«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЙЕҮСЕ БУЛЫП ТЫУАЛАР...
+  - 

Бөтә донъяла билдәле Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәренә ҡарап, тамашасыға рухи көс, дәрт-дарман өләшеүсе талант эйәһе булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк икән, тип уйланмаған кеше һирәктер. Билдәле бейеү коллективында эшләүсе бейеүсе, "Байыҡ" телевизион конкурсының жюри ағзаһы Миләүшә Хәйбуллинаны "Ижадхана"ға әңгәмәгә саҡырғанда ошо һорауыбыҙға ла яуап алырға өмөтләндек.

Әсәйемдең хыялын атҡарҙым...

Бейеүсе оҫталығы тыумыштан биреләме, тигән һорауҙы бик йыш ишетергә тура килә. Минеңсә, һис шикһеҙ, бейеүсе булып тыуаларҙыр. Әсәйем Баймаҡ ҡалаһының "Ирәндек" ансамблендә бейегән, үҙ ваҡытында бөгөн мин эшләп йөрөгән Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләргә бик теләгән. Әммә ул осорҙа конкурс бөгөнгөгә ҡарағанда бик юғары һәм ҡатмарлы булған. Бөгөн дә ансамбль составында сығыш яһау өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк, конкурс та шулай уҡ юғары кимәлдә үтә. Миңә әсәйемдең: "Ҡыҙым, һин ҙурайғас, Ф.Ғәскәров ансамблендә бейерһең, минең хыялдарымды тормошҡа ашырырһың", - тигән һүҙҙәре ярҙам иткәндер, моғайын. Бала саҡта әсәйем һалған бейеүҙәрҙе башҡарҙым, ете йәшем тулғас, Ғ. Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегенә уҡырға барҙым. Ә атайым, үҙе хәрби кеше булараҡ, бәләкәс ҡыҙын спецназда хеҙмәт итеүсе хәрби итеп күргән. Әле лә иҫемдә, ул мине һыбай йөрөргә өйрәтте, йыш ҡына малайҙар менән һуғыштыра торғайны. Хатта һуғыш тураһында фильмдар, Джеки Чандың киноларын бергәләп ҡарай инек. "Тормош бик ҡатмарлы, киләсәктә нимә булыры билдәһеҙ, үҙеңде яҡларға өйрән", - тип өйрәтте ул. Атайымдың шулай көслө итеп тәрбиәләргә тырышыуы артабан тормошомда бик кәрәк булды. Баш ҡалалағы Р. Нуриев исемендәге хореография училищеһына уҡырға килгәс тә ҡаты дисциплинаға еңел күнектем. Уҡырға килгәндә физик әҙерлегем тейешле кимәлдә түгел ине, етмәһә, бөтә балалар ҙа рус телендә аралаша. Ә мин сей башҡорт, русса әллә ни һөйләшә лә белмәйем. Уҡыусылар күп булғас, уҡытыусыларыбыҙ бөтәһенең дә исемен иҫендә ҡалдырып та бөтә алмағандыр инде. Һәр беребеҙгә ҡушаматтар тағып бөттөләр. Миңә "башҡорт" тигән ҡушамат йәбеште. Кеше бөтә нәмәгә лә күнегә, дүрт йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Сығарылыш уҡыусылары ҡуйған йомғаҡлау концертын Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән ансамбль етәкселәре килеп ҡараны һәм мине Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблгә эшкә саҡырҙылар. Бала сағымдағы хыялым шулай тормошҡа ашты, бында эшләүемә һигеҙенсе йыл.

Их, рәхәт йәшәйһегеҙ!

Концерт ҡарарға килгән ҡайһы бер тамашасылар сәхнәлә йөҙөп йөрөгән бейеүселәрҙе күреп, беҙҙең матур тормошҡа көнләшкәндәрен яҡшы беләм. "Их, һеҙ рәхәт йәшәйһегеҙ! Матур кейенеп, бейеп кенә йөрөйһөгөҙ, төрлө илдәргә сәйәхәт итәһегеҙ, күпме кеше менән аралашаһығыҙ, аҡсағыҙ ҙа күптер", - тип ебәрәләр. Тамаша залында ултырыусыларҙа шундай хыялдар тыуһын өсөн профессиональ бейеүселәргә бик күп эшләргә тура килә. Төрлө милләттәр бейеүҙәрендә төрлө хәрәкәттәр яһала, тимәк, кеше тәненең төрлө мускулдары ҡыбырлай. Беҙ был бейеүҙәрҙе башҡарыу өсөн даими рәүештә кәүҙәбеҙҙең һәр өлөшөнә, бармаҡ остарына тиклем махсус күнекмәләр яһайбыҙ. Мәҫәлән, классик бейеүҙәрҙе башҡарыу өсөн көн һайын мотлаҡ дүрт сәғәт быуындарҙы йылытабыҙ. Репертуар киң, бейеүҙәрҙең һәр береһен онотмаҫ өсөн ҡабатлап тороу кәрәк. Сәхнәлә 16 кеше бер төрлө хәрәкәт итергә, бер линия тоторға, йылмайырға тейеш. Шәп итеп өйөрөлгән саҡта ла эргәңдә торған коллегаңды күҙ ҡыры менән генә күреп, уның кеүек темпта эшләргә кәрәк. Ниндәй бейеү булыуға ҡарап, партнерҙар алмашынып тора, бер иш кейенгән егеттәр араһынан был номерҙа кем һинең менән парлашып бейергә тейеш булыуын тойомлау мотлаҡ. Беҙҙең ансамблдә бейеүселәргә ҡуйылған төп талап - ролгә инә белеү. Ролгә инеп, беҙ бейеүгә һалынған тарихты, хәл-ваҡиғаны тамашасыға "һөйләйбеҙ". Шуға күрә, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу өсөн башҡорт халыҡ ижадын, тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белеү мөһим. Тамашасының күңелендә шул "Их!" тигән хыял-тойғоно уята алаһың икән, көн һайын сәғәт иртәнге ундан киске бишкә тиклем бер туҡтауһыҙ бейеүҙең ауырлығын тоймайһың. Тамашасы рухланып, дәртләнеп ҡайтһа, уның менән беҙҙең "диалог" килеп сыҡҡан, аңлашҡанбыҙ, тимәк.

Яңғыҙ бейеү өсөн көслө характер кәрәк

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә яңғыҙ бейеүҙәр башҡарыу кимәленә күтәрелергә теләгән кешенең мотлаҡ үҙәге ныҡ булырға тейеш, көслө характер кәрәк. Яңғыҙ бейеүҙәрҙе башҡарыусы - ул оҫта бейеүсе лә, коллективта яҡшы иптәш тә. Ансамблдә төрлө быуын кешеләре эшләй, уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табыу зарур. Әйткән һүҙеңдә тора белеү, маҡсат итеп ҡуйылған талаптарҙы үтәрлек көс таба алыу, һәр урында уйлап эш итеү һәм һүҙеңде үлсәп һөйләү ҙә ҙур коллективта эшләүселәргә кәрәкле сифаттар. Ә коллективыбыҙ бик татыу, төрлө мажаралар һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы, күп кенә ауырлыҡтарҙы-еңеллектәрҙе бергә кисерергә тура килә. Үҙебеҙ ҙә тик тормайбыҙ, шаяртыуға урын һәр ваҡыт табыла. Оҙайлы гастролдәрҙең иң һуңғы концертын "йәшел" тип атайбыҙ. Был "йәшел" концерт барышында егеттәр йәшел төҫтә мыйыҡ, ҡыҙҙар йәшел һипкелдәр төшөрөп сыҡһынмы, бейеүҙәр барышында берәй көлкөлө элемент өҫтәп ебәрһенме - тамашасыларға артыҡ һиҙҙермәй генә үҙебеҙҙең күңелде күтәреп алабыҙ.

Башҡорт бейеүе тураһында

Халыҡ йәшәһен, уның мәҙәниәте быуаттар араһында онотолоп ҡалмаһын өсөн ул тыуҙырған бейеүҙәрҙең юғалмауы шарт. Бейеүҙә халыҡтың йәшәү рәүеше, рухи ҡиммәттәре, холоҡ-фиғеле - барыһы ла сағылыш таба. Бигерәк тә сит ил тамашасыһы алдында башҡорт халыҡ бейеүен бейегәндә быларҙың барыһын да дөрөҫ һынландырырға тырышам. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарғанда беҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сифаттарҙы, уларҙың матурлығын, нәзәкәтлеген, оялсанлығын, саялығын, шаянлығын тамашасыға күрһәтеү - минең маҡсатым. Бер үк бейеүҙе ҡабатлай торғас, күп хәрәкәттәрҙе автоматик рәүештә эшләрлек кимәлгә еткереп, ныҡлап өйрәнәһең. Ләкин техник яҡтан нисек кенә дөрөҫ башҡарма, күңелеңде һалып бейемәһәң, тамашасы һиңә ышанмай. Уның менән бәйләнеш булмаһа, үҙеңә лә ҡыйын, сөнки улар һинең энергияңды һурып ултыра. Бәйләнеш булдырғанда үҙ-ара энергиялар менән алмашаһың. Шуның өсөн мин сәхнәгә сығырҙан алда һәр ваҡыт үҙемде берәй әкиәттә хис иткән кеүек ролгә инәм. Үҙ эшеңә шулай саҡ ҡына ижади ҡараһаң, профессиональ яҡтан артабан үҫергә, оҫталығыңды арттырыуға ла этәргес була, ҡыҙығы ла бөтмәй.
Минең өсөн тағы бер шундай һөнәри үҫеш сығанағы - ул "Байыҡ" телевизион конкурсы. Бәйгелә ҡатнашыусылар халыҡсанлығы менән алдыра, уларға ҡарап профессиональ бейеүсе үҙенә бик күп файҙалы тәжрибә туплай ала. Һәр сығышты иғтибар менән ҡарап, анализлап, бейеүсе образды дөрөҫ итеп бирә алдымы, ҡайһы урында ниндәй һыҙаты оҡшаны - барыһын да артабан үҙ тәжрибәмдә ҡулланыу өсөн күңел ҡумтаһына һала барам. "Байыҡ" телевизион конкурсы балаларҙа башҡорт халыҡ бейеүҙәренә һөйөү тәрбиәләргә, рух һалырға ярҙам итә ул. Замана балалары самауыр, батмус, милли кейемдәр, ырыуҙар, боронғо башҡорттарҙың көнкүреше ниндәй булыуы тураһында мәғлүмәт ала.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен башҡарабыҙ. Башҡорт бейеүҙәрен икенсе милләттәрҙең күренекле бейеүселәре бейеп тә, башҡорт рухын тулыһынса сағылдыра алмаған осраҡтарҙы беләм. Хатта данлыҡлы Моисеев ансамбленең ҡыҙҙары ла беҙҙең "Ете ҡыҙ" бейеүен башҡорт һылыуҙары кеүек башҡара алмай. Улар башҡорт кешеһенең күңел кисерештәрен, рухын аңлап етмәйҙер. Шуның өсөн, донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарғанда беҙ камил хәрәкәтләнеүҙән тыш, уларҙың һәр береһенең тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен, характерын, йәшәйешен һәм тәрбиәһен тулыһынса өйрәнеүҙе лә мотлаҡ талап итеп алабыҙ. ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары үтеү уңайынан ҡырғыҙ, ҡытай, һинд хореографтары беҙгә бейеү һалды. Уларҙан өйрәнеп, тағы ла камиллашып ҡалдыҡ.
Башҡорт мәҙәниәте менән сит илдәрҙә бик ҡыҙыҡһыналар, концерт тамамланғас, бейеүҙә нимә сағылған, теге йәки был хәрәкәт нимә аңлатыуы тураһында килеп һорашалар. Башҡорт бейеүе үҙе бер башҡа бит ул, егеттәребеҙ, мәҫәлән, Кавказ халыҡтары кеүек төрлө техника күрһәтеп, ҡысҡырып бейемәй. Бүре, бөркөттө һынландыралар, төрлө образдарҙы сағылдырғанда ла олпат, тыныс, ғорур, ерҙәренең аҫаба хужалары булыуын күрһәтеп, киң күкрәктәрен киреп, ирәүәнләп баҫып йөрөйҙәр. Шуға күрә, ҡурай моңона яй ғына, йомшаҡ баҫып бейейһегеҙ, һеҙгә күңелһеҙ түгелме, тип тә аптыраусылар бар. Бейеүҙең уңышлы-уңышһыҙ булыуы уны башҡарыусы бейеүселәрҙән генә түгел, хореографтарҙың эшенән дә килә. Бейеүселәр балсыҡ кеүек, хореограф нисек теләй, шулай әүәләй. Хореограф бейеүҙең һүрәтен күрә белә. Мин "Әс-сәләм" этник төркөмөндә хореограф булып эшләһәм дә, әлегә был һөнәрҙең барлыҡ нескәлектәрен камил беләм, тип һанамайым. Камиллашырға ла камиллашырға кәрәк, сөнки хореографтарҙың фекерләү рәүеше икенсе төрлө. Быға юғары белемде режиссура буйынса алыуым ярҙам итә.

Маҡсатым - халҡыма хеҙмәт итеү

Бала саҡта минең турала китаптарҙан уҡыһалар ине, тип хыяллана торғайным. Ә хәҙер эшләгән эшем халҡыма файҙа килтерһен, тип теләйем. Бына шулай ваҡыт үтеү менән кешенең ҡиммәттәре үҙгәрә икән. Интернет селтәрендә төрлө кәрәкмәгән мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барған йәштәр ҙә киләсәктә файҙалы, рухын байыта торған нәмәләргә иғтибар итә башлар. Был осраҡта, башҡорт халҡының мәҙәниәте, бейеү сәнғәте тураһында мәғлүмәттәр етерлек булырға тейеш. Шуға күрә, киләсәктә башҡорт халыҡ бейеүен өйрәнергә теләүселәр өсөн видео-яҙма рәүешендә дәрестәр төшөргөм килә. Уны ҡарап, теләгән һәр кем үҙаллы башҡортса бейергә өйрәнә аласаҡ. Юғиһә, үҙебеҙҙең бейеү көйөн ҡуйһаң, ир-егеттәр, бейей белмәйбеҙ, тип, ситтә оялып тороуына шаһит булғаным бар.
Йәштәрҙә рухи тәрбиә юҡ, милли үҙаңын уятырға кәрәк, тиҙәр. Тик бала саҡтан тәрбиәләнмәгәс, бөгөндән башлап мин һеҙҙе рухлы итәм, тип кенә кешене үҙгәртеп булмайҙыр ул. Кеше тыуған йортонда ата-әсәһенән өлгө алып үҫә, уны ғүмер буйы оҙатып йөрөйәсәк характеры ла шул осорҙа формалаша, бүтәндәргә ҡарата мөнәсәбәте лә ғаиләлә алған тәрбиәнән килә. Йәштәр рухһыҙ, тәртипһеҙ икән, ололарға үҙҙәрен нисек тотоуы тураһында уйланырға кәрәк. Беҙҙе төрлөсә тыйып, ололарға ҡарата ихтирамлы булырға өйрәтеп тәрбиәләнеләр. Бөгөн балаларға бөтә нәмәне рөхсәт итәләр, һорағанын һатып алалар, компьютерҙа ла үҙе теләгәнсә уйнай. Улар үҫкәс тә сиктәрҙе белмәйәсәк. Китап уҡытып, лекция һөйләп кенә кеше күңеленә рух һалып булмай. Һәр кем үҙе күңеле аша үткәреп, үҙ асылына ҡайтырға тейеш. Шулай ҙа, бер ни тиклем этәргес булһын тип, БР-ҙың халыҡ артисы Риф Ғәбитов менән башҡорт халыҡ бейеүҙәренең һәр береһенең килеп сығышы, ундағы хәрәкәттәр нимә аңлатыуы йәһәтенән тасуирлаған китап яҙыу буйынса эш башланыҡ. Башҡорт халыҡ бейеүе киләсәк быуындарға үҙгәртелмәй барып етергә тейеш.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бер аҡыл эйәһенең: "Яратҡан шөғөлөңдө аҡса табыу сығанағына әйләндер, шул саҡта бер тапҡыр ҙа үҙеңде ыҙалатып эшкә йөрөргә кәрәкмәҫ", - тигән кәңәше барыһына ла мәғлүм. Әммә Миләүшә Әхмәткәрим ҡыҙы кеүек буй етмәҫлек бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашыра алған шәхестәр күп түгел. Уларҙан өлгө алған осраҡта, яратҡан эшең үҙеңә күңел тыныслығы, халҡыңа танылыу килтерер. Ә кеше өсөн ошо ике шарттың үтәлеүенән дә мөһим нәмә юҡтыр.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.10.15 | Ҡаралған: 2298

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru