«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХИ ДОНЪЯБЫҘ МӨҺИМЕРӘК БЕҘ РУХ МЕНӘН ЙӘШӘГӘН ХАЛЫҠ
+  - 

Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА Исеме Рәсәйҙә генә түгел, бөтә төрки донъяһына билдәле был ғалимә үҙенең иҫ киткес ябайлығы һәм кешелеклеге менән күптәрҙе хайран итәлер, моғайын. Ҡайһы ғына осорҙа, кем булып ҡына эшләмәһен, уны тәү сиратта халҡыбыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡлай белеүсе шәхес итеп беләбеҙ. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үтәсәк "Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының актуаль проблемалары" тип аталған XV Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы быйыл уның күркәм юбилейына арналасаҡ.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы ХИСАМИТДИНОВА гәзит биттәрендә төрлө темаларға йыш сығыш яһап тора, был юлы уның менән үҙе һәм үҙе өсөн мөһим тип һанаған эштәре, уларҙың әһәмиәте тураһында күберәк һөйләшәсәкбеҙ.


Тәбиғәтем менән ғалим

Тәбиғәтем, булмышым менән ғалим мин, бала саҡтан уҡ һәр нәмәне өйрәнергә тырыша, ни өсөн тегеләй, ни өсөн былай, тигән һорауҙарҙы үҙемә йыш бирә инем. Тикшеренеүсе рухы тынғылыҡ бирмәгән инде күңелемә. Шулай булмаһа, ауыл уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән еремдән Мәскәүгә аспирантураға уҡырға инер инемме? Шул ваҡытта ирем уҡып бөтөп, Өфөлә эшкә ҡалды ла, мин ауылдан баш ҡалаға күсеп килдем. Уҡырға барып ҡайтам Мәскәүгә, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙам. Яратып эшләйем темамды. Башҡорт теленең тарихы менән бер рәттән, башҡорт ауылдарының исемдәрен өйрәнә башланым. Унда ауылдарҙың тарихына ла ныҡлап инәһең. "Материалы по истории БАССР" тигән XVII - XVIII быуаттар документтары йыйынтыҡтарын уҡып, меңәрләгән ауылдарыбыҙҙың яндырылыуын белеп, күҙҙәргә йәштәр тығыла торғайны. Тап шул мәлдә, мин был мәғлүмәттәрҙе халыҡҡа ла еткерергә, аңлатырға кәрәк, тигән фекер нығынды. Шуға ла әле мин үҙемдең стихиямда, тип иҫәпләйем. Бер мәҡәләне тамамлайһың, икенсеһен башларға кәрәк, хәбәр һөйләшеп ултырырға ла ваҡытым юҡ. Юбилейым уңайынан библиографик күрһәткес әҙерләгәндә шуға иғтибар иттем: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә күскәс, китаптар, мәҡәләләр күберәк яҙылған.
Хеҙмәт юлымдың был осорондағы иң мөһим эшем тип 7 том монографиянан, 8 том документтарҙан торған "Башҡорт халҡының тарихы"н сығарыуҙы һанайым. Тарихҡа мәңгелеккә инеп ҡала торған эш булды ул. Әлеге мәлдә коллективтың өстән бер өлөшө архивтарҙа эҙләнә. Гранттар, ғәҙәттә, йыл аҙағында килә лә, хеҙмәткәрҙәр Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Ҡаҙанға, Силәбегә һәм башҡа урындарға командировкаға сығып китә. Шул рәүешле өр-яңы материалдар туплана. "Башҡорт халҡының тарихы"ның документтарҙан торған өлөшөн артабан дауам итербеҙ, шул рәүешле был баҫманы тағы ла тулыландырырбыҙ, тибеҙ.
Тел өлкәһендә 10 томлыҡ академик һүҙлек тә абруйлы эштәрҙең береһе. Уның 6 томы бар, был айҙа 7-се томы баҫылып сығасаҡ. Бына ошондай ҙур хеҙмәттәр институттың да, шул иҫәптән халҡыбыҙҙың да бәҫен күтәрә. Ҡайҙа ғына барһам да был хеҙмәттәр тураһында һөйләһәм, йәки бүләк итеп алып барһам, бөтә халыҡ хайран ҡала. Нисек һеҙ шундай монументаль әйберҙәр баҫтыра алаһығыҙ, тип аптырайҙар. Әлбиттә, заманы шундай, беҙҙе бер ерҙә лә ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар. Ҡайҙа һоранып, ҡайҙалыр аңлатып, талап итеп матди саралар табырға тура килә. Етәксе урындарға йәштәр килде, мин уларға инеп, китап баҫтырайыҡ әле, тиһәм, миңә бөгөнгө көнгә үткән быуаттан килеп эләккән кешегә ҡараған кеүек сәйерһенеп ҡараусылар ҙа бар. Йәки был нимәгә ул, тиҙәр. Уларға был баҫмаларҙың әһәмиәтен аңлатам. Автор булараҡ, китабым сыҡҡанда бала тапҡан ҡатын кеүек ҡыуанһам, институтта ла ниндәйҙер ҙур эш эшләһәк, йәки берәй конференция үткәрһәк, шундай уҡ ҡәнәғәтлек тойғолары кисерәм. Яңы ғына үткән көнсығышты өйрәнеүселәр съезын үткәреү өсөн дә башта аҡса юҡ ине, тик кәрәкле урындарға мөрәжәғәт итә торғас табылды, рәхмәт аңлағандары өсөн. Беҙҙең генә түгел, республикабыҙҙың йөҙө ҡыҙармаҫлыҡ итеп үткәрҙек.
Күптән һөйләй торғас, быйыл, ниһайәт, тағы ла ҙур теманы башланыҡ, ул - 7 томдан торасаҡ "Башҡорт халҡының мәҙәниәте". Әлегә мәғлүмәттәр туплана, ҡайһы бер томдар яҙыла, бындай хеҙмәтте эшләргә коллективтың көсө бар.

Үҙебеҙгә үҙебеҙ ярҙам итһәк ине...

Бер осрашыу мәлендә Республика Башлығы шәхестәребеҙҙең - Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов һәм башҡаларҙың иҫке төркисәнән башҡортсаға һәм урыҫсаға тәржемә ителгән ҡулъяҙмаларын китап итеп баҫтырып сығарыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны. Беҙ уның планын тулыһынса төҙөгәнбеҙ, сама менән 20 том килеп сығырға тейеш. Орхон-Йәнәсәй яҙмаларынан башлау дөрөҫ булыр, сөнки улар уҡығанда аңлашылып ҡына тора, шуға ла уны телебеҙҙең дә, әҙәбиәтебеҙҙең дә сығанағы тип һанарға кәрәк. Хөкүмәт китап сығарыу өсөн матди сығымды ҡапларға әҙер, тик уны әҙерләү өсөн дә аҡса кәрәк, сөнки текстарҙың копияһын заманса итеп эшләү ҙә байтаҡҡа төшә. Был йәһәттән эш башланған, тик әлегә тулыһынса уға тотоноп китә алмай торабыҙ.
Мин быларҙы зарланғандан әйтмәйем, сәйәсәт, иҡтисад милли рух тирмәненә һыу ҡоя һалып бармай, быныһы аңлашыла. Бәлки, хәлле милләттәштәребеҙ ярҙам күрһәтһә, һоранып та йөрөмәҫ инек. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә уҙасаҡ "Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының актуаль проблемалары" тип аталған XV Бөтөн Рәсәй ғилми конференцияһында мин презентация үткәреп, яҙыусы Мәүлит Ямалетдиновтың Ҡөрьән сүрәләренә шиғри тәржемәләре китабын һәм уны сығарыуҙа ярҙам иткән Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтарҙы башҡаларға ла күрһәткем килә. Бөгөн ошондай белемдең ни тиклем ҡиммәт икәнен аңлағандар күберәк булһа, рухиәтебеҙ байыраҡ булыр ине. Беҙ рух менән йәшәгән халыҡ, беҙгә матди байлыҡҡа ҡарағанда, рух бөтөнлөгө мөһимерәк булып торған элек-электән.

Бурысым шулдыр

Ҡайҙа ғына етәксе булып эшләһәм дә, һәр ваҡыт йөрәгем ҡушыуы буйынса башҡарҙым эшемде. Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге БДПУ) эшләгәндә илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып китте, студенттар менән гөрләп йөрөйбөҙ. Республиканың үҙаллылығы өсөн митингыларға сығабыҙ. Улар менән бергә мин дә йөрөйөм, сөнки, беренсенән, күңелем ҡуша, халҡыбыҙҙың тарихын уҡып, гел үҙаллылыҡ, аҫабалыҡ, ирек өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың рухы күңелемә күскәйне. Икенсенән, декан булараҡ, балалар артығын ҡыланмаһын өсөн дә, кәрәк саҡта уларҙа яҡлай алыу өсөн дә, һис юғы, етәкселәр саҡырып, студенттарығыҙ ҡайҙа, тип һорағында, эйе, улар митингыла булды, тип әйтә алыр өсөн дә кәрәк ине был. Республикам, тип янып йөрөгән саҡта уларҙың милли үҙаңы үҫте, был ваҡиғалар студенттар өсөн дә һәйбәт булды, мин дә уларға яҡынланым. Туғаным, балаларым кеүек яҡын күргәс, минең тойғоларым уларға ла күсте. Шуға бөгөн элекке студенттарымдың мине ихтирам итеүе миңә дәрт өҫтәй. Төрөктәр уҡыны беҙҙә, уларҙы ла ҡаты тота торғайным. Әммә бөгөн Төркиәгә килгәнемде берәүһе генә белеп ҡалһа ла, бөтәһе лә шылтырата башлай. Демократия йылдарында беҙҙең студенттар аслыҡ итеүселәр рәтендә булды. Барып хәлдәрен белеп йөрөүем дә бушҡа булмағандыр.
Әгәр шул йылдарҙа мин студенттар менән бергә булмаһам, деканлыҡтан алырҙар, тип, ҡайҙалыр ситтә боҫоп ултырһам, мин ул осором өсөн бөгөн оялыр инем. Ул шундай иҫ киткес ваҡыт булды, милли күтәрелеш кисереп, ҡанатланып йөрөнөк, көс тә, ваҡыт та табылды - өр-яңы факультет асып ебәрҙек. Ул асылғанда кафедра мөдире инем, уҡыу планы, программалар төҙөү эшен ипләп белмәйем дә, студенттар ҙа ваҡытты күп ала. Әммә был мәсьәләләрҙе еңеп сыҡтыҡ, шул осорҙа мин докторлыҡ диссертацияһын да яҡланым. Башҡорт-инглиз, башҡорт-немец, башҡорт-төрөк бүлектәрен астыҡ, шуның менән студенттарҙың донъяһын киңәйттек, бөгөн был белгестәр телде белгәс, сит ил фирмаларында эшләй, сит илдәргә йөрөй. Улдарымды ла ылыҡтырҙым бындағы тормошҡа. 9-сы класта уҡыйҙар ине, улар урам балаһы булмаһын, насар ғәҙәттәргә өйрәнмәһен, аҙып китмәһен өсөн нимәлер эшләргә тейеш инем бит. Икегеҙҙе бер ставкаға лаборант итеп алам, эш хаҡы түләйем, тигән булдым. Ҡулдарына сүкеш тотторған булам, йәнәһе, эш эшләйҙәр. Бик булмаһа, был беҙгә бик кәрәк, тип, текстарҙы күсереп яҙҙырам. Ай тамамланғас, секретарь ҡыҙға аҡса бирәм дә, ул ведомость төҙөп тороп, тегеләргә эш хаҡы "түләй". Башҡорт кластарында уҡыһалар ҙа, пединститутҡа килеп йөрөүҙәре файҙаға булды, йәштәр менән аралаштылар. Әсәй булараҡ, улдарымды юғалтмаҫ өсөн дә быларҙы уйлап тапҡанмындыр инде. Көнө буйы эштәмен, баламды тәрбиәләргә ваҡытым юҡ, тигән һәр ҡатын-ҡыҙға ошолай нимәлер эшләргә кәңәш бирәм бөгөн дә.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында йәштәргә ярҙам итергә тырышам. Уларға үҙҙәрен күрһәтергә кәрәк, конкурстарҙа ҡатнашыуҙы сикләмәйем, унан һуң, гранттар алыу бик маҡтала бөгөнгө көндә. Мәҫәлән, быйыл республика буйынса гуманитар өлкәлә 20-нән ашыу грант отолған икән, уның яртыһынан күбе беҙҙең институт хеҙмәткәрҙәренеке. Һәр хәлдә, эшләү өсөн шарттар булдырырға тырышам. Яңыраҡ 132 фатирлы йорт тапшырҙыҡ, унан күп кенә фатир алдыҡ. Беҙҙең халыҡ эскерһеҙ бит ул, күңеле кителеп бара. Әрләүҙе лә, үҙенә файҙаһы булһа, ҡабул итә башҡорт кешеһе, ә зитыңа те-йеп бушҡа әрләһәләр, уны беҙҙең халыҡ ҡыйын кисерә. Башлыса башҡорттарҙан торған коллектив менән идара иткәндә быларҙы ла иҫәпкә алып эшләргә тырышам. Әлеге мәлдә институтты үҙенә күрә яңынан ойоштороу бара, был мәсьәләләргә улар ҡыҫылмай ҙа, аңларға ла маташмайҙар. Миңә ышаналар. Етәксе булараҡ, икмәк табыу ысынында ла минең бурысым.

Тәүәккәллек тә кәрәк ине

Минең холҡомдоң ыңғай яғы шунда - мин тәүәккәл кеше. Студенттар менән күңелле генә итеп эшләп йөрөгән еремдән мәғариф министры итеп ҡуйғастар, был сифатым бигерәк ярап ҡалды. Заманы ла шулай ине, әлбиттә, был минең бәхетем, тип һанайым, бөгөн ул осорҙа эшләнгән эштәрҙе һәр кем, бәлки, мин үҙем дә эшләй алмаҫ инем. Ошо осорҙа республикала 20-нән артыҡ интернат тибындағы һәм муниципаль башҡорт гимназиялары, лицейҙары асылды. Республика ҡарамағындағы белем усаҡтары ла беҙҙең өсөн бик кәрәк ине, беренсенән, төпкөл ауылдан килгән башҡорт балаһы ҡала шарттарында уҡып, сит телдәр, компьютер технологиялары үҙләштереп, вуздарға уҡырға инде. Дөрөҫөн әйткәндә, шул рәүешле башҡорт телендә яҡшы һөйләшкән элита формалашты. Күмертауҙағы политехник лицейҙы асҡан мәлдә булған бер ваҡиғаны һаман онотмайым. "Халҡыбыҙға яҡшы яҙыусылар, уҡытыусылар менән бер рәттән, завод директорҙары, төп инженерҙар кәрәк, был уҡыу йортон шуның өсөн асабыҙ", тип ялҡынлы сығыш яһаным. Шунан балалар янынан үтеп барғанда күҙе бызлап ҡына торған бер бәләкәй малай янында туҡтап: "Шунан, улым, киләсәктә кем буласаҡһың", - тип һорайым. "Завод директоры", - тигән була теге. Тимәк, 6-сы класс балаһының аңына һалынғас был һүҙҙәр, насар эш эшләнмәгән, тип уйлайым. Иҡтисад лицейын тамамлағандар, мәҫәлән аҙаҡтан иҡтисадсы булып китте, үҙенә күрә иҡтисадсылар ҡатламы барлыҡҡа килде. Башҡорт гимназиялары өсөн биналар мәсьәләһен хәл итеүҙәрҙе, уның өсөн Мәскәү юлын тапауҙарҙы, шулай ҙа күберәк үҙеңдең тәүәккәллегеңә таянырға тура килгәнен бөгөн генә хәтерләүе еңел.

Тел халыҡты һаҡлай

Телсе ғалим булараҡ, башҡорт теленең бөгөнгө хәле мине бер аҙ борсоуға һала. Халыҡтың теле йәшәһен өсөн биш шарт кәрәк. Башҡорт теле өсөн был шарттарҙың барыһы ла бар. Йәғни, уның дәүләт статусы теркәлгән, был телдә һөйләшкән кешеләр һаны ла ярайһы ғына, телебеҙ фәнни яҡтан өйрәнелгән, һүҙлектәр, дәреслектәр, башҡорт мәктәптәре - барыһы ла бар. Шул уҡ ваҡытта, ЮНЕСКО телебеҙҙе хәүеф янаған тел, тип билдәләй. Ысынлап та, урамда ата-әсәнең балаһы менән урыҫ телендә һөйләшеүен күреп йөрөйбөҙ, телмәребеҙгә сит һүҙҙәрҙе күп ҡушабыҙ, шунлыҡтан уның функцияһы яйлап кәмей һәм бында үҙебеҙҙең дә ғәйеп бар. Мәктәптә балаһының туған телен өйрәнеүен теләмәгән атай менән әсәй үҙ ҡулдары менән теленә ҡәбер ҡаҙа.
Халыҡты бар итеүҙә телдең мөһимлеген аңларға кәрәк. Беҙ телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, милләтебеҙ үҙенән-үҙе һаҡланасаҡ. Һаҡламаһаҡ, себерҙең бәләкәй халыҡтарының яҙмышы көтә. Һәр кем халҡы өсөн яуаплы булыуын белһә икән. Һәр кем үҙе бөгөн телен, халҡын һаҡлауҙы бурыс итеп алырға тейеш, бының өсөн балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә башҡорт төркөмдәрен, кластарын һаҡлау кәрәк. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы булғанда, 1992 йылда әле закон ҡабул ителмәгән ваҡытта, үҙебеҙ өсөн факультетта башҡорт теле - дәүләт теле, тип иғлан иткәйнек. Мәғариф министры булып килгәс милли мәғариф өҫтөнлөклө йүнәлеш, тип, мәктәптәрҙә төбәк компонентын үҙебеҙ һайлау хоҡуғын файҙаланып, башҡорт телен уҡытырға тигән хаттар ебәрҙек. Ул ваҡытта ла шауланылар, ҡаршылар булды, әммә төп масса барыбер ҡабул итте. Шуға, ҡайһы саҡта етәкселәрҙең дә был мәсьәләлә ҡаты тороуы шарт.
Минең балам башҡорт телен белә икән, ул донъя өсөн дә ҡыҙыҡлы кеше була бит. Яңыраҡ: "Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн материалдар ебәрегеҙ әле", - тип, Америкала йәшәгән, туған телен бөтөнләй белмәгән башҡорт ҡыҙы хат яҙған миңә. Америкала Рәсәйҙе белеүселәр күп, урыҫ телендә һөйләшеп, кешене аптыратып булмай. Башҡорт икәнен белеп ҡалғастар, башҡортса берәй һүҙ әйт әле, тиҙәр икән ҡыҙға. Баланың башҡортса белеүе инглиз, урыҫ телен өйрәнеүгә һис ҡамасауламай. Киреһенсә, ул телдәрҙе сағыштыра, тимәк, донъяға ҡарашы киңәйә. Шул уҡ ваҡытта, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса, бөгөн Башҡортостанда 20 меңдән ашыу урыҫ, 130 меңдән ашыу татар, 6 меңдән ашыу сыуаш һ.б башҡорт телен туған теле тип һанай. Йәғни, милләттәр башҡорт телен белә, был ыңғай күренеш. Был ситуацияла башҡорт балаһы башҡорт телен белмәүе аяныс.
Балаң менән бәләкәйҙән туған телеңдә һөйләш, шул да етә. Мәҫәлән, минең иң бәләкәй ейәнемә 2 йәш тулмаған. Миңә килеп, ишеккә шылтыратһалар: "Кем?" - тип һорайым. "Беҙ", - ти ағаһы. Шул бәләкәй бала ла ағаһына эйәреп: "Беҙ, беҙ!" - тип ҡысҡыра. "Ә Килдейәр бармы?" - тип һорайым юрамал. "Бар, бар", - тип яуаплай. Ул "Башҡорттар китте һуғышҡа" тип үҙенсә йырлап, башҡортса һөйләшеп йөрөй икән, ата-әсәһенә лә, миңә лә рәхәт. Үҙ теленең мөхитендә үҫкәндән бер нәмәһе лә кәмемәй уның. Һәр башҡорт атайы, әсәйе балаларынан быны талап итергә тейеш. Әлбиттә, беҙ хөкүмәткә һалым түләйбеҙ, ошо аҡсаға үҙемдең милли ихтыяждарымды ҡәнәғәтләндереүҙе - туған телемдә һөйләшеү өсөн шарттар булдырыуҙы, башҡорт класын, телевидениеһын, китап, гәзит-журналдарҙы талап итә алам. Беҙ был хоҡуҡтарыбыҙҙы ла белергә тейешбеҙ. Шулай ҙа өйҙә нимәне өҫтөн ҡуяһың, ул баланың аңына һеңеп үҫә. Башҡорт балаларының үҙ-ара башҡортса һөйләшеүе, үҙен башҡорт тип таныуы мөһим.

Ейәндәрем менән дуҫмын

Минең өс ейәнем бар, береһенә - 11, икенсеһенә - 9, өсөнсөһөнә 2 йәш тә тулмаған әле. Ике ҙуры аҙна һайын ял көндәре миңә килә, йома иртән шылтыратып, был турала әйтеп ҡуялар. Беҙ улар менән ҡайҙа ғына бармайбыҙ. Кафеларға ла, магазиндарға ла инеп сығабыҙ. Аҙаҡтан ошондай урындарға ылығып китмәһендәр, күреп үҫһендәр өсөн эшләйем быны. Ҡыш шифаханаға, йәй диңгеҙгә бергәләп барабыҙ. Һөйөү тойғолары тураһында ла һөйләшәбеҙ, ниндәй ҡыҙҙар оҡшай, нимәһе менән оҡшай - быларҙы улар минән йәшермәй. Кисен әкиәттәр һөйләшәбеҙ, мин традицион халыҡ әкиәттәре һөйләһәм, улар миңә заманса йәнһүрәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итә. Йәғни, төп маҡсатым уларҙы башҡортса уйларға өйрәтеү, һөйләтеү. Ике туғандарҙың үҙ-ара аралашыуы, дуҫ булыуы ла яҡшы. Уларға бит аҙаҡтан да аралашып йәшәүе күңеллерәк буласаҡ, туғанлыҡ хистәрен дә тәрбиәләй белергә кәрәктер.
Һәр йәштең үҙенең үҙенсәлектәре бар, әммә мин йәш саҡтағы энергиямды юғалттым, тип әйтә алмайым. Әлбиттә, ҡайһы бер сифаттар кире ҡайтмай, йәшлек менән китә. Мәҫәлән, бер мәл ике баламды балалар баҡсаһынан алып, эштән ҡайтып инһәм, йәшәгән йортомдо һүтеп ташлағандар. Фатир хужаһы әбейгә тиҙерәк яңы йортло булғыһы килә, унда минең ҡайғым юҡ. Айырым торған верандаһы бар ине, август айында шунда йоҡлап йөрөнөк. Сентябрҙә ямғырҙар башланды. Бөгөн мин шул ауырлыҡҡа түҙмәй, йөрәгем шартлаған булыр ине. Ул ваҡытта йәшлек менән, киләсәккә яҡты хыялдар менән ошо ваҡиғаны ла үткәреп ебәрә алғанмын. Шул өйһөҙ йөрөгән мәлдә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым әле мин. Шулай, һәр осорҙоң ауырлығы ла, еңеллеге лә була. Юлымда гел яҡшы кешеләр осраны, улар кешелекле ине, эшләһәм, эшемде лә күрҙеләр. Йәштәргә лә гел әйтәм, кешегә нимәлер күрһәтәм, тип эшләмәгеҙ, әммә эшләһәгеҙ, ул үҙе күренә. Пединститутта тәүлегенә 24 сәғәт эшләмәһәм, министр итеп ҡуймаҫтар ине, был институтҡа ла башта директор урынбаҫары булып килдем, директор булып түгел. Былтыр көтмәгәндә Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнеләр. Ғалим булараҡ, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән исемем булғас, еткән тип уйлай инем. Награда өсөн эшләмәйем, тик эшемде күрһәләр, бала кеүек мин дә ҡыуанам.

Шулай итеп...
"Төрөктәр менән эшләгәндә уларҙың бөтөн проблемалары менән миңә килеүенә асыуланып киткәйнем бер мәл. Апай, ул һеҙгә вазифа, ти был миңә. Вазифа һүҙенең икенсе мәғәнәһен уйлапмай, төбөнә төшмәй генә, вазифа өсөн йөрөй тиһеңме әллә, тип тағы көйәм. Юҡ, апай, ул мәғәнәлә әйтмәйем, был Хоҙай Тәғәләнең һеҙгә биргән вазифаһы, ти. Ахыры, күктәр тарафынан бирелгән вазифам шулдыр", - тигәйне һөйләшеп ултырғанда Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы. Ошо бер генә һүҙ уның йәшәү мәғәнәһен аса ла ҡуя - Хоҙай уға үҙенең халҡының рухын күтәреп, уның данын бөтөн донъяға таратыуҙы, ахыры, вазифа итеп һалған.

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.11.15 | Ҡаралған: 1323

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru