«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
+  - 

5-се һабаҡ: "Кем ысын дуҫ, кем - шешәләш?"

"Дуҫыңдың кем икәнен әйт, һинең кемлегеңде әйтермен!" - тигән әйтем бар. "Дуҫыңды һынар өсөн уны иҫерткәнсе эсереп ҡара", - тип тә әйтәләр. Ә мин былай тип әйтер инем: "Кемдең ысын дуҫ, кемдең шешәләш кенә икәне эсеүеңде ташлағас күренә". Баҡтиһәң, беҙ эскән саҡта ысын дуҫ менән шешәләште айыра белмәйбеҙ икән. Һинең менән бергә эскәндәр, "күңелле донъяның" барлыҡ рәхәтлектәрен һәм михнәттәрен бүлешкәндәр - барыһы ла бер туғандар, йәнәһе, дуҫтар.
Мин Шешәбикә менән хушлашҡандан һуң элекке шешәләштәрем өс төркөмгә бүленде. Беренсе төркөм был яңылыҡҡа әллә ни әһәмиәт бирмәне: "Ярар, беҙгә күберәк тейә", - тип, киреһенсә, шатланды ғына булһа кәрәк. Икенселәре үҙҙәренең араһында бынамын тигән "коллеганы" юғалтыуға ҡайғырҙы. Сөнки мин улар өсөн яртыға тип аҡса йыйғанда "өсөнсө кеше", ауыр саҡта уларҙы ҡотҡарыусы инем. Улар, үҙҙәре лә аңлап бөтмәҫ-тән, тағы ла бер йыл һуҙымында, шешә ҡыҫтырып, миңә килеп йөрөйәсәк әле. Мин улар янында һыу йә сәй эсеп кенә ултырасаҡмын, улар миңә эсеүҙең ләззәтен ҡат-ҡат аңлатасаҡ. Уларҙың һөйләгән хәбәрҙәре, тикшергән мәсьәләләре миңә бик ҡыҙыҡ һәм бер ҡатлы тойоласаҡ. "Мин дә яңыраҡ ҡына улар менән бергә шулай ваҡ-төйәк хаҡында "мөһим хәбәр" һатып ултырҙыммы икән ни?" - тип, үҙ-үҙемә аптыраясаҡмын әле. Ни өсөн тигәндә, эскәндәге һөйләшеүҙәр айныҡ кеше күҙлегенән - мәғәнәһеҙлек.
Өсөнсө төркөм был аҙымымды сиктән тыш хәл итеп ҡабул итәсәк, көсләп эсерергә өндәйәсәк. "Эсмәй, әллә кем булып ултыраһың, беҙҙән ҡайһы ерең артыҡ, беҙҙе алкашҡа һанайһыңмы, байырға уйлайһыңмы?" - тип, үҙҙәренең миңә ҡарата агрессив мөнәсәбәтен дә күрһәтеп, йоҙроҡ төйнәп, ҡурҡытып маташасаҡ.
Хәҙер инде элекке шешәләштәрем килеп, мине йонсотмай, үҙҙәренсә әйткәндә, "үлеп барғанда" ғына килеп етәләр. Һәр саҡтағыса: "Ошонан төҙәлһәм, бүтән ауыҙыма ла алмайым", - тип ант итәләр. Тәүҙә мин уларҙың хәленә инә торғайным, икенсе тапҡыр килгәндәрендә, биргән анттарын иҫтәренә төшөрәм, намыҫландырам, шунан улар, ғәфү үтенеп, кире китә. Әле килеп, элекке шешәләштәремдең миңә юлы һыуынды булһа кәрәк.
Хәҙер инде ысын дуҫтарым тураһында. Башта шуны ла әйтеп китәйем: ысын дуҫтар күп булмай икән. Кемдер, минең дуҫтарым иҫ киткес күп, ти икән, ул яңылыша. Улар берәү-икәү, уҙа барһа, өсәү генә була. Минең өсөн дуҫ - теләһә ниндәй осраҡта ла һине алмаштыра алырлыҡ кеше, һинең һыңарың. Мин "йәшел йылан" йоғонтоһонан ҡотолғас та, элекке шешәләштәремдең барыһын да айыҡлыҡҡа өндәргә тотондом, үҙемсә аңлатыу һабаҡтары үткәрҙем. Тырышлығым бушҡа китмәне, уларҙың араһынан өсәүһен айырып ала алдым. Хәҙер инде мин уларҙы ысын дуҫтарым тип атай алам.
Исмәғзәм менән беҙ студент йылдарында дуҫлаштыҡ. Ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәнек, йәшлегебеҙҙең күңелле мәлдәрен уртаҡлаштыҡ һәм, әйтергә кәрәк, бергә эсергә өйрәндек. Һыранан башланыҡ та, яйлап-яйлап ҡатырағына күстек. Эсеүҙе ташлап, яңы тормош башлайбыҙ, тигән ынтылыштарыбыҙ ҙа булманы түгел, булды. Иң тәүҙә бүлмәлә йыйылып киткән буш шешәләрҙе тапшырабыҙ ҙа, көн күргән мөйөшөбөҙҙө ҡырып-йышып таҙартабыҙ. Аҙаҡ мунсаға барып, сафланып ҡайтабыҙ. Эсеү тураһындағы фекерҙе ситкә ҡыуыу өсөн спорт кейемдәре кейеп, Ағиҙелдең аръяғына йүгерәбеҙ. Тирләп-бешеп, арып-талып бүлмәгә килеп ауабыҙ. Хатта бер саҡ бокс секцияһына ла йөрөп алдыҡ. Ниәт-маҡсатыбыҙ изге булһа ла, ихтыярыбыҙ тиҙ һына ине. Аҙна-ун көн түҙгәндән һуң, күпереп торған һалҡын һыра беҙҙе барыбер үҙенә кире ҡарата килде.
Ул йылдарҙа, иҫләйһегеҙҙер, ҡаланың теге йәки был мөйөшөндә һыра һатыу киоскылары теҙелеп ултыра ине. Иртә таңдан эңергә тиклем улар янында өс литрлыҡ банка тотҡан ир-аттар, этешә-төртөшә, темеҫкенә торғайны. Улар араһында Исмәғзәм менән мин дә бар инек. Икебеҙгә көн һуҙымында барлығы 40 литр һыра һемереп, рекорд ҡуйғаныбыҙ ҙа булды.
Ни өсөн беҙ ул йылдарҙа, үҙебеҙсә әйткәндә, "яңы тормош" башлай алмағанбыҙ? Беҙгә ихтыяр көсө етмәгән, тип әйтеү бер яҡлы ғына булыр ине. Хәҙер инде шундай һығымталарға киләм: кеше тота килеп, ҡапыл: "Мин шулай булайым әле", тип, үҙлегенән үҙгәрә алмай. Әҙәм балаһын тәүбәгә килтерерлек, хатта үҙендә яҙмышын үҙгәртерҙәй көс табырлыҡ ғәҙәттән тыш ваҡиға кәрәк икән. Мин 1-се һабаҡта уҡ был турала әйтеп киткәйнем, эйе, "Хоҙай кешене өс тапҡыр иҫкәртә".
Икенсе яҡтан, ул саҡта беҙ барыбыҙ ҙа, шул иҫәптән Исмәғзәм менән мин дә, романтиктар инек. Беҙҙе ул ваҡытта, мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла, матур киләсәк һағымында, коммунизм иллюзияһында тәрбиәләнеләр. Ә беҙгә бит тәбиғәттән бөтөнләй башҡаса ҡеүәт-ҡөҙрәт һалынған. Аҡланырға теләмәйем, ләкин беҙ, моғайын, йән яныуыбыҙҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәй, үҙ-үҙебеҙҙе бойомға ашыра алмай, эскәнбеҙҙер, тигән уйҙар ҙа башҡа килеп ҡуя. Быны башҡаса нисек аңлатырға? Сөнки беҙҙең ҡанда араҡының "А" хәрефе лә булмаған. Исмәғзәмдең дә, минең дә олатай-ҡартатайҙарыбыҙ бөтөнләй эсмәгән, атайҙарыбыҙҙың да беҙ яралған һәм тыуған осорҙа, илдә карточка системаһы бөтөрөлөп, яңы икмәккә туйған саҡта эске ҡайғыһы булмаған. Ҡыҫҡаһы, ҡаныбыҙ һәр йәһәттән таҙа булған.
Дуҫым Исмәғзәм, бер нисә тапҡыр ынтылып, тәки ҡотолдо был бәләнән. Миңә үҙенең ысын дуҫ икәнен иҫбат итте. Гәзиттә минең яҙмаларым барлыҡҡа килгәс, ул да был хаҡта яҙырға тотондо. Һабаҡтарым баҫылып бөткәс, атымды уның урамына туғарам.
Яңыраҡ бер осрашҡаныбыҙҙа Исмәғзәм миңә: "Беләһеңме, Әхмәр, беҙ айныҡ аҡыл менән беренсе тапҡыр һөйләшеп ултырабыҙ бит, быға тиклем нимә тураһында хәбәр һатҡанбыҙҙыр, иҫләмәйем…", - тине.

Әхмәр ҮТӘБАЙ. (Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.10.15 | Ҡаралған: 1342

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru