«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨБӨҘҘӨ ҠЫМЫҘСЫЛЫҠ ҮҘӘГЕ ИТЕРГӘ ХЫЯЛЛАНАМ
+  - 

Эшҡыуарҙар күп бөгөн. Улар араһында бигерәк тә йәштәрҙең йылдан-йыл артыуы ҡыуандыра. Төрлө өлкәлә үҙен тапҡан егет һәм ҡыҙҙар был ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс та, хәүефле лә шөғөлөнән илһам алып, килем туплап, матур тормошта йәшәргә ынтыла. Ләкин уларҙың бик һирәктәре генә үҙ ерлегенең асылын аңлап, тыуған яғының айырылғыһыҙ өлөшө булған тармаҡты күтәреүгә көс һала. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ҡымыҙҙы киң ҡулланылышҡа индереү өсөн тырышҡан йәштәребеҙҙең береһе - Вадим ЙОМАБАЕВ.

Ҡымыҙ менән бәйле эшҡыуарлыҡҡа тотонорға нимә этәрҙе?

- Баш ҡалала ҡымыҙ һатыу тураһындағы уй ҡапыл ғына башыма килде. Шулай бер баш ҡала урамы буйлап китеп барғанда һәр мөйөштә тиерлек кеүәҫ һатыуҙарына, магазин, киоск кәштәләре төрлө һут менән тулы булыуына иғтибар иттем. Әллә ниндәй төр маркалы, ете диңгеҙ аръяғында эшләнгән эсемлектәр араһында тик Башҡортостанды кәүҙәләндереүсе, беҙҙең республикаға ғына хас үҙенсәлекле эсемлектең булмауы күҙгә ташланды. Оҙаҡҡа һуҙмайынса, Өфө халҡын, ҡала ҡунаҡтарын сифатлы ҡымыҙ менән тәьмин итеү ниәтен тормошҡа ашырыу яйын эҙләй башланым. Тәүҙә баш ҡала урамында ҡымыҙ ғына һатылған берәй урын асыуҙы юллап йөрөп ҡараным. Ләкин сатырҙы урынлаштырыу мәсьәләһен оҙаҡ хәл итеп булмағас, быйылға берәмләп һатыу нөктәләре генә ойошторорға ҡарар иттем. Ҡымыҙҙы үҙемдең тыуған районымда - Учалыла урынлашҡан һәм оҙаҡ йылдар ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнгән "Байрамғол" агрофермаһынан алып килдем. Был хужалыҡта йәйге миҙгелдә 300-ләп бейә һауылып ҡымыҙ етештерелә. Ләкин һәр хужалыҡтағы кеүек үк, тауарҙы һатыу йәһәтенән хәл итәһе мәсьәләләр бар. Шуға күрә минең Өфөгә ҡымыҙ алып барыу уйымды агроферма етәкселеге ҡуш ҡуллап күтәреп алды. Май аҙағынан октябрь баштарына тиклем 11 тоннанан ашыу ҡымыҙ һаттым.

Башланғысыңдың уңышлы булыуы һиндә был эшмәкәрлеккә ҡарата ниндәй фекерҙәр тыуҙырҙы?

- Һатып алыусылар тарафынан ҡымыҙға булған һорауҙың ни тиклем ҙур булыуын күреү икенсе йылда ошо йүнәлештәге эшмәкәрлегемде әүҙемләштерергә этәргес булды. Алдағы йылда баш ҡаланың тағы бер нисә урынында өҫтәмә ҡымыҙ һатыу нөктәләре булдырырға ниәт итәм. Шулай уҡ быйыл тормошҡа ашмаған ниәтемде - махсус сатыр ҡуйып ҡымыҙ тәҡдим итеүҙе лә юлға һалырға иҫәп тотам. Ә ҡайһы берәүҙәрҙең Өфө тирәһендәге райондарҙы ла ҡымыҙ менән тәьмин итеү тәҡдимен әлегә йөпләмәйем. Күп урынға өлгөрөргә тырышып, эштең йәмен ебәргәнсе, уны бер нисә генә урында, ләкин сифатлы итеп башҡарыу мөһим. Урын-еренә еткереп, бар яҡтан да уйлап эш иткәндә генә һатып алыусыларҙың күплеген тәьмин итергә була.
Киләһе миҙгелдә алдымда торған тәү бурыстарҙың береһе - ҡымыҙҙы пластик һауыттарҙан "ҡотҡарыу", сөнки ундай һауытта ҡымыҙҙың тәме китә. Шулай уҡ пластик һауыт эсемлектең сифатына ла йоғонто яһамай ҡалмайҙыр, тип уйлайым. Ә быяла һауыттарға ҡойолған ҡымыҙ алыҫ юлда шартларға мөмкин. Быяла һауыттағы ҡымыҙҙың тағы бер кәмселеге - ҡапҡасын асҡанда эсемлектең яртыһы тиерлек түгелеү ихтималлығы. Иң хуш еҫле ҡымыҙ, әлбиттә, ағас мискәнең үҙенән тура ҡойолғаны. Шуға күрә ҡымыҙҙы бер ҡайҙа ла бушатмайынса, батмандың үҙендә алып килеү мәсьәләһен ыңғай хәл итергә тырышасаҡмын. Тағы ла һауыттар күләмен дә төрләндереү тураһында фекерҙәр бар.

Ҡымыҙ яратыусылар тураһында нимә әйтерһең?

- Ҡымыҙ һатып алыусылар араһында төрлө милләт, төрлө республика һәм хатта сит ил вәкилдәре булды. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренә нәҡ бөгөн генә бешелгән ҡымыҙ кәрәк булһа, икенселәр, киреһенсә, ике-өс көнлөк ҡымыҙҙы хушһына. Ҡымыҙҙың хаҡына ҡарата ла (1,5 литрлыҡ һауыт 210 һум) төрлө фекерҙәр яңғыраны. Хаҡлы ялда булыусылар ҡуйылған хаҡты үтә лә ҡиммәт, тип белдерһә, эшҡыуарҙар, мәҫәлән, осһоҙлатыуыма баҫым яһаны. Ҡул көсө менән әҙерләнгән, алыҫтан алып киленгән, юл, ҡуртым сығымдары һалынған хаҡты, теләгән хәлдә лә, төшөрөп булмай, сөнки ул саҡта мин үҙемә зыянға эшләйәсәкмен. Күптәр ҡымыҙҙы онтаҡтан (порошоктан) эшләнә икән, тип тә хаталана. Уларға ла бейә һөтөн онтаҡҡа әйләндереүсе аппарат тик "Йоматау" шифаханаһында ғына булыуын һәм, ғәҙәттә, онтаҡтан ҡымыҙҙы ҡыш миҙгелендә генә эшләүҙәре тураһында һөйләргә тура килде. Ул да шул уҡ ҡымыҙ, ләкин уның тәме яңы ғына һауылған бейә һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙҙан ныҡ айырыла.
Күрше төбәктән Өфөгә ҡунаҡҡа килеүсе һәм ҡымыҙҙың ысын фанатына әйләнеүселәрҙе лә осратырға тура килде. Улар көн һайын килеп, бер нисә һауыт ҡымыҙ алып китер ине. Белдереүҙәренсә, уларҙа ла ҡымыҙ етештерәләр, ләкин Башҡортостандағы кеүек киң масштабта түгел һәм, иң мөһиме, тәме һәм сифаты яғынан күпкә ҡалыша икән. Был һүҙҙәр миндә тик беҙҙә генә ҡымыҙҙың бар нескәлектәрен белеп, урын-еренә еткереп эшләйҙәрҙер, тигән уйҙар тыуҙырҙы. Унан һуң, башҡорт ҡымыҙының сифатында беҙҙең тәбиғәтебеҙ үҙе, унда үҫкән үләндәр ҙә ҙур роль уйнай икәнен беләм.
Һатыу итеү барышында күңелде иң әрнеткәне - ата-бабалары ҡымыҙ тураһында хәбәрҙар булып та, йөҙҙәренән ошо мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө икәнлектәре күренеп торған йәштәрҙең ҡымыҙҙы мыҫҡыллауы, көлөүе. Бына ҡайҙа сағыла ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ тарихын белмәүе, булмышынан ситләшеүе. Үҙемдең эшмәкәрлегем менән ошондай кире стереотиптарҙы юҡҡа сығара алһам, күпкә өлгәштем, тип әйтергә мөмкин буласаҡ.

Бөгөн магазиндарҙа ла ҡымыҙға ҡытлыҡ юҡ шикелле...

- Ҡымыҙ күпселек төрки халыҡтары араһында киң таралған эсемлек. Ләкин ҡайһы берәүҙәр бейә һөтөнән генә түгел, ә һыйыр, кәзә һөтөнән эшләнгән һәм әсе тәме булған эсемлекте лә ҡымыҙ тиҙәр. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Ҡымыҙ тип тик бейә һөтөнән бөтә ҡатмарлы процесты урын-еренә еткереп башҡарыуҙан барлыҡҡа килгән эсемлекте генә атарға мөмкин. Ә ҡалғандарының тышында мотлаҡ рәүештә "ҡымыҙ эсемлеге" тигән яҙыу булырға тейеш.
Магазин кәштәләрендә осраған ҡымыҙ күпселек осраҡта бейә һөтө әсеткеһе ҡулланып, һыйыр һөтөнән эшләнгән эсемлек. Бындай эсемлектәр кешелә ысын ҡымыҙҙың тәме тураһындағы төшөнсәне боҙа. Шуға күрә мин тәҡдим иткән ҡымыҙҙы һатып алыусылар араһында ҡайһы берәүҙәрҙең тәмен оҡшатмағандары ла осраны. Ләкин традицион ысул менән эшләнгән ҡымыҙҙың ниндәй булырға тейешлеген аңлатып биргәндән һуң, башҡаса ризаһыҙлыҡ белдермәйҙәр.
Әйткәндәй, ҡышҡыһын да бейә һөтөнән ҡымыҙ эшләргә була, ләкин йәйге кеүек уның күләме күп булмаясаҡ. Үҫеп ултырған һутлы үлән ашаған бейә һөтөнән бешелгән ҡымыҙ кипкән бесән ашап тороусы мал һөтөнән эшләнгәненән сифат яғынан да күпкә юғарыраҡ. Ҡышҡыһын ҡымыҙ эшләү ҡолондарҙы әсә һөтөнән мәхрүм итеүе менән дә насар. Шулай уҡ һыуыҡ миҙгелдә эсемлектәргә ихтыяж ҡырҡа кәмей - был да ҡышын ҡымыҙ әҙерләүҙе туҡтатыу өсөн дәлил.

Ҡымыҙға бәйле тағы ла ниндәй уй-фекерҙәрең бар?

- Башҡортостан элек-электән ҡымыҙы менән дан тотҡан. Уҙған быуаттарҙа беҙҙең төбәккә ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн махсус килеүсе билдәле шәхестәрҙең бихисап булыуы ла быға асыҡ миҫал. Уларҙың һәр береһе тиерлек үҙ әҫәрендә, һүрәтендә һәм башҡа рәүешле Башҡортостанға, уның тәбиғәтенә һәм халҡына, аш-һыуына булған һоҡланыуын сағылдырған. Улар араһында ҡымыҙға, уның шифаһына һәм файҙаһына бағышланған маҡтау һүҙҙәрен дә йыш уҡырға һәм күрергә була. Ләкин XIX быуат баштарынан төбәктә ҡымыҙсылыҡҡа ҡарата иғтибар кәмегән, күпләп бейә тотоусылар әҙәйгән. Ә ҡымыҙ менән дауалаусы махсус учреждениелар бөтөнләй юғалған тиерлек.
Бөгөнгө көндә был өлкәлә һиҙелерлек йәнлелек тойола. Республикала, айырыуса Урал аръяғы райондарында ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл арта, ҡымыҙҙы үҙ итеүселәр ҙә күбәйә. Был Башҡортостандың ҡымыҙ иле тигән данын кире ҡайтарыуға мотлаҡ булышлыҡ итәсәк. Уны башҡорт ҡурайы, башҡорт балы кеүек үк донъя кимәлендәге брендҡа әйләндереү буйынса маҡсатлы, көсөргәнешле эшләү мөһим. Республикала хәҙер туризмды үҫтереүгә күп көс түгелә. Туристик маршруттарҙа ҡымыҙ тәҡдим иткән урындарҙы күпләп ойоштороу файҙаға ғына буласаҡ. Урындағы фермерҙар ҙа ҡымыҙын һатып ҡаласаҡ, туристар ҙа Башҡортостандың бер үҙенсәлегенә шаһит буласаҡ.

Республикала тағы ниндәй төр эшҡыуарлыҡ актуаль булыр ине, тип уйлайһың?

- Ҡымыҙҙы ғына түгел, ә үҙебеҙҙең башҡа милли ризыҡтарҙы ла күтәреү йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлек алып барырға кәрәк. Мәҫәлән, Ҡаҙағстанда ҡорот бик популяр. Бәләкәй генә кибеттә лә, ҙур магазинда ла уның әллә нисә төрөн табырға була. Ә беҙҙә ысын ауыл ҡоротон һатып алыу ауырға төшә, сөнки бының менән шөғөлләнгән үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар юҡ кимәлендә. Бер нисә кешенең генә эш араһында ошо эшмәкәрлеккә иғтибар бүлеүе уны масштаблы итә алмай. Шулай уҡ халыҡтан һөт, ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, йомортҡа һәм башҡа ауыл аҙыҡ-түлеген күмәртәләп һатып алып, ҡала халҡына тәҡдим итеүселәр ҙә уңышҡа өлгәшәсәк. Бөгөн ауыл халҡы булған тауарын нисек һата? Һөт-майын ҙур-ҙур сумкаларға тултырып, автобустарҙа ҡалаға алып бара, көнө буйы ундағы баҙарҙа ултырып, кискә генә арманһыҙ булып ҡайтып инә. Әгәр ҙә һөт-ҡаймаҡ һатыусылар күп булһа, кире алып ҡайтмаҫ өсөн хаҡын төшөрөргә, әсеп әрәм булмаһын, тип, осһоҙға ғына биреп ебәрергә лә мәжбүр була. Ә йәй буйы ҡарап үҫтергән малының итен һатыу өсөн күпме интегә? Шуға күрә тауарҙарын ауылға килеп алыусы табылһа, барыһы ла ҡуш ҡуллап риза буласаҡ, тип уйлайым. Тәү ҡарашҡа мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы күренһә лә, бер тапҡыр юлға һалып алғанда, ауыл халҡына ла, эшҡыуарға ла файҙалы һәм килемле эш булыр ине.

Шулай итеп...
Өфөбөҙҙө ҡымыҙсылыҡ үҙәге итергә хыялланам, тине Вадим әңгәмә барышында. "Егет һүҙе бер булыр", тигән халыҡ. Тырыш һәм маҡсатлы егеттең үҙ ниәтен тормошҡа ашырып, республикабыҙҙың баш ҡалаһын ошо сихәтле эсемлек үҙәге итеренә бөтә көсөн һәм булдыҡлығын һалыуына шикләнмәйбеҙ. Уға юлдарының уң, башҡарған эштәренең ырамлы булыуын теләргә генә ҡала.

Гөлназ САФУАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.11.15 | Ҡаралған: 1349

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru