«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨНСЫҒЫШТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР БАШҠОРТ УЛЫН ОЛОЛАНЫ
+  - 

Үткән аҙнала баш ҡалала X Бөтә Рәсәй шәрҡиәтселәр съезы булып үтте. Абруйлы сарала Рәсәйҙән, сит илдәрҙән өс йөҙҙән ашыу ғалим ҡатнашты.

Съезд вәкилдәрен Башҡортостан Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов сәләмләне һәм мәртәбәле эштәрендә уңыштар теләне. Пленар ултырышта РФ Дәүләт Думаһы Аппаратының Аналитика идараһы етәксеһе Андрей Евгеньевич Петров, Төркиә Фәндәр академияһы академигы, профессор Иҫәнбикә Туған, Халыҡ-ара төрки академияһы президенты, тарих фәндәре докторы, профессор Дархан Ҡыуандыҡ улы Ҡыҙырали, Тажикстан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты вазифаһын башҡарыусы - ижтимағи фәндәр бүлеге рәйесе, философия фәндәре докторы Ҡараматулла Әлим улы Әлимов фекерҙәштәренә үҙ илдәренең сәләмен еткерҙе. Артабан съезд үҙ эшмәкәрлеген секцияларға һәм симпозиумдарға бүлеп дауам итте. Симпозиумдарҙың береһе "Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған һәм шәрҡиәттең актуаль мәсьәләләре" темаһына арналды. Ә.З. Вәлиди исемендәге республика китапханаһында уҙған симпозиум донъя кимәлендәге арҙаҡлы ғалимдың шәхесен һәм хеҙмәтен ололау, уның ғилеме аша милләтен күтәреү күренеше булды. Сибай ҡалаһының "Ағинәйҙәр ҡоро" ағзалары, уларҙың етәксеһе Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә ханымды аҡ кейеҙгә баҫтырып, ағинәйлеккә ҡабул итте, тәңкәле башҡорт һаҡалын бүләк итте. "Был минең өсөн мәңге онотолмаҫ иҫтәлек булды", - тине сикһеҙ тулҡынланыу кисергән ҡунаҡ.
Симпозиум барышында докладтар уҡылды, тема буйынса һорауҙар бирелде, йәнле һөйләшеү, аралашыу алып барылды. Бигерәк тә Японияның Токио университеты докторанты Оно Риосукеның, Төркиәнең Билкәнд университеты Донъя иҡтисады үҙәге директоры, профессор, доктор Субидәй Туғандың, Үзбәкстан Милли университет профессоры Мөхәмәтйән Абдырахмановтың, үҙебеҙҙең БДПУ профессоры Әхмәт Сөләймәновтың сығышы тыңлаусыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уйлап ҡараһаң, һәр бер докладсы Вәлидиҙең үҙ милләте, үҙ халҡы үҫешенә индергән өлөшө хаҡында мәғлүмәт бирҙе һәм былар барыһы бергә тотош бер оло ижадты барлыҡҡа килтерҙе. Милләттәшебеҙҙең Көнсығыш илдәре, төрки халыҡтары өсөн башҡарған хеҙмәте, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ ҙур шул.
Легендар шәхесебеҙҙең исемен йөрөткән китапхана симпозиумды ҡаршылап, Вәлиди китаптарынан күргәҙмә ойошторҙо, ғалимдың эшмәкәрлеген мәңгеләштереү юҫығында алып барылған йүнәлештәре менән таныштырҙы. Заманында "дошман" әҙәбиәтен юҡ итеү бик ентекле алып барылһа ла, махсус фондтарҙың тырышлығы арҡаһында имен ҡалған Вәлиди китаптары һәм ҡулъяҙмалары китапхана тарафынан эҙләп алынған. Әҙиптең "Төрөк һәм татар тарихы" тип аталған тәүге фәнни эштәренең береһе китапхананың даны булып тора. Бында шулай уҡ "Буталсыҡ замандар һәм мосолмандарҙың батша Михаил Федорович Романовты һайлауҙа ҡатнашыуы", "Сағатай шағиры Лотфи һәм уның шиғырҙары", "Фирғәнә өлкәһендәге Көнсығыш яҙмалары" кеүек бер быуатлыҡ ғүмер кисергән яҙмалар ҙа һаҡлана.
З. Вәлидиҙең фәнни ҡомартҡыһын тулыландырыу йылдары ла китапхана тарихында айырым урын алып тора. 1996 йылдан алып биш йыл арауығында Милли китапханаға Мәскәү, Санкт-Петербург, Төркиә китапханаларынан ғалимдың 75 хеҙмәт күсермәһе ҡайтарылған. Иҫәнбикә Туған үҙе генә лә төрлө йылдарҙа атаһының сит илдәрҙә нәшер ителгән иллегә яҡын яҙмаһын йыйып тапшырған. Билдәле башҡорт ғалимы Әмир Юлдашбаев Вәлидигә бәйле булған өс йөҙләгән берәмек документтар туплап алып килеп биргән. Ҡыҫҡаһы, бөгөн был китапханала арҙаҡлы шәхесебеҙҙең барлыҡ баҫмалары ла һаҡлана һәм ул үҙ исемен тулыһынса аҡлай.

Тәнәфес ваҡытында ҡунаҡтарға: "Съездың әһәмиәте нимәлә?", "Өфө хаҡында фекерҙәрегеҙ?" тигән теҙмәләге һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Донган Радион Маадыр-оолович, тарих фәндәре кандидаты, Тыва университеты фәнни хеҙмәткәре: Төрки халыҡтарының тарихы бер, шунлыҡтан уларҙың береһен генә айырып өйрәнеү әллә ни фәтүә бирмәй. Съездың әһәмиәте лә күмәкләп, төрлө яҡлап тамырҙарыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы өйрәнгән фәндәрҙе берләштереү ул. Беҙ бөгөн һәр беребеҙ төрлө тарафта өйрәнеп, тикшереп ятҡан темаларҙы Вәлиди берҙәм итеп өйрәнгән, асыҡлаған кеше. Ул - бөйөк ғалим. Көнсығыш илдәре менән ҡыҙыҡһынған кеше Вәлидиҙең хеҙмәттәре менән таныш булмай тороп, был өлкәне төшөнә алмаясаҡ.
Ә Өфөгә килгәндә инде, уны донъялағы иң гүзәл ҡалаларҙың береһе, тип уйлайым. Бында рух, милли колорит заман һыҙаттары менән бергә бирелә. Мәҫәлән, заманса бинала - милли орнаменттар, асфальтта - тирмәләр. Минең өсөн ошолар ҡыҙыҡлы булды.

Караматулло Әлим улы Олимов, Тажикистан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты: Был съезд беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, ул унынсы юбилей йылын билдәләй. Икенсенән, Рәсәй Көнсығышты өйрәнеү мәктәбе сиктәрендә эшләү - ул үҙе үк оло мәртәбә. Көнсығыш ул борон-борондан өйрәнеүселәр, тикшеренеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы өлкә булған. Уның ғилеме, яҙмалары, теле, халыҡтары, ғөрөф-ғәҙәттәре әллә күпме ғалимдарҙы, яҙыусыларҙы, сәйәхәтселәрҙе йәлеп иткән. Беҙ үҙебеҙ иһә уның вәкилдәре һәм бөгөн шул Көнсығышты үҙ күҙлегебеҙ, йәғни йәшәйешебеҙ аша бирә алабыҙ.
Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, сарала ҡатнашыусылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа, тыңларға теләүселәр ҙә бихисап. Был үҙе үк Көнсығыштың әле лә актуаль темаларҙың береһе булыуын күрһәтә. Уның әле асылмаған серҙәре, өйрәнеләһе ғилемдәре байтаҡ. Мин Зәки Вәлидиҙең Көнсығышҡа, төрки донъяһына ҡағылышлы барлыҡ эштәре менән дә таныш. Уны бөйөк аҡыл эйәһе, быуатҡа бер генә була торған күренеш итеп иҫәпләйем. Һеҙ, башҡорт халҡы, шундай шәхесегеҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана алаһығыҙ.
Өфөгә килгән һайын Салауат Юлаев һәйкәлендә булам. Уның Зәки Вәлиди кеүек үк халҡы мәнфәғәттәрен яҡлап, әммә саҡ ҡына икенсерәк юл менән көрәшеүен беләм. Был ҡала миңә бик яҡын. Бында минең фекерҙәштәрем, аңлашыр, аралашыр яҡын кешеләрем бар. Ҡала үҫеүҙән һәм камиллашыуҙан туҡтамай. Ул мине гүзәл республиканың баш ҡалаһы булараҡ әсир иткән.

Дархан Ҡыуандыҡ улы Ҡадырали, Халыҡ-ара төрки академияһы президенты: Съезд беҙҙе, төрки халыҡтарҙы, берләштерә, беҙҙең бер тарихлы, бер тамырлы икәнебеҙҙе иҫебеҙгә төшөрә. Киләсәктә бергә башҡарылған ғилми эштәр, асыштар тағы ла күберәк булһын ине.
Зәки Вәлидиҙең төрки донъяһының бөйөк шәхесе булыуы хаҡында телмәр алып килдем. Ғалимдың хеҙмәттәре хаҡында үҙем белеү генә түгел, йәш быуынды ла өйрәтәм. Уның хаҡында бик күпте һөйләй алам. Шәхестең яҙмышы үҙе бер ҡөҙрәт һәм хатта аяныслы боролоштары ла дөйөм кешелек, фән файҙаһына, тимәк, ниндәйҙер мәғәнәгә эйә булған, тип уйлайым. Вәлиди - ул дөйөм төрки ғалимы, уның бер милләттеке генә булыуы мөмкин түгел. Өфөлә тыныс ҡына ултырып ял итер урындар күп. Бик таҙа ҡала, бер ерҙә лә сүп-сар күрмәҫһең. Салауат, Ете ҡыҙ һәйкәлдәре кеүек урындарҙа халыҡ ял итергә ярата, был уларҙың иҫтәлекле урындарға, йәғни тарихына битараф булмауын күрһәтә.

Еркин Улан улы Байҙаров, философия фәндәре кандидаты, Алма-атаның Б.Р. Сөләймәнов исемендәге Көнсығышты өйрәнеү институты фәнни хеҙмәткәре: Съездың әһәмиәте беҙҙең ошолай итеп аралаша алыуҙалыр, тип уйлайым. Мин, мәҫәлән, был сарала "Ҡаҙағстанда йәшәүсе үзбәк диаспораларының рухи үҫешендә исламдың роле" тигән темаға сығыш яһаным. Был теманы бөгөн бер мин генә түгел, Рәсәй, Көнсығыш илдәре кимәлендә өйрәнәбеҙ. Бөгөн иһә миңә съезд ошо һәм ошоға бәйле проблемаларҙы күтәреп сығырға мөмкинлек бирҙе.
Зәки Вәлидиҙең ижадын уҡымау, өйрәнмәү - ул үҙеңдең тарихыңды өйрәнмәү тигән һүҙ. Беҙ үҙебеҙҙе һәм шул иҫәптән башҡаларҙы ла хөрмәт итәбеҙ.
Өфөлә тәүге тапҡырмын. Һоҡланып ҡарап йөрөнөм. Йәшеллеккә, бөхтәлеккә иғтибар иттем. Йәштәр күп ҡалала. Матур кешеләр һәм йәштәр ҡалаһы булып хәтеремдә ҡаласаҡ Өфө.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.10.15 | Ҡаралған: 1347

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru