«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛӘ-КҮРӘ ТОРОП ЗЫЯНЛЫ АҘЫҠТАР АШАЙБЫҘ
+  - 

Бөтә донъяға билдәле "Макдоналдс" компанияһы продукцияһына ихтыяж ҙур булһа ла, бик күп илдәрҙә уға ҡаршы протест белдереүҙәр, хатта судҡа мөрәжәғәт итеүҙәр йышайған. Ҡалдыҡ-боҫтоҡ продукттарҙан эшләнгән аҙыҡ тәҡдим итеү, балаларға йүнәлтелгән агрессив реклама, эшселәрҙе ҡаты эксплуатациялау, тирә-яҡ мөхитте бысратыу һәм башҡа бик күп ғәйептәр белдерелеп, Австралия, Филиппин, Канада, Бразилия, Яңы Зеландия, Мальта, Израиль, Бөйөк Британия, Греция, Хорватия илдәрендә, АҠШ-та "Макдоналдс" сәйәсәтенә ҡаршы пикеттар ойошторола. Ошо ағымға Рәсәй ҙә ҡушылды. 16 октябрь - Бөтә донъя "Макдоналдс"ҡа ҡаршы көрәш көнөндә Мәскәүҙә төҙөлгән тәүге "Макдоналдс" ябылды. Уның Башҡортостанда урынлашҡан нөктәләренә лә тикшереүҙәр килеп етәсәк, тип көтөлә. Организмға зарарлы фастфудты, башҡа сит ил ризыҡтарын һеҙ ҙә ҡулланаһығыҙмы, тип, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Әлфирә БӘХТИЙӘРОВА, БДУ уҡытыусыһы: Балалы кешеләргә сит ил кухняһын урап үтеүе ауыр, сөнки улар ысынлап та кескәйҙәрҙе йәлеп итерлек итеп эшләнгән. Ризыҡтары зыянлы булғанын аңлайым, әммә һәр ваҡыт баланың теләгенә ҡаршы тороп булмай. Мәҫәлән, "Макдоналс"та балаларға махсус меню бар, уйынсыҡ бүләк итәләр. Бала шуға ымһынып, уйынсыҡтарына ҡыҙығып, зыянлы, тигәнеңде тыңламай ҙа. Әйткәндәй, Өфөләге "Макдоналдс"та башлап асылған йылдар менән сағыштырғанда тәмһеҙерәк бешерәләр. Американан килтерелгән икмәк, тип рекламалайҙар. Ул "чизбургер", "биг-мак"тар туҡлыҡлы түгел, ашағас та туйған кеүек тояһың да үҙеңде, бер сәғәттән кире асыҡтыра. Был аҙыҡ составында консерванттар күп, калориялары ла юғары. Сит ил ресторандары урынына үҙебеҙҙең милли аш-һыу тәҡдим ителгән ашханаларға йөрөүе күпкә отошло. Сөнки файҙалы ла, хаҡтары ла "тешләшмәй".

Нәилә АЛТЫНБАЕВА, хужабикә: "Макдоналдс"ҡа ҡаршы бындай акциялар үткәрелеүен белмәнем. Беҙ ғаиләбеҙ менән тиҙ туҡланыу кафеларына айына бер тапҡыр булһа ла ашарға барабыҙ, был ғәҙәткә ингән. Өйҙә аш-һыуҙы төрлөләндереп бешерһәм дә, ҡайһы саҡта сит ил ризыҡтарын ашағы килеп китә бит. Әммә "Макдоналдс" ашын улыбыҙға ашатмайым. Мине бигерәк тә "Макдоналдс"та "Кока-кола" эсемлеген күп һатыуҙары борсой, сөнки уны йыш эсһәң, өйрәнеп тә китергә мөмкин. Тормош иптәшем, мәҫәлән, "Кока-кола"ны йүгереп килгәндән һуң һыуһынын ҡандырыу өсөн эсергә ғәҙәтләнгән. Тик уны ла улыбыҙҙың күҙенә эләктермәҫкә тырышабыҙ.

Гөлзинә РӘХИМҒОЛОВА, уҡытыусы: "Макдоналдс" ресторандарында туҡланмайым. Миңә унда тәҡдим ителгән итле бургерҙар, роллдар бөтөнләй оҡшамай. Ғөмүмән, сит ил аш-һыуы менән бик һирәк туҡланам. Сөнки фастфуд һәм әсе тәмләткестәр ҡушып эшләнгән аҙыҡ ашҡаҙанды боҙа. Ундай ризыҡ беҙгә хас түгел, башҡорттарҙың аш-һыуына артыҡ боросло, тамаҡты яндырғыс әсе ингридиенттар, майонез ҡушылмай. Һуңғы ваҡытта интернет селтәрендә төрлө ябығыу ысулдары, әллә ниндәй емештәр, дарыуҙар тураһында мәғлүмәттәр йышайып китеүен һиҙәһегеҙҙер. Бындай рекламалар нәҡ шундай дөрөҫ туҡланмай, аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеген боҙған кешеләргә тәғәйенләнгән. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ һомғол буй-һынлы булырға теләп, шундай алдаҡсыларға ышана. Был осраҡта беҙҙе ике яҡтан алдайҙар: тәүҙә төрлө сит ил аштарын ашап, организмды боҙабыҙ ҙа, шул хатаны төҙәтер урынға тағы ла ниндәйҙер сығышы билдәһеҙ булған ябыҡтырыу ысулдарын ҡуллана башлайбыҙ. Шуға күрә, Бөтә донъя "Макдоналдс"ҡа ҡаршы көрәш көнө иғлан ителгән икән, хупларға ғына ҡала.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.10.15 | Ҡаралған: 1210

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru