«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАШИНАҢДАН ТӨШ ТӘ ЙӘЙӘҮ АТЛА!
+  - 

Урамдарҙа, йорт алдарында машиналар күбәйгән һайын, тормошобоҙҙа проблемалар ҙа артҡандан-арта бара. Бер яҡтан, кеше машина һатып ала икән, тимәк, ул насар йәшәмәй. Дөрөҫ, машина байлыҡ күрһәткесе түгел, ә хәрәкәт итеү сараһы, тип ҡабатларға ярата ҡайһы бер "аҡыллы" баштар. Был һүҙҙәр менән килешмәҫкә лә мөмкин, әлбиттә.

Машина кәрәк, һүҙ ҙә юҡ, йәшәгән урындан ситтә ятҡан алыҫ араларҙы яҡынайтыу өсөн. Ә бына ҡала эсендә машиналы кешеләр бик ҙур проблема тыуҙыра: экологияны бысрата, туҡтауһыҙ авариялар һәм тығындар яһай, йәйәүлеләргә ҡамасаулай... Хәҙер бит руль артындағыға түгел, йәйәүлегә лә йөрөүе бик ҡыйынлашты, сөнки машиналар тротуарҙарҙы ла баҫып алып бөттө. Дөрөҫөн әйткәндә, тротуарҙы улар уйлап та тормайынса туҡталҡаға әйләндереп алды. Шул уҡ ваҡытта бер генә урында ла "Стоянка запрещена" тигән билдә менән яҙыуҙы күрмәҫһең. Бындай тыйыуҙар, исмаһам, мәктәп, балалар баҡсалары, дауаханалар янында торһон ине. Исем өсөн булһа ла. Ә, ғөмүмән, беҙҙең халыҡтың ундай яҙыуға төкөрөп тә бирмәйәсәге билдәле бит, юғиһә. Иномаркаға атланып, "хәрәкәт сараһы"н үҙҙәренсә текәлек менән бутаусылар бар әле һаман да. Уларға, башың ике булмаһа, берәй иҫкәртеү яһап ҡара... Ник тыуғаныңа үкенерһең. Миҫал - аҙым һайын.
Беҙҙең редакцияға күрше подъезда, мәҫәлән, медицина-социаль экспертиза бюроһы урынлашҡан. Ләкин ҡарт-ҡоро, ғәрип-ғөрәбәгә бюро ишегенә килеп еткәнсе, әллә күпме машиналар араһындағы тар ғына лабиринттарҙы урап үтергә тура килгәнен күҙәткән бар. Бюроның тупһа ауыҙында уҡ торғандарының эйәләренә әйтеп ҡараған да булды, тик иртәгәһенә тағы шул уҡ хәл ҡабатлана. Әлеге машина хужалары киләсәктә үҙҙәренең ана шул ҡарт-ҡоро һәм ғәриптәр хәленә ҡалыу ихтималлығын уйлап ҡараһасы. Уларға яман уй теләгәндән түгел был һис тә. Йәйәү йәки йәмәғәт транспортында ла һә тигәнсе барып етә ала торған ергә лә машина ҡыуыу, берҙән, әйтеүемсә, урам хәрәкәтендә тотҡарлыҡтарға сәбәпсе булһа, икенсе яҡтан, әүҙем хәрәкәтләнеүҙе онотоп, ғүмер буйы машинала ҡорһаҡ үҫтереп ултырыу барыбер яҡшыға алып килмәйәсәге былай ҙа аңлашыла. Сәләмәт йәшәүҙең төп нигеҙе, тартмау-эсмәү менән бер рәттән - хәрәкәтсәнлек икәнен онота шул беҙҙең халыҡ. Рәхәтте көҫәй һәр ваҡыт. Ә былай һәр саҡ машинала йөрөүҙе рәхәт тип тә әйтеп булмайҙыр ул. Юлда минут һайын осрап торған стресс хәлдәрҙән нервылар ҙа ҡаҡшай торғандыр.
Ошо йәһәттән бер хыял йәшәй күңелдә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә айырыуса һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән халыҡ марафондары, велосипедсылар көнө кеүек бик матур традициялар йәшәп килә. Шуның кеүек, Йәйәүлеләр көнө лә булдырылһа, әгәр, Өфөбөҙҙә? Тик ул йылына бер тапҡыр түгел, ә, әйтәйек, һәр аҙнаның бер көнөнә тәғәйенләнһә? Минеңсә, иртәнсәк тороп йүгереүгә ҡарағанда, ҡасан тура килә, шул саҡ һәм мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәйәү йөрөү күпкә файҙалыраҡ. Белгестәр шундай фекерҙе йыш ҡабатлай башланы. Йүгерергә яратҡан билдәле кардиохирург, академик Николай Амосов ҡапыл вафат булғас, ул инфаркттан барыбер йүгереп ҡотола алманы шул, тип ҡыҙғаныс белдереүселәр булғайны. Йәйәү йөрөүҙең файҙаһын яҡшы төшөнгән кешеләр арта бара хәҙер, тик уларҙың күбеһе - пенсионерҙар. Һәр хәлдә мин уларҙы иртәнсәк һайын эшкә барған юлымда - эргәләге мәктәп биләмәһенең спорт майҙанында осратам. Хәҙер улар саңғы таяғына оҡшаш махсус таяҡтар тотоп атлай башлаған. Был иһә йәйәүле скандинавтар (норвеждар) хәрәкәте тип атала. Ул беҙҙең илдә торған һайын популярлыҡ яулай бара. Ярай, быныһы - ялға сыҡҡас, ә әлегә эшкә йәйәү йөрөмәһәк тә, унан мотлаҡ йәйәү ҡайтайыҡ. Өс-дүрт туҡталыш булһа ла. Ыңғай һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1107

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru