«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
+  - 

7-се һабаҡ: "Ихтыяр көсө нимәгә тиң?"

"Үҙ кәйефе менән идара итә алған кеше генә яҙмышының хужаһы була ала" тигән бик тапҡыр әйтем бар. Беҙ барыбыҙ ҙа кәйеф ҡоло шул. Шул уҡ ваҡытта тик аҡыл менән генә лә йәшәп булмай, өлпөлдәп торған йөрәгебеҙ, ҡайнап торған хис-тойғоларыбыҙ бар. Көтмәгәндә әйтелгән ауыр һүҙҙән, күңелгә ятмаған насар мөнәсәбәттән, аңғармаҫтан һине үҙлегеңдән сығарған хәл-күренештәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан беребеҙ ҙә азат түгел. Шуға ла тормошто йәшәү өсөн көрәш, тип әйтәләр. Тап шундай мәлдәрҙә, кәйефтәр ҡырылған, күңелдәр кителгән саҡтарҙа үҙ кәйефтәрен еңә алмаусылар рюмкаға үрелә лә инде. Араҡы ҡан тамырҙарын киңәйтә, башҡа йүгерә, кеше мейеһен туҡтауһыҙ игәп торған хафаларынан арындырып, үҙенсә ял иттерә. Шәпме? Шәп! Араҡыны, шарапты юҡҡа ғына уйлап сығармағандар бит. Үкенескә ҡаршы, ситтән ҡарап торғанда ғына шулай кеүек. Ләкин ошо урында "Әммә…" тигән ике күренеш, ике хәл бар. Шулар булмағанда, ҡайһылай яҡшы ла бит. Беренсенән, күңел төшөнкөлөгөнән ошо юл менән сыҡтың да, ти. Әгәр ҙә был хәлең көн һайын ҡабатланһа? Һин башҡа осраҡтарҙа инде үҙеңдән-үҙең ошо анһат ысулды ҡулланасаҡһың бит. Был бер аҙна һуҙымында дауам итһә? Тағы ла алдағы 280 көн буйы һин ошо уҡ допингтың ҡолона әйләнһәң? Хатта бер көндә, бер генә тапҡыр эселгән йөҙ грамдан һуң да 40 көн буйына шул хәлеңдән сыға алмайһың бит. Бында арифметика ябай: 9 көн буйына, көн һайын йөҙәр грамм ғына эсһәң дә, һин тотош йыл буйы туҡтамай эскән кеше булып иҫәпләнәсәкһең. Ҡалған 356 көнөңдө "ҡоп-ҡоро" үткәрһәң дә.
Икенсенән, һин кәйеф ҡоло һәм күңелеңде күтәрер өсөн ошо юлға бараһың икән, йөҙ грамм менән генә сикләнмәйәсәкһең. Үҙлегеңдән сығарған хәлде тыныс ҡына ҡабул итә һәм үткәрә белмәй, рюмкаға ынтылыуың үҙе үк шул турала һөйләй. Бындай саҡта тик йөҙ грамм менән генә мөрхәтһенгән кешене күргәнем юҡ әле. Тәүге һәм артабанғы йөҙәр грамдарҙы ҡабул итеү технологияһы һәм психологияһы шулайыраҡ: тәүге рюмка - ул һорау, икенсеһе - яуабы, өсөнсөһө - раҫлаусыһы, артабанғылары - инҡар итеүселәре… Аңлайышлыраҡ булһын өсөн һәр хәлгә айырым туҡталып үтәм.
Тәүге рюмканы ҡабул иткәндә, әйткәнемсә, кеше үҙен шул тиклем һәйбәт тойғандай хис итә. Башына ҡан йүгергәс: "Әле генә миңә ҡыйын ине, ниңә шулай ҡапыл рәхәт булды әле?" - тигән һорау уны тынғыһыҙлай башлай. Бәлки, ул шул йөҙ грамдан туҡталып та ҡалыр ине, әммә үҙенә рәхәтлек тойғоһо бүләк иткән сәбәпте аңларға теләй. Һәр хәлдә, кеше тәбиғәте шулай ҡоролған. Тәүге рюмкаға яуап булып икенсе йөҙ грамм эйәрә лә инде. Һорау ҡәнәғәтләндерелгәс, кеше үҙен тәүге йөҙ грамды эсергә мәжбүр иткән күңел хәлен иҫенә төшөрә лә, кемгәлер был хаҡта һөйләп, эс бушатҡыһы килә башлай. Өсөнсө - раҫлаусы рюмка эселгәс, кешенең теле сиселә. Был саҡта күптәр һөйләү урынына йырлай башлай. Был да аңлашыла, эскә йыйылған хәсрәтте йыр ҙа бушата бит. Артабанғы дүртенсе, бишенсе, алтынсы һәм башҡа н-сы рюмкалар - бар нәмәне, туғандарын, дуҫтарын, таныштарын, хатта донъяны инҡар итеүсе йөҙәр грамдар.
Әммә "иң ҡыҙығы" иртәнсәк уянғас башлана. Кеше кисәгегә ҡарағанда ун-егерме тапҡырға тәрәнерәк күңел төшөнкөлөгөнә юлыға. Артабан тағы ла - "һорау - яуап - раҫлау - инҡар итеү". Тик был юлы инде мәғәнәһеҙ һорауҙар ҡуйыла, ауырыраҡ яуаптар бирелә, михнәтлерәк раҫлауҙар була, ғазаплыраҡ инҡар итеүҙәр башлана.
Шатлыҡ тойғоһо кисергәндә лә кеше ошо уҡ юлға барыусан. Әммә тәүге рюмканан башлап ҡыуанысың үҙенән-үҙе һағыш төҫө ала башлай. Аллаһы Тәғәлә бүләк иткән шатлыҡты Иблис ризығы менән арттырып булмай бит инде. Үҙенең изге бүләген шулай хәрәм менән буяғаның өсөн киләсәктә һиңә тағы ла шатлыҡ килтерерме икән Аллаһы Тәғәлә? Яҙмаларымдың "үтескә алынған шатлыҡ" (26 август) тигән бүлегендә мин был хаҡта әйтеп үткәйнем инде.
Әгәр ҙә ихтыяр көсөң булмаһа, һәр ынтылышың "тумыртҡа тәүбәһе" генә була инде. Тап ошо сифаттарға эйә булмағандар эсеүҙән ҡотолоу өсөн табиб ярҙамына таяна. Әммә тормош беҙҙән көслөрәк, башта һанап киткән хәлдәргә, кисерештәргә ҡалғанда, күптәр табибтан үҙенең тәненә тектергән ампулаһын алып ташлап булһа ла, тәүбәләрен, бирелгән анттарын онотоп, тағы ла эсә башлай. Был осраҡта оҙаҡ ваҡыт эсмәй йөрөүселәр бөтөнләй туҡтай алмай, эсмәй йөрөгән көндәрҙәге лимитын кире тулыландыра, артығы менән. Ҡайһы берҙәре хатта араҡыға янып үлә. Был хәл көн һайын эсеүгә ҡарағанда ла аяныслыраҡ. Шуның өсөн эсеүен ташлаған кеше был аҙымға "ғүмерлеккә" тип барырға тейештер, тип уйлайым. Ихтыяр көсөнә килгәндә, атҡарып булмаҫлыҡ эш булмай, уны эшләй алмаған кешеләр генә була, тип яуап бирер инем мин. Сәбәп ҡылһа, ҡарап тороуға хатта иң ихтыярһыҙ булып күренгән кеше лә ҡорос ихтыярлыға әүерелә ала. Шешәбикә менән хушлашҡанға тиклем мин үҙемде, көслө ихтыярлы кеше инем, тип тә әйтә алмайым. Был сифаттарҙы мин үҙемдә айыҡ тормошта яһаған тәүге аҙымдарымдан уҡ тәрбиәләргә тотондом.
Ихтыяр көсө нимәгә тиң? Егеттәр менән үҙ-ара һөйләшкәндә мин быны уларға шаяртып түбәндәгесә аңлатам: "Күҙ алдына килтерегеҙ. Һеҙ аулаҡ ҡына йылы бүлмәлә шундайын сибәр, шундайын йәш, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ ҡыҙ менән яңғыҙ ҡалғанһығыҙ. Тышта, яҡшы хужа хатта этен дә ҡыуып сығармаҫ, тигән шөҡәтһеҙ һауа торошо. Бүлмәгә яғымлы музыка ағыла, яртылаш ҡараңғы, өҫтәл аш-һыуҙан һығылып тора. Иң мөһиме, ҡыҙ һине ярата, таңға тиклем бүлмәлә ҡалыуыңды теләй, етмәһә, әле генә танышҡан һылыуға үҙең дә битараф түгелһең. Барыр ерең булмаһа ла, ошо донъяны ташлап, ырашҡылы, һыуыҡ ҡараңғылыҡҡа олаға алаһығыҙмы? Эсеү ташлау ана шундай ихтыяр көсөнә тиң…".
Егеттәр йығылып ятып көлә. Ҡайһылары: "Мин ул бүлмәлә тороп ҡалыр инем. Араҡы эсмәһәм дә, ҡыҙҙы ҡосағыма алыр инем…" - тип тә ебәрә. Икенселәре: " Ундай мине яратҡан, үҙем яратҡан кешем булһа, эсеүемде ташлар инем…" - тип ҡуя. Бында икенселәрҙең яуабы ҡулай булһа кәрәк, сөнки ҡоро ышанысҡа һәм инаныуға таянып ҡына эсеүеңдән ҡотолоп булмайҙыр. Һине аңлаған ныҡлы терәгең, яҡын дуҫың, яратҡан кешең булыуы мотлаҡ. Ундай кешем хаҡында мин алда әйтеп үткәйнем инде. Әлбиттә, мин бында шартлы рәүештә, ихтыяр көсөнөң үлсәү берәмеген билдәләү өсөн "аулаҡ бүлмәләге ҡыҙ" миҫалын килтерәм. Ә, ысынында иһә, араҡының, иҫереклектең ымһындырғыс көсө тап ана шундай. Ихтыяр көсөн нығытыуға килгәндә, был хаҡта алдараҡ һөйләшербеҙ.

Әхмәр ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.15 | Ҡаралған: 1276

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru