«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЛИМОН ҠАЙҘА ҮҪӘ? ҮҘЕБЕҘҘӘ!
+  - 

"Банан, банан, килдең ҡайҙан?" тип башланған балалар шиғырын беләһегеҙҙер. Был емештең алыҫ Африканан булыуы мәғлүм, ә республикабыҙ халҡы хатта уның нисек үҫеүе, емеш биреүен үҙ күҙҙәре менән күреү бәхетенә лә эйә. Бының өсөн әллә ҡайҙа алыҫҡа ла йөрөйһө түгел, ни бары Өфөләге "Лимонарий" уҡытыу-тәжрибә хужалығына экскурсияға барыу ҙа етә. Ваҡытында үзбәк лимонарийынан алып киленгән 1500 төп лимон үҫентеһе ултыртыуҙан башланған хужалыҡта бөгөн банандарҙан тыш, төрлө сортлы лимон һәм цитрондар, тағы ла 500-ҙән ашыу культура үҫтерелә.

"Лимонарий" уҡытыу-тәжрибә хужалығы быйыл үҙенең күркәм юбилейын - егерме биш йыллығын билдәләй. Ошо көндәрҙә Өфө лимонарийына ҡотлау һүҙҙәре еткерергә Рәсәйҙең һәм республиканың төрлө төбәктәренән, Үзбәкстан Республикаһынан ҡунаҡтар йыйылды. Улар араһында БР урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев, БР Мосолмандары диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Өфө урман хужалығы техникумы директоры Дамир Асҡаров һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар, ғалимдар һәм ошо өлкәлә эшләүсе белгестәр булды. Улар лимонарийҙың сирек быуатлыҡ тарихы менән танышты һәм Өфө урман хужалығы техникумы студенттары әҙерләгән матур концертты тамаша ҡылды. Шул арала Өфө лимонарийы менән күптән хеҙмәттәшлек итеүсе Ташкент дәүләт аграр университеты доценты Нуретдин Фәхретдинов менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
- Өфө лимонарийының 20 йыллыҡ юбилейына килгәйнем, - тине ҡунаҡ. - Лимонарий тағы ла йәшәреп киткән төҫлө, экзотик үҫемлектәр һаны артҡан, улар шаулап үҫеп ултыра. Әлбиттә, был Фәриҙә Вәли ҡыҙының һәм уның хеҙмәттәштәренең фиҙаҡәр эшенән килә. Үзбәкстан тупрағында субтропик һәм тропик үҫемлектәрҙе, цитрустарҙы үҫтереү буйынса белгес булараҡ, Өфө лимонарийында мине ҡыҙыҡһындырған нәмәләр бик күп. Бөгөн, мәҫәлән, бында "карика папайя" йәки "ҡауын ағасы"н күрҙем. Беҙҙә үҫкән ағасҡа ҡарағанда йәшерәк үҫенте булһа ла, 4-5 тапҡырға күберәк емеш биреп ултыра. Шуға күрә, артабан да лимонарий менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә, тәжрибә уртаҡлашырға һәм, ниһайәт, ошо ағасты тәрбиәләү серҙәрен өйрәнергә теләгем ҙур. Әйткәндәй, әле мин Ташкент дәүләт аграр университеты менән Өфө урман хужалығы техникумы араһында цитрус үҫемлектәре үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса биш йылға килешеү төҙөргә ниәтләнеп килдем... Рәсәй Фәндәр академияһының Комаров исемендәге ботаника институтының Ботаника баҡсаһы оранжереялары етәксеһе Елена Арнаутова әйтеүенсә, баш ҡала лимонарийы Рәсәйҙә иң ҙур хужалыҡ булыуы менән генә түгел, ә беҙҙең климат шарттарына яраҡлашмаған культуралар үҫтергән хужалыҡ булараҡ та юғары баһаға лайыҡ. Әйткәндәй, Елена Арнаутова күркәм байрамға Израилдең милли үҫемлеге - этрогты алып килгән. Был үҫемлек лимондың "тәүсығанағы", лимон тап этрог һәм лаймды һеркәләндереүҙән килеп сыҡҡан культура. Был турала һәм башҡа бик күп мәғлүмәттәрҙе лимонарийға экскурсияға килеүселәр яҡшы белә. Ә унда аҙна һайын практика үткән Өфө урман хужалығы техникумы студенттары үҙ ҡулдары менән үҫтергән үҫентеләре булыуы менән дә ғорур. БДАУ, БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Санкт-Петербург урман-техник академияһы студенттары тикшеренеүҙәр үткәрә һәм йыл да диплом эштәре яҡлай.
- 1981 йылда урман хужалығы министры булып эшләгән Марсель Абдулов тәҡдиме буйынса лимонарий төҙөргә әҙерлек башланғанда беҙ бындай уңышҡа өлгәшербеҙ, тип уйламағайныҡ. Зәйнетдин Фәхретдиновтың Үзбәкстандың Ленин исемендәге колхозынан алып килгән "Ташкент" һәм "Юбилейный" сортлы лимондарынан тыш, хәҙер беҙ үҙебеҙ сығарған башҡорт сорттары "Салауат", "Урман", "Ләйсән" лимондары һәм "Уралтау", "Зилә" цитрондары бар. Был лимондар 2008 һәм 2011 йылдарҙа "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" дипломы, 2012 йылда "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" лауреаты, 2013 йылда "Волга буйының иң яҡшы тауарҙары һәм хеҙмәттәре - ГЕММА" төбәк-ара конкурсының алтын миҙалына һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. Йылына 20-25 тонна уңыш алабыҙ, әммә һатыу нөктәләренә сығармайбыҙ, тик үҙебеҙҙә генә һатабыҙ. Сөнки беҙҙең лимондар бер ниндәй ҙә химик ашламалар менән эшкәртелмәй, парафинланмай. Әлеге көндә лимонарийға ремонт һәм яңыртыу эштәре башҡарыу талап ителә, ярҙам булыр, тип өмөт итәбеҙ. Сөнки таш ҡала уртаһындағы бер оазисҡа тиң йәшел утрауыбыҙҙы юғалтырға ярамай. Шуға күрә, махсус һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыуға дәғүәбеҙҙе белдерҙек. Бөгөнгө конференцияға килгән ғалимдар, юғары власть әһелдәре беҙҙең эшкә баһа бирер, фекерҙәрен әйтер, тип көтәбеҙ, - тине "Лимонарий" уҡытыу-тәжрибә хужалығы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Баш ҡалалағы "Лимонарий" уҡытыу-тәжрибә хужалығының ҡаҙаныштары күҙ алдында. Хатта ябылыу ҡурҡынысын еңеп, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы үтеп сыҡҡан хужалыҡ бөгөн республиканың брендына әүерелгән. Был тырышып эшләп, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағырлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең эш һөҙөмтәһе.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.11.15 | Ҡаралған: 1458

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru