«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУҘАРҘЫ БЕРГӘ ЙЫЙҒАН СӘЙӘСИ ИНСТИТУТ БУЛҒАН ҠОРОЛТАЙҘАР
+  - 

Боронғо башҡорт ҡоролтайҙары һәм йыйындары тураһында яҙма сығанаҡтар күп түгел. Тарих фәнендә лә был темаға бағышланған ғилми хеҙмәт юҡ. Беҙ бөгөн был хаҡта күберәк риүәйәттәр һәм ошо оло йыйындарҙың эҙен һаҡлаған тарихи урындар аша ғына фекер йөрөтә алабыҙ. Шуларҙың береһе - Йылайыр районындағы Айҙа болон яланы (Иван-Ҡыуалат ауылынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан).

Халыҡ һөйләүе буйынса, бында борон Ете ырыу берләшмәһе (Үҫәргән, Бөрйән, Түңгәүер, Тамъян һәм Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең өс ырыуы) ҡоролтай, йыйындар үткәрер булған. Айҙа болон яланында борон ете ырыуҙың тамғалары һуғылған имән бағана торған. Бағана сереһә, уның урынына яңыһын ултыртҡандар. Башҡортостандың ҙур ғына территорияһын биләп торған Ете ырыу берләшмәһе монгол-татар яуы дәүеренән, йәғни ХIII быуат башынан билдәле. Сыңғыҙханға барып, башҡорт ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы һәм үҙенә бейлек ярлығы алып ҡайтҡан Үҫәргән бейе Мөйтәндең ошо берләшмәнең башында торғанлығы билдәле. Артабанғы быуаттарҙа Ете ырыу берләшмәһен Мәсем хан етәкләүе тураһында "Күсәк бей" дастанында бик асыҡ бәйән ителә.
Бына ошо ырыу вәкилдәре ХVI быуаттың урталарында Айҙа болон яланында ҡоролтай үткәреп, Рус дәүләте составына инергә, тигән ил алдында торған бик мөһим мәсьәләне лә хәл иткәндер, тигән фекергә урын бар. Сөнки 1555 йылдың аҙағында һәм 1556 йылдың башында ете ырыу вәкилдәренең берләшкән илселеге (үҫәргәндәрҙән - Бикбау бей, ҡыпсаҡтарҙан - Мөшәүәли Ҡарағужаҡ, Тамъян ырыуынан - Шәғәли Шаһман, Бөрйәндән - Иҫке бей) Иван батшаның наместнигына барып, һөйләшеүҙәр үткәреп ҡайта. Ә инде 1557 йылда "Аҡ батша"нан, үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлатып, ярлыҡ - жалованный грамоталар алалар. Ете ырыу берләшмәһендәге ырыуҙарҙың ер биләмәләренең сиктәре билдәләнә. Был турала ырыуҙарҙың шәжәрәһендә яҙылған. Шәжәрәлә ете ырыу йыйылыр Айҙа болон урыны ла телгә алынған. Тимәк, был осорҙа Айҙа болон яланы ысын мәғәнәһендә мөһим ижтимағи-сәйәси әһәмиәткә эйә урын булған, тип фекер йөрөтөргә мөмкин. Бөрйән районындағы Тарауыл (Тарыуал) яланы ла ете ырыу ҡор йыйған урындарҙың береһе иҫәпләнә. Әлбиттә, Башҡортостандың һәр төбәгендә төрлө ырыу башҡорттары йыл һайын үҙҙәренең йыйындарын үткәреп торор булған. ХVII - ХVIII быуаттарҙағы дөйөм башҡорт ҡоролтайҙары тураһында Зәки Вәлиди бик тә ҡиммәтле мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған. Ул үҙенең "Башҡорттар тарихы" китабында төрлө быуаттарҙа булып үткән өс башҡорт ҡоролтайын телгә ала. Иң мөһиме - ул дөйөм башҡорт ҡоролтайҙары уҙғарылған урындарҙы күрһәтә. Мәҫәлән, 1681-1684 йылдарҙа, батша хөкүмәтенең суҡындырыу сәйәсәтенә ҡаршы ҡупҡан Сәйет яуы осоронда, "Башҡорттар 1682 йылда Нуғай даруғаһындағы Суртанлы күл янында ҡоролтайға йыйылды", - тип яҙа ғалим (Зәки Вәлиди Туған. "Башҡорттар тарихы", Анкара, 2003, 280-се бит). Был ҡоролтай хәҙерге Әбйәлил районының көнсығышында урынлашҡан Суртанды (әҙәби тел менән әйткәндә - Суртанлы) күл янында уҙғарылған. ХVIII быуат башында дөйөм башҡорт ҡоролтайы 1704 -1711 йылдарҙағы Алдар Күсем яуы, башҡорт азатлыҡ хәрәкәте осоронда үтә. Башҡа һыймаҫлыҡ күп яһаҡ һалыныуға (башҡорттарға 72 төрлө яһаҡ уйлап сығарыла, шуларҙың береһе күҙҙәре һоро булған өсөн, икенсеһе - һәр өйҙөң мөрйәһенә яһаҡ һ.б.), батша хакимиәтенең урындағы түрәләренең баш-баштаҡлығына сик ҡуйыу өсөн башҡорттар, 1706 йылдың февралендә ҡоролтай үткәреп, Петр батшаға үҙҙәренең ауыр хәле тураһында мөрәжәғәт итергә була. Ҡоролтайҙа бөтә башҡорт халҡы исеменән батшаға, уның ғәҙеллегенә өмөт итеп, хат яҙыла. Ул хаттың аҙағында: "...Өфө өйәҙенең төрлө улыстарынан һайланмыш башҡорттар: Нуғай даруғаһы Мең улусынан - Тимербулат Яҡшыуанов; Себер даруғаһынан - Сурағол Тойғолдин, Ишбай Несесов; Ҡаҙан даруғаһы Байлар улысынан - Урсай Мәтеков; Уҫа даруғаһы Уран улысынан - Тыныс Тереғолов, Ыҫмаҡ Исаев үҙ иптәштәре менән. Бөтә дүрт даруға бөтә улыстарҙың башҡорттары..." - тиелгән ("Башҡорт әҙәбиәте антологияһы", Өфө, 1999, 1-се том, 313-сө бит).
Был хатты Тимербулат Яҡшыуанов етәкселегендәге һигеҙ башҡорт вәкиле Мәскәүгә алып бара. Ләкин батша Петр I, халыҡ вәкилдәрен ҡабул итеү урынына, аяҡ-ҡулдарын бығаулатып, Ҡаҙанға оҙата. Ҡаҙан властары, үтенес хатында үҙҙәренең баш-баштаҡлыҡтары хаҡында ла яҙылғанлыҡты белеп, вәкилдәрҙең береһен аҫа, ә ҡалғандарын зинданға яба. "Ғәҙел" батшаның ошондай ҡылығынан һуң башҡорт халҡы үҙ азатлығы өсөн яуға күтәрелә. Ихтилал Волганан - Тубылға, Яйыҡтан Пермгә тиклемге араны ялмап ала. Зәки Вәлиди 1724 йылда Өфө өйәҙендәге Бәрҫеүән күле янында башҡорттарҙың ҡоролтайға йыйылғанлығы тураһында яҙа: "Алдар тархан 700 кешеһе менән, Сәйет баһадирҙың 1707 йылда ҡырғыҙҙарға ҡасып киткән улы 500-гә яҡын ҡырғыҙ менән ошо ҡоролтайға килгән. Һәр тарафтан күл янына йыйылған башҡорттар һәм татарҙар, Өфөгә һөжүм итергә, тигән ҡарарға килә" ("Башҡорттар тарихы", 309-сы бит). Зәки Вәлиди телгә алған ҡоролтайҙың 1706 - 1711 йылдар тирәһендә булыуы ихтимал. Тап ошо осорҙа башҡорт хәрәкәте дөрләп торған. Сөнки Петр батшаның ғәҙеллегенә өмөтөн өҙгән халыҡ, ҡоролтайға йыйылып, ғәҙеллекте ҡорал менән дауларға ҡарар иткән.
1734 йылдың декабрендә үткән ҡоролтай ҙа Башҡортостан алдына килеп баҫҡан ауыр дәүер менән бәйле. Батша хөкүмәте, башҡорт халҡының рөхсәтенән тыш, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ҡәлғәләр төҙөргә ҡарар итә. Ошо арҡала азатлығын юғалтасағын яҡшы аңлаған халыҡ оло ҡоролтайға йыйыла. Зәки Вәлиди был ҡоролтай тураһында бына нимә тип яҙа: "Рәсәй хөкүмәтенең яңы сәйәсәте тураһында Түләкәй улының Петербургтан яҙған хатын алыу менән Килмәк абыҙ башҡорт ырыуҙары күренеклеләренән Йыһанғол улын, Ирәтҡол улын, Кимәт улын саҡырып, "Хажи мәсете"ндә (йәғни хәҙерге Хажи ауылында) ҡоролтай, башҡортса - йыйын тупланы. Унда урыҫтарҙың был эштәренә ҡорал менән ҡаршы торорға ҡарар иттеләр, күтәрелештең планын ҡорҙолар" ("Башҡорттар тарихы", 314-се бит).
Әйткәндәй, Зәки Вәлиди Хажи ауылындағы ҡоролтай тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә. Ул: "Ырымбур ҡалаһын төҙөй башлауҙан әүәл үк ғәскәрендә үҙ ирке менән хеҙмәт итеүсе тархандар булған хәлдә лә, Юрматы улысы үҙәге Һикәҙе йылғаһы буйындағы Хажи мәсете исемле ерҙә йыйын - халыҡ ҡоролтайы тупланды. Боронғо хандарҙан Күсем улдары, ҡаҙаҡ хандарынан Ҡәйеп хан һәм уның улдары төрлө күтәрелеш һәм яу ваҡыттарында дөйөм хәрби етәксе һәм хакимдар сифатында танылһа ла, тыныс дәүерҙә уларҙың Башҡортостандағы хакимиәте номиналь рәүештә ҡала ине. Йәғни хандар бөтә башҡорт өлкәһендә танылған дөйөм бер хөкүмәт ҡорманы, һәр улыс үҙ тарханына һәм бейенә буйһондо. Ҡаҙан вәлийе Апраксин 1709 йылда Петрға ебәргән рапортында башҡорттар тураһында ошолай яҙа: "Был мәлғүн башҡорттар - күмәк, һуғышсан һәм ғәскәри бер милләт. Ләкин баштары боҙоҡлоҡтан, һис юғында, Дон казактарындағы кеүек булһа ла, барыһы ла таныған дөйөм бер атамалары ла, эштәре хаҡында мөрәжәғәт итерлек дөйөм бер үҙәктәре лә юҡ". Башҡорттар ғөмүми бер "атаман"ға буйһонмауға ҡарамаҫтан, "Хажи мәсете"ндәге йыйын уларҙың хөкүмәте ине. Рустарға төбәп яҙылған документтар унда йыйылған "Ете ырыу бейҙәре" исеменән ебәрелер булған", - тип яҙа ("Башҡорттар тарихы", 311-се бит).
Үҙе өсөн ҡурҡыныс янауын тойған батша власы 1736 йылдың 11 февралендәге указы менән башҡорт ҡоролтайҙарын һәм йыйындарын үткәреүҙе тыя. Тик йылына бер тапҡыр ғына Өфө янында Ҡаратүң (Чесноковка) тауында, властар күҙәтеүе аҫтында ғына башҡорт старшиналарына йыйылып, кәңәш-төңәш ҡороп, булған мәсьәләләрҙе урындағы властарға яҙма рәүештә еткерергә рөхсәт ителә. Тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров яҙыуынса, ХIХ быуаттың беренсе яртыһында бындай йыйындар тураһында әлегә бер документ та табылғаны юҡ. Тимәк, кантон идаралығы осоронда дөйөм ҡоролтай, йыйындар юҡҡа сыҡҡан, тигән һығымта яһай, һәм был осорҙа инде бер нисә ауыл халҡы йыйылып, байрам итеү рәүешендә генә йыйындар ойошторор булған, ти. Халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған "Һәүәнәк йыйыны", "Зәйнулла йыйыны", "Атайсал йыйыны" тип аталған йыйындар тап ошо дәүерҙән киләлер.
Шулай итеп, дөйөм ҡоролтайҙар, йыйындар башҡорт халҡын ауыр мәлдәрҙә туплау һәм ил алдына килеп баҫҡан мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү йәһәтенән ҙур роль уйнаған мөһим үҙидара органы, сәйәси институт булып торған. Батша власы дөйөм ҡоролтайҙарҙы ХVIII быуаттың тәүге яртыһында уҡ тыйып, уны юҡҡа сығарыуға өлгәшһә лә, халыҡ аңынан юйыуға өлгәшә алмай. 1917 йылда, Февраль революцияһынан һуң, үҙ яҙмышын үҙе хәл итерҙәй мөмкинлек тыуыу менән, башҡорт халҡы, боронғо замандарҙағы кеүек, тағы ҡоролтайҙарға йыйыла. I Дөйөм башҡорт ҡоролтайы Ырымбурҙа 1917 йылдың 20 - 27 июнендә уҙғарыла. Бында башҡорт халҡын борсоған ер мәсьәләһе - тартып алынған аҫаба ерҙәрҙе кире ҡайтарыу, милли ғәскәр төҙөү мәсьәләләре күтәрелә. Ҡоролтайҙың ҡарарҙарын бойомға ашырыу өсөн Башҡорт мәркәз шураһының башҡарма комитеты һайлана.
Шул уҡ йылдың 25 - 29 авгусында Өфөлә II Башҡорт ҡоролтайы үтә. Ҡоролтайҙа Петроградта үтәсәк Ойоштороу йыйылышында ҡатнашасаҡ вәкилдәрҙең кандидатуралары раҫлана. Башҡорт мәркәз шураһының эшмәкәрлеге буйынса доклад уҡыла. Башҡорттарҙың III ойоштороу (учредительный) ҡоролтайы 1917 йылдың 8 декабрендә Ырымбурҙа, Каруанһарай бинаһында асыла. Уның эшендә 223 делегат ҡатнаша. Бында Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан 15 ноябрҙә иғлан ителгән Рәсәй составындағы Башҡортостан автономияһы раҫлана. Ҡоролтай делегаттары Башҡортостан хөкүмәтен һайлай. Ойоштороу һәм закондар сығарыу хоҡуғына эйә булған даими орган - 22 кешенән торған Кесе ҡоролтай ҙа шунда һайлана. Шулай итеп, 1917 йылда үткән дөйөм башҡорт ҡоролтайҙарында Башҡортостан автономияһы тыуа - башҡорт дәүләтселеге тергеҙелә. Ҡоролтай ҡарарҙары ғәмәлгә ашырыла башлай.
1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Советтар яғына сыға. Ошо уңайҙан 21 февралдә Темәс ауылында I Дөйөм башҡорт хәрби ҡоролтайы уҙғарыла. Унда 92 делегат ҡатнаша. Хәрби ҡоролтай башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыҙылдар яғына сығыуын хуплай. Йыйында Башҡортостандың ваҡытлы революцион комитеты - Башревком һайлана. Башҡортостандағы бөтә власть Башревком ҡулына тапшырыла. 1919 йылдың мартында килешеү буйынса Үҙәк совет власы Башҡортостан автономияһын таный. Шулай итеп, Рәсәйҙе ысын мәғәнәһендә федерация иткән, уның федерализм йүнәлешендәге үҫешенә нигеҙ һалған республика - Башҡортостан Совет автономияһы барлыҡҡа килә. Ләкин бер йылдан һуң, 1920 йылдың майында, Үҙәк совет власы үҙенең декреты менән Башҡортостандың киң автономиялы хоҡуҡтарын юҡҡа сығара. Ошонан алып Башҡортостан автономияһы исем өсөн генә тиерлек тороп ҡала, етмеш йылдан ашыу ошо хәлендә йәшәй.

Шулай итеп…
Тарихи сығанаҡтарҙы барлағанда, башҡорттоң әллә нисә быуат ағымында үткәрелә килгән бар ҡоролтайҙарының да уртаҡ хәстәре - ер икәнен аңлайһың. Улар шул ер өсөн ҡор йыйған, ер өсөн баш һалып батшаларға барған, ер өсөн ҡан түккән, ғүмерен ҡорбан иткән. Бөгөнгө күҙлектән беҙ үткән ҡоролтайҙарҙың ни тиклем баһаһы юғары булғанлығын, уларҙың ысынлап етди проблемалар хәл иткәнлеген һәм мотлаҡ ниндәйҙер маҡсаттарға өлгәшкәнлеген аңлайбыҙ. Ошоларҙан сығып, бөгөнгө ҡоролтайҙарҙың да киләсәк быуындар фекере, баһаһы өсөн эшләргә тейешлектәре тураһында хәтерләтке килә. Ни тиер киләһе быуын, киләһе быуат балалары әлеге ҡоролтайҙар хаҡында? Баһаһы булырмы уларҙың? Ә бит тарих өсөн уларҙың фекере үтә лә мөһим буласаҡ. Сөнки былар барыһы ла башҡорт иленең, милләтенең тарихы булып ҡаласаҡ.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.11.15 | Ҡаралған: 1442

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru