«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛҒА ҠАРАП УЙЛАНАЙЫҠ, ТАРИХИ ҮТКӘНДӘРЕБЕҘГӘ ҠАРАП ҒОРУРЛАНАЙЫҠ!
+  - 

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында күтәрелгән милләтебеҙ проблемалары, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ниндәйҙер кимәлдә "Киске Өфө" гәзите биттәрендә сағылыш таба килә. Һеҙҙең иғтибарға билдәле шәхестәрҙең гәзиттең "Диалог", "Монолог", "Түңәрәк ҡор" рубрикаларында баҫыла килгән милләтебеҙ тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге, рухи һәм дини булмышы, менталитеты, сәнғәте һәм мәҙәниәте хаҡындағы фекерҙәренән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Эште үҙебеҙҙән башлайыҡ...

Мансур ӘЙҮПОВ, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты: Бөгөн милли тел, мәҙәнилек мәсьәләләре бик етди тора. Был хаҡта ил Президенты В.В. Путин әйткән шундай һүҙҙәр бар: "Беҙгә гражданлыҡ рухына нигеҙләнгән милли сәйәсәт стратегияһы кәрәк. Беҙҙең илдә йәшәгән кеше үҙенең дине һәм милләте хаҡында оноторға тейеш түгел. Әммә ул иң элек Рәсәй гражданины булырға һәм ошоноң менән ғорурланырға тейеш. Берәүҙең дә милли һәм дини үҙенсәлектәрен дәүләт закондарынан өҫтөн ҡуйырға хаҡы юҡ. Ләкин был осраҡта дәүләт закондары милли һәм дини үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға тейеш". Күренеүенсә, милли мәсьәләнең ҡуйылышы бик етди һәм төплө. Ҡыҫҡаса әйткәндә, һүҙ кешенең милли һәм дини үҙенсәлектәрен уның дөйөм гражданлыҡ сифаттары менән яраштырыу тураһында бара. Был бик ҡатмарлы, хатта урыны менән ҡапма-ҡаршылыҡлы эш, бигерәк тә милли республикаларҙа етәкселәрҙән, сәйәсмәндәрҙән, ғалимдарҙан, журналистарҙан, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән эштең асылын белеү, төптән уйлап эш итеүҙе талап итә. Миҫалға тел мәсьәләһен алайыҡ. Бөгөн бөтәбеҙ ҙә башҡорт теленең яҙмышы, уның үҫеше, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, дәүләт теле сифатында ҡулланыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына, борсола. Ләкин... Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, башҡорттарҙың 67 проценты ғына башҡорт телен туған теле тип иҫәпләй, ә туған телендә һөйләшеүселәр тағы ла аҙыраҡ икән, бында кемде ғәйепләргә була? Шуның өсөн телде һаҡлауҙы, үҫтереүҙе үҙебеҙҙән башларға кәрәк...

Зөһрә БУРАҠАЕВА, яҙыусы: Башҡорттарҙың тәүге ҡоролтайында: "Аһ, башҡорттар Австралияла ла, Японияла ла, аһ, хатта Африка менән Көньяк Америкала ла йәшәй!" - тип аһылдашып, ошо факттарға ҡыуанып, күкрәк һуғып алдыҡ бит инде. Ул ваҡытта, әлбиттә, үҙаңды үҫтереү өсөн бөтә Ер шарының башҡорттарын йыйыу кәрәк булғайны. Ә бөгөнгө көндә милләтебеҙ алдында торған бурыстар барыбер ҙә икенсе. Ошо егерме йыл эсендә башҡорт телен ғаилә теле итеүсе егет-ҡыҙҙарыбыҙ, ысын патриоттар, ысын алмаш быуын үҫте. Егерме йыл - аҙ ваҡыт түгел, ул быуындар алмашыуын күҙәтерлек ваҡыт. Кемдең балалары йөрөй тәүге рәттәрҙә, кемдең балалары башҡорт мәктәптәрендә уҡый? Кемдең ейәндәре башҡортса һөйләшә лә, кемдең ейәндәре, милләтем, тип, сит-яҡтарға түгел, ә республикабыҙҙа эшләй? Аҡса өсөн дә, дан өсөн дә түгел, ә үҙебеҙҙең еребеҙҙе, үҙебеҙҙең баш ҡалабыҙҙы ташлап китергә намыҫы етмәгән шәхестәребеҙ улар. Республикабыҙ, башҡорт иле хаҡына улар бында йәшәй. Эшләй. Уйлана. Көрәшә...

Тарихыңдан дан тап!

Юлдаш ЙОСОПОВ, тарихсы: Булат Аҙнабаев "Тик хәрби халыҡтың ғына тарихы була", тип әйткәйне бер мәл. Ысынлап та, көнө буйы, йылдар буйы, быуат буйы һабан һөрөп, мал көтөп кенә йәшәгән халыҡҡа үҙ тарихын белеүҙең ихтыяжы ла юҡ. Ә хәрби халыҡҡа иһә, яугир рухын һүндермәй һаҡлар өсөн дә үҙ тарихын белеү фарыз. Халыҡ - ул сәйәсәт субъекты, ә ниндәйҙер кешеләр төркөмө фәҡәт ашау-эсеү өсөн генә йәшәй икән, ул бары төркөм генә. Алтын Урҙала теге йәки был батырҙың, яугирҙең исеме һәр ваҡыт ырыуының исеме менән ҡуша аталып йөрөтөлгән. Башҡорттарҙы ла ырыу кланы системаһы тарих аренаһына алып килгән. Сөнки һәр бер ырыуҙың башҡорт милләте ҡорона ҡушылғанға тиклем үҙ тарихы булған һәм бар. Ул тарих донъяла йәшәгән бер халыҡтың йә дәүләттең тарихына барып ялғана. Башҡорт этногенезының барлыҡ күркәмлеге лә ошо факторға барып ялғана. Башҡорт ырыуҙарының гаплатөркөмдәрен өйрәнә башлағанда күптәр уның бындай һөҙөмтәләргә алып килеүен көтмәгәйне, йәғни гаплатөркөмдәр беҙҙең милләттә ырыуҙар бүленеше менән тура килә. Был күренеш шул турала һөйләй: беҙ меңәр йылдар һуҙымында ошо ерҙә йәшәп тә, бер-беребеҙ менән буталып бөтмәгәнбеҙ, һәр ырыу үҙенең гаплатөркөмгә бәйле үҙенсәлеген дә һаҡлап ҡала алған.

Нәзир ҠОЛБАХТИН, БДУ-ның тарих факультеты профессоры, тарих фәндәре докторы: Башҡортоң иҫәбен һаҡлау өҫтөндә лә ентекле һәм уйланылған эш алып барылыуы зарур. Ассимиляция тигән ғәләмәт XIX быуатта ла булған, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә генә түгел, Башҡортостан райондарында был процесс әле лә дауам итә. Әйтәйек, Татарстандың Баулы, Бөгөлмә, Аҙнаҡай, Әлмәт, Аҡтаныш, Минзәлә, Зәй райондары -Минзәлә өйәҙе. Ә Октябрь революцияһына тиклем Минзәлә өйәҙендә 200 мең башҡорт йәшәгәнлеге билдәле. Сиктәрҙе Ыҡ йылғаһы буйлап билдәләгәс, ул ерҙәр Татарстан биләмәһенә күсә һәм 1927 йылдағы халыҡ иҫәбен алғанда был төбәк халҡы тотошлайы менән үҙен татар тип яҙҙыра. Пермь крайында йәшәүсе башҡорттар менән күп аралашырға, уларҙың 2006 йылда үткәргән йыйынында ҡатнашырға ла тура килде. Ғәйнә ырыуы халҡы бөгөн башҡорт ғалимдары, яҙыусылары менән осрашыуҙар көтөп йәшәй: "Бөйөк Ватан һуғышына тиклем килә инегеҙ, ниңә бөгөн килмәйһегеҙ?" - тип өндәшә оло йәштәгеләр. Барҙы төбәгендә тыуып-үҫкән шағирҙар, композиторҙар, рәссамдар ижад емештәрен Башҡортостан халҡы менән уртаҡлашырға зар илай, ләкин башҡорт йәмәғәтселеге уларҙың зарын ҡәнәғәтләндерә алмай әле...

Азамат АҠЪЮЛОВ, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты доценты: Тарих аренаһында башҡорттар һымаҡ ыҙалар, һуғыштар, туҡтауһыҙ барымта-ҡарымталар, каратель операциялары кисергән бер халыҡ та юҡтыр, моғайын. Батырлыҡтарына ла хайран ҡалырлыҡ. Әйтәйек,14 йыл буйына башҡорттар менән һуғышҡандан һуң, ҡан ҡойоштоң мәғәнәһеҙлеген танып, Сыңғыҙхан үҙе башҡорттарға килешеү төҙөргә сапҡын ебәрә. XVI быуатта "Аҡ батша" Иван Грозный ҙа башҡорт иле менән рус илен бергә ҡушыу тураһында килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Шулай итеп, еренә, иркенә ҡурҡыныс янаған саҡта башҡорттар, сараһыҙҙың көнөнән, дошманға ныҡлы ҡаршылыҡ та күрһәтә, мәле еткәндә дипломатик һөйләшеүҙәр ҙә алып бара белә. Әммә бер илгә лә баҫып инмәй. Был - башҡорт халҡының иң төп үҙенсәлектәренең береһе.
Рус дәүләтенә ҡушылғас та халҡыбыҙ үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, ихтилалдарға күтәрелгән, ҡурҡмаған. Шуға күп кенә хоҡуҡтарын һаҡлауға өлгәшкән.

Халҡыбыҙҙы һаҡлау юлы ниҙә?

Әмир ИШЕМҒОЛОВ, "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт учреждениеһы генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор: Бал ҡорто күсенең йәшәү рәүеше кешелек, ил, дәүләт һәм милләт өсөн милли идея булырлыҡ. Миҫалға барыбыҙҙы ла борсоған коррупцияны алайыҡ. Коррупция бөгөн Рәсәй дәүләтенең бәкәленә һуҡҡан күренеш булып тора. Владимир Жириновский коррупцияға ҡаршы көрәште ҡайһы бер чиновниктарҙы эштән бушатыу, төрмәгә ултыртыу рәүешендә күрә. Әммә бындай сараларҙың башҡа проблемалар тыуҙырғанын да беләбеҙ.
Ҡасандыр беҙҙең халыҡта ишеккә йоҙаҡ һалыу булмаған. Иркен йәйләүҙәрҙә көн иткәнбеҙ. Халҡыбыҙҙың асыҡлығы ла уның көнитмешенә бәйле булған. Башҡа халыҡтар менән ҡарымта, барымталарҙы иҫәпкә алмағанда, урлашыуҙар бөтөнләй булмаған тиерлек. Асыҡ өйлө, асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл булғанбыҙ, коррупция шуның өсөн дә беҙгә ят күренеш. Ошо тәңгәлдә башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының тормошона күҙ һалайыҡ. Әйткәндәй, башҡорт тоҡомло бал ҡорто үҙенә исем биргән халыҡтың менталитетына яҡын тора. Кавказ, себер, итальян тоҡомло ҡорттарҙан айырмалы рәүештә, башҡорт тоҡомло бал ҡорто сит ояға инеп бал урламай. Ә башҡа тоҡомға ҡараған ҡорттарҙың бер күсе ауылға килеп индеме, беҙҙең ҡорт ояларына һөжүмдәр башлана. Шуның өсөн дә беҙ башҡорт тоҡомло ҡорт ояларын уларҙан йәшерә һалабыҙ. Үкенескә ҡаршы, бал ҡорто тормошо менән үҙебеҙҙеке бермә-бер тап килә.

Әхтәр БОҪҠОНОВ, сәйәсәт фәндәре кандидаты: XXI быуатта халыҡты халыҡ булараҡ һаҡлауҙың ниндәй механизмдары булырға тейеш? Ә бына 1917 йылға тиклем төрлө губерналарҙа йәшәгән халҡыбыҙ үҙен һаҡлаған бит. Башҡорт - диаспорала йәшәй торған халыҡ түгел. Беҙҙең халыҡ йәшәгән еренән сығып китһә, юғалыуға еңелерәк дусар ителә. Сөнки беҙҙең менталитетҡа, бал ҡорттары һымаҡ, күстә берҙәм булып йәшәү механизмы һалынған. Күп халыҡтарҙа үҙ-үҙен танып белеү дин менән бергә бара, ҡайһы бер халыҡтар дәүләтселек юлы менән берләшә, беҙҙең халыҡтың үҙ-үҙен таныуы Уралына, туған моңона, ҡурайына, бейеүенә һәм мәҙәниәтенә бәйле. Беҙҙә ватансылыҡ тойғоһо көслө. Баҡтиһәң, Мәскәү ҡалаһының 4 кенә процент үҫмерҙәре әрмелә хеҙмәт итә. Уларҙың ата-әсәләре "Рәсәй, ватан" тип яу һала-һалыуға, әммә уларҙың балалары шул ватанды һаҡларға теләмәй. Ә беҙҙең башҡорт егеттәре өсөн әрмегә бармау һаман да ғәрлек һанала. Шулай булғас, дәүләтселек, ватансылыҡ тойғоһо кемдә көслөрәк һуң?

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН, шағир һәм прозаик: Өмөтлө киләсәккә бер генә ышаныс бар. Алдынғы ҡарашлы ғалимдарыбыҙ, зыялыларыбыҙ халыҡҡа юл күрһәтергә тейеш. Минеңсә, әҙәбиәт, сәнғәт, ғөмүмән, мәҙәниәт һәр кемдә ниндәйҙер ышаныс тыуҙырырға, өмөтһөҙлөккә юл ҡуймаҫҡа тейеш. Ижад ителгән әҫәр кешенең күңелен күтәрһен. Яҙыусы ла, граждан булараҡ та үҙ бурысымды шунда күрәм. Сөнки халыҡ борон-борондан, беҙҙең сәсәнебеҙ бына шулай тине, тип, сәсән һүҙенә ҡарап торған. Һәм, иң мөһиме, иманға ҡайтырға кәрәк. Ә иман - бик ҙур төшөнсә. Кескәй генә дүрт хәрефле һүҙгә әхлаҡ та, әҙәп тә, телеңә тоғролоҡ та, илеңә һөйөү ҙә, үҙ-ара мөнәсәбәт тә һыя. Иманлы кеше түрә булһа ла иманын юғалтмаясаҡ, халыҡты ҡайғыртасаҡ, уның өсөн көсөн йәлләмәйәсәк. Ә әлеге мәлдә иҫ киткес тиҙлек менән байыған кешеләрҙең күңелендә иман юҡ. Хаҡ юлды мәҙәниәттең, имандың күтәрелеп сығыуында ғына күрәм мин.

Ауылдар - милләт бишеге

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ, яҙыусы: Атай-олатайҙарыбыҙ дини мәнфәғәт менән милли мәнфәғәтте бергә уҡмаштыра һәм шуның нигеҙендә үҙҙәрен яҡлай алған. Күрәһең, беҙҙә хәҙер ана шундай берҙәмлек ҡаҡшаған һәм шуның өсөн дә ауылдарыбыҙҙың ҡапҡаһы милләттәштәребеҙҙең күңеле кеүек шарран асыҡ. Башҡорт ауылы, улай ғына ла түгел, Рәсәй ауылдары (Кавказ ауылдарын иҫәпкә алмағанда, әлбиттә) хәҙерге ваҡытта әйбере бушлай өләшелгән йә арзан ғына хаҡҡа һатылған "коммунизм магазины"н хәтерләтә. Ул магазинға инеп, арзан ғына хаҡҡа үҙеңә һәм тотош әҡрәбәңә йорт, ер, сабынлыҡ, көтөүлек, ғөмүмән, быуаттар буйы йәшәрлек йорт-ер һатып алырға була. Хәйер, ауылдарыбыҙ ғына түгел, ҡалалаларыбыҙ, хатта илебеҙ шундай хәлдә бит. "Ерең һатһаң, ауылыңа һат: бер ситенә үҙең барып ултырырһың..." тигән хәҡиҡәтте алға һөрәйек. Фәҡәт бары тик һинең менән бер мөхиттә, бер йәмәғәтселек ҡоронда, бер үк төрлө йола-традициялар үтәп йәшәүсе ауылдашың, күршең генә һинең ошо ерлеккә бәйле проблемаларыңды аңлай һәм һиңә ярҙам итә ала. Был йәһәттән ситтә йәшәүсе туғаның, дуҫың, танышың, ғөмүмән, ситтәге кеше ул барыбер ҙә ят кеше. Шуның өсөн дә йортоңдо, ереңде фәҡәт һинең менән бер лөғәт-йола-традиция солғанышында йәшәгән ауылдашыңа, күршеңә һатыу башҡа ауылдаштарыңа зыян килтермәҫлек шарт булып һаналалыр ҙа инде.

Иршат АҪЫЛҒУЖИН, эшҡыуар: Элек башҡорттоң яугир, шағир образын алға һөрөү булһа, беҙ XXI быуатта уның яңы имиджын да тыуҙырырға бурыслы. Ысынлап та, XXI быуат башҡорто ниндәй булырға тейеш һуң? Ул - һөҙөмтәле менеджер, ҡулынан килмәгән эше булмаған шәхес. Элек башҡорт бер әсмүхә сәйгә ерен һатҡан, тигән ҡараш та ысынбарлыҡҡа тура килеп бөтмәй. Совет осорона тиклем башҡорт ерен ҡуртымға биреп йәшәгән. Беҙ ҡайһы саҡ тарихҡа һылтанып, тарихи ауырыу менән ауырып китәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта хәҙер Рәсәй Дәүләт Думаһы биргән законды файҙаланып, аҫабалыҡ хоҡуғыбыҙҙы киренән ҡайтарыу мөмкинлеге барлығын күрергә теләмәйбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, Ер кодексы беҙгә киренән аҫаба булырға мөмкинлек бирә бит. Ер кодексы, икенсе төрлө әйткәндә, "Аҫаба башҡортлоғобоҙҙо кире ҡайтарыу" законы бит ул. Әлегә ерең ун ғына гектар икән, әгәр ҙә һөҙөмтәле эшләһәң, башҡаларҙың пайын ҡуртымға алып, ереңде киңәйтә алаһың бит...

Йолаларыбыҙ, ҡурайыбыҙ йәшәһен!

Ноғман МУСИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты: Хәҙерге ваҡытта, асылда, бер милләтле булған, боронғо йәшәү рәүештәрен, милли йолаларын һаҡлаған милләттәр һәм дәүләттәр үҫеш осоро кисерә. Миҫал өсөн Ҡытай менән Японияны ғына алайыҡ. Бөгөн был дәүләттәр һәр йәһәттән алға сыҡты. Шуға күрә беҙҙең барлыҡ уңышһыҙлыҡтарыбыҙҙың, бөтә бәләләребеҙҙең сәбәбе милли асылыбыҙҙан айырыла, йола-традицияларыбыҙҙы онота барыуыбыҙҙа. Сөнки һәр милләттең йәшәү рәүеше йола-традициялар рәүешендә уға бит Хоҙай һәм тәбиғәт тарафынан һалынған һәм мәңгелеккә нығытылған. Беҙ меңәр-меңәр йылдар буйынса шул йола-традициялар нигеҙендә йәшәп килеп, ХХ быуатта уларҙан айырылдыҡ та, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһен, тормошобоҙҙоң ҡотон юғалта башланыҡ. Милләтте теленән, тамырынан, йолаһынан айырырға тырышыу тотош илдең тамырына балта сабыу менән бер. Әгәр ҙә дәүләт күп милләтле икән, ундағы һәр милләттең үҫешен тәьмин итмәйенсә тороп, дәүләттең берлеген тәьмин итеү мөмкин булмаясаҡ. Үҙенең милли тойғоһо ҡыйырһытылған кеше башҡаларға нисек тыныс, уларҙың ихтыяжын аңлап ҡарай алһын инде? Ошоларҙан сығып шундай һығымта яһарға ла була: беҙҙең илдең иң ҙур бәләһе - унда йәшәүсе халыҡтарҙың милли тамырҙарынан айырылыуында, илебеҙҙең һаман да мандып йәшәп китә алмауы ла ошо сәбәпкә бәйле.

Роберт ЮЛДАШЕВ, ҡурайсы: Сит тарафтарҙа ҡурайҙы бик ыңғай ҡабул итәләр. Таң ҡалып, ҡурай тауышының һәр тулҡынын күңелдәренә һеңдереп тыңлайҙар. Беҙҙә ҡурай тауышын ишетеп өйрәнгәнгәме икән, уға иғтибар биреп еткермәйҙәр. Һуңғы бер конкурста музыканы бик тәрән аңлаған жюри баһаланы. Шуға күрә, ундай оҫталар алдында уйнауы бик еңел ине. Конкурста "Сыңрау торна" көйөн башҡарғайныҡ. Моңға һалынған драматик тойғоларҙы, афәт яңғырашын, яу-ут тауышын тотоп алғандар, ахыры, сығышыбыҙҙан һуң: "Һеҙ башҡарған көйҙә агрессив энергетика ишетелә, әммә шул энергетика аша беҙ Аллаһы Тәғәлә кешене бар иткән заманға, ир-аттың ысын мәғәнәһендә һунарсы, яугир булған дәүергә ҡайттыҡ. Музыкағыҙ менән боронғолоҡто тойорға мөмкинлек бирәһегеҙ", - тинеләр. Тимәк, ҡурай кешелә иң тәрән тойғоларҙы уятыу көсөнә эйә. Конкурста тап музыкаль тауыштың кешегә физик яҡтан тәьҫире баһалау критерийҙарының береһе булып торҙо. Шул йәһәттән иң күп балл йыйҙыҡ...

Диндә милләт тә бар!

Салауат ХӘМИҘУЛЛИН, тарихсы, тележурналист: Кемдәрҙер, диндә милләт юҡ, тип тылҡырға ярата. Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе бер-береһен танып белһен өсөн төрлө халыҡ итеп яралтыуы хаҡында белдерелә. Тимәк, кешеләрҙең милли принцип буйынса бүленеше Ҡөрьән тарафынан тыйылмай, рөхсәт ителә. Беҙгә Аллаһы Тәғәлә ошо ерҙе биргән һәм беҙ үҙ тыуған еребеҙҙә йәшәйбеҙ. Әгәр ҙә беҙ башкорт булыуҙан туҡтаһаҡ, был ер ҙә Башҡортостан тип аталмаясаҡ. Тимәк, беҙгә Аллаһы Тәғәлә был ерҙе башҡортлоҡ асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу шарты менән биргән, шуға күрә үҙ асылыбыҙҙы һаҡлай алмауыбыҙ Хаҡ Тәғәлә алдында хыянатҡа тиңләнәсәк. Бына ошо хәҡиҡәтте аңлар өсөн булһа ла беҙгә ислам дине кәрәк. Ислам этник һыҙатты тыймай, уны юҡҡа сығармай. Мин әгәр ҙә батыр ҡартаталарым була тороп, үҙ милләтемдән баш тартам икән, мин бит иң беренсе нәүбәттә уларҙы һатам булып сыға. Улар башҡорт идеалдары өсөн көрәшкән. Ул идеалдар ябай ғына: бына был ер беҙҙеке һәм беҙ уны башҡа берәүгә лә бирмәйәсәкбеҙ. Әгәр ҙә ислам диненә килгән башҡорт үҙ милләтенән ситләшә икән, ул наҙан, үҙ тарихын белмәүсе, атай-олатайҙарынан баш тартыусы кеше. Быға мин башҡа төрлө аңлатма бирә алмайым...

Урал ВИЛДАНОВ, философия фәндәре докторы, профессор: Кеше, шәхес проблемаһы, уның эске донъяһы өлкәһендә оҙаҡ йылдар шөғөлләнгәндән һуң шундай һығымтаға килдем: тышҡы мөхит кешегә бик аҙ йоғонто яһай. Нигеҙҙә барыһы ла эске донъянан тора. Иң мөһиме, үҙ аңыңды үҙгәртеү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Кеше һәр эшен, ҡылығын аңлы рәүештә башҡарырға, үҙен һәр саҡ ситтән күҙәтергә өйрәнергә тейеш. Үҙеңә ситтән ҡарай белһәң, ярһыулыҡ, нәфрәт тойғолары шунда уҡ юҡҡа сыға. Аңды үҙгәртеү алымдары бер нисә мең йыл элек билдәле булған. Әйтәйек, буддизмда ул - медитация алымы. Исламда - тәриҡәт, зекер әйтеү, "лә илләһә иллаллаһ" тип ҡабатлау. Мосолман илдәре шәриғәт ҡануны менән йәшәй. Әммә шәриғәт - белемдең тәүге баҫҡысы ғына, дин тураһында өҫтән, һай ғына йөрөтөлгән фекер, икенсе төрлө әйткәндә, һуҡырҙарса табыныу, һуҡыр иман. Бына шуға көнсығыш илдәрҙә һуғыштар тынмай. Икенсе баҫҡысҡа, тәриҡәткә баҫҡан кеше, йәғни суфыйсылыҡ юлында булыусы бер ҡасан да ҡулына ҡорал алмай. Тәриҡәтте үҙләштерәһең икән, аңың үҙгәрә башлай, яҡтыра. Өсөнсө баҫҡыс - мәғрифәт. Бында инде аң киңәйеү һөҙөмтәһендә юғары кимәлдәге белем үҙләштерелә. Ниһайәт, дүртенсе баҫҡыс - хәҡиҡәт, йәғни хаҡ белемгә эйә булыу. Бөтә баҫҡыстарҙы үткән суфый Хоҙай менән бер бөтөн булыуға өлгәшә. Бөгөн дин аяҡҡа баҫа, тибеҙ. Әммә асылда шәриғәт ҡанундарына бикләнеү генә бара. Төрлө дини йолалар ғына атҡарыу әле Аллаға яҡынайыуҙы аңлатмай. Аллаһы Тәғәләгә һуҡырҙарса табынырға түгел, ә Алланы күңелеңә индерергә кәрәк.

Менталитетыбыҙ шундай, әммә...

Зилә РӘХМӘТУЛЛИНА, философия фәндәре кандидаты: Милләттең яҙмышы уның менталитетына бәйле. Аҫыл сифаттарыбыҙ күп беҙҙең. Һуғыш ҡупҡанда, экстремаль хәлдәр тыуғанда батырлыҡ ҡалҡып сыға, ҡурҡыу тойғоһо юғала. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә тыйнаҡлыҡ сифаты ла бик көслө. Боронғо халыҡ булараҡ, беҙ абсолют категорияларҙан сығып, йыһан киңлегендә фекер йөрөтөп эш итәбеҙ. Шуға күрә тормош ығы-зығыһы, аҡса эшләү беҙгә мәғәнәһеҙ шөғөл кеүек тойола. Бөгөнгө типик башҡортҡа интроверт булыу хас, йәғни күбебеҙ үҙ күңел донъяһында йомолоп йәшәй. Беҙҙә һаман да коллективлыҡ сифаты көслө. Йәғни, бөтәһе лә бер тигеҙ йәшәргә тейеш, тигән фекерҙәбеҙ. Бына ни өсөн уңышҡа өлгәшкән милләттәшебеҙҙе яратып еткермәйбеҙ, үҙебеҙгә тиң ҡан-ҡәрҙәшкә генә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ, һине уҙып китә алырлыҡ булһа, ярҙам итеүҙән баш тартабыҙ. Әлбиттә, менталитетты үҙгәртеүе бик ҡыйын, әммә беҙ мотивтарыбыҙҙы үҙгәртә алабыҙ. Шул ваҡытта эш-ҡылыҡтарыбыҙ ҙа үҙенән-үҙе үҙгәрәсәк. Әгәр ҙә, мәҫәлән, еребеҙгә хужа булып ҡараһаҡ, үҙебеҙҙе хужаларса тотасаҡбыҙ ҙа. Халҡыбыҙға ярҙам итәбеҙ тиһәк, телевидение, башҡа матбуғат саралары аша алдынғы, заманса башҡорт образын тыуҙырып, шул образды пропагандаларға кәрәк.

Эльбрус НИҒМӘТУЛЛИН, Рәсәйҙең көслө атлеттары федерацияһының вице-президенты: Беренсе Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында, башҡортса таҙа һөйләшкән, ҡурайҙа уйнай белгән кеше генә башҡорт тип иҫәпләнә, тигәйнеләр. Шунда ирекһеҙҙән, бәй, беҙ бит башҡорт түгел, тип уйлап ҡуйҙым, сөнки унда тәҡдим ителгән башҡортлоҡто белдереүсе ете пункттың өсәү-дүртәүһе генә беҙгә тура килә, етмәһә, өлкәлә тел өйрәнеү менән проблемалар бар ине. Ул күҙлектән ҡараһаң, Силәбелә башҡорттар бөтөнләй юҡ кеүек. Һуңғы ҡоролтайҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов сәхнәнән, кем үҙен башҡорт тип иҫәпләй - шул башҡорт, тигәс, күңелгә рәхәт булып китте. Тимәк, егерме йыл эсендә беҙ шуны аңлау хәленә еткәнбеҙ, күпмелер ваҡыт үтеү менән хәл тағы ла яҡшырасаҡ, тип ышанам. Ғөмүмән, милләтте дөрөҫ булған һәм дөрөҫ булмаған милләткә бүлгеләү бер ҡасан да яҡшыға алып килмәй. Әгәр кеше башҡорт булып та уны башҡалар башҡорт итеп танымай икән, ул тәбиғи рәүештә кемгәлер ҡушылырға мәжбүр була. Беҙ һәр ваҡыт терәлер өсөн көслө иң эҙләйбеҙ. Кешенең тәбиғәте шулай - ул көслө кеше менән бергә булырға ынтыла. Шуға ла тағы берҙе ҡабатларға мәжбүр булам - милләттәштәребеҙ араһында бар йәһәттән дә көслө, улар менән маҡтанырлыҡ, ғорурланырлыҡ шәхестәр булырға тейеш. Ул сағында башҡорт булмағандар ҙа, мин башҡорт, тип әйтәсәк.

Клара ХӘМИҘУЛЛИНА, Дәүләкән районы Мәкәш ауылы ағинәйе: Милләт - Хоҙай ниғмәте. Милләтте Ул кешелеккә бүләк иткән. Башҡорт кешеһенә башҡорт мөхитендә йәшәүе рәхәт, татарға - татар, урыҫҡа урыҫ мөхитендә рәхәт. Бындай бәйләнеш ҡайҙа ята һуң? Аңдамы? Ҡандамы? Ҡәлебтәме? Күңелдәме? Рухтамы? Хоҙай Тәғәлә булдырған был бәйләнеште. Мин һәр ваҡыт үҙебеҙҙең телдә аралашҡан милләттәштәремә ынтылам. Улар менән аралашыуы миңә шулай уҡ рәхәтлек бирә. Мил-ләттәшемә диндәшемә тартылғандай тартылғас, милләтте лә Хоҙай барлыҡҡа килтергән. Беҙҙең милләт - Рәсәйҙең ҡәлебендә ултырған һайланмыш милләт ул. Быны беҙ, башҡорт рухлы булғандар, бик яҡшы аңлайбыҙ, шул уҡ ваҡытта ни өсөн шулай икәнлеген аңлата ғына алмайбыҙ. Юҡҡа ғына Арҡайым беҙҙә урынлашмаған, "Урал батыр" эпосы ла юҡҡа ғына беҙҙең ерлектә тыумаған. Мин был донъянан киткәндә лә "Урал батыр" эпосы беҙҙең милләт тураһында яҙылған" тигән инаныу менән китәсәкмен. "Ҡөрьән" бынан мең йыл элек "Урал батыр" эпосынан күпкә һуң яҙылған. Тимәк, кешелек дәүерендә булған ваҡиғалар төрлө сүрәттәрҙә ҡабатланып тора. "Урал батыр" эпосы халҡыбыҙҙың "Ҡөрьән"е кеүек. Беҙ әле шундай бөйөк ҡомартҡыбыҙҙың ниндәй оло хазинабыҙ икәнен аңлап ҡына бөтмәйбеҙ. Уға әкиәт тип кенә ҡарайбыҙ. Юҡҡа ғына юрматылар шәжәрәһендә тәүге кешенең башҡорт булыуы хаҡында әйтелмәйҙер ул: "Әҙәм ғәләйәссәләм мотлаҡ башҡорт булғандыр. Шул тиклем изге кеше ни өсөн башҡорт булмаһын ул?" - тип әйтелә. Минеңсә, башҡортлоҡ тап шунан килә. Башҡортлоҡ милләт кенә түгел, тигәнде аңлата булыр был һүҙҙәр.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.15 | Ҡаралған: 1386

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru