«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХЫҢДЫ ТАНЫТ, БАШҠОРТ-ҠАЛА!
+  - 

Тағы бер тапҡыр Нияз Мәжитовтың дәлилдәре, иҫбатлауҙары тураһында

Күренекле ғалим, тарихсы һәм археолог, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың вафаты хаҡындағы хәбәрҙе оло тетрәнеү һәм тәрән ҡайғы менән хәбәр итәбеҙ. Нияз Абдулхаҡ улы беҙҙең гәзиттең иң әүҙем уҡыусыһы ғына түгел, ә иң әүҙем авторы ла булды. Ул гәзитебеҙ сыға башлағандың тәүге көндәренән беҙгә Өфөбөҙҙөң уртаһында, Пушкин урамы участкаһында, Ново-Мостовая менән Воровский урамдары араһында урынлашҡан, беҙҙең эраның баштарында барлыҡҡа килеп, ХV - ХVI быуаттарға саҡлы йәшәгән Өфө-II ҡаласығы тураһындағы хәҡиҡәтте тылҡыны. Ул нисәмә йылдар буйы ошо хәҡиҡәткә ғалимдарҙың, йәмәғәтселектең, власть башындағыларҙың күҙҙәрен асырға тип тырышты. Оло шәхесебеҙҙең хәҡиҡәтен тағы бер тапҡыр раҫлап, уның һәм башҡа ғалимдарҙың Өфө-II ҡаласығы тураһында әйткән һүҙҙәренә әйләнеп ҡайтайыҡ әле.


Нияз МӘЖИТОВ, тарих фәндәре докторы, профессор, академик: Өфө-II ҡаласығы кемдәр тарафынан төҙөлгән, кемдең мәҙәни ҡомартҡыһы, тигән һорауға яуап өҫтә генә ята. Донъялағы IX быуаттан башлап табылған барлыҡ тарихи документтарға нигеҙләнгәндә, көньяҡ Урал, хәҙерге Башҡортостан, Уралтауҙың көнбайыш, көнсығыш битләүҙәре Башҡорт иле тигән исем менән йөрөтөлгән. Беҙ, археологтар, һуңғы егерме йыл эсендә боронғо яҙма документтар менән ҡыҙыҡһына башланыҡ. Был беҙҙе һығымталар яһарға мәжбүр итте. Ул сығанаҡтарҙың береһе - XII быуатта Урта диңгеҙ буйында йәшәгән бөйөк ғәрәп ғалимы Иҙриси яҙмалары. Ул Сицилия короле ҡушыуы буйынса донъяла йәшәүсе бар халыҡтар тураһында тарих яҙа. Уның китабында башҡорттарға бағышланған урын да бар. Ул көньяҡ Уралды Башҡорт иле тип атай һәм унда бер нисә ҡаланы урынлаштыра.
Тағы бер сығанаҡ - Мәхмүт Ҡашғариныҡы. Ул да төрки халыҡтары тураһындағы китабында башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙә бер нисә ҡала барлығын яҙып ҡалдырған. Бынан өс йыллап элек тағы бер нисә үтә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлыҡтыҡ. Европа һәм ғәрәп ғалимдары Өфө йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә, йәғни Өфө ҡалаһы урынында Башҡорт тигән ҡаланы урынлаштыра. Өфөнөң боронғо исеме Башҡорт булыуы айырыуса әһәмиәткә эйә. Был туранан-тура Өфөнөң башҡортҡа ҡарағанын һөйләй. Ул ҡала Башҡорт тип аталған икән, унда кемдәр йәшәүе хаҡында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Ул ваҡытта Волга буйында Болғар, Субар, Биләр ҡаласыҡтары барлыҡҡа килә. Улар барыһы ла шунда йәшәүсе халыҡтарҙың исемдәре менән аталып йөрөтөлгән. Уларҙың рәтендә Башҡорт ҡалаһы ла бар һәм башҡорттар ул саҡтағы Башҡорт иленең баш ҡалаһын Башҡорт тип атаған.
Шул уҡ ваҡытта XIV быуаттан XVII быуатҡа тиклем Европа ғалимдары үҙҙәренең карталарында Өфө һәм Ағиҙел йылғаларының ҡушылған ерендә урынлашҡан ҡаланы "Паскарти" тип билдәләп килгән. Ул карталар донъя тарихында асыҡ итеп яҙылған реаль документ, факт, һәм хәҙерге Өфө урынында беҙҙең эра башында Башҡорт тигән ҡала булғанмы-юҡмы, тигән һорау бөтөнләй ҡуйылырға тейеш түгел. Был - ысынбарлыҡ һәм беҙ үҙебеҙҙең тарихтан баш тартмайбыҙ икән, быны танырға ғына тейешбеҙ.
Боронғо ҡаласыҡта йәшәүселәрҙең социаль планда ниндәй ҡатлам кешеләре булыуы хаҡында уларҙың ҡәберҙәрендә табылған материалдар ҙа һөйләй.
Крайҙы өйрәнеүсе Р.Г. Игнатьев 1786 йылда Өфөләге бер ҡәберҙә ике килограмдан ашыу алтын әйберҙәр сығыуы тураһында яҙа. Ошо әйберҙәр Екатерина II бүләк итеп ебәрелә. Ә 1836 йылда икенсе бер бай хандың ҡәберендә лә бик күп алтындар табыла. Улар араһында Византия императоры Феодосий II V быуатта ҡойолған алтын тәңкәһе табыла. Унда шулай уҡ алтындан ҡойолған башҡа әйберҙәр ҙә табыла. Шундай ҡиммәтле әйберҙәр был ҡәбергә осраҡлы рәүештә генә килеп инмәгән һәм улар V-VIII быуаттарҙа Өфө территорияһында йәшәгән халыҡтың Урта Азия, Иран, Византия, Европа, Ҡытай дәүләттәре менән сәйәси, иҡтисади, мәҙәни бәйләнештә булыуы, ҡатнашып йәшәүе хаҡында ла һөйләй. Был факт инде Өфө-II ҡаласығының, ысынлап та, ҡала булғанлығын дәлилләй.
1936 йылда медицина институты бинаһы төҙөгәндә табылған алтын әйберҙәрҙең 10 процент самаһы ғына һаҡланып ҡала. Уларҙың ҡалған өлөшө шунда эшләүселәр тарафынан урлана. Нисек кенә булмаһын, яртышар килограмм саф алтындан эшләнгән әйберҙәр ярлы кешеләрҙең ҡәберендә булмай. Археология фәнендә ундай әйберҙәрҙе батша, хан кимәлендәге кешеләр ерләнгән ҡәберҙәрҙә табылған әйберҙәр менән сағыштыралар. Тимәк, хәҙерге Өфө урынында ултырған Башҡорт ҡалаһы ул саҡта ла Башҡорт иленең баш ҡалаһы булған һәм унда башҡорт хандары йәшәгән.
Өфө-II ҡаласығын тикшереүҙәрҙең башланырын ғүмер буйы көттөм. Рәсәй, Башҡортостан закондары буйынса, тарихи, археологик ҡомартҡылар урынлашҡан территория берәй төҙөлөш эше башларҙан алда фәнни яҡтан тикшерелергә, ә бындай тикшеренеүҙәр өсөн сығым ошо төҙөлөштө башҡарасаҡ ойошма иҫәбенә ҡапланырға тейеш. Ысынбарлыҡта, Өфө-II ҡаласығында төҙөлөш эштәре күптән башланған, ләкин территория ғалимдар тарафынан тикшереүгә дусар ителмәгән. ХVII- ХVIII быуаттарҙа уҡ хәҙерге Өфө сиктәре ошо иҫке ҡаласыҡҡа тиклем киңәйтелә һәм бында торлаҡ, хужалыҡ йорттары төҙөлә. Археологик ҡаҙыныуҙар алып барырға ошо биналар ҡамасауланы ла инде. 1960 йылдарҙа ҡаласыҡ дәүләт һаҡлауы менән тәьмин ителә торған федераль әһәмиәттәге уникаль тарихи-археологик ҡомартҡылар реестрына индерелде индерелеүгә. Шуға ҡарамаҫтан, был ҡаласыҡ территорияһы 2002 йылда әүҙем төҙөлөш эштәре районы итеп билдәләнде. Йәғни ҡаласыҡтың йәнәшендәге йырында ҙур бетон гараж төҙөлдө, уға юл һалыу өсөн ҡаласыҡ ситенән 4-5 метр киңлектә һәм 200 метр оҙонлоҡта майҙан киҫеп алынды. Хәҙер бында 2-4 метрға еткән культура ҡатламдары ап-асыҡ булып күренеп ята. Ул ҡатламдар бөтөн килеш һаҡланған, кеше ҡулы теймәгән, емерелмәгән. Әммә йәнәшәлә алып барылған төҙөлөш эштәренең был ҡомартҡыны юҡҡа сығарыуы бик ихтимал.
Әле был майҙанда торлаҡ һәм хужалыҡ биналары урын алған. Ә ҡаласыҡтың буш майҙанында 1957-1958 һәм 1990 йылдарҙа ҡайһы бер разведка-ҡаҙыуҙар үткәрелгән булған. Ул саҡта был урында 4 метрға тиклем ҙур культура ҡатламдары барлығы асыҡланған. Уларҙың 2 метр тирәһендәге өҫкө ҡатламы ХVII - ХХ быуаттарға ҡарай. Ә аҫҡы ҡатламында табылған бай табылдыҡтар - көршәк ватыҡтары, һөйәктән, быяла, тимерҙән эшләнгән әйберҙәр - беҙҙең эраның I быуатынан ХIV-ХV быуатҡа тиклемге осорға ҡарай. 129-131/1-се һәм 128-130/1-се торлаҡ йорттар араһында киң ур йәки соҡор һәм вал ҡалдыҡтары күренә, был үҙ ваҡытында ҡаласыҡтың тышҡы яҡтан һаҡлаусы нығытма менән уратып алынғанлығы тураһында һөйләй. Беҙ, археологтар, БДУ-ның тарих факультеты студенттары менән бергәләп баш ҡаланың Пушкин, Ново-Мостовая урамдары һәм Салауат Юлаев проспекты араһындағы участкала археологик ҡаҙыныу эштәре алып барабыҙ. Әле күптән түгел генә был эштәрҙең һөҙөмтәһе донъя масштабындағы асыш менән билдәләнде: ҡомартҡы урынында балсыҡ һәм саман формаларҙан төҙөлгән киң һәм бейек стена асылды. Культура ҡатламы бик яҡшы һаҡланған, уның ҡалынлығы урыны менән 4 метрға барып етә. Табылған керамиканан, бронза, тимер, көмөш һәм алтындан яһалған әйберҙәр ҙә бик бай, төрлө-төрлө, улар V-VII, VIII-X, XI-XV быуаттарға ҡарай. XIII-XIV быуатҡа ҡараған Алтын Урҙа аҡсалары бик күп. Алтын ювелир әйберҙәр етештереү буйынса бай оҫтахана табылыуы - иң мөһим табыш. Культура ҡатламдары һәм табылған әйберҙәр Урта быуаттарҙа был урында ысынлап та ҙур ҡаласыҡ булғанлығын раҫлай.
Өфө-II ҡаласығының айырыуса ҡиммәте тағы ла шунда: ул үҙе һымаҡ тағы ике ҡаласыҡ - Дуҫлыҡ монументы территорияһындағы Өфө-III ҡаласығы һәм Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйлап нығытылған ҡәлғә-стена янындағы күп һанлы кургандарҙан торған ҙур некрополь уратыуында урынлашҡан була. Был кургандар Өфөләге төҙөлөш эштәре ваҡытында тулыһынса емерелгән. Төҙөлөш эштәре ваҡытында табылған, хәҙер музейҙарҙа һаҡланған алтын, көмөш, быяла әйберҙәр был урында башҡорттарҙың юғары ҡатламдары йәшәгәнлеген раҫлай. Бөтөн был ҡомартҡылар комплексы Урта быуаттарҙа бында административ, сауҙа һәм мәҙәни үҙәк булған эре ҡала урынлашҡанлығы тураһында һөйләй. Уның барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәләүҙә Византияның V быуаттағы алтын тәңкәһе һәм башҡа сит яҡтарҙан килтерелгән әйберҙәр оло әһәмиәткә эйә.
Айбулат ПСӘНЧИН, география фәндәре докторы, профессор: Башҡортостан, Өфө боронғо карталарҙа ҡасан барлыҡҡа килгән, тиһәк, тәү сиратта, Италия сауҙагәрҙәре ағалы-ҡустылы Пициганолар 1367 йылда төҙөгән картаға күҙ һалырға кәрәк. Ул картала урта быуатта Италияның, Европа илдәренең Алтын Урҙа менән сауҙа иткән ваҡыты сағылдырылған. Шуға күрә унда Алтын Урҙаның 40-тан ашыу ҡалаһы, Иҙел, Кама буйҙары һүрәтләнгән. Шул иҫәптән бөгөнгө Башҡортостан ерендә Пашхарти ҡалаһы күрһәтелгән. Унан ары тағы бер "пашхарти" тигән яҙыу бар. Уныһы башҡорттар йәшәгән ер тигәнде аңлата. Пашхарти ҡалаһы иһә, гидрография яғынан ҡарағанда, Кама, Иҙел буйы тирәһендә урынлашыуы менән бөгөнгө Өфө еренә тура килә.
Европала эшләнгән карталарҙан да боронғораҡтары ғәрәп илдәрендә төҙөлгән. 1154 йылда әл-Иҙриси эшләгән ике карта бар. 70 биттән торған картала, ғәрәп географияһына хас булғанса, донъя ете иклимға (климатҡа) бүлеп ҡарала һәм Башҡортостан ере 6-7-се климатта күрһәтелә. Бында Урал тауҙары, Көньяҡ Урал, Атил, Волга йылғаларының башланған урындары, уларға ҡушылған Әй, Ағиҙел йылғалары күрһәтелгән. Шунда Ағиҙел буйында урынлашҡан Касра, Масра һәм Каракия ҡалаларын әл-Иҙриси башҡорт ҡалалары тип атай. Минең уйымса, Касра йә Масрала башҡорттар йәшәгәндер, шул ҡалаларҙың береһе Өфө булғандыр тип раҫларға була. Был башҡорт ерендә борон-борондан ҡала булғанлығын да күрһәтә. Археологик мәғлүмәттәрҙән тыш, яҙма ҡомартҡылар ҙа, шул иҫәптән боронғо карталар ҙа бығаса тик фараз тип кенә һаналған факттарҙы бермә-бер дәлилләй, ышандырырлыҡ итеп раҫлай.
Картограф Авраам Крескес Арагон короле Педро III ҡушыуы буйынса 1375-1377 йылдарҙа һигеҙ картанан торған атлас төҙөй. Һуңынан ул карталар донъяның Каталон атласы (Tabula Catalona, Catalon Atlas) тип атап йөрөтөлә башлай. Хәҙер ул Париждың Милли китапханаһында һаҡлана. Атластың бер өлөшө Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Новороссийск университеты профессоры Ф.К. Брун тарафынан матбуғатта донъя күрә. Ул картала ла Кама йылғаһының һул яҡ ярында Pascherti (хәҙерге Өфө урынында) ҡалаһы күрһәтелгән.
Тарихсы-географ Матвей Меховский 1517 йылда Краковта сыҡҡан "Трактат о двух Сарматиях" тигән хеҙмәтендә башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙе Башкирия тип атай һәм улар үҙ телендә һөйләшәләр, тип яҙа. Карталар тураһындағы һүҙҙе дауам итеп, күренекле фламанд картографы Герард Меркаторҙың эштәрен атап китергә була. Ул 1554 йылда Рәсәйҙең картаһын төҙөй. Унда Волга, Кама, Һамар, Ырғыҙ йылғалары төшөрөлгән. Ағиҙел йылғаһы буйында Өфө урынында Pascherty тип яҙылған, Урал тауҙары руссаға тәржемәлә "Каменный пояс"тип аталған.
XVII быуат башында Рәсәйгә бер нисә тапҡыр Голландия картографы һәм сауҙагәре Исаак Масса килә һәм Рәсәйҙең бер нисә варианттан торған картаһын төҙөй. Уларҙың береһендә Ҡариҙел йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған урынындағы ҡала Өфө (Pascharti) тип билдәләнгән. Шулай итеп, Европа ғалимдары төҙөгән урта быуат карталарында хәҙерге Өфө ҡалаһы "Паскерти", "Паскатир", "Пашхерти" тип атала. Хатта XVII быуат аҙағы һәм XVIII быуат башы карталарында ла Өфө ҡалаһы "Башҡорт" тип күрһәтелә.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, рустар төҙөгән һуңғы карталарҙа ла Өфө ҡалаһы "Башҡорт" тип билдәләнгән. 1737 йылда Санкт-Петербургтағы Фәндәр академияһы "Яңылыҡтар һәм тарихи китаптар уҡыусы үҫмерҙәргә һәм барлыҡ уҡыусыларға файҙаға һәм ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән атлас" баҫып сығара. Был атластың авторҙары билдәһеҙ. Атлас барлығы 22 картанан тора. Уларҙың 18-се һанлыһында Азия картаһы төшөрөлгән. Унда Өфө ҡалаһы урынында Баскирь тигән яҙыу тора. Тимәк, рус картографтары Европаның урта быуат картографтары традицияларын бында күсергән, тигән һығымта яһарға була.
Барлыҡ карталарҙы өйрәнгәндән һуң, тағы шундай һығымта яһарға мөмкин: Өфө ҡалаһына 1574 йылда воевода Иван Нагой килгәс кенә нигеҙ һалына, тигән фекер төптө дөрөҫ түгел һәм ысынбарлыҡҡа тап килмәй.

Салауат ХӘМИҘУЛЛИН, тарихсы, тележурналист: Өфөгә нигеҙ һалыныу датаһы тураһындағы бәхәстәр боронғораҡ материалдарға нигеҙләнеп алып барылырға тейеш. Драматик XIY быуат... Ҡаҙанды ла, Әстрханды ла баҫып алалар. Себергә Ермак һөжүм итә. Башҡортостан ул саҡта Нуғай урҙаһына ҡараған була. Нуғай кенәзлеге хакимы Исмаил бей Мәскәү менән дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөй. Кремлдә быны уларҙың баш һалыуы тип ҡабул итәләр һәм Көнсығышҡа "һикерергә" әҙерләнәләр. Исмаил бей үлгәс, Урыҫ бей хаким була һәм ул тәүҙән үк Рәсәйгә дошманлыҡ сәйәсәте алып бара. Ул үҙен бойондороҡһоҙ дәүләт башлығы итеп күрһәтергә тырыша, ләкин Мәскәүҙә инде былай тип иҫәпләмәйҙәр.
1586 йылда Ағиҙел буйлап воевода Иван Нагой етәкселегендәге һалдаттар отряды Имәнҡала нығытмаһына йөҙөп килә. Мәскәү уларға ошонда Өфө тигән урыҫ крепосы төҙөргә ҡуша ла инде. Был үҙен бойондороҡһоҙ тип иҫәпләгән хаким Урыҫ бей өсөн туранан-тура баҫып алыу һымаҡ ҡабул ителә. Урыҫ бей Иван Грозныйҙың улы батша Федор Ивановичҡа асыулы хат яҙа: "Һин дүрт урында - Өфөлә, Увекта, Һамарҙа, Аҡ Воложкала ҡала төҙөргә итәһең, ә ул биләмәләр минең атайым һәм олатайҙарым биләгән ерҙәр булған". Ноғай кенәзе грамотаһынан күренеүенсә, 1586 йылда Федор батша әле ҡәлғә төҙөргә йыйына ғына һәм һалдаттары килгәнсе бында инде Өфө булған була. Шулай итеп, ҡайһы бер сығанаҡтар 1586 йылда нигеҙ һалынған урыҫ Өфөһөнә тиклем үк урҙа Өфөһө булғанлығы һәм икенсеһе тәүгеһенең вариҫы икәнлеге тураһында һөйләй.

Юлдаш ЙОСОПОВ, тарих фәндәре кандидаты: Археологик ҡомартҡылар, Европа, шәреҡ ғалимдарының яҙмалары, карталар хәҙерге Өфөнөң боронғо Башҡорт ҡалаһы нигеҙендә ултырыуын тулыһынса раҫлай. Башҡорттарҙың үҙҙәренең тарихи хәтеренән теркәлгән яҙмалар ҙа был инаныуҙы нығыта. Ҡасандыр был урында башҡорттарҙың бөйөк ҡалаһы булыуын иҫләүе хаҡында Рычков яҙа. Шулай уҡ "Сыңғыҙнамә" дастанында ла Өфө йылғаһы тамағында ҡала булыуы, унда хан йәшәүе бәйән ителә. М. Өмөтбаевтың шәхси архивында үҙем өсөн ҡыҙыҡлы бер мәғлүмәткә юлыҡтым. Унда башҡорттарҙың күп һанлы ҡәлғәләре, етмеш ҡалаһы барлығы телгә алына. Уларҙың 1152 йылда Ислам динен ҡабул иткәнлеге лә теркәлгән. Ошо мәғлүмәттән сығып, шундай һығымта яһарға була:
- бер территорияла йәшәүсе бер халыҡтың шунсама ҡалаһы булыуы, һис шикһеҙ, уларҙың төп, йәғни баш ҡалаһы барлығын да аңлата;
- башҡорттарҙың берҙәм рәүештә 1152 йылда Ислам динен ҡабул итеүе уларҙың ойошоп йәшәүе, бер ханға (батшаға) буйһоноуын да белдәрә;
- тимәк, баш ҡала - Башҡорт булып сыға һәм ул ҡалған 69 ҡаланың үҙәге һаналған була.
Ошоларҙан сығып ҡына ла, әлеге Өфөлә табылған Өфө-II ҡаласығын Европа ғалимдары урта быуаттарҙа үҙ карталарында билдәләгән Башҡорт ҡалаһы тип атарға тулы нигеҙ бар. Халыҡтың үҙенең тарихи хәтеренән дә анығыраҡ һәм ышаныслыраҡ дәлил юҡ донъяла. Йәғни, башҡорттарҙың берҙәм рәүештә мосолман динен ҡабул итеүе уның бер етәкселеккә буйһоноп, бер үк сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни мөхиттә йәшәүен, тимәк, дәүләтселеге булыуын раҫлай. Ул осорҙа дәүләтселегебеҙ, уның үҙәге - баш ҡалаһы булмаһа, үҙенең тышҡы һәм эске азатлығын иң беренсе урынға ҡуйып йәшәгән халыҡ вәкилдәрен бер юлы Ислам диненә йәлеп итеү мөмкин дә булмаҫ ине. Сөнки башҡорттарҙың барыһы ла Исламды ирекле рәүештә ҡабул итмәгән, уны индереү өсөн генә түгел, хатта ҡабул итеү өсөн дә дәүләтселек кимәлендәге механизм кәрәк булған. Шул уҡ ваҡытта боронғо Өфө бер нисә сауҙа юлының киҫешкән урынында ултырған. Билдәле тарихсы Вахрушин яҙыуынса, Себер менән Урта Азияны сауҙа менән тоташтырыусы юл Өфө аша үткән. Ә бит сауҙа - ҡаланың төп күрһәткестәренең береһе иҫәпләнә.

Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институты директоры, тарих фәндәре докторы Н. МАКАРОВ: "Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының саҡырыуы буйынса Рәсәй Фәндәр академияһының археология институты хеҙмәткәрҙәре, тарих фәндәре докторҙары И. Л. Кызласов, Ш. Н. Әмиров, тарих фәндәре кандидаты И. А. Сапрыкина Өфө ҡалаһының Киров районында урынлашҡан Өфө-II ҡаласығы торошон һәм уны фәнни яҡтан өйрәнеү перспективаларын тикшереү өсөн Эксперт советы йыйылышында ҡатнашты.
Өфө ҡалаһының Пушкин һәм Воровский урамдары киҫелешендә урынлашҡан боронғо Өфө-II ҡаласығы хаҡында Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты ошоларҙы хәбәр итә:
1. 2006-2007 йылдарҙа боронғо ҡала урынлашҡан территорияның көньяҡ майҙанында алып барылған археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә табылған мәҙәни ҡатлам фән тарафынан етди өйрәнеүҙе талап итә. Мәҙәни ҡатламдың 4 метрғаса етеүе уны Көнсығыш Европала булған башҡа ҡомартҡыларҙан айырып тора. Кешенең был территорияла даими йәшәүе мәҙәни ҡатламдарҙың эҙмә-эҙлекле урынлашыуы менән иҫбатлана (беҙҙең эраға тиклем I-II быуаттар). Боронғо ҡаланың һаҡланып ҡалған стратиграфияһы хронологик этаптарҙы, ҡаласыҡтағы йорттарҙың планын, оборона системаһын теп-теүәл итеп билдәләргә мөмкинлек бирә.
2. 2007 йылда алып барылған археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә табылған археологик объекттар монументаль архитектура ҡоролмалары категорияһына инә. Боронғо ҡаланың оборона стеналары ҡомартҡының тәүге көндәренән үк алдан әҙерләнгән проект буйынса төҙөлгән һәм бында ҡасандыр үҙенсәлекле хәрби-фортификацион мәктәп булғанлығын дәлилләй. Стена төҙөүҙә ҡулланылған балсыҡ массаларынан тыш, ағас конструкциялар ҙа яҡшы һаҡланған һәм улар архитектур-төҙөлөш деталдәрен дөрөҫ күҙалларға ярҙам итә.
3. Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған археологик коллекцияла төҫлө, ҡиммәтле, төҫлө һәм ҡара металдан яһалған әйберҙәр, һөйәктәр, быяла, аҫыл таштар, балсыҡ әйберҙәр бар. Беҙҙең эраның IV быуатынан алып XV быуатҡа тиклем йәшәгән Урал-Волга буйы төбәге халҡы өсөн хас булған һауыт-һаба менән бер рәттән, Урта Азия, Кавказ һәм башҡа яҡтарҙың һауыт-һабаһы өлгөләре лә табылған. Быяла һәм ярымҡиммәтле таштарҙан яһалған әйберҙәр Византия һәм Прибалтика территориялары менән булған бәйләнештәр тураһында һөйләй. Иртә һәм үҫешкән Урта быуаттарға ҡараған бик күп алтын, көмөш ювелир әйберҙәр һәм кейем деталдәре (алҡалар, ҡайыш биҙәүестәре), шулай уҡ Алтын Урҙа, иртә Византия ваҡытына ҡараған тимер аҡсалар табылған. Ҡалала алтын менән эш итеү буйынса махсуслашҡан ювелир эшмәкәрлек үҫешкән булған. Һөйәктән төрлө әйберҙәр эшләү ҙә бик киң таралған күренештәрҙең береһе һаналған. Өфө-II боронғо ҡаласығы ҡәберлек менән берҙәм археологик комплексты тәшкил итә.
Шулай итеп, Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты беҙҙең эраның IV-XV/XVI быуаттарына ҡараған Өфө-II ҡаласығының юғары фәнни һәм мәҙәни әһәмиәтен билдәләй. Өфө-II ҡаласығы быуаттар буйына йәшәп килгән ҙур административ, сауҙа үҙәктәренең һәм Урал-Волга буйы тарихының әһәмиәтле пункттарының береһе һанала. Мәҙәни ҡатламдың һәм органик материалдың яҡшы һаҡланыуы Урта быуаттарға ҡараған урындағы тарихи процесты яҡшы күҙалларға мөмкинлек бирә.
Боронғо ҡаласыҡтың фәнни әһәмиәте шунда: ул Башҡортостандың һәм Көньяҡ Уралдың яҙма тарихҡа тиклемге иң ҡиммәтле тарихи сығанаҡтары иҫәбенә инә. Ҡаласыҡтың мәҙәни ҡатламын ныҡлы һәм комплекслы өйрәнеү Өфө-II ҡаласығын Рәсәй археология фәненең эталонлы объектына әүерелдерәсәк, тип иҫәпләргә бөтөн нигеҙ бар.
Шул уҡ ваҡытта Өфө-II ҡаласығы юғары ҡатмарлылыҡ категорияһындағы археологик объекттарҙан һанала һәм археологик ҡаҙыныу эштәрен тиҙ арала ғына тамамлау мөмкинлеге юҡ. Өҫтәүенә, Өфө-II археологик ҡомартҡыһы үҙенсәлекле юридик статусҡа эйә - ул региональ әһәмиәттәге ҡомартҡы (Башҡортостан Республикаһының Юғары Совет президиумы Указы - 12.05.1992 йыл). "Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында"ғы Федераль законға ярашлы, бындай категориялы объекттар дәүләт тарафынан һаҡланырға тейеш. Археологик объекттар - боронғо заман ҡомартҡылары, улар дәүләт милке һанала һәм милли фондты тәшкил итә.
Алда әйтеп үтелгәндәрҙән сығып, Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына ошо мәсьәләләрҙе ҡарарға тәҡдим итә:
1. Археология ҡомартҡыһын - IV-XVI быуаттарға ҡараған Өфө-II ҡаласығын төҙөлөш һәм башҡа хужалыҡ эштәре территорияһынан сығарыу, шулай уҡ мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау зонаһы проектын эшләү, ҡаласыҡтың һаҡланыуын тәьмин итеү маҡсатында, айырым көйләнеүсе ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге объекты булараҡ, мәҙәни мираҫ объекты территорияһы сиктәрен билдәләү.
2. Өфө-II ҡаласығын музей элементтары менән туристик маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн архитектура-терәк проекты планы, ер участкаһының планлаштырыу схемаһын эшләп сығарыу.
3. Археология белгестәренең көсөн Өфө-II ҡаласығын планлы, бөтә яҡлап һәм комплекслы өйрәнеүгә йүнәлтеү һәм ҡомартҡы базаһында тәбиғи-фәнни дисциплиналар ҡатнашлығында халыҡ-ара экспедиция ойоштороу.
Заманса ҡаланың үҙәгендә ошондай бик яҡшы һаҡланғанлығы, асыҡ рельефе менән айырылып торған ҡомартҡы булыуы Өфө ҡалаһын Рәсәйҙең иң төп тарихи ҡалалары иҫәбенә индерә".

Шулай итеп…
Японияның Архитектура Институты вице-президенты, тарих фәндәре докторы Риичи Мияке: "Башҡорт ҡалаһы һәм Өфө территорияһында уның менән бәйле тарихи-археологик ҡомартҡылар башҡорт халҡының ғына милли байлығы түгел, ә бөтөн Дала Евразияһы ҡәүемдәренең, иң элек, төрки халыҡтарының уртаҡ хазинаһы. Монументаль архитектура объекттарын һаҡлау, консервациялау, тергеҙеү йәһәтенән ул дәүләттең һаҡсыл мөнәсәбәтенә лайыҡ, уның базаһында тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ, Башҡорт-Өфө ҡалаһының тарихи музейын булдырыу фарыз", - ти. Көньяҡ Уралда тарихи әһәмиәте буйынса Өфөгә тиң булған башҡа Урта быуат археологик ҡомартҡыһы юҡ, ти башҡа ғалимдар ҙа. Был йәһәттән уны боронғолоғо археологик һәм яҙма сығанаҡтарға нигеҙләнеп раҫланған Мәскәү, Новгород, Киев, Ташкент ҡалалары менән генә сағыштырырға мөмкин. Эйе, нимәлер раҫларға, иҫбатларға ла түгел бында археолог-тарихсыларға. Барыһы ла раҫланған. Улар - рус һәм сит ил тарихсы-сәйәхәтселәре материалдарында, карталарҙа аҡҡа ҡара менән яҙылған. Шуларҙы раҫлаусы, быуаттар күмеп ҡуйған тарихты соҡоп сығарыусы ғына беҙҙең заман тарихсылары. Улар ҡулында ла хәҙер байтаҡ материалдар, уларҙы нығытыусы ҡомартҡы әйберҙәр етерлек. Тик ни өсөн беҙ, дәлилдәр, иҫбатлауҙар була тороп, хәҡиҡәти һүҙ әйтеүҙе ошоға тиклем һуҙҙыҡ? Бына шуныһы ғына ғәжәп...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.10.15 | Ҡаралған: 1683

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru