«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР БУЛҺА ҒЫНА ЙӘШӘҮ БУЛА
+  - 

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының көнүҙәк урынға ҡуйып хәл итә торған мәсьәләләре байтаҡ. Әммә улар араһында беҙҙең иғтибарыбыҙға айырыуса лайыҡ дүрт йүнәлеште атар инем. 21 ноябрҙә үтәсәк IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында ла ошолар тураһында һүҙ йөрөтөү мөһим.

Тәүге һүҙҙе ерҙән башларға кәрәк, сөнки ер булғанда ғына йәшәү ҙә була. Хатта шулай тип тә әйтер инем: ер мәсьәләһен хәл итһәң, бөтөн башҡа проблемалар сиселә лә ҡуя. Бөгөнгө көндә федератив дәүләт эсендәге үҙаллы дәүләт булараҡ, үҙебеҙҙең Конституциябыҙ, Хөкүмәтебеҙ, гимныбыҙ, гербыбыҙ һәм башҡа атрибутикабыҙ бар, әммә еребеҙ юҡ. Башҡортостандағы 14 млн 290 мең гектар ерҙең 80 меңе генә хосуси милек хоҡуғында рәсмиләштерелгән, дөйөм алғанда, был 1 процентты ла тәшкил итмәй. Элегерәк тарих китаптарында батша заманы тураһында һөйләгән бүлектә бер һүрәт була торғайны, унда крәҫтиән үҙенең ерендә һыңар аяғы менән генә баҫып тора. Бөгөнгө көндә беҙ һыңар аяҡта ла баҫып тормайбыҙ.
Республика Башлығы йәштәргә ҡала ситендә йорттар һаласаҡбыҙ, тигән инициатива күрһәткәйне, уны бар халыҡ күтәреп алғайны. Өфөнөң ситенә сығып, ерҙәрҙе бүлә башлағайнылар, ул ерҙәрҙең пайсылары ла, башҡа хужалары ла килеп сыҡты. Йәғни, ерҙәргә әллә кемдәр хужа, тик үҙебеҙ генә түгел. Муниципаль райондарҙа ла шул уҡ хәл, уларҙың да ерҙәренең 1 процент самаһы ғына рәсмиләштерелгән. Шул уҡ ваҡытта 46 процент ер федераль милектә, 40 процентының хужаһы юҡ. Ә ерҙең хужаһы юҡ икән, унан дәүләткә бер ниндәй ҙә килем килмәй. Бөгөнгө көндә ауыл биләмәләренең бюджеты шул тиклем бәләкәй, ул хатта юл түгел, һуҡмаҡ һалырға ла, зыяраттарҙы кәртәләргә лә етмәй. Сөнки был бюджет башлыса физик шәхестәрҙең килеменә һалым һәм ергә һалым менән тулылана. Ауылда эшһеҙлек хөкөм һөрә, эшләүсе булмағас, килемгә һалым түләүсе лә юҡ. Шәхси милеккә һалым түләүселәр ҙә күп түгел. Ерҙең эшкәртеүсеһе булмағас, тағы ла килем юҡ. Бына шуның өсөн дә райондар бюджетын яҡынса 40 процентҡа ғына тулыландыра, ҡалған 60 процентын республиканан һорарға мәжбүр.
Ә был улай булырға тейеш түгел. Ауыл Советы аҡсаны эшләп алырға - ерен эшкәртергә, ерҙә эшләгән предприятиелары булырға тейеш. Ерҙе эшкәртһәләр, һалымы ла, фельдшер пункты ла, мәктәп тә була. Ул саҡта ауылда бер генә бала булһа ла, уның өсөн мәктәп тоторға мөмкинлек асыла. Совет заманын кире тойғолар менән хәтерләргә күнекһәләр ҙә, ул заманда, мәҫәлән, мин эшләгән Архангел районында 60-ҡа яҡын мәктәп һәм уларҙың яртыһы башланғыс белем биреүсе мәктәп ине. 40 йортлоҡ ауылды бәләкәй ауыл тип атамай инек, сөнки уның мәктәбе лә, башҡа социаль объекттары ла булды.
Был бөтөн проблемаларҙы ер мәсьәләһенә бәйләй, тиеүселәр булыр. Әммә сағыштырып, анализ яһап ҡараһаң, бөтөн нәмәнең ергә бәйләнгәнлеген аңлайһың. Ерҙе кем һәйбәт итеп ҡуллана, уға хужа була, уларҙың тормоштары ла һәйбәт. Калуга өлкәһен, Татарстанды алып ҡарайыҡ. Ҡаҙандың 2011 йылда ерҙән алған һалым кимәле 12 млрд булды. Шуға ла бөгөн халыҡ Ҡаҙанға барып, уларҙың тормош кимәленә көнләшеп ҡайта. Шуға ер, уны файҙаланыу мәсьәләһен мотлаҡ күтәрергә кәрәк ҡоролтайҙа.
Икенсенән, иҡтисад алға барһын өсөн, был өлкәне яҡшы белгән кешеләр эшләргә тейеш. Йәғни, бөгөн беҙҙең иҡтисад эшләмәй икән, беҙҙең идара итеү аппараты эшләмәй. Ситтән килгәндәр эшләп ҡарай ҙа, килеп сыҡмаһа, ҡул һелтәп ҡайта ла китә. Ни өсөн урындағы кадрҙарҙы үҫтерә алмайбыҙ, ошонда тыуып үҫкән кеше үҙенең етәксеһе алдында ғына түгел, туғандары, яҡташтары, халҡы алдында ла яуаплылыҡ тоя бит. Насар эшләһә, ул ауылына, районына ҡайтырға ояласаҡ. Өсөнсөнән, тағы ла бер дәүләтселек атрибуты - телгә иғтибар көсәйергә тейеш. Бер территорияла йәшәгән, бер телдә һөйләшкән, бер үк йолаларҙы тотоп йәшәгән халыҡтың теле һаҡланмаһа, ул юғалыу сигенә етә, ассимиляцияға бирелә башлаясаҡ. Халыҡты башҡа милләттәр араһында үҙ урынын тел генә билдәләй, тел генә уны һаҡлай. Ауыл мәктәптәрен ябып, мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡытыуҙы туҡтатып, телебеҙҙе үҫтерә алмаясаҡбыҙ. Дүртенсе таған иһә - дин. Бөгөн ауылдарҙа мәктәп менән фельдшер пункты ябылған, магазин юҡ икән, кеше ҡайҙа барырға тейеш? Социаль объекттар булмағанда, ғибәҙәт ҡылыу объекты ла халыҡты ойоштороусы урынға әүерелә ала. Тик бының өсөн хәллерәк милләттәштәребеҙҙең мәсеттәр төҙөүҙә ярҙамы кәрәк. Бөгөн ауылдарҙа халыҡ былай ҙа ауыр йәшәй, уларҙан аҡса йыйып, мәсет төҙөп булмай. Шуға ла йылына биш тапҡыр сит илгә барып, ял итеп ҡайтмаһалар, күптәрҙең тыуған ауылдарына матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бар. Ислам дине таҙалыҡҡа, яҡшылыҡҡа, әхлаҡҡа ғына әйҙәй халыҡты.
Бына ошо проблемалар күтәрелергә тейеш, тип уйлайым ҡоролтайҙа. Беҙ быны, тегене эшләргә тейешбеҙ, тигән юҫыҡта ғына булмаһын ине һөйләшеү, аныҡ мәсьәлә буйынса аныҡ районда аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителеп, уларҙы уртаға һалып һөйләшергә ине.

Ғарифулла ЯПАРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.11.15 | Ҡаралған: 1255

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru