«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЛГӨ АЛЫР ШӘХЕСТӘР БАР
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Киров районы 14-се мәктәбендә үҙенсәлекле сара - Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 125 йыл тулыуға, БР Конституцияһы, РФ Конституцияһы көндәренә арналған байрам үтте. Уны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Йәштәр советы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Киров районы хакимиәте һәм 14-се мәктәп коллективы менән берлектә ойошторҙо. Был көндө тарихсылар, төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тиҫтәләгән йәштәр арҙаҡлы ғалимға ҡуйылған таҡтаташ эргәһенә сәскәләр һалды, байрам уңайынан ойошторолған төрлө спорт ярыштарында ҡатнашты, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге кабинет-музейҙа һаҡланған ҡомартҡылар менән танышты. Ете команда волейболда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге күсмә кубок өсөн көс һынашһа, батырҙар кемдең беләк һәм бил көсө ҡеүәтлерәк икәнлеген гер күтәреп һынаны. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа сара барышында яңғыраған ҡайһы бер фекерҙәрҙе ҡуйын дәфтәребеҙгә теркәй йөрөнөк.

Әлфинур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, 14-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге кабинет-музей мөдире: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге кабинет-музей 2008 йылдың 11 декабрендә асылды. Музей фондын тулыландырыуға Киров районы хакимиәте, геройыбыҙҙың туғандары, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика китапханаһы, төркиәтсе Әхәт Сәлихов ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Музейҙа юлбашсыбыҙҙың китаптары, ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре һаҡлана.
Беҙгә йыл да төрлө яҡтан, хатта сит илдәрҙән ҡунаҡтар килә. Вәлидиҙең улы Сүбидәй менән ҡыҙы Иҫәнбикә лә, туғандары ла йыш була. Вәлидиҙең тыуған ауылы - Ишембай районы Көҙәндәге музей менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Көҙәнгә уҡыусылар менән үҙебеҙ ҙә йыш ҡына походтарға, экскурсияларға йөрөйбөҙ. Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған көнөндә беҙҙең мәктәптә йыл һайын конференциялар үтә. Уҡыусылар араһында әҙәби ижад, фән менән, Вәлидиҙең тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныусылар барлығы беҙҙең күңелде йылыта. Ни өсөн был кабинет-музей беҙҙең мәктәптә асылды, тиһәгеҙ, әйтәйем. 1914 йылда Әхмәтзәки Вәлиди беҙҙең ошо мәктәптә уҡытып киткән.

Әмир ИШЕМҒОЛОВ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе: Бөгөнгө йәштәребеҙгә мин ихтирам менән бағам. Йәштәребеҙ шул тиклем аҡыллы, төплө белемле. Уларҙың ошо аҫыл сифаттарын маҡсатлы рәүештә файҙаланыу - беҙҙең бурыс. Әле күптән түгел генә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышы үтте, беҙ яңыса ҡараш менән эшләргә, йәштәр менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итергә тигән маҡсат алдыҡ алдыбыҙға. Бөгөн үткәрелгән сара беҙҙең бер төптән башҡарылған эштәрҙең матур башланғысы ул. Киләсәктә бындай сараларға Башҡортостанда йәшәүсе бөтөн милләт йәштәрен дә саҡырырға тейешбеҙ. Бөгөн беҙгә маҡсатлы, һау-сәләмәт, белем үрҙәрен артылған, республика өсөн илһамланып хеҙмәт иткән, тырышып тормош көткән йәштәр кәрәк. Донъя кимәлендәге бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди һымаҡ эшлекле ғалимдар кәрәк.

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы: Әхмәтзәки Вәлиди, ысынында, милли батырыбыҙ Салауат һымаҡ феноменаль шәхес. Ул булмаһа, бәлки, XX быуат башындағы башҡорт милли хәрәкәте лә икенсерәк төҫ алған булыр ине. Беҙ бөгөн уның рухын иҫкә алабыҙ икән, был әле тейешле иғтибарҙың әҙе генә. Йәштәребеҙ ошондай шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнергә тейеш. Сөнки тарих - ҡуласа, ул ҡабатланып тора. Тарихты яҡшылап өйрәнһәк, заман һынауҙарын да әҙерлекле ҡаршылап, уларҙы еңелерәк үткәрербеҙ. Зәки Вәлидиҙең хеҙмәттәрен, шәхси өлгөһөн өйрәнәйек.

Рифат БИКҠОЛОВ, Йәштәр советы рәйесе урынбаҫары: Әхмәтзәки Вәлиди 30 йәшендә генә милләтебеҙ, республикабыҙ өсөн шундай бөйөк эштәр эшләп өлгөргән. Уның көрәштәше Шәйехзада Бабич язалап үлтерелгән сағында ни бары 24 йәштә генә булған. Ысынлап та, кемгә тиңләшергә, кемдән өлгө алырға тип аптырарға кәрәкмәй беҙгә - шәхестәребеҙҙең тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә күҙ һалыу ҙа етә.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1036

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru