«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
+  - 

15-се һабаҡ:"Һаумы, яңы тормош!"

Бер кеше аҡһаҡалдан көлөргә уйлаған. Бының өсөн ул шундай уй-мәкер ауы ҡорған. Усына тере күбәләкте ҡамап тотоп, аҡһаҡалдан унда нимә булыуын, уның тереме-юҡмы икәнлеген һорашырға иткән. Әгәр ҙә аҡһаҡал "тере" тип әйтһә, күбәләкте ҡыҫып үлтерергә, әгәр инде "үле" тигән һүҙ ысҡындырһа, усын асып, күбәләкте осороп ебәреп, унан көлөргә ниәтләнгән. Ярай, хуш, ниәтен бойомға ашырырға итеп, ул аҡһаҡал янына килгән.
- Минең усымда нимә? - тип һораған ул ил ағаһынан.
- Күбәләк, - тип яуаплаған аҡһаҡал.
- Тере күбәләкме, әллә үлеме? - тип төп дәлилен килтергән теге бәндә.
- Уның яҙмышы һинең ҡулыңда, үлтерһәң дә, осороп ебәрһәң дә - барыһы ла һинең ҡөҙрәтеңдә, - тип яуап биргән аҡһаҡал.
Шулай итеп, тегенең аҡһаҡалдан көлөргә тигән уй-ниәте тормошҡа ашмаған. Уның ҡарауы, ошо һөйләнгән һүҙҙә йәшәүҙең төп мәғәнәһе ята: беҙ нисек теләйбеҙ, шулай йәшәйбеҙ, теләһәк, тормошобоҙҙо балҡытып, ғүмер юлыбыҙҙы йәшнәп үткәрә алабыҙ, теләмәһәк, йәғни ағым ыңғайына китһәк, тормош-йылға тулҡыны беҙҙе яҡын арала ярға быраҡтырып китәсәк. Нисек кенә булмаһын, барыһы ла, бәхетебеҙ менән бәхетһеҙлегебеҙ ҙә, үҙебеҙҙең ҡулда…
Күптәр ниндәйҙер уңышһыҙлыҡҡа осраһа, "яҙмыш" тигән һылтанманы ҡуллана. Йәнәһе, "яҙмышым шулай булғас, ҡалайтайым, яҙмыштан уҙмыш юҡ…". Кем белә, бәлки, ысынлап та, яҙмыш маңлайға яҙылалыр ҙа, әммә Аллаһы Тәғәлә шуға "Сәбәп ҡыл!" тигәнде лә өҫтәп әйткән бит әле. Ярай, үҙ бәндәһен һынар өсөн ул ауырлыҡтарын да, еңеллектәрен дә берҙәй үк ебәрҙе, ти. Әммә улар тотош яҙмышты билдәләмәй, һәр ауырлыҡ артынан еңеллек, һәр ҡайғы артынан шатлыҡ та килеүсән. Шул уҡ ваҡытта бер яҙмыш тик бәхеткә генә, йәки бәхетһеҙлеккә генә ҡоролмай.
Туҡтауһыҙ эскән һәм унан ҡотола алмаған кеше, мәҫәлән, был әмәлен яҙмышына япһара алмай, сөнки Аллаһы Тәғәлә Иблистең күңел аҙҙырғыс был сараһын бөтөнләй инҡар итә, уға ҡаршы мәңге көрәшә. Тимәк, эскеселек кеше тәбиғәтенә һәм яҙмышына бөтөнләй ят күренеш. Кемдер берәү эсеүенән ҡотола алмай, эскесе булып ғүмер һөрә икән, уның ысын, Аллаһы Тәғәлә һыҙған ғүмере бөтөнләй икенсе яҙмыш буйлап, эргәһенән генә үтә. Уйлаһаң, уйылып китерлек, сәстәр үрә торорлоҡ хәл бит был. Тимәк, эскән кеше Аллаһы Тәғәлә һыҙған юлдан түгел, Иблистекенән үтә һәм уның ғүмере хата булып сыға. Кем эсә, ул дөрөҫ йәшәмәй, тигәнде аңлата был билдәләмә. Күпме икән Ер йөҙөндә үҙ ғүмере, үҙ яҙмышы менән йәшәмәүселәр? Мин эсеүемдән ҡотолғас ҡына үҙемдең донъялыҡтағы бик күп ҡиммәттәремде, бер ҡасан да ҡайтарып булмаҫ бәхетле мәлдәремде юғалтыуымды аңланым. Иң-иң ныҡ үкендергәне - тик йәшлектә була торған аҫыл тойғоло миҙгелдәремдең бахмур һөрөмө менән ҡапланыуы. Ул таңдар минән, йәшлегем кеүек үк, мәңгелеккә алыҫлашҡан, үкереп, ер тырнап илаһам да, кире ҡайтмаясаҡ. Күңелдә бер тапҡыр балҡыған һөйөү, мөхәббәт хисен кире тергеҙеп булмаған кеүек, ул тойғоларым менән мәңгелеккә бәхилләшкәнмен. Мөхәббәт тойғоһо минең күңелемдә таңғы нурҙарға сорналған йыр һымаҡ ҡына ине. Араҡы шауҡымы, тәмәке төтөнө зиһенемде бутаны, тын юлымды быуҙы, тауышымды ҡарлыҡтырҙы, ул йырымды йырлай ҙа алманым, шатлыҡ тойғоларым кисерелмәйенсә ҡалды.
Эсеүемде ташлағандан һуң бер йыл самаһы ваҡыт үткәс, тәүге мөхәббәтемә кире ҡайтырға ҡарар ҡылдым. Әммә, нисек кенә тырышһам да, был әмәлем бары тик йәшлегемде иҫкә төшөрөү, хыялымды ысынбарлыҡҡа әйләндерергә тырышыу өсөн өтәләнеү, тыпырсыныу ғына булып килеп сыҡты. Ни өсөн мин ул саҡҡа кире ҡайта алманым һуң? Сөнки шул йылдар менән бергә тик ул саҡтағы ғына булған ихласлығым да юҡҡа сыҡҡайны, үлгәйне шул. Ни эшләргә лә белмәйенсә, бары тик тыумыш асылыма ҡайтып, йәки уйҙарым менән сабый саҡтарыма барып, бүлмәгә бикләнеп, түгелеп-түгелеп иларға ғына ҡалды…
Ҡасандыр Аллаһы Тәғәлә минең өсөн генә тип һыҙған бәхет юлынан китеү мөмкинлеген шулай юғалтҡанмын икән. Хәҙер инде шул юлдан барырға тырышыуым ҡыланыу һымаҡ ҡына килеп сығасаҡ. Шулай булды ла. Ни эшләргә? Тик үткәндәргә илтер хәтирәләр менән генә йәшәргәме? Минең йәшәр әмәлем, юлым барҙыр бит? Кемдеңдер әҙер һуҡмағына төшөргәме? Юҡ, тапалған һуҡмаҡтан барыу шул тиклем күңелһеҙ һәм мин унан атлау ғына түгел, кешене, хатта үҙ-үҙемде лә ҡабатлап йәшәй белмәйем. Икенсе төрлө әйткәндә, саф шишмә һыуҙарын ғына эсергә яратам.
Айныҡ йәшәүемдең тәүге өс йылында яҙмыш арбаһынан төшөп ҡалған сабый кеүек хис иттем үҙемде. Әйтергә кәрәк, артабанғы тормошомдо нәҡ ошо йылдарым билдәләне лә инде. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо өс йылда мин үҙ-үҙемде "яңғыҙлыҡ төрмәһе"нә бикләп, язаға тарттырҙым. Иң тәүҙә "Иблис һуҡмағынан йөрөгәнем өсөн" тип билдәләнем был язамды. Артабан яҡындарыма, туғандарыма килтергән бәлә-ыҙаларым өсөн дә үҙемә яза уйлап сығарҙым: барыһы өсөн дә уларға изгелек менән түләргә. Шулай итеп, үҙ-үҙемде язаға тарттыры- уым артабанғы йәшәүемдең мәғәнәһен билдәләне лә ҡуйҙы.
Әле барлығы 4015 көн, йәки 96360 сәғәт мин спиртлы эсемлек тәьҫиренән азатмын, йәғни ошо ваҡыт арауығында ауыҙыма бер тамсы ла алмағанмын. Тәүҙә һәр бер көнөн, сәғәтен һанап барҙым һәм уларҙы үҙемдең оло еңеүем тип баһалайым. Ауылыма ҡайтҡанда мәсеткә таңғы намаҙға инеп ултырҙым, аҙаҡ, форсаты сығып, сиркәүгә лә инеп сыҡтым. Иртәнге тынлыҡта ауылыбыҙ аҡһаҡалдары менән донъя хаҡында гәпләшеп, аҙаҡ намаҙ тауышына ойоп ултырғанда, сиркәүҙә күмәк тауыш менән йырлауҙарын тыңлағанда, үҙемдең Аллаһы Тәғәләгә яҡынлағанымды аңланым. Барыһын да әшкәртте Аллаһы Тәғәлә: миңә борғоланырға, йәки кире юлдан китергә әмәл юҡ. Аллаһы Тәғәләгә яҡынлағанмын икән, тимәк, ул мине ғәфү иткән. Шул саҡ күңелем һәм йөрәгем телгә килгәндәй булды, гүйә, "Һаумы, яңы тормош!" тип өндәште. Уларға ҡушылып ирендәрем дә шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Һаумы, яңы тормош!

Әхмәр ҮТӘБАЙ.
(Аҙағы. Башы 39-50-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1274

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru