«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШ ЫРАТҠАН - УҢЫР, ЮРАҒАНЫ ЮШ КИЛЕР
+  - 

2016 йылда Көнсығыш календары буйынса ҡыҙыл төҫтәге Утлы Маймыл йылын ҡаршылайбыҙ. Астрологтар күҙаллауынса, был йыл тормошта үҙгәрештәр, ыңғай тәьҫораттар һәм үҫеш өсөн бик күп мөмкинлектәр алып килә. Шуның өсөн, тип киҫәтә улар, үҙгәрештәргә яраҡлашырға тырышырға, тышҡы мөхиттең тиҙ алмашыныусан күп төрлөлөгөнә әҙер булырға кәрәк.

Йыһан циклы киләһе йылдың артабанғы үҫеш юлдарын билдәләүсе йыл буласағына ишара яһай. Астрологтарҙың күпселеге юрауынса, киләһе йыл кешелек үҫешендә яңы кимәлгә алып сығыуға булышлыҡ итерлек тамырынан үҙгәрештәргә нигеҙ булмаҡсы. Ләкин бында йондоҙҙарҙың нисек урынлашыуы түгел, ә бөтә нәмәнең дә үҙебеҙҙең аңыбыҙға бәйле булыуын аңлау төп шарт. Тап ана шул үҙебеҙҙең көйләнешебеҙ һәм ғәмәлдәребеҙ үҙгәрештәрҙең ыңғаймы әллә кирегәме китеүенә сәбәп буласаҡ, тигән фараздар бар.
2015 йыл ахырында күҙәтелеүе ихтимал планеталар парады иһә иҫке системаның емерелеүенә килтереп, яңы, прогрессив үҙгәрештәргә юл асасаҡ. Шуға ла йондоҙҙар күп нәмәнең үҙ аңыбыҙға һәм көйләнешебеҙгә бәйле үҙгәрешен ҡат-ҡат киҫәтә. Дөйөм дәүләт кимәлендә йыл социаль, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә реформалар вәғәҙәләй. Әйтергә кәрәк, 2016 йылдың "хужаһы" ғәҙәти булмағансараҡ холоҡ эйәһе икәнен яҡшы беләбеҙ. Ул һис тә моңайып ултыра торғандарҙан түгел һәм беҙгә лә йоҡомһорарға ирек бирмәйәсәк, ахыры. Донъя аренаһында иҡтисади һәм сәйәси дауылдар ҡупҡан мәл. Күрәҙәселәр кемуҙарҙан заман ахыры менән ҡурҡыта: һыу баҫыуы, Ер планетаһына комета бәрелеүе, яңы химия ҡоралы уйлап сығарыу һәм башҡа шуның кеүек имеш-мимештәр таратыла. Тик теләһә ниндәй уйҙырмаларға иғтибар итмәү хәйерле. Маймыл йылының борондан күҙәтелгән тағы бер сифатын иҫкә төшөрә күрәҙәселәр: был билдә хужаһы, өҫтәүенә, аҡыллы, тынғыһыҙ, ҡыҙыҡһыныусан, иҫәпсел, һаҡсыл һәм үтә күреүсән дә йән эйәһе. Уның тап ана шул сифаттарына нигеҙләнеп, бер нәмәгә ныҡлы ышаныс бағларға ҡала: Рәсәй бирешмәйәсәк! Ул ғына ла түгел, бәлки, Евразия берлеген булдырыу һөҙөмтәһендә Рәсәй донъя аренаһында үҙенең иҡтисади һәм сәйәси йоғонтоһон нығытасаҡ ҡына. Амин, шулай була күрһен, тип теләйек һәм ошо урында маймыл йылының беҙгә шәхси планда ниҙәр "ниәтләүен" ҡарайыҡ.
Маймыл - мәрәкәләргә һәм уйлап сығарыуҙарға маһир. Ул ғәҙәти булмағанса, сәйер холоҡҡа эйә, тигәйнек. Өҫтәүенә, ул күпһөйәр, шау-шыу ярата. Был, тимәк, уйындың уртаһында булыуға ишара. Кемдәр күптән үҙ яртыһын тапҡан һәм тынысланған, юшҡын баҫҡан хистәрҙе яңыртып алыу бер ҙә ҡамасауламаҫ. Ниндәй юлдар һәм саралар менән - быныһы хаҡында маймыл өндәшмәй генә күҙ ҡыҫа. Тимәк, быныһы һәр кемдең мәҙәни кимәле, фантазияһына бәйлелер, тигән уй ҡала. Кемдәр яңғыҙ-ярым, уларға ла моңайырға кәрәкмәй. Әүҙемерәк булырға, яңырыуҙан, өйрәнелгән стиль-имиджығыҙҙы үҙгәртеп алыуҙан һис тә ҡурҡырға ярамай. Маймылдың финанс мәсьәләләрендә алдан күрә белеүсәнлеген, хәйләкәр, һаҡ һәм һаҡсыл булыуын да иҫкә төшөрә йондоҙнамә. Бөтөн ғәмәлдәрегеҙҙе ете ҡат үлсәп, аҡса туҙҙырмай, киреһенсә, уны арттырыу сараһын күреп башҡарығыҙ. Аҡсағыҙ күп булһын өсөн, фэн-шуй белгестәре көмөш төҫөндәге тәңкәне (монета) ебәк ҡулъяулыҡҡа төрөп, һул яҡ кеҫәлә йөрөтөргә кәңәш бирә.
Яңы йылды нисек ҡаршыларға? Яңы йыл кисәһен мотлаҡ тәбиғи (бәрхәт, ебәк, органза, атлас) туҡыманан тегелгән ҡыҙыл, ал, ҡуйы ҡыҙыл (сейә төҫлө), йә булмаһа, ҡыҙғылт һары (әфлисун), алтын-һары, перламутр, көмөш төҫтәге кейемдә ҡаршылау яҡшы, тиҙәр. Сағыу, һутлы был төҫтәр гаммаһы, һис һүҙһеҙ, бәхет һәм уңыш билдәһе. Алтын, гәүһәр, ҡыҙыл һәм аҡ диңгеҙ ынйылары кеүек биҙәүестәр ҙә бик урынлы буласаҡ. Ир-егеттәргә был кистә ҡара йә алтынһыу төҫтәге классик костюм килешер. Улар өсөн маймылды шатландырырлыҡ үҙенсәлекле һәм сағыу галстук йә "бабочка" бик мөһим.
Яңы йыл табыны. Байрам өҫтәленә майһыҙ, еңел салаттар әҙерләгеҙ. Йәшелсә-емеш мул булһын. Өҫтәл түренә банан ҡуйырға онотмағыҙ. Итле аш-һыу, балыҡ, һәр төрлө бәлештәр, тәм-том һәм яңы бешкән икмәк өҫтәлебеҙҙең йыл буйына мул буласағына ишаралар.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1241

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru