«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨП ТӘНҠИТСЕМ - МИН ҮҘЕМ...
+  - 

Билдәле бер бейеүсе "Бейеү - поэма, ә ундағы һәр хәрәкәт - һүҙ", тигән. Эйе, бейеү - башҡарыусының ғына түгел, ә тамашасының да иң төпкөл кисерештәрен көсәйтергә һәләтле матур һәм ҡабатланмаҫ ижад. Үҙенә әллә күпме тойғолар һыйҙырған бbейеү сәнғәте менән барыһы ла таныш, ләкин айырым кешеләр генә уның сихри асылы, гүзәллеге менән яҡындан аралаша. Шундай бәхетлеләрҙең береһе - Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА.

Йәшәйеште маҡсатлы, мәғәнәле һәм кәрәкле итеүсе мөһим аспекттарҙың береһе - һөнәр. Һинеңсә, кеше һөнәрҙе һайлаймы, әллә яҙмыштың еңел "ҡулы" менән һөнәр кешене үҙенең ҡармағына "эләктерәме"?

- Берәүҙәр ғүмерлек һөнәрен үҙе һайлай һәм оло тормош юлын уның менән бергә "үтә". Ә кемделер, киреһенсә, теге йәки был һөнәр үҙе килеп таба һәм башкөллө үҙенә бойһондора. Мин үҙемде нәҡ икенселәр рәтенә индерәм. Тыуған еремдә - Бөрйән районы Байназар ауылында - сәнғәткә ғашиҡ, йыр-моңға маһир кешеләр йәшәй. Тыуған тупраҡтың ижади мөхите минең күңелемдә лә бала саҡтан сәнғәткә һөйөү уятты, йыр тигән илаһи донъяға әйҙәне. Үҙемде белгәндән бирле гел йырлап йөрөүем хәтерҙә. Һәм күңелемдә лә гел генә киләсәгемде йыр сәнғәте менән бәйләү теләге йәшәне, ә апайым иһә бейеү тип янды. Ләкин яҙмыштың үҙ ҡануны, үҙ ҡағиҙәһе - апайым менән беҙҙең хыялдар алмашынып тормошҡа ашты һәм ул - йырсы, ә мин бейеүсе булып киттем. Шуға күрә һөнәрем мине үҙе һайлап алды, тип ысын мәғәнәһендә әйтә алам.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле күп бейеүселәр өсөн буй етмәҫлек хыял булып тора...

- Бар донъяға билдәле ансамблдең бер ағзаһы булыу бәхете тейеүенә бик шатмын. Ансамблгә урау-урау юлдар аша килмәнем. Тәҡдирем шул булғандыр инде - Учалы музыка училищеһында уҡып йөрөгәндә үк ансамблгә эшкә саҡырҙылар. Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманым һәм ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, Өфөлә эш башланым.
Билдәле бейеүселәр, танылған сәхнә оҫталары менән бергә эш башлау, бер яҡтан, оло мәртәбә булһа, икенсе яҡтан, иңемә ҙур яуаплылыҡ һалды. Тәүге ваҡыттарҙа бик ҡыйынға тура килде, илаған саҡтарым да йыш булды, хатта бөтәһенә лә ҡул һелтәп, ҡайтып китергәме икән әллә, тигән уйҙар ҙа тыуҙы. Ләкин күңелем менән оло сәхнәне яулап алыу, уның бер өлөшө булып китеү еңелдән түгел икәнен аңлай инем, шуға күрә, тешемде ҡыҫып, үҙ өҫтөмдә эшләнем, оҫталығымды камиллаштырҙым. Ауыр ваҡыттарҙа әсәйемә, уның аҡыллы кәңәштәренә, йылы һүҙҙәренә таяндым.
Ансамбль составында беренсе тапҡыр тамашасы алдына "Гөлнәзирә" башҡорт халыҡ бейеүе менән сыҡтым. Халҡыбыҙҙың мәшһүр, ҡабатланмаҫ бейеүе, берҙән, үҙенең ябайлығы менән арбаһа, икенсенән, ҙур көс, оҫталыҡ, һәләт талап иткән ауыр ижади бейеү. Уның коллектив бейеү булыуы яуаплылыҡты кәметмәй, ә номерҙа ҡатнашҡан һәр бейеүсенән йыйнаҡлыҡ, етди ҡараш һәм оҫталыҡ талап итә. Шуға күрә, ҙур тулҡынланыу менән көтөп алдым беренсе сығышымды. Ҡурҡҡан эш хәйерле була, тигәндәй, барыһы ла шыма үтте, сығышымдан үҙем дә, ансамбль етәкселеге лә ҡәнәғәт ҡалды. Беренсе уңышым миңә ышаныс өҫтәне, дәртләндерҙе, үҙемде ансамблдең айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп тойорға мөмкинлек бирҙе. Сәхнәләге конкурентлыҡ тураһында күп һөйләйҙәр, күп миҫалдар килтерәләр. Ләкин мин хеҙмәттәштәр араһында килеп сығып торған ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡты конкурентлыҡҡа һылтамаҫ инем. Уйлап ҡараһаң, конкурентлыҡ ижадта, сәхнәләгә генә күҙәтелмәй, ул төрлө һөнәр кешеләре араһында ла булыуы мөмкин. Сәхнәлә генә түгел, ә ғөмүмән, тормошта төп конкурент - ул үҙең, үҙеңдең ҡурҡыуың, ялҡаулығың, ғәмһеҙлегең. Ошоларҙы еңеп сыҡһаң, барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Нимә ул һинең өсөн бейеү? Образ өҫтөндә эшләгәндә нимәгә иғтибарыңды күберәк йүнәлтәһең?

- Донъялағы иң юғары ижад өлгөһөнөң береһе булған бейеү кешенең эске донъяһын сағылдырыусы, хис-тойғоларҙы тотоп тороусы йүгәнде ысҡындырыу мөмкинлеге бүләк итеүсе, матурлыҡ иленә юл асыусы, хәрәкәттең ни тиклем нәзәкәтле булыуын күрһәтеүсе сәнғәт. Йәшәйешем ошондай гүзәллек менән тығыҙ бәйле булыуына һәм бейеү сәнғәтендә үҙ урынымды табыуыма шатмын.
Кемдер йөрәгендәге тойғоларҙы һүрәт аша күрһәтә, икенселәр уны йырға һала, ә минең күңел даръям бейеү аша асыла. Эске донъяң менән сәхнәләге образың бер-береһен тулыландырып килгәндә, бер-береһен яҡшы "аңлап" эш иткәндә генә һәләтле бейеүселәр рәтендә үҙ урыныңды табырға мөмкин. Ләкин был мөһим хәҡиҡәтте аңлау өсөн ваҡыт үтеүе кәрәк, бер бейеүсе лә кемдеңдер талабы йәки өйрәтеүе буйынса ғына яҡшыраҡ, оҫтараҡ бейей башламай. Бейеүсе быға үҙе килергә тейеш. Тик шул саҡта ғына уның таланты яңы балҡыштар менән һуғарылып, образдары тулыланып, асылып, байып, тамашасыға барып етәсәк. Шул уҡ ваҡытта бейеүсенең һәр хәрәкәте теүәл, шыма, техник яҡтан камил булырға тейеш.
Һәр бейеүсенең ниндәйҙер кимәлдә актер булыуы мөһимдер, тип уйлайым. Ләкин артыҡ "уйнарға" ла ярамай, сөнки был яһалмалыҡҡа килтерә һәм бейеүҙең йәмен ебәрә. Коллектив бейеүҙә һәр кем үҙе образ тыуҙырырға тырышырға түгел, минеңсә, ә тотош коллектив менән дөйөм образды булдырыу өҫтөндә эшләргә тейеш. Яңғыҙ бейеүҙәрҙә генә образ өсөн бөтә яуаплылыҡ бер кеше өҫтөнә төшә һәм уны лайыҡлы башҡарыу бейеүсенән бөтә һәләтен, тырышлығын һалыуҙы талап итә. Быларҙың барыһына ла өлгәшеү өсөн тәбиғәт тарафынан бүләк ителгән талант ҡына етмәй. Уға өҫтәп үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләү, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, оҫталыҡты камиллаштырыуға ынтылыш кеүек сифаттарҙы ла яҡын дуҫың итергә кәрәк.
Бейеүҙең уңышлы булыуында шулай уҡ музыка, костюмдар, сәхнә биҙәлеше лә мөһим роль уйнай. Улар бейеүсенең һәләте, хәрәкәттәрҙең камиллығы менән бергә үрелеп килгәндә генә матур, күркәм сәхнә байрамы тыуҙырырға мөмкин.

Тәнҡит, маҡтау һүҙҙәре тураһында һөйләшеп алайыҡ әле... Һинеңсә, ижад кешеһенә күберәк тәнҡитме, әллә маҡтау һүҙҙәре яуырға тейешме?

- Ижади яҡтан үҫеү өсөн кемгәлер шелтәләү, ҡатылыҡ кәрәк булһа, икенселәргә тик маҡтау һүҙҙәре һәм йомшаҡ мөғәмәлә генә ярҙам итә. Миңә ике мөнәсәбәт тә берҙәй файҙалы. Әрләйҙәр икән, мин тағы ла нығыраҡ сәмләнеп бейейем, үҙем өҫтөндә күберәк эшләйем, репетициялар ваҡытында бөтә тырышлығымды һалам, ғөмүмән, ҡатылыҡ менән мине һындырырлыҡ түгел. Әгәр ҙә маҡтап ебәрһәләр, дәртләнеберәк баҫам, ҡанатланып бейейем, ләкин йүгәнде бушатмайым, эшемә ҡарата һүлпәнлек булдырмайым. Шелтәләү, тәнҡит һүҙҙәре миңә бер төрлө тәжрибә бирһә, маҡтап өндәшеүҙәре икенсе яҡтан ҙур тәжрибә өҫтәй.
Ләкин ижадымдың төп тәнҡитсеһе - мин үҙем. Сығыштарымдың һәр береһен ҡаты тәнҡит күҙлеге аша үткәрәм, оҡшамаған урыны булһа, уның өҫтөндә эшләйем һәм икенсе тапҡыр бейегәндә ул хатаны ебәрмәйем. Яҡындарым минең ижадымды һәр ваҡыт хуплап, маҡтап, миңә "перәник" кенә тоттороп торһа, үҙем ҡамсыны ҡулдан ысҡындырмайым. Шулай ҙа кеше һәр ваҡыт үҙенең эшенән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерә алмай, үҙеңдең уңыштарыңды күрә һәм баһалай белергә лә кәрәк. Ғөмүмән, сәнғәт, ижад өлкәһендә эшләүселәрҙе тәнҡит тә, маҡтау ҙа урап үтмәҫкә тейештер, сөнки беренсеһе мин-минлелек тойғоһонан ҡотҡара, икенсеһе ышаныс өҫтәй.

Гастролдәр бейеүсегә нимә бирә? Үҙебеҙҙәге һәм башҡа яҡтарҙағы тамашасыны нисек баһалар инең?

- Гастролдәр - бейеүсе тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Ситтә сығыш яһау уны ижади яҡтан байыта, яңы тәьҫораттар, хис-тойғолар, кисерештәр бүләк итә. Шулай уҡ ижадсыға икенсе төбәктәге, илдәге залдың уны нисек ҡабул итеүен күреү ҙә мөһим, сөнки был бейеүҙе башҡарыуҙағы бертөрлөлөктән арындыра, үҙеңә икенсе күҙлектән сығып ҡарау мөмкинлеге бирә.
Күп илдәрҙә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә сығыш яһарға тура килә. Башҡортостан, Рәсәй тамашасыһы үҙенең мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, ижади мираҫына һаҡсыл ҡарашы, һөйөүе менән күңелдәрҙе арбай. Сит илдә иһә беҙ, тәү сиратта, икенсе илдең мәҙәниәтен кәүҙәләндереүсе булып торабыҙ. Репертуарыбыҙҙа төрлө халыҡтың бейеүе булһа ла, сит илдәрҙә башҡорт, урыҫ бейеүҙәренә иғтибар күберәк төшә.
Бейеү кино, театр сәнғәтенән айырмалы рәүештә, һүҙ менән оҙатылмай, ниндәйҙер өҫтәмә махсус әйберҙәр менән тулыланмай. Тамашасыға беҙ тик бейеүсенең хис-тойғолары менән һуғарылған һәм музыкаға "төрөлгән" хәрәкәттәр генә тәҡдим итәбеҙ. Шуға күрә уны аңлау өсөн ниндәйҙер кимәлдә әҙерлекле, рухи яҡтан бай тамашасы булырға кәрәктер, тип уйлайым. Ҡайһы бер сығыштар ваҡытында шундай тамашасыға юлығаһың - ул сығышты иғтибар менән ҡарай кеүек, әммә иң мөһимен күрмәй, тоймай. Шулай уҡ залда ғәмһеҙ, битараф тамашасының да булыуы мөмкин. Улар күп түгел, ләкин бар. Бындай тамашасы менән үҙебеҙҙә лә, сит илдәрҙә лә осрашырға тура килә. Шулай ҙа, ҡыуанысҡа күрә, күпселек тамашасы бейеүҙең бар эстәлеген аңлап, нескәлегенә төшөнөп ҡарай. Ундай дәртле, дарманлы, күҙҙәренән осҡон сәсрәп торған тамашасы алдында сығыш яһауы ла ифрат күңелле һәм еңел.

Шулай итеп...
Бейергә барыһы ла өйрәнә ала, тик уны юғары сәнғәт әҫәре итеү оҫталығы бөтәһенә лә бирелмәгән. Һоҡландырғыс, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ, илһамландырырлыҡ сәхнә өлгөһө тыуҙырыу өсөн бейеүсенең һәләте сабырлыҡ, тырышлыҡ һәм үҙ эшенә бирелгәнлек менән тулыланып килергә тейеш. Бөгөнгө геройыбыҙҙың таланты нәҡ ошо сифаттар менән бергә үрелеп килеп, унан сәхнә күрке булған бейеүсе яһай ҙа инде.

Наҙгөл САФИУЛЛИНА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.12.15 | Ҡаралған: 1578

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru