«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАКОНЛЫ ТАЛАПМЫ, ӘЛЛӘ КЕҪӘ ТАЛАУМЫ?
+  - 

Быйыл апрель-май айҙарында Өфө халҡы электр энергияһы өсөн түләүгә яңы квитанция алып, ундағы арифметикаға хайран ҡалды. Кем ни сара ҡылғандыр, ә мин үҙемә түләү һалынған дүрт урынлы һанды күреп, күҙем дүрт булғас, әлеге шул квитанцияла күрһәтелгән телефон аша белешмә алырға уйланым. Ике көн буйы шылтыратыу һөҙөмтә бирмәне: трубканы алыусы юҡ. Яуап бирмәгәс, ниңә телефондарын яҙалар икән?

Аптырағас, күрһәтелгән адрес буйынса киттем. ООО "ЭСКБ" тигән бер ойошма булып сыҡты уныһы. Ишекте астым да "О-о-о!" тип кире яптым: биткә тынсыу һауа бәрҙе, шығырым тулы кеше, аяҡ баҫыр урын юҡ. Иртәгәһенә мин аҡыллыраҡ инем инде: таңғы 6-нан тороп, 7-лә әлеге ЭСКБ-ның бикле ишеге янында егерме беренсе булып сиратҡа баҫтым. Сәғәт 8-ҙә ООО асылды, ләкин сират етеүен ике сәғәттән ашыу көтөргә тура килде. Таяғына таянып, ҡалтырай-ҡалтырай килеп ингән әбекәйҙе нисек сиратһыҙ үткәрмәйһең инде? Унан һуң, кисә йомошом бөтмәгәйне, тип бер ир юлды киҫте. Артабан - йәш балалы ҡатын... Шулай итеп, мең бәлә менән эләгәһең ЭСКБ-ның Сипайлово участкаһы операторҙарына. Унда юлығыҙ төшһә, мотлаҡ үҙегеҙ менән валидол йә эсәр һыу менән корвалол алырға онотмағыҙ. Юғиһә, Алла һаҡлаһын, ошондай сиратта 87 йәшлек бер ир йығылып ятып йән бирҙе, тип тә яҙған, имеш, "Уфимские ведомости" гәзите. Булыр, үҙем "ултырып" ҡайтҡас (сиратта, әлбиттә), мин был хәбәргә ышанам. Ниһайәт, оператор минең сират һанын ҡысҡырҙы. Миңә лә уның менән ярайһы ҡысҡырып һөйләшергә тура килде. Закон һанлаусы кеше булараҡ, бынан алда мин, квитанцияла яҙылғанса, көн алдын, йәғни айҙың 23-25-нә тиклем үк, электр счетчигы күрһәткән һанды операторға оператив рәүештә телефон аша хәбәр итеүгә ҡарамаҫтан, ЭСКБ хеҙмәткәре үҙ белдегенсә миңә бөтөнләй икенсе күрһәткес сәпәп ҡуйған. Түләйһе бурыс ана шуға күрә лә дүрт урынлы һанға әйләнеп киткән. Операторҙан уның үҙ ҡулдары менән квитанцияма "123 квт.сәғ. артыҡ яҙылған, 313 һум 65 тин кире ҡайтарып бирелде", тип яҙҙырып алырға тура килде. Әйҙә, мәғлүмәт туплана торһон, был өлкәлә ығы-зығы әле генә тынырға уйламай, буғай. Прокуратураға мөрәжәғәт итергә тура килмәгәйе, тим.
Ә бит бындай хәлгә дусар булғандар бер мин генә түгел, был көн сиратта ултырып сыҡҡан ике йөҙләп кешене лә шул уҡ түшәмдән алынған һандар килтергән ЭСКБ офисына. Ә кисә күпме кеше булған бында? Иртәгә, иртәнән һуң да тапаясаҡтар әле был юлды. Был хәл ҡасанға тиклем дауам итер һуң? Ниңә ярты йылдан ашыу инде был өлкәлә тәртип булдырырға тырышмай бер кем дә? Ҡайҙа беҙҙең надзорлыҡ итеүсе органдар? Монополияға ҡаршы комитет ниңә тыймай "Энергосбыт" аппетитын? Ошо йылдың майына тиклем ҡулланылған энергия өсөн хаҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр квитанцияһына яҙыла килде һәм бер ниндәй аңлашылмаусылыҡтар булманы. Счетчиктағы реаль һандарҙы күрһәтәһең дә реаль хаҡты түләйһең. Ә хәҙер бухгалтерҙар ҙа осона сыға алмаҫлыҡ арифметика уйлап сығарҙылар. Кемгә һәм ни маҡсаттарҙа кәрәк булды был?
"Бөтөн ығы-зығы шунан килеп сыҡты,- тип аңлатма бирҙе ЭСКБ-ның Үҙәк участка начальнигы Андрей Фесенко,- хәҙер электр энергияһы тәьминәтсеһе Өфө халҡы менән туранан-тура иҫәпләшеүгә күсте, сөнки торлаҡ менән идара итеүсе компанияларҙың ЭСКБ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдында бурысы күбәйеп китеү сәбәпле, ул беҙгә түләй алмай башланы". Квитанцияларҙағы халыҡтың башын бутаусы арифметика ОДН (дөйөм йорт буйынса иҫәпләүҙәр) арҡаһында килеп сыға, сөнки электр энергияһы менән тәьмин итеүсе ойошма дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләүҙе талап итеп, ҡулланыусы менән туранан-тура килешеү төҙөй алмай, был йорт менән идара итеүсе компанияларҙың компетенцияһында, тигән фекер ҙә яңғырай был бәхәстә. Һәм ысынлап та, "Рәсәйҙең ғәмәлдәге Торлаҡ кодексына ярашлы, күп фатирлы йорт биналары милекселәре тарафынан дөйөм файҙаланыуҙағы милек өсөн коммуналь хеҙмәттәргә хаҡты ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларға туранан-тура түләү мәсьәләһе ҡаралмаған". Был Рәсәй Юғары судының "Ярославль тәьминәт компанияһы" йәмғиәтенең халыҡтан ОДН өсөн түләтеүҙәрен законһыҙ тип таныған ҡарарында (23 июнь, 2015) әйтелә. Күренеүенсә, был мәсьәлә бер беҙҙә генә түгел, ә бөтә ил буйынса шау-шыу күтәрҙе. Интернет материалдарында "Энергосбыт" компанияларының бындай һөмһөҙ тәртибе ҡулланыусы кеҫәһен "рейдерҙарса баҫып алыу" тип тә баһаланды хатта. Шулай тип әйтерлек тә! Килеп тыуған хәлдә намыҫлы ҡулланыусы бөтәһе өсөн дә: түләргә теләмәгән яуыз уйлы күршеһе өсөн дә, аҫҡы ҡаттағы магазин йә эргәләге сауҙа киоскыһы өсөн дә, йортҡа йүнле-башлы иҫәп приборы ҡуя алмаған идарасы компания өсөн дә яуаплылыҡ йөкмәргә һәм квитанцияла икеләтә арттырып күрһәтелгән сумманы бер һүҙһеҙ түләргә тейеш булып сыға. Әлеге ваҡытта Өфөнөң Дим, Октябрь, Совет райондарындағы күп фатирлы йорттар комитеты рәйестәре һәм милекселәре менән "ЭСКБ" йәмғиәте һәм торлаҡ-коммуналь идаралыҡтары араһында суд процестары бара. Әүҙем граждандар һәм электр энергияһы өсөн хәҙер ике тапҡырға күберәк талап ителгән сумманы түләргә хәле булмағандар ил Президенты В. Путинға ла, прокуратура органдарына ла, Торлаҡ надзоры буйынса дәүләт комитетына ла туҡтауһыҙ хаттар яуҙыра. Урындағы судтар ҡулланыусылар дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә, Арбитраж судтар уны юҡҡа сығара, ә прокуратура органдары өнһөҙ генә "үлемесле" алышты күҙәтә... Энергия менән тәьмин итеүсе йәмғиәттәр үҙ мәнфәғәттәрен яҡлаусы дәлил итеп, РФ Хөкүмәтенең 2011 йылдың 5 майындағы "Күп фатирлы һәм торлаҡ йорттар милекселәре һәм файҙаланыусыларға коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында"ғы 354-се һанлы ҡарарын килтерә. Ләкин, белеүебеҙсә, тормош бер көйгә генә бармай. Әлегесә, ведомство-ара низағ һәм бурыстар арҡаһында теге йәки был ресурс хужаһы дибегәне үҙ ҡулына аласаҡ, тип кем уйлаған? Ә бына "Энергосбыт"компанияһы менән торлаҡ идарасылары араһында тап ана шундай мөнәсәбәт килеп тыуҙы ла. Бәхәскә ҡасан нөктә ҡуйылыр ҙа, ярһыған ҡулланыусы күңел тыныслығы табырмы - әйтеүе ҡыйын. Ә түшәмдән алынған түңәрәк кенә һандар һуғылған квитанциялар, бер нигә ҡарамай, беҙҙең почта йәшниктәренә көнө-сәғәте менән килеп ята тора...
Әйткәндәй, ҡулланыусының кеҫәһе таҡыр булһа ла, күңеле киң уның, сираттағы күңелһеҙ яңылыҡты ла ул өнһөҙ генә ҡабул итәсәк, әлбиттә, ҡайҙа барһын инде? 2016 йылдың июленән электр энергияһына тулайым хаҡ - 10-11 процентҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә тариф 6 процент самаһы тағы ла ҡиммәтләнәсәк, тип көтөлә.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.11.15 | Ҡаралған: 1289

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru