«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘПТӘ "БИШЛЕ" АЛЫР ӨСӨН ӨЙҘӘ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШЕРГӘ КӘРӘК
+  - 

Балалар баҡсалары буйлап сәйәхәтте дауам итәбеҙ. Был юлы Өфө районы Шамонин ауылының "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Әминә Әмирова, Гүзәл Үтәбаева һәм Ильяс Хөсәйенов менән ябай ғына, әммә мөһим һәм етди темалар буйынса әңгәмәләштек.

"Аҡбуҙат"та күңеллеме һеҙгә?
Гүзәл: Мин быға тиклем Жуковолағы "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһына йөрөгәйнем, ҡустым Азамат менән хәҙер бында күстек. "Аҡбуҙат"та миңә бик оҡшай, ҡурсаҡ уйнайбыҙ. Матур итеп һүрәт төшөрөргә яратам.
Ильяс:Ә мин әсәйем бында тәрбиәсе булып эшләй башлағас килдем. Ул хәҙер мине бик һуң ғына килеп ала, шуға мин балалар баҡсаһына йөрөргә яратмайым. Өйҙә яңғыҙым ултырғым килә.
Әминә: Мин өйҙә яңғыҙым ғына ултырғаным бар ул. Өс көн буйы ауырығайным, өс көн буйы өйҙә үҙем генә ҡалып торҙом. Әсәйем ашарға бешереп, эшкә китте. Күп итеп мультиктар ҡарарға рөхсәт итте. Хәлемде белергә күршеләр инеп торҙо, әсәйем йыш ҡына өй телефонына шылтыратты.

Ниндәй әкиәттәр яратаһығыҙ?
Ильяс: Мин яңы "Колобок"ты һәм "Сәңгелдәк"те яратам.
Әминә: "Красная шапочка", "Колобок" әкиәттәре оҡшай. Мин шиғырҙар һөйләргә яратам. Әсәйем теге юлы "Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына, Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына", - тигән шиғырымды видеоға төшөрҙө. Садикта ла башҡортса шиғырҙар ятлаталар.
Гүзәл: Минең Флүзә өләсәйем башҡорт әкиәттәрен күп һөйләй. Ә телевизорҙан "Ҡыҙыл эшләпә", "Гуси и лебеди" әкиәттәрен яратып ҡарайым. Ҡалғандарын тиҙ генә иҫләмәйем шул, әйтер инем.
Ильяс: Мин башҡорт батырҙары тураһында әкиәттәр беләм.

Ә батыр кем була ул?
Ильяс: Ул көслө кеше.
Әминә: Батыр - Шайморатов генерал була. Ул һәйкәл, беҙҙе атҡа менеп һаҡлап тора. Бөтәһен дә күрә һәм белә. Шайморатов генерал ҡалала, ҙур квадратта. Ул һыуҙа батмай һәм утта ла янмай.
Ильяс: Ул яҡшы йөҙә белгән өсөн һыуҙа батмай, тиҙ йүгерә алған өсөн утта янмай, үәт!
Әминә: Ильяс, Шайморатов генерал бит - һәйкәл! Алдан ысын кеше булған инде ул, тик ун миллион йыл йәшәгән дә, үлгән. Беҙҙең күрше Рәсүл фотоһын күрһәтәм тине лә, онотто.
Гүзәл: Шайморатов генерал Бөйөк Ватан һуғышы булғанда үлгән. Ул бер-нисә һалдатты ҡотҡарыр өсөн йәнен биргән. Һәйкәл Салауат Юлаевҡа ҡуйылған бит, Әминә.

Салауат Юлаев кем һуң?
Ильяс: Ул илде ҡотҡарған кеше.
Гүзәл: Салауат Юлаев - беҙҙең батырыбыҙ, ул донъяны ҡотҡарған.
Әминә:Апай, һеҙ нимә, бөтөнләй бер нәмә лә белмәйһегеҙме? Мәктәпкә физикаға йөрөмәнегеҙме? Унда бөтәһенә лә өйрәтәләр, өлкәндәр бөтәһен дә белһен һәм бәләкәстәргә өйрәтһен өсөн.

Юҡ, физикаға йөрөмәнем шул. Ҡайҙа өйрәтәләр ул физиканы?
Әминә: Мәктәптә инде. Ысын мәктәптә, әҙерлек төркөмөндә түгел. Мин әле Башҡортостандың флагын беләм. Өҫтә йәшел төҫ, уртала аҡ, аҫта күк төҫ. Аҡ төҫ уртаһына һары ромашка төшөрөлгән.
Гүзәл: Ул ромашка түгел, ә ҡурай. Ҡурай - ул үлән, беҙ апайым һәм өләсәйем менән бер концертҡа барғанда, шул турала легенда һөйләнеләр, уйнап күрһәттеләр. Мәктәпкә барғым килә ул, аҡыллы булыр өсөн уҡырға кәрәк бит. Үҫкәс, мин врач булам, балалар сирләһә, укол ҡаҙайым. Мин сирләгәндә миңә укол эшләнеләр, ҡурҡыныс түгел бер ҙә.
Ильяс: Ныҡ иртә торорға кәрәк булһа ла мәктәпкә барғым бик килә. Мин көн дә шул тиклем иртә торам. Ә үҫкәс, полицияла эшләйем.
Әминә:Үҫкәс, теш табибы булам да, тештәрҙе дауалайым. Үҙемдән бәләкәстәргә табиптарҙың эше тураһында һөйләрмен. Ә мәктәпкә барғас, тик "бишле" алыр өсөн башҡорт телендә һөйләшергә кәрәк.
Ильяс: Мин башҡорт мәктәбенә барам бит, шуға башҡорт телен беләм. Әле әсәйемдән тигеҙ итеп ҡағыҙ ҡырҡырға, атайымдан утын ярырға өйрәнәм.

Балалар баҡсаһында дуҫтарығыҙ күптер?
Ильяс: Ике яҡын дуҫым бар. Ҡыҙҙар менән уйнамайым.
Гүзәл: Хаят менән уйнайһың бит!
Әминә: Хаят Ильясты ярата. Ә мин Искәндәрҙе яратам.
Гүзәл: Мин былай береһен дә яратмайым. Сөнки миңә ниндәй малай кәрәк икәнен белмәйем әле.
Ильяс: Мин әсәйемде яратам, ҡыҙҙарҙы яратмайым.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Балалы өйҙә сер тормаҫы билдәле, һорамаған һорауҙарыма ла яуаптар алып ҡыуандым. Ошо ҡыҫҡа ғына әңгәмә барышында балаларҙың туған теленә, иленә булған мөнәсәбәте, ата-әсәһенең тәрбиәһе һәм, әлбиттә, Шамонин ауылы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының эше сағылды ла ҡуйҙы. Зирәк аҡыллы кескәйҙәр ололар ауыҙынан ысҡынған һәр мәғлүмәтте отоп алырға ғына тора, хәтер ҡумтаһына һалып та ҡуя икән. Ни бары мәктәптә "физика уҡып", башҡорт халҡының әкиәттәрен, тарихын, милли геройҙарын, туған телен һәм мәҙәниәтен өйрәтеүсе ололар булыуы ғына шарт.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.15 | Ҡаралған: 1513

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru