«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАР СӘБӘП – ҮҘЕБЕҘҘӘ
+  - 

Һуңғы ваҡытта анһатҡа һалындыҡ: беҙҙең өсөн һәр ваҡыт кемдер уйларға, бойороҡ, фарман төшөрөргә, күрһәтмә бирергә, килеп эш күрһәтергә, әйҙәргә, саҡырырға тейеш. Һәм һәр ваҡыт кемдер ғәйепле...

Мәҫәлән, беҙҙе бер кем дә үҙ телебеҙҙән баш тартырға, һөйләштермәҫкә мәжбүр итә алмай. Үҙебеҙ вайымһыҙ маңҡорттарға әйләндек. Саф башҡорт ауылында ла нисек һөйләшкәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр: "сдавать итте", "покупать итте", "копать итте", "мамаң", "папаң" һ.б. Иғтибар итегеҙ, бер йәштәр генә түгел, хатта урта йәштәгеләр ҙә, өлкән сал сәсле апай-ағайҙарыбыҙ ҙа ошолай мәғәнәһеҙ итеп һөйләшә. Ә ғәйепте мәктәптә, уҡытыусыларҙа эҙләйбеҙ. Тағы берҙе ҡабатлайым: үҙебеҙ вайымһыҙ бәндәләргә әйләндек. Ә инде уҡытыусыларға, яҙыусыларға, журналистарға һәм Вячеслав Черневҡа, киреһенсә, телде һаҡлап ҡалырға тырышҡандары өсөн рәхмәт кенә әйтәһе ҡала.
Совет осоронда булған уҡытыу системаһын иҫкә алмайынса булмай. Яҡшы яҡтан, әлбиттә. Мәктәптә тулыһынса башҡортса ғына уҡығандар араһында аҙмы ни профессор, ғалим булып киткәндәр! Шулай уҡ ун йыл буйы рус класында уҡығандарҙың барыһы ла юғары белемле белгестәр, ғалимдар булып китмәне. Барыһы ла кешенең тырышлығынан тора. Әгәр бала уҡыуҙа тырыш икән, уның ниндәй телдә белем алыуы мөһим түгел, ул барыбер бар предметтан да яҡшы өлгәшәсәк. Ә инде башҡорт телен өйрәнеү-өйрәнмәү, уҡытыу-уҡытмау тигән һорау бөтөнләй булырға ла тейеш түгел, тип, "Киске Өфө"ләге диалогта ("Халыҡты халыҡ иткән тел..." №34) ҡатнашыусы Р. Әҡсәнова һүҙҙәрен ҡеүәтләп ҡуям. Русса нисек кенә яҡшы һөйләшһәм дә, мин рус булып китә алмайым, сөнки ҡанымда, йөҙөмдә, холҡомда башҡортлоҡ бар!
Тағы шул: төрлө дәрәжәле етәкселәребеҙгә үҙ туған телен белеү мотлаҡ булырға тейеш. Иғтибар итегеҙ: берәй татар телле етәксе телевидение-радионан интервью бирһә, теле телгә йоҡмай, ә башҡорт телле етәксе иһә ыҙалай-ыҙалай, этә-төртә, рус һүҙҙәрен ҡыҫтыра-ҡыҫтыра көскә фекеренең осона барып сыға. Көлөп тыңларғамы, әрнепме? Үҙ милләтеңә, телеңә ҡарата әҙ генә булһа ла һөйөү булырға тейеш тә инде. Кешенең туған телендә лә, рус телендә лә яҡшы һөйләшеүенә, ғөмүмән, матур итеп телмәр ҡора белеүенә саҡ ҡына булһа ла иғтибар итергә кәрәктер ул уны етәксе вазифаға тәғәйенләгәндә. Совет заманында шул ҡағиҙә күҙәтелде түгелме һуң?
Быуаттар буйы һаҡланып килгән телебеҙгә хәҙер килеп яҡлау кәрәк! Ҡолаҡҡа ятмаған буш һүҙ кеүек яңғырай былар, әммә ләкин ни бары бер 30-40 йыл етте беҙгә шундай көнгә ҡалырға. Хәҙерге ваҡытта беҙгә илһөйәрлек тойғолары етмәй шикелле. Беҙ ниндәйҙер киҫкен хәлдәрҙә генә ойошҡанлыҡ, берҙәмлек күрһәтергә тотонабыҙ. Ә тормошобоҙ әүҙем, һәүетемсә генә киткәйне, вайымһыҙлыҡ һаҙына бата башланыҡ. Был күренеш тел мәсьәләһендә генә түгел, һәр бер өлкәгә ҡағыла. ГТО-ны кире ҡайтарған кеүек, элекке илһөйәрлекте үҫтергән сараларҙы, уҡытыу системаһын кире ҡайтарыу (әлбиттә, заманса үҙгәрештәр индереп), яңыртыу, бәлки, дөрөҫ булыр ине.
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә. Телевидение хәҙер кеше тормошонда бик ҙур роль уйнай. Бына беҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла "Башҡорт телен өйрәнәм", "Башҡорттар", "Алтын тирмә" кеүегерәк тапшырыуҙар күберәк булһын һәм уларҙы кистәрен, кеше эштән ҡайтып, бушап, телевизор янына ултырған ваҡытта сығарһындар ине эфирға. Юҡһа, йәшереп кенә, ял көндәрендә, кешеләр баҡсаһында эшләгән йә сауҙа залдарын ҡыҙырған мәлдә генә ҡуялар уларҙы эфирға. Был һис аңлашылмай. Аллаһы Тәғәләгә бер халыҡты икенсеһе менән алыштырыу бер ни тормай. Үҙ бәләләребеҙҙә үҙебеҙ генә ғәйепле икәнде, һәр беребеҙ үҙ урыныбыҙҙа халҡыбыҙ, телебеҙ, рухиәтебеҙ, республикабыҙ өсөн ниндәйҙер файҙалы эштәр башҡарырға тейешлегебеҙҙе аңлаһаҡ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлаһаҡ, халыҡ булып ҡалырбыҙ, юғалып ҡалмаҫбыҙ. Шуға ынтылайыҡ, йәмәғәт!

Зәлифә ЗӨЛҠӘРНӘЙЕВА.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.10.15 | Ҡаралған: 1100

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru