«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТ НИСЕК ЯРАЛТҠАН, ШУЛ КИЛЕШ ТОРҺОН ТОРАТАУЫБЫҘ
+  - 

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Торатауҙы эшкәртеүгә юл ҡуймаясағын белдереүе һәм "Башҡортостан сода компанияһы"на альтернатив сеймал сығанағын тәҡдим итеүе йәмәғәтселектә киң резонанс тыуҙырҙы. Бөгөн уларҙың бер нисәһен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

Рөстәм Хәйруллин, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе: Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Шихандар буйынса белдереүендә "Башҡортостан сода компанияһы"н үҫтереү перспективаһы ла сағылыш таба. Предприятиеға альтернатив сеймал сығанағы итеп Ғүмәр ятҡылығы тәҡдим ителә, ә БСК бары тик яҡындағы ятҡылыҡты - Торатауҙы ғына күҙ уңында тота. 1965 йылдан был тау тәбиғәт һәйкәле булып тора һәм законға ярашлы һаҡлана. Хоҡуҡи дәүләттә йәшәп, берәү ҙә законды боҙорға юл ҡуйырға тейеш түгел: республика Башлығы ла, предприятие ла, граждандар ҙа.
Төбәк Башлығына шулай уҡ производствоны һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим. БСК - республика өсөн әһәмиәтле предприятие, ул рентабелле, бюджетҡа һалым түләүсе, унда бер нисә мең кеше эшләй. Эйе, предприятиены сеймал менән тәьмин итеү ауыр буласаҡ, ятҡылыҡтар алыҫтараҡ, технология буйынса ла ниндәйҙер үҙгәрештәр индереү талап ителәсәк. Әммә предприятие ниндәй генә сығымдар кисермәһен, был аҙымға барырға кәрәк. Мин быны хәл итеү юлы табылыр, производство тиҫтәләрсә йылдарға һаҡланыр, тип уйлайым, сөнки Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, БСК өсөн сеймал 50 йылға етәсәк.

Рузалия Хисмәтуллина, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет рәйесе: Шихандар буйынса ҡарар - Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың уйланылған ҡарары һәм мөһим аҙымы. Төбәк етәксеһенең Шихандарҙы һаҡлау тураһындағы белдереүе республика халҡының күпселегенең позицияһына нигеҙләнгән. Әгәр тәүге фекер алышыуҙарҙа күберәк хис-тойғо сағылһа, хәҙер улар нигеҙле. Бөгөн "Башҡортостан сода компанияһы"ның рентабелле, килемле эшләүе республика халҡының барыһын да, шул иҫәптән Торатауҙы яҡлап сығыш яһаусыларҙы ла ҡыҙыҡһындыра. Рөстәм Зәки улының белдереүе лә компанияға производство өсөн сеймал сығанаҡтарын эшкәртеүгә юл ябыу түгел, ә альтернатив сығанаҡтар эҙләү. Республика етәкселеге менән БСК мәсьәләне хәл итеү юлын табыр һәм ул предприятиены ла, республика халҡына ҡәҙерле ҡомартҡыны һаҡлап ҡалырға тырышыусыларҙы ла ҡәнәғәтләндерер, тип уйлайым.

Ғәли Вәлиуллин, Милли музейҙың генераль директоры, Республика крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе: Торатауға тейергә ярамай! Нисек инде беҙҙең тарихыбыҙҙы экскаваторҙар менән ҡаҙырға мөмкин? Әгәр Торатау йәшәй икән, башҡорт халҡы тарихы ла йәшәйәсәк. Халыҡтың мәнфәғәте һәр йүнәлештәге ваҡ ҡына ваҡиғаларҙан тора. Торатауҙы һаҡлап, беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ. Беҙ тарихыбыҙҙы ла һаҡлай аласаҡбыҙ, тамырҙарыбыҙҙы ла өҙмәйәсәкбеҙ.

Эльвира Ҡорбанаева, БР Экология министрлығының ООПТ һәм биотөрлөлөктө һаҡлау буйынса бүлек начальнигы: Торатауҙы тәбиғи торошонда, уны тәбиғәт нисек булдырған, шулай килеш, төбәктең үҙенсәлекле флора һәм фаунаһын һаҡларға тейешбеҙ. Ошо маҡсаттан бында 2014 йылдың мартында БР Хөкүмәте ҡарары менән һаҡлау режимы булдырылды. Тау тоҡомдарын табыу, мал көтөү, ағас ултыртыу, файҙалы үҫемлектәрҙе йыйыу, һунар, күмәк кеше йыйылған саралар уҙғарыу, шулай уҡ тәбиғәт комплексын емереүгә һәм һәйкәлдең эстетик йөҙөн боҙоуға килтерәсәк башҡа хужалыҡ эштәре алып барыу тыйылды. Торатауҙың үҫемлектәр донъяһы бик бай - уның Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса әһәмиәте бик ҙур.

Руфина Шаһапова, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары: Торатау - Ер йөҙөндәге иң боронғо тауҙарҙың береһе. Бында табылған боронғо диңгеҙ тереклегенең ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары тауҙың йәшен аныҡ билдәләргә ярҙам итте - 285 миллион йыл. Тауҙың үҙенсәлеге тағы шунда - унда Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һирәк үҫемлектәр үҫә. Был крайҙа йәшәүселәр шихандарҙың яҙмышына битараф түгел.

Әхәт Мостафин, БР Фәндәр академияһы академигы, Башҡорт дәүләт университетының "Физик химия һәм химик экология" кафедраһы мөдире: Башҡортостанда Торатауҙан башҡа сода етештереү өсөн ятҡылыҡтар етерлек. Бигерәк тә уның көньяҡ өлөшөндә эзбизташ ятҡылыҡтары бихисап. Шуның өсөн сеймалға Торатауҙы ғына күҙ уңында тотоу хата булыр ине. Минеңсә, сеймалдың башҡа альтернатив сығанаҡтары ла, шул иҫәптән Ғүмәр ятҡылығы ла бар. Яңы ятҡылыҡты үҙләштергәндә эзбизташ запасы оҙаҡ йылдарға етеүенә инаныу өсөн ентекле геология-разведкалау эштәре үткәреү зарур.

Гөлназ Халиҡова, "Торатау" гәзитенең йәш журналисы, Ишембай ҡалаһы: Ишембайҙарҙың властарға ышанысы тағы ла артты. Башҡортостан халҡы һәр саҡ төрлө кимәлдәге властар тарафынан үҙ мөрәжәғәттәренең ишетелеренә тағы бер инанды. Республика Башлығы тағы бер тапҡыр республиканың иҡтисади мәсьәләләрен бары тик халыҡ фекерен иҫәпкә алып ҡына хәл итеүен раҫланы. Республика Башлығы үҙенең позицияһын белдереп: "Шихандар махсус һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы булып тора, республика халҡының 70 проценты уларҙы эшкәртеүгә ҡаршы. Шуға ла мин шихандарҙы БСК өсөн сеймал сығанағы сифатында ҡарамаҫҡа ҡуштым", - тине. Мин үҙемдең һорауыма ыңғай яуап алырыма өмөтләнгәйнем.

Рәис (rais) Ғәбитов, билдәле башҡорт блогеры:Башҡортостан властары халыҡтың, Торатау - ул республика символдарының береһе, уны һаҡларға кәрәк, тигән фекерен ишетте. Бына бер нисә йыл инде йәмәғәтселек Шихандарҙы һаҡлау кәрәклеген белдереп саң ҡаға. Был тема төрлө һөнәр кешеләрен - ябай халыҡтан алып экологтар һәм сәйәсмәндәргәсә - берләштерҙе. Шихандар ысын мәғәнәһендә дөйөм республика ҡиммәте булып ҡалды.
Мин элек үҙем унда бер ваҡытта ла булғаным булманы, ә һуңғы йылдарҙа бер нисә тапҡыр барҙым. Мин генә түгел, күпселек урындағы блогерҙар был матур мәғрүр тауҙан репортаждар яҙҙы һ.б. Башҡортостан халҡы проблемаға иғтибар йүнәлтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне һәм властар уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев белдереүенсә, Торатауҙан махсус һаҡланған тәбиғәт территорияһы статусын алыу өсөн бер ниндәй ҙә хоҡуҡи нигеҙ юҡ. Шуға ла биологик, палеонтологик һәм тарихи әһәмиәткә эйә был тәбиғәт ҡомартҡыһында уға зыян килтергән, тәбиғи торошон үҙгәрткән эшмәкәрлек алып барыу тыйыла. Үҫемлектәр донъяһына килгәндә лә, Торатауҙа республикала булған дөйөм төрҙөң 23 проценты - 402 төр үҫемлек үҫә. Уларҙың 12-һе реликт (борондан ҡалған), 21-е - эндемик (урындағы) төр. Биологик үҙенсәлегенә ярашлы, ҡайһы берҙәрен күсереп ултыртыу мөмкин дә түгел. Ошоларға Торатауҙың 250 миллион йылдар самаһы элек, Урал тауҙары формалашыуҙың иң башланғыс осоронда уҡ хасил булған һәм Ер йөҙөндәге иртә перм йәшендәге тау массивы һәм бөтөн донъяға билдәле уникаль тәбиғәт объекты икәнен дә өҫтәйек. Йә, кемдең ҡулы барыр ошондай фәнни, экологик, тарихи, мәҙәни һәм эстетик йәһәттән иң ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡыһын юҡ итергә!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.11.15 | Ҡаралған: 1269

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru