«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨСӨҢ ЕТМӘҪТӘЙҘЕ ХОҘАЙҒА ТАПШЫР, ТИҘӘР
+  - 

Гөлназ Ҡотоева "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, күп шиғри йыйынтыҡтар авторы Гөлназ Ҡотоеваны уҡыусы менән таныштырып тороу кәрәкмәйҙер. Уның инде күптән үҙ уҡыусылары, үҙ мөхите бар. Яҙыусыларға бирелә торған өс һорауҙы беҙ уға ла төбәнек. Уның яуаптарын гәзит уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Гөлназ, һинең ижадыңа моңһоулыҡ һәм ниндәйҙер юғары аң менән аралашыу формаһы хас. Был һинең күңел торошоңмо, әллә...

- Ижадсының көсө тормошто ҡоштар юғарылығынан байҡай, алдан күрә белеүендә, күренештәрҙе тәфсирләп өйрәнеүендә, һығымталар яһай белеүендәлер. Фани донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгеллеген аңлап йәшәйем. Шул ижадымда ла сағылыш табалыр. Сама, алтын урталыҡты тоя һәм таба белеү - үҙе бер бәхеттер. Йәшерәк саҡта гел күҙҙәрем дымланып, иларға ғына тора инем. Хәҙер ҙә күңел нескә ул. Тик үҙемде тиҙ генә ҡулға алып, артыҡ тулҡынланмаҫҡа, барыһын да кисерергә һәм үтергә тейешле итеп ҡабул итәм. Хоҙайға тапшыр, тиҙәр, үҙеңдең көсөңдән килмәҫтәй, хәл ителмәҫтәй мәсьәләләрҙә. Нығыныуымда тормошта, ғүмер юлымда терәк булған туғандарымдан, ижадсы дуҫтарымдан башҡа, әҙәбиәтебеҙ, халҡыбыҙҙың аҡылы, тотҡан динебеҙ ҙур терәк. "Күңелеңде һағыштарҙан арала", тип юҡҡа йырланмай йырҙа ла. Юҡҡа ҡул ҡаушырып ултырыу, моңһоуланыу ярамай. Әммә күңел бит ул шағирҙың көйлө ҡоралы. Ҡай саҡ юҡтан ғына ҡыйрала, көйһөҙләнә лә ҡуя. Шундай ваҡыттарҙа күңелде урынына ултыртып, төҙөкләнеп алыу өсөн ваҡыт, аҡыл, йөрәк көсө кәрәк.
Һәр ваҡыт аҡыллы кешеләргә һоҡланам. Уларҙың кәйефе тигеҙ, барыһы ла урынында, һәр һорауға яуабы бар. Әммә гел генә аҡыл менән йәшәү күңелһеҙерәк булыр ине. Шуғамылыр, күңелде тыңлап, ҡайһы ваҡыт үҙем теләгәнсә, йөрәк ҡушҡан аҙымдар яһала - был да артабан донъяны, кешеләрҙе танып белеүемдә яңы офоҡтар, яңы ишектәр аса. Үткән эшкә үкенергә яратмайым. Хаталанғанмын икән, шуны танып, йәнә алға ынтылып, киләсәккә өмөт, хыялдар менән йәшәүҙе өҫтөн күрәм.

Бөгөн йәштәр китап, шул иҫәптән шиғыр уҡымай, тиҙәр. Һин ниндәй итеп күрәһең үҫеп килгән йәмғиәтте?

- Йәштәр үҙ заманын борсоған һорауҙарға яуап биреүсе әҙәбиәтте һайлайҙыр, тием. Уҡымайҙар, тип өҙә һуға алмайым. Классик әҙәбиәт, алтын фондты тәшкил иткән әҫәрҙәр уҡыла ул. Китапҡа оҙаҡ итеп текләп ултырмаһалар ҙа, әҙәбиәт тормошҡа ныҡлабыраҡ үтеп ингән заман хәҙер. Аудиокитаптар, киноға төшөрөлгән әҫәрҙәр аша ла таныш улар әҙәбиәт менән. Үҙебеҙгә әүҙемерәк булырға, интернет киңлектәрен алтынға бәрәбәр өлгөләр менән тултырырға кем ҡамасаулай? Балалар беҙҙең сағылышыбыҙ. Беҙ нимә менән мауығабыҙ, улар ҙа шуны ҡыҙыҡһынып ҡарай. Үҙебеҙ шиғыр яратмаһаҡ, балалар уны нисек яратырға тейеш?
Шиғырҙы ҡабат уҡымаҫтар тип уйлаһаң, ҡулыңдан ҡәләмең төшөр. Һүҙ һәр ваҡыт кәрәк. Шиғри һүҙ айырыуса. Сәпкә тейҙерер, күңел төпкөлдәрен аҡтарып һалыр, аһ иттерер шиғри һүҙ.
Һуңғы ваҡытта рифмалаған һәр кемде шағир тип атауҙары күптәрҙе боросоуға һала. Быға көйөнөргә кәрәкмәй. Ваҡыт елгәрә, иләй, әүәләй ул. Рифмалаусы үҙе лә тойоуы мөмкин һүҙе үтемһеҙ булыуын, тоймағанда ла асыҡ белдереп ҡуйыусандар. Бейей-бейей оҫтарған бейеүсе кеүек, йәш кеше рифмалап башлаһа, яйлап тәрән һәм тос фекерләргә лә өйрәнеүе мөмкин. Шағир булып етешеү - ул шәхес өлгөрөүе. Һүҙҙәрҙең артында шәхес юҡ икән, тимәк, шиғриәт тә юҡ.

Йәшәү нисек кенә ҡатмарлы, тормош тығыҙ булғанда ла һөйөүгә урын табыла кеүек. Ә һиндә?

- Һөйөү минең өсөн тыныс атҡан алһыу офоҡло таң, улымдың күҙҙәре, туғандарымдың иҫән-һау булыуы, яратҡан эшем, хеҙмәттәштәрем, арып ҡайтып инергә үҙ донъям, ижадта үҙемдең ялҡынымды, йәшәү һутымды сығара алыуым. Матур күңелле кешеләр менән осрашыуҙар, аралашыуҙар, сәйәхәттәр... Мөғжизәле донъя асҡан киң ҡолас. Ошо донъяла үҙеңде өйрәнеү, эске тауышыңды тыңлай белеү һәм намыҫың, йөрәгең ҡушҡанса йәшәү, бирелгәндең ҡәҙерен аңлау... Тормошто яратыу, барыһын да булдырған, тәртиптә тотҡан илаһи көскә - Хоҙайға рәхмәтле булыу үҙе мөхәббәт. Тормошто яратҡан, үҙен ҡабул иткән генә башҡаның Йыһанын һыйҙыра алалыр.
Әҙәм балаһына һөйөү тормошто йәмләр, уны нығыраҡ тойор, кешеләрҙе аңлар өсөн биреләлер. Һөйә белгән йөрәк кенә, тетрәнеүҙәр аша үтеп, аңдың юғарыраҡ баҫҡысына күтәрелергә һәләтлелер. Яратып һәм яратылып йәшәйем! Шөкөр тиергә кәрәк. Ә тормош ҡасан ҡатмарлы булманы икән? Ваҡыт ҡына йүгәндәрен һыпырып ҡасҡан ат һымаҡ, әллә ҡайҙа ашығып саба ла саба. Күңел йылыһын өләшеп, мөмкинлектәребеҙҙе асып һәм донъяға үҙебеҙ асылып, хәлебеҙсә изгелектәр ҡылып өлгөрһәк ине.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.10.15 | Ҡаралған: 1213

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru