«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
+  - 

4-се һабаҡ: "Яңынан йәшәй башларға"

Тәүбәгә килгәнемдең өсөнсө көнөндә апайымдар мунса яҡты. Тән һәм йән сафландырыуҙың был ләззәтле ысулын яҡын күрәм һәм һәр саҡ мунсаның иң беренсе быуына барырға яратам. Был юлы ла шулай иттем. Ҡыҙған табалай эләүкәгә менеп ҡунаҡланым да, ташҡа сүмес менән һыу һиптем. Элек ҡоро эҫе пар тәнемә килеп һуғылыу менән тирләй башлай, тәндән һыу бөртөксәләре атылып сыға торғайны. Ни ғәжәптер, был юлы тәүҙә өшөгән кеүек булып, тәнем тартышып алды, аҙаҡ маңлайым еүешләнде, шунан һуң ғына тирләй башланым. Миндеккә лә үрелмәнем, тын быуылғансы ултырам да, солансаға сығып һыуынып алам, тағы ла эләүкәгә менәм. Тәнемдән тир сығып бөткәнсе тиерлек шулай иттем, һуңынан эләүкәгә тирем ағып төшкән урынды, ҡыҙыҡ өсөн типтер инде, еҫкәп ҡараным. Унан дегет тиһәң, дегет түгел, кәрәсиндекенә лә оҡшамаған, машинаның двигателенә ҡойоп эшкәртелеү үткән әсе май еҫе килә. Артабан да ундай ҡара төҫтәге үтилләнгән "двигатель майы" йыл һуҙымында минең тәндән тир менән ҡуша сығасаҡ әле. Һуңынан наркологтарҙан һорашып белештем. Баҡтиһәң, араҡы составындағы эфир майы ашҡаҙанда эшкәртелмәйенсә, бөтөн тәнгә таралып, быуындарға, тире менән ит араларына, хатта елек һөйәгенең эсенә инеп тула икән.
Донъяла иң ҙур рәхәтлек кисереү тойғоһо нимә ул, тип һораһалар, мин, мунсанан сығыу, тип яуап бирер инем. Эҫеһенә түҙеү ауыр, ә сығыуы... Тап шул саҡта яңынан тыуғандай хис итәһең үҙеңде. Минең хәлдә бигерәк тә. Етмәһә, өс көн элек үлеп, яңынан тыуған кеше өсөн. Саҡ-саҡ ҡына йөрәктең өлпөлдәп тороуын иҫәпкә алмағанда, минән дә бәхетле кеше юҡ ине шикелле был донъяла. Һәр хәлдә, ҡотолғоһоҙ үлемдән ҡалған кеше, Хоҙай әмере менән тере ҡалһа, шулай уйлайҙыр. Мин ошоға тиклем кирегә бөткән атеист инем. Аллаһы Тәғәлә өс тапҡыр иҫкәртеү ебәреп, мине алып ҡалды, ул миңә үҙе килде. Ололарҙан ишетеп кенә белгән доғаларҙы уҡып йоҡлап киттем.
Дүртенсе көндә шаулап торған ҡалаға кире ҡайттым. Аяҡтарым асфальтты тойоу менән күңелгә был донъяны ятһыныу тойғоһо инеп урынлашты. Ҡала миңә шул тиклем яҡын, таныш ине, хәҙер алыҫ һәм ят. Кешеләре лә әллә нисектәр, сәйерҙәр. Бер кемгә лә иғтибар итмәҫкә, күтәрелеп ҡарамаҫҡа тырышып өйгә ҡайттым. Мин йәнемде ус эсенә алып, күтәрелеп сығып киткәндә буп-буш ҡалған фатирға йән ингән. Ауылға тип киткән улдарым әсәләре менән яңы ғына килеп төшөп, мәж киләләр. Улар менән иҫәнләшкәс, үҙемдең бүлмәгә үттем. Һәр саҡтағыса, бәләкәй улым йүгереп килеп инеп, миңә һырынды. Иң тәүҙә елкәмә менеп ултырҙы, аҙаҡ алдыма ятты. Уны үҙемсә яратып, иркәләнем, әммә күтәрелеп күҙҙәренә ҡарай алманым. Улым тегеләй итте, былай һырпаланды, ахыр, күңелем торошон аңлап булһа кәрәк, бүлмәмдән сығып китте.
Иртәгәһен эшкә барғас та, үҙемдең күптән өйрәнеп бөткән коллективым ят һымаҡ ине. Миңә ни булғандыр, берәүҙең дә күҙенә тура ҡарай алмайым, ҡарамағас, һөйләшергә һүҙ ҙә ялғанмай. Бер нисә дуҫыма, танышыма шылтыратырға уйланым да, кире һүрелдем. Хәйер, улар менән нимә тураһында һөйләшмәк кәрәк. Икенсенән, шылтыратыуым уларға сираттағы күңел асыуға сигнал ғына буласаҡ.
Күңелем буп-буш, дыңҡылдап торған мискә кеүек. Үҙем, гүйә, ярға ырғытылған балыҡ һымаҡмын. Балыҡ тигәндән, кире һыуға төшөүем - элеккесә күңел күтәрерлек йөҙ грамм инде. Тәүҙә йылғаның ситенә генә төшөп, сирҡаныс алаһың, аҙаҡ тубыҡтарға тиклем кисәһең, артабан бил тиңелтем... Ә минең хәлем шулай: ярҙа оҙаҡ ятһам, кибеп тонсоғорға тейешмен, шул уҡ ваҡытта кире һыуға ла төшә алмайым. Ярҙа ла ҡалырға тейеш түгелмен.
Рюмкаға үрелеп, йәғни ярҙан торған килеш кенә һыу алып ҡорғаҡһыған күңелде яҙыу тураһында хәҙер инде уйлап та бирмәйем. Эштәгеләр ҙә, өйҙәгеләр ҙә миндәге сәйер үҙгәреште тойоп алды. Айныҡ йөрөгәнемде күреп аптырайҙар ине булһа кәрәк. Һәр саҡ күңелле, юҡ ерҙән мәҙәк табып һөйләп йөрөгән кешенең балтаһы һыуға төшөүе уларға аңлашылып та бөтмәйҙер. Күңелгә шундай уй ҙа килде: әгәр ҙә улар минән төңөлөп, күптән ҡул һелтәгән булһа? Был бит ҡот осҡос минең өсөн. Тимәк, миңә өр-яңынан йәшәй башларға, мөнәсәбәттәрҙе өр-яңынан ҡорорға, ҡалыптарҙы ватырға, ҡыҫҡаһы, тәпәй баҫҡан бала кеүек, бар нәмәгә яңынан өйрәнергә, һәр күренешкә айныҡ күҙ менән ҡарарға кәрәк. Башҡаса юл күрмәйем. Ярҙағы кибеп барған балыҡ кеүек, иртәнге ысыҡ төшкәнен көтәм.

Әхмәр ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.10.15 | Ҡаралған: 1129

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru