡытта ул шиндар монтажлау, автомобилдәр йыуыу, кер йыуыу цехы асып, 20 кешегә эш бирҙе. Ҡандракүлдә турбазалар күп, уның хеҙмәтенә ихтыяж да бар. Йәштәрҙе ошо бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡҡа ылыҡтырырға кәрәк. Мәҫәлән, Бөрйән районына барғанда юлда, трасса буйындағы туҡталыштарҙа һөт, ҡаймаҡ, эремсек һ.б. һаталар. Арыраҡ барып, бер ауылға ингәйнек, эш юҡ, тиҙәр. "Күрше районда юл буйынса һөт ризыҡтары менән сауҙа итәләр. Киптерелгән ҡоротмо, еләкме һатырға була бит, ниңә шуны эшләмәйһегеҙ?" - тием. Бер апай торҙо ла: "Мин ғүмер баҡый мәктәптә уҡытыусы булып эшләнем, уҡыусыларым күп, миңә юл буйында ултырыуы оят", - ти. Эйе, беҙҙең менталитет шундай. Хатта уҡытыусы булмаһалар ҙа, үҙ хужалығында етештерелгән продукцияны һатырға тартына беҙҙең халыҡ. Яһалма һеңдерелгән, "байҙар - яуыз, аҡса - насарлыҡ", тигән яманаттан һаман арына алмайбыҙ.
Эшҡыуарлыҡ темаһына ҡағылғас, шуны ла әйтеп китергә кәрәк: минеңсә, бәләкәй эшҡыуарлыҡты асыу юлында чиновниктар аша үтеү кәртәһен үҙгәртеү зарур. Төрлө илдәрҙә шәхси үҙәктәр эшҡыуарҙарға ярҙам итә, теркәү үткәрә. Беҙҙә район кимәлендәге ниндәй генә чиновникка инһәң дә, танау сөйөп ултыра бит инде. Теләһә ҡайһы район хакимиәтендә ишектән инеүгә, полиция ҡаршылай. Халыҡ уларҙы күреү менән ҡурҡа башлай, сөнки, "Ҡайҙа, кемгә, ниндәй һорау менән, яҙылдығыҙмы, юҡмы?", тип төпсөнөүҙәр китә. Хакимиәттәр ниндәйҙер ябыҡ учреждение, серле хәрби объект кеүек күҙаллана. Бындай тәртиптәрҙе лә ҡайтанан ҡарау кәрәк, тип уйлайым.

Ҡануниәт үҙгәртеү талап итә

Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен мәктәптә күберәк уҡытыу ҙа һөҙөмтәле буласаҡ. Сөнки өлкән класта иҡтисадты аҙнаһына бер сәғәт уҡыталар ҙа, вәссәләм. Иҡтисад нигеҙҙәре - ул бары тик терминдар ғына. Ул бер ниндәй оҫталыҡ та, тәжрибә лә бирмәй. Шуға күрә, өлкән синыфтарҙа, бәлки, эшҡыуарҙар менән күберәк осрашыуҙар үткәрергә кәрәктер. Сөнки йәмғиәттә хоҡуҡи нигилизм көслө. Законда дөйөм тәртип яҙыла, унда яҙылған хоҡуҡтарын граждандарға нисек тормошҡа ашырыу механизмын Хөкүмәт ҡарармы, указмы, күрһәтмәме сығарып билдәләй. Райондар үҙ ерлегенән сығып, уларҙы халыҡҡа яҡынайта. Ләкин беҙҙә нисек - закондар сыға, әммә ике-өс йылһыҙ өҫтәмә закон акттары эшләнмәй, күптәренең өҫтәмә закон акттары бөтөнләй юҡ. Сөнки уларҙы эшләр өсөн тәжрибә кәрәк, тәжрибә булмаһа, өҫтәмә закон акты ла булмаясаҡ. Документтар менән эшләй башлаһаң, ошолар асыҡ күренә. Мәҫәлән, һәр райондың үҙенең уставы, норматив-хоҡуҡи, урындағы акттары бар. Уларҙы тикшереп ҡараһаң, барыһы ла бер иш, әйтерһең дә, бер-береһенән күсерелгән. Шулай уҡ һәр райондың үҙенең социаль-иҡтисади үҫеш программаһы бар. "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан бүлексәһен етәкләгәндә уларҙың һәр береһен һорап алып, танышып сыҡҡайным. Һәр ҡайһыһы реферат һымаҡ яҙылған. Уларҙы граждандарҙың сходын йыйып, халыҡ менән осрашып, һәр райондың менталитетын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, географик, иҡтисади үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, Финляндияла Нокия тигән бәләкәй генә ауыл бар, шул атамалы кеҫә телефондарын шундағы бәләкәй генә заводта эшләйҙәр. Беҙҙә лә шундай бәләкәй предприятиелар асып булмаймы ни? Эшҡыуарлыҡты ла төрлө яҡтан ҡарау зарур. Бөгөн традицион кәсепселектең ғүмере ҡыҫҡарып бара. Башҡортостан ауыл хужалығы төбәге булараҡ, аграр эшҡыуарлыҡ кәрәк, мәҫәлән, етештереүҙә яңы технологиялар ҡулланылған ҡортсолоҡ.
Фермерлыҡ, эшҡыуарлыҡ буйынса ҡануниәт артабан да системалы үҙгәрештәр талап итә. Яңы Рәсәй дәүләте йәш, йәшәйештең динамикаһы ҙур, бөгөнгө иҡтисади хәл-торош бер аҙна үткәс бөтөнләй икенсе төрлөгә әйләнә. Ә закондарҙы оҙаҡ йылдарҙы күҙаллап ижад итәбеҙ. Шуға күрә закондар йәшәйеш динамикаһынан арттараҡ килә. Беҙгә шул закондар буйынса 5-10 йылға алға ҡарап, саҡ ҡына диверсификация кәрәк. Әммә бөгөн быны эшләү бик ауыр. Советтар заманында биш йыллыҡтар, планлы иҡтисад булған, эш планға ярашлы алып барылған. Шул система юҡҡа сыҡҡас, бөгөн саф баҙар мөнәсәбәттәре түгел, планлы-баҙар мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде. Закондарҙы ошо хәлдән сығып ҡабул итергә кәрәк.
Кадрҙар мәсьәләһендә лә күсәгилешлек булырға тейеш: ололарҙа - тәжрибә, йәштәрҙә энергия күп. Шуға күрә власта күсәгилешлек булһын өсөн үҙидара органдарында йәштәргә юл бирергә кәрәк, тип уйлайым. Кадрҙар мәсьәләһе, ғөмүмән, проблема инде ул. Бөтөн ерҙә конкурс нигеҙендә эшкә алған кеүектәр, һөҙөмтәлә барыбер танышлыҡ, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ үҙ һүҙен итә. Бәлки, шундай күренештәргә юл ҡуймаҫ өсөн Рәсәй Федерацияһында кадрҙар сәйәсәте тураһында закон әҙерләү ҙә кәрәктер?..

Теләк булһа - эш табыла

Әлеге көндә РФ Дәүләт Думаһының энергетика комитеты ағзаһы булып торам һәм аҙ дебитлы (ярлыланған) скважиналар мәсьәләһе менән шөғөлләнәм. Башҡа илдәрҙең тәжрибәһен ҡараһаҡ, бәләкәй һәм урта бизнес та ошо өлкәлә эшләй. Нефть крайы булараҡ, ошо өлкәлә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереп ебәрһәк, яҡшы буласаҡ. "Башнефть" - ул монополист, уға бындай скважиналарҙа эшләү файҙаһыҙ. Ә урта һәм бәләкәй бизнес өсөн - файҙалы. Шуларҙы эшҡыуарҙарға эшкәртеүгә биреп, льготалы һалым шарттары булдырһаҡ, беренсенән, республика бюджетына күберәк килем инер ине. Икенсенән, яңы эш урындары буласаҡ. Мәҫәлән, Ғафури районын алһаҡ, Юлыҡ ауылында бер ҙур сығанаҡ бар. Разведка үткән, әммә унда бер кем дә эшләмәй. Бындай урындарҙа киң ҡоласлы эшмәкәрлек алып барыу кәрәкмәй ҙә, ул экологияға зыян килтерә, ә аҙ дебитлы бәләкәй скважиналар асырға мөмкин. Уйлап ҡараһаҡ, нефть өҫтөнән йөрөйбөҙ, эш юҡ тип ҡаңғырабыҙ. Ауыл ерендә бесән эшләп, май-ҡаймаҡ һатып ҡына түгел, аҙ дебитлы скважиналар асып та аҡса эшләргә була бит. Әлбиттә, бында "Башнефть" ярҙам итергә тейеш. Уның ярҙамыһыҙ был эште тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Төрлө техник проблемаларҙы бәләкәй, урта бизнес үҙе генә хәл итә алмай. Әлеге ваҡытта республикала 65 аҙ дебитлы скважина эшләмәй. Күбеһенең вышкалары тора, кнопкаға баҫ та, эшләй ҙә башла. Әммә уларға "Башнефть" ваҡыт әрәм итеп тормай. Шуларҙы конкурс ашамы, берлектәге предприятие эшләпме, бизнесҡа бирергә кәрәк. Татарстанда бындай тәжрибә бар, уларҙың 40-тан ашыу шундай урта һәм бәләкәй предприятиеһы эшләй. Улар был эште беҙгә ҡарағанда алданыраҡ башланы. Был республикаға 10-15 йылға ҙур маҡсат булып тора. Уны нисек тормошҡа ашырыу механизмын әҙерләү Хөкүмәт елкәһенә ята. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән күптән түгел ошо проблема буйынса осрашып һөйләшкәйнем, ул вышкалар булған муниципаль райондар менән "Башнефть" берләшеп, берлектәге предприятиелар асыуҙы хуплай. Ә мин райондар менән генә түгел, шәхси инвесторҙар менән дә эшләргә кәрәк, тип уйлайым. Сөнки райондарҙың үҙҙәренең вәкәләттәрен тормошҡа ашырырға ла аҡсалары юҡ, ә предприятие асҡас, устав капиталына аҡса һалырға кәрәк.
Өфө дәүләт нефть техник университетында - профессорҙар, Мәскәүҙә Машина төҙөүселәр союзы, нефть-газ сәнәғәтселәре менән түңәрәк ҡор үткәрҙем, ғалимдар ҙа, Нефть-газ сәнәғәтселәре союзы президенты ла идеяны хупланы. Өфөлә үткән "Газ. Нефть. Технологиялар - 2015" күргәҙмәһендә лә был мәсьәләне күтәрҙек. Әлеге ваҡытта һалым льготаһына ҡағылышлы федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр әҙерләйбеҙ, шулай уҡ тармаҡ ҡануниәтен дә әҙерләү зарур. Шул ваҡытта был идеяны тормошҡа ашырыу мөмкин буласаҡ. Сит илдәрҙе ҡараһаҡ, уларҙа урта, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ошо тармаҡтағы өлөшө 40 процентҡа тиклем етә. Өҫтәүенә был предприятиелар төбәктең генә түгел, райондың да бюджетын тулыландырасаҡ. Әле ер аҫты байлыҡтары тураһындағы федераль законға ярашлы, үҙебеҙгә бер нәмә лә ҡалмай, районға аҡса килмәй. Ә халыҡ, ерҙең елеген һуралар, исмаһам, мәктәпкә ярҙам итһәләр йәки, ҙур машиналары менән йөрөйҙәр, юлды ремонтлаһалар ине, тип мөрәжәғәт итә. Юлдан нефтселәрҙең ауыр транспорты йөрөй, ә ремонт эштәрен муниципалитет башҡарырға тейеш. Был дөрөҫ түгел, әлбиттә.

Тормош мәктәбе, тормош һабаҡтары

Хеҙмәт юлымда ҙур коллективтар менән эшләү үҙе бер тормош мәктәбе булды. Бәләбәй башҡорт гимназияһына директор итеп тәғәйенләнеү ҙур яуаплылыҡ йөкмәтте. Сөнки был белем усағы көнбайыш форпост булып, республика етәксеһенең даими контролендә торҙо. Шул яҡтарҙағы райондарҙан һәләтле балаларҙы, республика кимәлендә һәләтле педагогтарҙы йыйып алыу кеүек ҙур эштәр башҡарылды. Ул ваҡытта бының ниндәй һабаҡ икәнлеген аңлап та етмәгәнмендер, бәлки. Шул осорҙа фән кандидаты дәрәжәһен яҡлауға өлгәштем, "Рәсәйҙең иң яҡшы директоры" исемен алдым. Етәксе, шәхес булараҡ формалашыуҙа Бәләбәй гимназия-интернатында эшләгән йылдарым яңы офоҡтар асты, ҙур тупһаға баҫтырҙы. Директор булып эшләгәндә етәкселәргә хат яҙып, артынан йөрөп, 20 уҡытыусыға бушлай фатирҙар алырға ярҙам иткәйнем. Республика тарихында, моғайын, беренсе һәм һуңғы тапҡыр шундай ваҡиға булғандыр ул. Эшләгән эштәремде күреп, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов саҡыртып алып, Бәләбәйҙән бер мандатлы округтан кандидатурамды күрһәтергә тәҡдим итте. 87 процент тауыш менән үтеп, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булып киттем. Әйткәндәй, Исмәғил Әхмәҙулла улынан һуң "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан бүлексәһен етәкләнем. Абруйлы, билдәле сәйәсәмәндән һуң эшләүе бик ауыр булды. Тарих факультетын тамамлағас, сәйәсәтте белһәм дә, был минең өсөн ниндәйҙер яңы өлкә ине - республика кимәлендә һәр район, һәр ҡала, һәр урындағы бүлексә менән эшләргә, һайлауҙар үткәрергә кәрәк. Икенсе яҡтан, еңел булды - остазым коллектив менән нисек эшләргә өйрәтте, үҙенең кәңәштәре менән эште нисек итеп дөрөҫ ойошторорға ярҙам итеп торҙо. Был вазифала ауыл советы депутаттарын һайлауҙан алып, Рәсәй Президенты һайлауҙарына тиклем эшләргә, тормош тәжрибәһе тупларға яҙҙы миңә.
"Берҙәм Рәсәй" етәксе партия булғас, яуаплылыҡ икеләтә ҙур, сөнки ниндәй генә программалар, закондар ҡабул ителә, улар барыһы ла ошо партия менән бәйле. Мәктәптәрҙә оптималләштереү процестары үткән ваҡытта ла, һеҙ нимә эшләйһегеҙ, тип, "Берҙәм Рәсәй"гә мөрәжәғәт итәләр. Аңлатып ҡарайбыҙ, ул партиянан ғына тормай, башҡарма власть органынан килә, тип. Халыҡ аңында "Берҙәм Рәсәй" партияһы башҡарма власть органдары менән тиңләнә, улар ныҡ интеграцияланған. Йәғни КПСС ваҡытындағы кеүек килеп сыға, бары тик исеме генә үҙгәртелгән. Минеңсә, "Берҙәм Рәсәй" ҙә, башҡа партиялар һымаҡ, саҡ ҡына ҡырҙараҡ булырға, күберәген закондар сығарыу органдары, депутаттар менән эшләргә тейеш. Ә әлеге ваҡытта беҙҙә власть вертикале генә бар: "Берҙәм Рәсәй" тиһәк, Хөкүмәт күҙ алдына баҫа, Хөкүмәт тиһәк, "Берҙәм Рәсәй" тип аңлайбыҙ. Яңы, төрлө ҡараш, төрлө фекер, дискуссия кәрәк, ә ул кәмегәндән-кәмей. Шуға күрә, "Берҙәм Рәсәй" партияһы ла коммерция булмаған йәмәғәт ойошмаларына булдырылған шарттарҙа эшләргә тейеш, тип уйлайым.

Ҡаршылыҡ юҡ, урындарҙа эшләйек

Элек һәр бер мәктәптә синыф етәксеһе уҡыусыларҙың йәшәү шарттары, ғаиләнең нисек йәшәүен тикшерә, ҡарай торғайны, ғаилә менән бәйләнеш нығыраҡ ине. Әлеге ваҡытта күп ата-әсә тәрбиә биреүҙе мәктәпкә генә һылтай ҙа ҡуя. Әлбиттә, мәғариф системаһында бөгөн белем биреү беренсе урында тора, әммә тәрбиә ата-әсәләр менән берлектә алып барылырға тейеш. Әгәр ғаиләлә тел мөхите булмаһа, туған телеңә һөйөү тәрбиәләнмәһә, ата-әсә үҙе башҡортса һөйләшмәһә, туған телде мәктәптә генә өйрәтеү һөҙөмтә бирмәйәсәк, балала, туған тел, тигән тойғо булмаясаҡ, ул уны сит тел кеүек ҡабул итәсәк. Илһөйәрлек, тыуған ереңде яратыу тойғоһон да ата-әсә балаһына бәләкәй саҡтан, мәктәпкә барғанға тиклем һалырға, һеңдерергә тейеш.
Бәләбәй гимназияһында эш башлағанда Беренсе сентябрҙә үк: "Ошо көндән башлап һәр уҡыусы "Һаумыһығыҙ!" тип һаулыҡ һораша, бөтөн тәрбиә эштәре башҡорт телендә алып барыла", - тигән талап ҡуйҙым. Тел мөхите булһа, тәрбиә эше лә бара, ә административ рәүештә мәжбүр итеп түгел. Шуға коллективҡа эшкә йәш уҡытыусыларҙы йыйып алдым, улар тәрбиә эштәрен ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға өйрәнде. Тора-бара сыуаш балалары ла башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай башланы. Рус балалары ла ҡыҙыҡһынып тел өйрәнде. Туған телде китаптан уҡып, грамматиканы өйрәтеп кенә бала күңеленә һалып булмай. Төрлө мәктәп үҙенсә юлын табырға тейеш. Беҙ, мәҫәлән, йәйгеһен халыҡ-ара лагерь ойошторҙоҡ. Голландиянан, Англиянан балалар һәм тәрбиәселәр килде. Балаларыбыҙ инглиз телен уҡытыусы менән түгел, ә ошо телдә һөйләшеүселәр менән аралашып өйрәнде. Аралашыу ике телдә барҙы - йә инглизсә, йә башҡортса. Тәржемәләр туранан-тура башҡортсаға әйләндерелде. Мәктәп етәкселегенән, уҡытыусынан, ата-әсәнән күп нәмә тора. Дәүләт кимәлендә, әлбиттә, стратегик документтар, программалар булырға тейеш. Ҡануниәт яғынан бөтөн шарттар бар, бары тик эшләргә генә кәрәк. Гел дәүләткә генә ҡарап ултырып булмай, ошо закондар нигеҙендә урындарҙа эшләү зарур. Ил башлығы В. Путиндың ШОС, БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының саммиты ваҡытында: "Рус телен һәм башҡорт телен өйрәнегеҙ", - тигән һүҙҙәрен барыһы ла тиҙ генә онотто ла ҡуйҙы. Уны лозунг итеп күтәрергә кәрәк. Федераль кимәлдә бер ниндәй ҡаршылыҡ, кәртә юҡ. Бөтөн нәмә үҙебеҙҙән тора.

Сифат өҫтөнөрәк

Бөгөн мәғариф өлкәһендәге оптималләштереү процестарына төрлө ҡараш йәшәй. Мин уны тәбиғи хәл тип ҡабул итәм. Уйлап ҡараһаҡ, халыҡтың ихтыяжы ҙурая, күбәйә һәм ул көндән-көн арта бара. Хәҙер ауылда ла халыҡ кеҫә телефондары аша аралаша. Ауылда интернет, таҙа һыу, инфраструктура булырға, матур юлдарҙан матур машиналар йөрөргә тейеш. Шуға һәр кем үҙенә уңайлы мөхит эҙләй. Тормош сифаты яғынан да көн һайын талаптар күбәйә. Ә дәүләт ошо талаптарҙы тормошҡа ашырырға өлгөрә алмай. Бөгөн сифатҡа ынтылыш ҙур. Мин ауылда йәшәһәм, балаларымды ҡайҙа уҡытыу яҡшыраҡ икәнен ҡарап, уларҙы гимназия-интернатҡа урынлаштырыр инем. Әлбиттә, интернатта йәшәүе ҡыйын, әммә белем биреү учреждениеһы сифат яғынан күпкә юғары. Артабан бит уға БДИ-ны уңышлы тапшырырға, ҡайҙалыр юғары белем биреү учреждениеһына инергә кәрәк - ата-әсәләр шуны алдан күҙаллай. Күптәр ауылдарҙа мәктәптәрҙең ябылыуына зарлана. Оптималләштереү процесын мин икенсе формала ойоштороу - мәктәптәрҙе филиал итеп ҡалдырыу йәки башланғыс мәктәпкә күсереү тип ҡарайым. Был хәл демография менән дә бәйле. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә лә Республика Башлығы, демографик кәмеү буласаҡ әле, тип белдерҙе. Хәҙер балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, аҙаҡ уларҙың күбеһе буш торасаҡ. Шуға, күп мәсьәләгә төплө, проблемаға иҡтисади яҡтан да ҡарау зарур. Әлбиттә, класта биш бала ултырһа, мәктәпте ябыу отошло, сөнки унда бит директор ҙа, завуч та, башҡа персонал да кәрәк. Йәғни коллектив уҡыусыларға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк килеп сыға. Икенсе яҡтан, белем биреү сифатын да оноторға ярамай.
Бында ла, баяғы әйткәнемсә, хоҡуҡи нигилизмға килеп төртөләбеҙ. Закон буйынса, мәктәптәрҙе ябыр алдынан граждандар сходы үткәрергә кәрәк. Әммә активистар ни өсөндөр төп мәктәпте филиалға әйләндергәндә шымып ҡалалар ҙа, улар филиал булып ҡалып йәки башланғысҡа әйләндерелеп, һуңынан ябылғас, шау-шыу күтәрәләр, халыҡ фекере һанға һуғылмай, тип, халыҡтың башын бутайҙар. Артабан инде халыҡ хөкүмәткә, етәкселеккә ышанмай башлай. Әммә хоҡуҡи яҡтан ҡараһаҡ, мәктәп, гимназия - ул юридик шәхес, айырым ойошма. Уның үҙенең уставы, ойоштороусыһы бар. Ә инде ниндәйҙер белем усағы икенсе мәктәптең филиалы итеп ҡалдырыла икән, артабан уны ябыу-япмау тураһында граждандарҙың сходы түгел, ә ойоштороусы хәл итә. Тимәк, мәктәпте филиал итеп ҡалдырыу тураһында һүҙ сыҡҡанда сход ҡарары хәл иткес ролде уйнай, ә һуңынан түгел. Был йәһәттән законға үҙгәрештәр индереү кәрәк һәм был мөмкин, тип уйлайым.
Әлбиттә, Башҡортостандың мәғариф системаһында бик ҙур етешһеҙлектәр бар. Мәҫәлән, былтыр дәреслектәр, уҡыу әсбаптары Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына тап килмәй, тип табылды. Был - тотош мәғариф системаһының ғәйебе. Ә система ентекле, ҙур концепция-программаһы, пландары булған ваҡытта ғына эшләй. Ағым буйынса барыу түгел, ә кәмендә 20 йылды күҙаллап эшләнгән программа булһа, бындай аңлашылмаусылыҡтар булмаҫ ине, тип уйлайым. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры булып эшләгән ваҡытта шундай план ғилми советта ҡабул ителгәйне. Әле шундай стратегик план юҡлығы үҙен һиҙҙерә. Үкенескә күрә, мәғариф министры урынбаҫары булып эшләгән Артур Шәйхетдин улы Сурин арабыҙҙан иртә китеп барҙы. Ошо мәсьәләләрҙең күбеһен ул үҙ контролендә тота ине. Яңы кешеләр ошо стратегияның үҙәген күрмәгәндәр, ахыры, тип уйлайым. Әммә уны яйлап хәл итергә була.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына килгәндә, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры булғанымда федераль кимәлдә эшсе төркөмгә индем, ошо стандарттарҙы әҙерләүселәрҙең береһемен тип әйтә алам. Стандарттарҙың ыңғай яғы: беренсенән, белем биреүҙең йөкмәткеһе, компетенциялар (компетенция - уҡыусылар хәбәрҙар булған һәм эш тәжрибәһе туплаған билдәле белем, оҫталыҡ һәм тәжрибә берлеге) формалаштырыу. Мәҫәлән, шул уҡ эшҡыуарлыҡҡа әҙерләү. Элек был беҙҙең етешһеҙлек ине. Уҡытыусылар яңы методика буйынса эшләргә тейеш. Элек уҡытыусы-уҡыусы кеүек кенә ҡабул итһәк, хәҙер улар берҙәм мәғариф киңлегендә эшләргә тейеш һәм бөтөн эшмәкәрлек һөҙөмтәгә йүнәлтелгән. Быға тиклем иғтибар эш барышына бирелә ине. Әлеге ваҡытта ошо уҡытыу барышын аныҡлаштырыу, шул уҡ ваҡытта балаларҙың аңында күберәк компетенциялар формалаштырыу мөһим булып тора. Икенсе яҡтан, күп уҡытыусылар Федераль дәүләт мәғариф стандарттарының нимә икәнен, уның әһәмиәтен үҙҙәре лә аңлап етмәй. Яйлап яңы быуын уҡытыусылары килер, яйлап үҙгәрештәр булыр, тип уйлайым. Стандарттарҙың кире яғына килгәндә, беҙҙең мәғариф барыбер ҙә традицион булырға тейештер. Сөнки традицион мәғариф системаһы шәхесте формалаштырыуға, тәрбиәгә, патриотик тәрбиәгә күберәк иғтибар бирә ине, ә әлеге ваҡытта шәхесте түгел, уның компетенцияларын формалаштырыу төп урында тора.

Шәхестәребеҙҙе үҫтерәйек

Беҙҙең етди милли идея юғалтылғанмы, әллә бөтөнләй юҡмы - аңлашылмай. Кавказ халыҡтарын ҡараһаҡ, улар Ислам диненән ситләшмәгән, Ислам уларҙы көсәйтә, милләт һанын арттыра һәм балаларға күберәкте бирә. Чечен республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров, мәҫәлән, мосолман кейемендә йөрөп, үҙе өлгө күрһәтә. Шулай уҡ уларҙың яҡташлыҡ тойғоһо ла үҫешкән, бер-береһенә ныҡ ярҙам итәләр. Беҙ шундай туғанлыҡ традициялдарыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ. Әлбиттә, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты был йәһәттән күберәк эшләргә тейеш. Тиҙҙән үтәсәк Ҡоролтайҙың сираттағы съезында, бәлки, стратегия яғынанмы, идеология яғынанмы, ниндәйҙер ҡарар ҡабул ителер тип ышанам.
Ә милләтте ишәйтеү мәсьәләһе бик ҡатмарлы, сөнки бөгөн ҡатнаш никахтар күбәйә. Әммә шунда ла балаларыбыҙға телде нығыраҡ өйрәтергә, рух һалырға тырышырға тейешбеҙ. Милләт даны шәхестәрҙән килә. Беҙҙең Салауат Юлаевыбыҙ, генерал Шайморатовыбыҙ, совет йылдарындағы ҙур етәкселәребеҙ бар. Бөгөн дә шәхестәребеҙҙе күтәрергә, күрһәтергә оялмаҫҡа кәрәк. Ләкин кемдер күтәрелә башлаһа, уға төрлө яҡтан негатив яуҙырыла. Киреһенсә, үҙ шәхестәребеҙҙе үҙебеҙ үҫтермәһәк, ситтән килеп берәү ҙә күтәрмәйәсәк.

Шулай итеп...
Әңгәмә барышында ҡағылған темаларҙың барыһын да гәзит биттәренә сығарыу мөмкин түгел, әлбиттә. Әммә республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә 25 йыл тулыу алдынан Рөстәм Рифат улының түбәндәге һүҙҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырыу ярамай: "Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы составында субъект булараҡ йәшәй, беҙгә ҡабаттан үҙәк менән килешеү төҙөп, вәкәләттәрҙе яңынан ҡарау ҙа үҙ сиратын көтә. Бәлки, әле ваҡыты түгелдер, әммә тотороҡло мәлде табып, быны мотлаҡ тормошҡа ашырыу зарур. Субъекттар тиң хоҡуҡлы булырға тейеш. Шуға беҙгә, үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин иткән төбәк булараҡ, вәкәләттәр күберәк бирелеп, килем дә күберәк ҡалһа, ғәҙел буласаҡ. Был нефть буйынса ла, республиканың ҡаҙылма байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ла, финанс мәсьәләләре буйынса ла шулай булырға тейеш. Беҙгә махсус программа буйынса йәштәрҙе ситтә уҡытып, һуңынан уларҙы кире ҡайтарыу буйынса алда барған Ҡаҙағстандан өлгө алырға кәрәк. Рәсәйҙә яҡуттарҙың йәш быуынды үҫтереү фонды бар. Шундай программаларҙы өйрәнеп, үҙебеҙҙең ерлектә файҙаланыу ҡамасауламаҫ..."

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.15 | Ҡаралған: 1506

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru