«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
+  - 

3-сө һабаҡ: "Үтескә алынған шатлыҡ"

Шулай итеп, тәүге көнөм бик күп миҡдарҙа сәй һәм ҡорот һурпаһы эсеп үтте. Туҡтауһыҙ хәрәкәт иттем: апайымдарҙың ихатаһындағы юҡ эште бар итеп, аҙаҡ ауыл янындағы урманға сығып, нисек булһа ла ҡыймылдарға, тирләргә тырыштым. Был көндө бөтөнләй ашағым килмәне, семетеп кенә ҡаптым.
Ғәжәп, әллә көнө буйы аяҡ өҫтөндә булғанғамы, арманһыҙ булып арығанғамы, кис нисек йоҡлап киткәнемде иҫләмәйем. Теге упҡынға ла тәгәрәмәнем, яман төштәр ҙә күрмәнем.
Әммә барыһы ла иртәгәһен, иртә таңдан башланды. Тупһаға сығып баҫыуым булды, ҡот осҡос күңелһеҙ уйҙар солғап алды. Ҡыҙарып ҡалҡып килгән ҡояш та, таңғы һиллек тә, саф һауа ла миңә бер нисек тә тәьҫир итә алмаған кеүек, киреһенсә, был илаһи тынлыҡ күңелгә шик-шөбһә генә өҫтәгәндәй. Ауыл янында йәйелеп ятҡан күл буйын ҡыҙырып килдем. Күл күл инде ул, йоҡлап ятҡан тулҡындары минең эске торошома тап килмәй. Киреһенсә, уның сөмбәйҙәрен күҙ алдыма килтереү күңел юшҡындарымды тәрәнәйтте генә һымаҡ. Урманға ла сыҡтым, аҙаштырырға теләгән һағыштарым, киреһенсә, ҡоштарҙың үҙәк өҙгөс итеп һайрауына ҡушылып, йәнемде ҡанатты.
Аптырағас-алйығас, тирләгәнсе йүгереп ҡарарға булдым. Теге хәсрәтле уйҙарҙың баш мейемде туҡтауһыҙ суҡып тороуы, дөрөҫ һулыш алыуға ҡамасауланы ла, йүгереп китеү менән тыным да ҡыҫылды. Шул саҡ тәмәкене иҫемә төшөрҙөм. Элек шул алдатҡыс төтәткес менән ҡайһы бер ауыр тойғоларҙы баҫа ала инем, әммә был юлы тәмәке ҡабып тоҡандырыуым булды, туҡтауһыҙ сәсәп, күҙ алдарым ҡараңғыланды. Ҡабы-ние менән атып бәрҙем ергә үҙен һәм теүәл дүрт йылға уны ауыҙыма алманым.
"Бер нәмә тураһында ла уйламаҫҡа кәрәк миңә!" тип эстән генә үҙ-үҙемә һүҙ бирәм дә, "уйламаҫҡа кәрәк" тигән уйҙарым теге шик-шөбһәләргә кире алып ҡайта. Был "бахмур синдромы", йәғни баш ауыртыуҙың күңелгә күсеп дауам иткән иң ауыр өлөшө. Эскән кешеләр уны бик яҡшы аңлай. Ә бына баш төҙәтмәйенсә генә ул синдромдан сығып ҡара. Гүйә, үҙеңде бөтә кешелек алдында енәйәт эшләгәндәй тояһың, тойоп ҡына ҡалмайһың, кемдеңдер килеүен, һинең ҡылған гонаһың өсөн яза биреүен көтәһең әле. Эх, йөҙ грамм ғына эсеп ебәр ине лә, барлыҡ ғазаптарыңдан бер юлы арын ине. Һуң, мин быға тиклем гел шулай ҡотола килдем. Ул саҡта синдром баш төҙәтерлек әмәл тапҡансы ғына һуҙыла ине. Аҙаҡ... барыһы ла тигеҙләшә, юйыла ине. Допингты ни тиклем күп өҫтәһәң, шул тиклем рәхәт. Ә иртәгәһен... Юҡ, миңә был юлы улай ярамай, сөнки Хоҙай мине өсөнсө тапҡыр иҫкәртте бит. Минең йәшәгем килә.
Нисек булһа ла түҙергә кәрәк, йәшәү хаҡына мин барыһын да эшләргә, сабыр булырға бурыслымын. Ә нисек итеп был ауыр уйҙарҙан ҡотолорға һуң? Ҡотолоп булмай! Үҙем теләп, аҡсаға һатып алған ғазабым бит ул. Саҡ ҡына онотолорға иткәндәй, апайым менән сабый, бала саҡтарыбыҙҙағы иң бәхетле мәлдәребеҙҙе иҫләй башлауға, теге хәл-торошом саҡ ҡына ситкәрәк күскәндәй булды. Ғәжәп, бындай мәлдәрҙә хәтирәләр ярҙамға килә икән. Ә беҙ күп осраҡта уларға вайымһыҙбыҙ. Апайыма мең рәхмәттәр уҡыйым. Йәшлек мәлемдә йөрәгемә уйылған тағы бер онотолмаҫ, ғүмерем буйы күңелемдә йәшәгән тойғом да иҫкә килеп төштө (был хаҡта алдараҡ һөйләрмен әле).
Хәҙерге аҡылым менән ул саҡтағы ғазапланыуҙарымды шулай баһалайым. Һәр кемдең яҙмышы, күрер, кисерер шатлыҡтары һәм ҡайғылары маңлайына яҙыла, тиҙәр. Тимәк, беҙ араҡы эскән саҡта алдағы көндәребеҙҙә күрәсәк һәм кисерәсәк шатлыҡтарыбыҙҙы үтескә алып, үҙебеҙсә күңелләнәбеҙ икән. Шатлыҡ - ул шул уҡ күңел энергияһы, ул икһеҙ-сикһеҙ түгел, кешегә үлсәп кенә бирелә. Эскәндә рәхәт, күңелле, ҡан ҡыҙа, уйнайһың, йырлайһың, бейейһең, осоп-ҡунаһың, башҡа бик күңелле, елле фекерҙәр ҙә килә - һин ораторһың. Иртәгәһенә инде, ни ғәжәптәндер, 180 градусҡа әйләнәһең дә ҡуяһың, энә йотҡан эт кеүек йөрөйһөң. Ислам тәғлимәтенең "Артыҡ шатланырға, артыҡ ҡайғырырға ярамай" тип өйрәтеүе лә шунан киләлер.
Мин 16 йыл хәмер ҡоло булғанмын икән, күңеллелек кисереүгә нәфсемде тыя алмай, алдағы 16 йыллыҡ ғүмеремдә кисерәсәк шатлыҡтарымды үтескә алып торғанмын. Үҙ-үҙемдән шатлығымды урлағанмын була бит был. Үҙемдән генә түгел, шул йылдарҙа башҡаларға өләшә торған шатлығымды ла стакан төбөнә һалып йотҡанмын. Бурысты үҙ-үҙемә һәм башҡаларға кире ҡайтарырға ла кәрәк. Ул арауыҡты шатлыҡ тойғоһо кисермәйенсә нисек үткәрергә һуң? Тәүбәгә килгәндән һуң үткән эс бошорғос шөҡәтһеҙ көндәремде мин тик шулай ғына аңлата алам хәҙер.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.15 | Ҡаралған: 1186

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru