«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРАТАУҒА ҠАҒЫЛМАҒЫҘ!
+  - 

Башҡортостанда Торатау һәм Йөрәктауҙа эзбизташ табыу яҡлылар һәм уға ҡаршы сығыусылар араһында бәхәс тағы ла көн үҙәгенә сыҡты.

"Башҡортостан химияһы" холдингына ингән һәм Рәсәйҙең яндырылған сода етештереүсе эре "Башҡортостан сода компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте сеймал запасы аҙ ҡалыуы һәм тап улар атаған тауҙарҙы киләсәктә төп эзбизташ сығарыу сығанағы тип күҙаллауҙары тураһында туҡтауһыҙ тамаҡ йырта, сеймалһыҙ ҡалыу предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ һәм был иҡтисади, социаль проблемалар тыуҙырыуы ихтимал, тип раҫлай. Әммә республика Хөкүмәте, йәмәғәтселек иһә шихандарҙы дәүләт яҡлауында булған тәбиғәт һәйкәлдәре тип ҡарай. Социологик һорау алыуҙарҙа ҡатнашҡан халыҡтың 70 проценты уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларын емерергә юл ҡуйырға ярамай, тип белдерә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сеймалдың альтернатив сығанаҡтарын табыу яғында. Әлеге ваҡытта ике яҡ та бирешергә уйламай. Ошо көндәрҙә булып үткән матбуғат конференцияһында БСК вәкилдәре тағы ла бер ҡат, Торатауға альтернатива юҡ, тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта БР-ҙың тау-геологик ойошмаларының коммерция булмаған партнерлығы - ассоциацияһы (КбП-А) сода етештереү өсөн икенсе сеймал сығанаҡтарын өйрәнеп, уларға баһалама бирә. Аныҡлап әйткәндә, "Башнедра" КбП-А президенты Рәсих Хәмитовтың Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә адресланған хатындағы һығымтала сода етештереү өсөн яраҡлы булған карбонат тоҡомдары ятҡылыҡтары тураһында һүҙ бара. "Шундай сығанаҡтар иҫәбендә Белореттан - 12, тимер юл станцияһынан 10 километр алыҫлыҡта ғына булған һәм эзбизташ сығанағы запасы тейешенсә баһаланылмаған Боғанаҡ участкаһы. Шулай уҡ сеймал сығанағы булып Пугачевск, Юлдаш, Төйәләҫ, Йәнгел ятҡылыҡтары ла атала. "Башҡортостан сода компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек альтернатив эзбизташ сығанаҡтары республиканың көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында ла бар", - тигән һығымта яһай "Башнедра" КбП-А эксперттары. БСК-ның йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса директоры Сергей Лобастов иһә компанияның 1992 йылдан алып сеймал сығанағы эҙләүен һәм барлыҡ мөмкин булған сығанаҡтарҙың күптән билдәле булыуын, уларҙың химик составы буйынса ла, запас күләме буйынса ла ентекләп тикшерелеүен белдерә. Компания вәкилдәре "Башнедра" КбП-А-ның һығымталарын "хата фекергә төшөрөү" тип атай һәм үҙ сираттарында "Приволжскнедра"-ның Ҡаран, Ғүмәр ятҡылыҡтары менән Ҡуштау, Йөрәктау, Торатауҙы сағыштырыу нигеҙендә, БСК-ға яҡын урынлашҡан, сода етештереүгә яраҡлы химик таҙа эзбизташ сығанағы майҙандарын табыу мөмкин булған берҙән-бер участка булып тора", - тигән хатына һылтана. Шул уҡ хатта 1957 йылда Торатауҙың шәкәр сәнәғәтендәге технологик ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн 7,6 тонна эзбизташ запасы булыуы тураһындағы мәғлүмәт килтерелә. Бынан һуң бер ниндәй ҙә тикшеренеүҙәр үткәрелмәй. Ә БСК, әгәр тауҙа тейешле сеймал булған участкалар бар икән, тимәк, ул тулыһынса эшкәртеүгә яраҡлы, тигән ҡарашта һәм уның ҡеүәтен кәмендә 200 миллион тонна, тип баһалай. Был иһә заводҡа 50 йыл эшләүгә етә. Әммә Рәсих Хәмитов бындай иҫәпләүҙәр менән риза түгел: "Торатауҙың физик күләме ауырлығы 60 млн тонна самаһы, шуның 15-20 проценты сода етештереү өсөн яраҡһыҙ эзбизташ булараҡ бракка сығарылыуы мөмкин. Йылына 4 млн тонна сеймал сығарғанда ла, запас компанияға ни бары 12-13 йылға ғына етәсәк", - ти ул. Ә Торатауҙан башҡа сеймал сығанағы юҡ, тип раҫлаған БСК бары тик республика етәкселегенең һәм йәмәғәтселектең башын ғына бутай.
Был бәхәстең нисек тамамланырын әлегә берәү ҙә аныҡ ҡына белмәй ҙә, фаразламай ҙа. Шуға ҡарамаҫтан, үткән аҙнала "Вести FM" радиостанцияһының тура эфирында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов "Сода" компанияһы өсөн альтернатив сеймал сығанағы эҙләнеүе тураһында белдерҙе: "Беҙ уны табасаҡбыҙ. Ике-өс сығанаҡтың тейешенсә перспективалы булыуын аңлайбыҙ. Улар предприятиенан алыҫ та түгел, 30-35 километрҙа ғына. Беҙ был сығанаҡтарҙың сода етештереү өсөн химия сәнәғәтендә ҡулланыуға яраҡлы булыуын раҫлаясаҡбыҙ". Торатау буйынса үҙенең аныҡ ҡарашын Рөстәм Хәмитов 2013 йылдың апрелендә үк Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы тура эфирҙа: "Мин президент булып эшләгәндә Торатауҙы бер кем дә эшкәртмәйәсәк", - тип белдергәйне.
Йәмәғәтселек тә, депутаттар ҙа тәбиғәт һәйкәлдәрен файҙаланыу ҡарашына ҡырҡа ҡаршы һәм уртаҡ фекергә килергә саҡыра. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова әйтеүенсә, бөгөн Торатауҙы эшкәртеү тураһында һүҙ алып барыу нигеҙһеҙ: тау төбәк кимәлендә тәбиғәт һәйкәле статусына эйә һәм ул тейелгеһеҙ. 2006-2007 йылдарҙа Росприроднадзор үткәргән Рәсәй Федерацияһының махсус һаҡланған тәбиғәт территорияларын (ООПТ) инвентаризациялау мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм майҙаны 342 га булған тәбиғәт ҡомартҡылары Торатау менән Йөрәктау махсус һаҡланған тәбиғәт территорияһы булараҡ, дәүләт кадастрына төбәк әһәмиәтендәге ООПТ итеп индерелгән. Әлеге ваҡытта был статусты кире алыу өсөн бер ниндәй нигеҙ юҡ. Ләкин БСК вәкилдәре Торатауҙың "ботаник профиль" буйынса ООПТ булып тороуын һәм һирәк осраған үҫемлектәрҙе күсереп ултыртыуҙы ойошторасаҡтарын белдерә.
Шул уҡ ваҡытта БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев та Торатауҙан махсус һаҡланған тәбиғәт территорияһы статусын алыу өсөн бер ниндәй ҙә хоҡуҡи нигеҙ булмауын белдерә. Шуға ла биологик, палеонтологик һәм тарихи әһәмиәткә эйә был тәбиғәт ҡомартҡыһында уға зыян килтергән, тәбиғи торошон үҙгәрткән эшмәкәрлек алып барыу тыйыла. Үҫемлектәр донъяһына килгәндә лә, Торатауҙа республикала булған дөйөм төрҙөң 23 проценты - 402 төр үҫемлек үҫә. Уларҙың 12-һе реликт (борондан ҡалған), 21-е -эндемик (урындағы) төр. Биологик үҙенсәлегенә ярашлы, ҡайһы берҙәрен күсереп ултыртыу мөмкин дә түгел.
БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры Рөстәм Ахунов, Республика башлығының аныҡ билдәләнгән позицияһы - ул яҡын йылдарға Торатауҙы сәнәғәт эшкәртеүе мәсьәләһе ябыҡ, тигән һүҙ. Әммә шихандарға ҡыҙыҡһыныу һәм ымһыныу туҡтамаясаҡ. Ғәмәлдәге етәксенең вәкәләт мөҙҙәте сығыу менән был мәсьәлә яңынан күтәреләсәк. Ә әлегә бәхәстәр дауам итә...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.11.15 | Ҡаралған: 1257

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru