«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"КӨМӨШ АҠБУҘАТ" РУХИ ҠИММӘТТӘРГӘ НИГЕҘЛӘНДЕ
+  - 

Ғәҙәттә, бөтөн кинофестивалдәр ҙә бер маҡсатҡа хеҙмәт итә. Беренсенән, улар быға тиклем танылыу яулап өлгөрмәгән актерҙар, режиссерҙарға мөмкинлектәр аса. Икенсенән, фестиваль был сара үткән ҡалала йәшәүселәргә, кино һөйөүселәргә ҙур байрам алып килә. Үткән аҙнала ғына үҙенең еңеүселәрен билдәләгән "Көмөш Аҡбуҙат" II Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале лә был йәһәттән үҙенең бурыстарын лайыҡлы үтәне. Шулай ҙа уның төп үҙенсәлеге - Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау, был мәҙәни ҡиммәттәрҙе тамашасыларға күрһәтеү булғандыр. Етмәһә, ул быйыл халыҡ-ара Евразия гуманистик форумы сиктәрендә ойошторолдо.

Фестивалдең конкурс программаһында 10 илдән - Тажикстан, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Мысыр, Эстония, Бангладеш, Әрмәнстан, Иран, Һиндостандан һәм Рәсәйҙең 11 төбәгенән 36 фильм ҡатнашты. "Милли этник кино бөгөнгө заманда бигерәк тә кәрәк. Сөнки Ер шарында төрлө милләттәр йәшәй һәм, исмаһам, күрше халыҡтарҙың тарихын белеү беҙҙе күп аңлашылмаусанлыҡтарҙан ҡотҡарыр ине. Халыҡтар бер-береһен ни тиклем яҡыныраҡ белә, дуҫлыҡ ептәре лә шул тиклем нығыраҡ буласаҡ. Республика етәкселегенә, ҡала хакимиәтенә был фестивалгә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт", - тигәйне баһалама ағзаһы, театр һәм кино актеры, режиссер, драматург, продюсер Владимир Грамматиков. Быйылғы фестиваль бар халыҡтар өсөн дә ерҙәге тыныслыҡтан да ҙурыраҡ бәхет юҡ һәм булмаясаҡ икәнен хәтеребеҙгә тағы бер ҡат төшөрҙө. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов та үҙенең сығышында халыҡтарҙың уйҙары, күңелдәре төрлө булыуын, әммә бер үк ваҡытта беҙҙең ни тиклем оҡшаш икәнебеҙҙе аңлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Этник фильм бер ҡасан да коммерция маҡсатын эҙәрлекләмәй. Әммә бөгөнгө заманда һәр дәүләт милли кино төшөрөүгә ярайһы ҙур иғтибар бүлергә тырыша, сөнки тап милли сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт кенә халыҡтарҙы башҡаларҙан айырып тороу һәм уларҙы донъяға танытыу көсөнә эйә. Кинорежиссерҙарҙың үҙҙәрен дә был өлкә ҡыҙыҡһындыра. Документаль кино жанрында "Иң яҡшы герой" номинацияһында еңеү яулаған "Жизнь в тайге" фильмы режиссеры Ксения Артеева тап этник йүнәлеш халыҡтар араһында татыулыҡ һаҡларға ярҙам итәсәк, тигән фекерҙә. "Беҙ бер-беребеҙҙең мәҙәниәтен өйрәнергә тейеш. Ниндәйҙер сиктәр эсендә йәшәү, дөйөм наҙанлыҡ конфликттар сәбәбе булып тора", - ти ул. Ханты-Манси автономлы округынан килгән Ксения тайгала көн күргән 72 йәшлек ябай ханты ҡатын-ҡыҙы аша был халыҡтың йолалары тураһында һөйләй. Фильм Әмир Абдразаҡов исемендәге "Милли рух өсөн" призы менән дә бүләкләнде. Әйткәндәй, быйыл фестиваль тәртибен бер аҙ боҙоп, баһалама ағзалары документаль фильм жанрында иң яҡшы режиссер, иң яҡшы оператор эше номинацияларынан баш тартып, өс фильмға "Иң яҡшы герой" бүләген тапшырҙы. Улар - Андрей Русскихтың "Лади Мари" һәм яҡташыбыҙ Вилүрә Иҫәндәүләтованың "Тәүбә" документаль фильмдары.
"Жизнь в тайге" картинаһы цивилизациянан йыраҡ йәшәүҙең кире, бәлки, ыңғай яҡтары менән таныштырһа, "Небесное кочевье" фильмында бейек тауҙарҙа боронғоса йылҡы аҫырап, ҡымыҙ эсеп йәшәгән ҡырғыҙ ҡартының был төбәккә лә заманса уңайлыҡтар килеренә өмөт биргән тимер юлы төҙөлә башлағас, ауырып, аяҡтан йығылыуы һүрәтләнә. Был образ бер мөһим һорау ҡуя тамашасы алдына: әгәр ҙә ул һинең үткәнеңде емерә икән, киләсәккә ҡарарға тырышыу дөрөҫмө? Ҡарт үҙенең ейәндәренең өйрәнгән ғәҙәти тормошон ҡала фатирҙарына алыштырасағына ышанғыһы ла килмәй. Фильмдың рәссамы Адис Сейталиев әйтеүенсә, бөгөнгө Ҡырғыҙстанда ошо киноны төшөрөү өсөн урын эҙләп, республиканы урап сығырға тура килә, сөнки кеше аяғы баҫмаған, кеше ҡулы теймәгән тәбиғәт юҡ хәҙер. Ошоларҙы ла белгәндән һуң, цивилизацияның тәбиғәтебеҙҙе генә түгел, асылыбыҙҙы ла үҙгәртеүен танырға мәжбүр булаһың. Бындағы һәр әрнеү һинең күңелеңә шул тиклем яҡын. "Небесное кочевье" фильмы "Тулы метрлы кино" жанрында иң яҡшы режиссер эше буйынса баһаланды.
Шуныһы ҡыҙыҡ, заман кинорежиссеры үҙенең темаһын йышыраҡ халыҡ ижады, тәү сиратта, легендалар аша эҙләргә тырыша. Ошо йүнәлештә ижад итеүсе башҡорт яҙыусыһы Шәүрә Шәкүрова ла ҡыҫҡа метрлы кинола "Иң яҡшы сценарий" авторы тип билдәләнде.
Фестиваль күрһәтеүенсә, бөгөн донъя буйынса этник кинолар күпләп төшөрөлә. Башҡортостанда ла һуңғы осорҙа был йәһәттән эштәр йәнләнә төштө. Мәҫәлән, беҙ быйыл фестивалгә бер жанрҙа булһа ла 6 эш тәҡдим итә алдыҡ. "Көмөш Аҡбуҙат" кинофестивале сиктәрендә беренсе тапҡыр "Дебютанттарҙың башҡорт питчингы" үтте. Унда Силәбенән Константин Пухов, Өфөнән Фәрзәнә Утарбаева менән Вадим Вәлиуллиндың проекттары еңеп сыҡты. Питчинг эшендә ҡатнашыусы сценарист, РФ Кинематографистар берлегенең Йәштәр үҙәге идараһы рәйесе урынбаҫары Олег Богатов, һеҙ кино революцияһы тупһаһында тораһығыҙ, тип тә күңелдәргә йылы өҫтәне. Ысынлап та, бөгөн төбәктәрҙә мәҙәни тормош гөрләй, сифатлы милли кинолар ҙа күберәк төшөрөлә. Рәсәй киноһы йылы алдынан мәскәүҙәрҙең быны таныуы бик әһәмиәтле.

Шулай итеп...
Ҡыҫҡа метрлы кино жанрында "Иң яҡшы оператор эше" - "Трико" фильмына (Алтай), "Иң яҡшы режиссер эше" номинацияһы "Кукла" фильмына (Рәсәй) тапшырылды. Тулы метрлы фильм жанрында "Иң яҡшы оператор эше" - "Теваник" (Әрмәнстан), "Иң яҡшы сценарий" "Мой велосипед" (Бангладеш) фильмдарына бирелде. Ғилван Әмиров исемендәге приз "Трагедия в бухте Роджерс", тамашасылар һөйөүен Ирандан "Элегия", Башҡортостан мәҙәниәт министры призы "Февраль" (Чечен Республикаһы) фильмына тапшырылды. Фестивалдең Гран-приһын йәш актер һәм режиссер Кирилл Плетневтың "Настя" фильмы алды. Фильм ысын булған ваҡиғаға нигеҙләнгән. Режиссер үҙе билдәләүенсә, әгәр ҙә кеше һайлау алдында торғанда баҙап ҡала икән, уның өсөн юлды яҙмыш үҙе һайлаясаҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1293

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru