«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠЫЛЛЫ КЕШЕ БАШҠАЛАР ТӘЖРИБӘҺЕНДӘ ӨЙРӘНӘ
+  - 

Кеше ғүмере ҡыҫҡа ғына. Ошо ваҡыт арауығында донъяның асылын аңларға, тойорға тырышыу теләге менән яна бәндә. Был яныу, моғайын, кешенең йәшәйешендә сағылалыр ҙа инде. Ә инде был кеше шағир булһа - икеләтә. Шиғриәттә, классик шиғриәттә ритм нисек урынлы файҙаланылһа, ғаләмдең дә үҙ ритмы бар. Икенсе яҡтан, әҙәбиәттән дә, ғаләмдән дә ябай кеше аңлата алмаҫлыҡ серҙәр, мөғжизәләр бөркөлөп тора. Әҙәбиәттең иң төп мөғжизәһе нимә? Ул уҡыусының күҙ алдында тотош бер донъяны барлыҡҡа килтереү һәләтенә, мөмкинлегенә эйәме? Асылмаған һәм, бәлки, асылмаҫ та һорауҙарға яуап эҙләнек шағир, тәржемәсе, журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ менән.

Шағир, яҙыусы йә рәссам булыу өсөн тәбиғәт балаһы булыу кәрәк, тиҙәр. Бөгөн тәбиғәттең ни икәнен белмәгән ижадсылар ҙа етерлек. Нисек уйлайһығыҙ: тәбиғәттең ижадҡа йоғонтоһо бармы икән?

- Тәбиғәт балаһы булыу бер кемгә лә ҡамасау булмаҫ ине лә... Кеше былай тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып яратылған да, тик беҙ үҙебеҙгә яһалма микроклимат, әйләнәбеҙҙә теплица шарттары булдырып, ысынбарлыҡтан ныҡ ситкә тайпылдыҡ. Әлбиттә, сығышыбыҙ шул төпкөлдәрҙән булғас, тәбиғәт тә беҙҙең күңел донъябыҙҙың формалашыуына шаҡтай йоғонто яһай.
Шулай ҙа мин һорауыңдағы икенсе һөйләмгә ентекләберәк туҡталыр инем. Тәбиғәт менән ныҡ бәйләнештә йәшәмәгән кеше лә ысын ижадсы була ала бит. Ижад ул - күңелдең асыштарға һәләтлелеге. Ә асыштар техника өлкәһендә лә, йыһанда ла, шул уҡ үҙ ҡыуышыңда ғына айырым микроклимат төҙөүҙә лә була ала. Әйткәндәй, урбанистик тип аталған шиғриәт, әҙәбиәт тә бар бит әле. Башҡорт әҙәбиәтендә урбанистика юҡ, тип зарланыуҙар ҙа байтаҡ. Рус әҙәбиәтендә ҡалала тыуып үҫеп, шунда формалашҡан шағирҙар бар. Блок, Маяковский, Цветаева, Заболоцкий ижадында тәбиғәт әллә ни ҙур урын биләмәй, ләкин беҙ уларҙы бөйөктәр иҫәбенә индерәбеҙ бит. Тормош күркәмлеген тәбиғи матурлыҡта ғына түгел, ә бөтә әйләнәбеҙҙә лә күреп тә, уҡыусыға күрһәтеп тә була. Шағирҙар араһында математиктар, физиктар, химиктар ҙа бар. Тәбиғәттең ни икәнен белмәгән ижадсыларҙың булыуы ғәжәп түгел: кеше тәбиғәттең күпселек өлөшөн үҙ яйына үҙгәртеп ҡороп, яһалмаға әйләндереп бөттө инде. Хатта ауыл балалары ла хәҙер тәбиғәт ҡосағында йәшәмәй, ә унда ара-тирә экскурсияға ғына сыға. Ә ҙур ҡала балаһына ни һан!
Тәбиғәттең ижадҡа йоғонтоһо бар һәм ул йоғонто Тәбиғәттең үҙенең оло ижадсы булыуынан килә. Беҙҙе ул бер тапҡыр ҙа ҡабатланмай торған матурлығы менән һоҡландыра, ғәжәпләндерә, ҡыҙыҡһындыра, ана шулар килтерә лә инде үҙенсәлекле табыштарға. Ана шул күренештәр беҙҙе асыштарға әйҙәй, ижади ҡараш үҫтерә.

Бөгөн уҡыусыны арбар, аптыратыр темалар ҡалмаған да кеүек. Тарих та, драмалар ҙа, детективтар ҙа, мистик әҙәбиәт тә асылған инде. Нимә менән ылыҡтырырға мөмкин уҡыусыны? Поэзияла, мәҫәлән?

- Донъя әҙәбиәтендә ни бары бер нисә генә сюжет бар, бөтә яҙылған әҫәрҙәр шул тирәлә өйөрөлә, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Шул схема буйынса мин, мәҫәлән, кино сериалы башланыу менән уның нисек тамамланасағын әйтеп бирә алам. Детектив формаһы ғына иң аҙаҡҡа тиклем кәрттәрҙе асмауға ҡорола, ә ҡалғандары - барыһы ла бер ҡалыпҡа һалынған. Беләбеҙ бит инде: тамаша башында сәхнәлә мылтыҡ эленеп торһа, ул мотлаҡ атырға тейеш.
Нимәлер тураһында һүҙ барғанда, һәр ваҡыт аҙаҡтан сығыш яһаусыларға ҡыйыныраҡ: барыһын да алдан һөйләүселәр әйтеп бөтөргән. Хәҙерге әҙәбиәттә лә бөгөн тапалмаған һуҡмаҡтар ҡалмаған, унда үҙенсәлекле яңы юлдар ярыу мөмкин дә түгел. Шуға, яҙыусы халҡының оригиналлек, креативлыҡ артынан ҡыуып, "туҙға яҙылмаған" нәмәләр уйлап сығарыуы йышайҙы. Элегерәк ул фантастика өлкәһендә генә үҙен аҡлай ине, бөгөн иһә әҫәрҙе уҡып ҡарайһың да, "Улай булмай ҙа инде" тип ҡуяһың, ләкин авторҙың фантазияһы һоҡландырмай ҡалмай. Был киноларҙа бигерәк тә асыҡ күренә, сөнки унда сценарийға режиссер фантазияһы ла ҡушылғас, ана шул "тормошсан түгеллек" күпләтә артып китә. Ут эсенән теп-тере килеп сығыу, бомба шартлағанда иҫән ҡалыу, бер диск патрон менән сәғәт буйы атышып йөрөү - ана шундай ышандырмай торған, әммә сағыу күренештәр.
Бөгөн әҙәбиәттә уҡыусыны тик тормошсанлыҡ менән, геройҙың төрлө осраҡтарҙағы күңел торошон һүрәтләп кенә "үҙ яҙмаңда" тотоп ҡалырға мөмкин. Шиғриәттә - ихласлыҡ менән. Һин бәләкәй генә күренеште, кисереште, тойғоно ни тиклем ихласыраҡ һүрәтләп бирәһең, уҡыусы уны күңеленә шул тиклем яҡын ҡабул итәсәк һәм үҙе кисергәндәй ышанасаҡ. Ихласлыҡтың ышандырыу көсө тураһында әҙәби геройҙарҙың ҡылыҡтарын барлап сығып, тотош фәнни хеҙмәт яҙырлыҡ. Бына ни өсөн балалар әҙәбиәте ябай һәм ихлас булыуы менән алдыра - балалар алдаша белмәй, улар яһалмалылыҡты йәне-тәне менән тоя. Ғөмүмән, шиғриәт һәр ваҡыт ысын кисерештәрҙе ихласлап һүрәтләүе менән прозанан айырылып торҙо: лириканы бит беҙ авторҙың үҙ тойғолары тип атайбыҙ, ә сәсмә әҫәрҙә герой кисерештәре йә йыйылма образ була, йә сит кеше яҙмышын прототип итеп алалар. Документаль кино геройы менән художестволы кино геройы араһындағы айырма һымаҡ инде. Береһе - тормошсан, икенсеһе - яҙыусы фантазияһы.

Теләһә ниндәй әҫәрҙең дә биҙәге - мөхәббәт тарихы. Китапта йә кинола мөхәббәт күренеше юҡ икән - ҡыҙыҡһыныу кәмей. Ни өсөн шулай ул?

- Кешенең тәбиғи асылында һалынған тойғоларҙың динамикаһын үҙеңдә түгел, ә ситтән күҙәтеү һәр ваҡыт ҡыҙығыраҡ. Үҙебеҙҙә соҡсонорға яратмайбыҙ беҙ, ә бына ситтәрҙе тикшерергә тиһәң - рәхим ит. Ундай миҫалдарҙы тик әҙәбиәттә генә күпләп табырға мөмкин. Ҡурҡаҡлыҡ, хыянат кеүек кире күренештәр һымаҡ уҡ, кешелә булған тойғоларҙан мөхәббәт хисе лә иң көслөләренән һәм, иң ҡыҙығы, унда ла кеше өлгө түгел, ә ғибрәт булырлыҡ осраҡтарға нығыраҡ иғтибар итә. Әйтергә кәрәк, тормошобоҙҙа бәхетле мөхәббәт осраҡтары һирәк осрай, ҡара төҫкә мансылған тарихтар күберәк. Өҫтәүенә, һәр кеше лә һөйөү тойғоһо кисереп, уның ни икәнен яҡшы күҙ алдына килтерә, шуға мөхәббәткә ҡағылышлы һәр ваҡиға ла ҡыҙыҡ уның өсөн. Ҡыҙыҡ ҡынамы - был илаһи тойғоно ул тағы, тағы ла кисереп ҡарарға риза!
"Беренсе саф мөхәббәт" тигән иҫәп башы бар, ә бит кеше тормошонда ундай кисерештәр бер нисә булыуы ихтимал. Шул ымһындырғыс тартылыу көсө кешене "башҡалар яҡҡан усаҡ йылыһында" йылынырға саҡырып тик тора. Ул тарихтар ни тиклем фажиғәлерәк булһа (әҙәбиәттә улар сағыуыраҡ һүрәтләнә), шул тиклем кисерештәр ҙә көслөрәк, сөнки тәбиғәтебеҙ шундай беҙҙең: матур өлгөләр түгел, ә насар миҫалдар нығыраҡ тәьҫир итә беҙгә. Аҡыллы кеше башҡалар тәжрибәһендә өйрәнә, тигән һымаҡ инде был. Әллә башҡалар фажиғәһен күреп, эстән генә "Минең менән улай булмаясаҡ" тигән өмөт ҡалдырамы кеше? Нисек кенә булмаһын, үҙең менән булған, йә булыуы ихтимал хәлдәр тураһында кемдеңдер хикәйәләүен уҡыуы барыбер ҡыҙығыраҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1264

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru