«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ КИЛӘСӘК БЫУЫН ӨСӨН ЭШЛӘРГӘ ТЕЙЕШ
+  - 

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙенең егерме алтынсы театр миҙгелен асты. Башҡорт труппаһы тамашасыларға Сыңғыҙ Айтматовтың әҫәре буйынса ҡуйылған ғаилә ҡиммәттәре, быуындар бәйләнеше, ғөмүмән, тормош асылы хаҡында уйландырырлыҡ "Диңгеҙ ярын иңләй ала эт" нәҫерен тәҡдим итте. Миҙгел асылыу менән театрҙа эшләгән барыһы өсөн дә ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла тормош башлана. Ошо хаҡта беҙ Милли йәштәр театрының директоры, үҙен Рәсәй кимәлендә танытҡан һәләтле режиссер, ә элгәре - яратҡан артисыбыҙ һәм йырсыбыҙ булған Азат Нәҙир улы ЙЫҺАНШИН менән әңгәмәләшәбеҙ.

Азат Нәҙир улы, һеҙ Милли йәштәр театры директоры вазифаһын былтыр йыл уртаһында биләнегеҙ. Быйылғы миҙгел иһә тулыһынса һеҙҙең ижади сәйәсәткә буйһонасаҡ була бит инде...

- Милли йәштәр театры - ул минең ижади ҡанаттарымды үҫтергән театр. Мин бында өс йыл ғына эшләп китһәм дә, театр актеры булып танылыу яуланым, театр актерҙары Рәсүл Ҡарабулатов һәм Рушана Бабич менән бер рәттән, Мостай Кәримдең "Салауат. Өн аралаш ете төш" трагедияһындағы башҡарған төп ролдәр өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булдым. Шуға ла яңынан ошо театрға директор булып ҡайтыу үҙем өсөн бик ҡыуаныслы ла, яуаплы ла ваҡиға булды. Ҡыуаныслы, сөнки хәҙер инде минең күп театрҙарҙа эшләгәндән һуң, театр ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға үҙемдең яуаптарым бар. Һәм ошо йылдар буйы йыйылған тәжрибәмде, уйҙарымды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуғанға ла был ҡыуанысым. Ә яуаплы, сөнки замандар ниндәй генә ауыр булмаһын, театр һәр саҡ тамашасыға өмөт, яҡтылыҡ, сәнғәт бөйөклөгө аша тормош ҡиммәттәрен еткерергә бурыслы һәм был бурысты үтәү ябайҙарҙан түгел...

Әлеге ваҡытта башҡорт труппаһы Мөҙәрис Багаевтың "Аҡса булһа бер муҡса" исемле музыкаль комедияһының премьераһына әҙерләнә. Һеҙ уның режиссеры. Иң тәүге һорауым драматург тураһында. Ишетеүемсә, был пьесаны һеҙ уҡып сығыу менән, "Үҙем сәхнәләштерәм", тигән фекергә килгәнһегеҙ...

- Мөҙәрис Багаев менән мин Салауат театрынан бирле таныш. Уның "Мөхәббәт күле" пьесаһын сәхнәгә сығарғайныҡ. Бик үҙенсәлекле драматург, теле лә, бар персонаждары ла, юморы ла шул тиклем халыҡсан... Шәхес булараҡ та оҡшай миңә Мөҙәрис ағай. Йор һүҙле, тәрән фекерле, саф һәм ихлас күңелле... "Аҡса булһа бер муҡса" пьесаһы Мирхәйҙәр Фәйзиҙәр заманында яҙылған кеүек, әммә уны бөгөнгө автор яҙғаны хайран ҡалдырҙы.

Был комедия ваҡиғалары егерменсе быуат башында Миңзәлә ҡалаһында йәшәүсе башҡорт сауҙагәрҙәре ғаиләһендә бара. Тарихи ерлектәге музыкаль комедия ниндәй быуын тамашасыһына йүнәлтелгән?

- Мин милли театр асылы хаҡында күп уйланам. Һәм мине бер тарихи факт ныҡ аптырашҡа һала. Башҡорт һәм татар халыҡтары шул тиклем йыр-бейеүгә әүәҫ, шул тиклем моңға тартылыусан, әммә милли театр ни өсөндөр драматик юлды ғына һайлаған һәм бихисап театрҙар араһында бер генә музыкаль театр ҙа юҡ. Ә бит тамашасы араһында музыкаль комедиялар ҙур популярлыҡ яуланы. "Башмағым", "Ҡоҙаса"... Шуға ла мин "Аҡса булһа бер муҡса" музыкаль комедияһының тамашасы даирәһе киң булыр, тип уйлайым, сөнки ул бар ғаилә менән килеп ҡарай торған сағыу бер тамаша буласаҡ. Йәштәргә лә ҡыҙыҡ булыр, моғайын, сөнки төп тема - мөхәббәт һәм дә төп ролдәрҙе йәш актерҙар башҡара. Йырҙарҙы композитор Ришат Сәғитов ижад итә, бейеүҙәрҙе хореограф Сулпан Асҡарова һала. Нимәһе ҡыҙыҡ: әгәр ҙә тамашасы башҡорт труппаһының байтаҡ артистарын эстрада йырсылары ла итеп белһә, был юлы беҙ бығаса йырламаған артистарыбыҙҙы ла йырлатмаҡсыбыҙ...

Азат Нәҙир улы, Милли йәштәр театрының төп йүнәлеше ниндәй булырға тейеш, тип күҙаллайһығыҙ?

- Әлеге ваҡытта беҙ Мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә хыялланабыҙ. Сөнки Милли йәштәр театры күбеһенсә мәктәп уҡыусылары өсөн тамаша ҡуя. Тимәк, киләсәк быуынды тәрбиәләү эшендә беҙ бергәләп эшләргә бурыслыбыҙ, тип уйлайым. Хрестоматик геройҙар "терелеп", бала күңелен үҙенә ылыҡтырһа, яҙыусылар һалырға тырышҡан ҡиммәттәр хаҡында һөйләп, әҙәбиәткә, ә әҙәбиәт аша - сәнғәткә һөйөүҙе бергәләп тәрбиәләһә - тимәк, беҙ бергәләп йәмғиәтебеҙгә аҡыллы, уйлы, тәрән фекерле шәхес үҫтерәбеҙ. Беҙҙең театр тамашасыһын беренсе кластан алып ун беренсе класҡа тиклем ҡурсаларға тейеш, ул мәктәптә үткән китаптарының геройҙары менән театр сәхнәһендә лә мотлаҡ осрашырға тейеш. Быйылдан бергәләп эшләй башлаһаҡ, был педагогтар, атай-әсәйҙәр һәм, әлбиттә, уҡыусылар өсөн бик яҡшы булыр ине, тип уйлайым.

Әминә ГӘРӘЕВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.10.15 | Ҡаралған: 1359

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru