«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАМАШАСЫҢ КӨЛМӘЙМЕ? ТИМӘК, ЮМОРЫҢДЫ ШЫМАРТАҺЫ БАР!
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының беренсе сирек уйыны үтте. Унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәскәү ҡалаларынан һәм Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Ейәнсура, Ғафури райондарынан бөтәһе ун команда ҡатнашты. Һүҙебеҙ Башҡорт КВН-ы кимәле ниндәй критерийҙар менән үлсәнеүе, ҡыҙыҡ-мәҙәктәрҙең мәғәнәһе һәм юмор кисәһенән ҡалған тәьҫораттар тураһында.

Башҡорт асыҡ КВН лигаһының беренсе сирек уйыны тамамланып барған Әҙәбиәт йылына ишаралап, "Дуҫ булайыҡ" темаһы аҫтында үтте. Зәйнәб Биишеваның әҫәрендә күтәрелгән дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ, тәрбиә мәсьәләләре "Фристайл", "Видеояҙма" һәм "Бер йыр" конкурстары аша сағылдырылды. Бынан тыш, һәр конкурсҡа айырым бер йүнәлеш билдәләнгәйне һәм уйынсылар "Ҡыш бабайҙың шаян тоҡсайында", "Минең сәйер дуҫым", "Кемдә юмор, кемдә сессия" темаларын үҙҙәре аңлағанса тамашасыға көләмәстәр аша еткерергә тырышты. Тырышты, тием, сөнки былтырғы миҙгел уйындарындағы кеүек, халыҡтың дәррәү алҡыштарына күмелеп, бөтәһен дә бер тынала көлдөрөп, залды аяғүрә баҫырға мәжбүр итеүселәр булманы. Жюри ағзаһы, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева әйтеүенсә, бының сәбәбе - тәжрибәле "Еңмештәр", "Кәкре сүкеш", "Бытбылдыҡ", "Хыялыйҙар" кеүек командаларҙың төрлө сәбәптәр буйынса КВН-да уйнауҙан туҡтауында һәм улар урынын яңы командалар алыуында. Яңы командалар ҙа камиллашыр, элеккеләргә тиңләшер, әлбиттә. Бигерәк тә башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшеүгә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк уларға. Юҡһа, сығыштарында ҡолаҡҡа ятышһыҙ һүҙҙәр бик күп булыуы шәйләнде. Баҡтиһәң, Башҡортостанда "атҡаҙанған ат һауыусы" бар икән. Ул яңылыҡты Ейәнсуранан "Мыртый" КВН-командаһы аша белдек. Киләсәктә был хаталар иҫәпкә алынып, төҙәтелер, моғайын.
Ошондай "киләсәктә төҙәтелер" тигән өмөтлө һүҙҙәр ҡайһы бер командаларҙың көләмәстәренә лә ҡағыла. Бигерәк тә Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Йәй" КВН-командаһының сығышы "төҙәлергә тейеш". Юғиһә, ошоға тиклем башҡорт юморында билдән түбән шаяртыуҙар яңғыратмаҫҡа ҡушып, саҡ-саҡ шул афәттән ҡотолоп барғанда ғына бөтә ҡаҙаныштарҙы юҡҡа сығара яҙҙы егеттәр-ҡыҙҙар. Башҡорт асыҡ КВН лигаһының мөхәрририәт ағзаһы Марсель Мөхәмәтйәров ошо уңайҙан шундай үкенес белдерҙе:
- Башҡорт асыҡ КВН лигаһында уйнаған башҡорт йәштәренең иң ҙур проблемаһы - ялҡаулыҡ һәм яуапһыҙлыҡ. Ошо холоҡтарын үҙгәртеп кенә улар ысын квнсылар булып китә аласаҡ. Бөгөн иһә, тамаша залының тулы булыуы ҡыуандырҙы ла, үкендерҙе лә. Сөнки бындай матур залға тос, йор һәм сифатлы шаяртыу кәрәк ине. Тамашасылар шуны көттө, ләкин өмөттәр бигүк аҡланып бөтмәне...
Әлбиттә, Башҡорт асыҡ КВН лигаһының сирек уйынында иғтибарға лайыҡ матур шаяртыуҙар ҙа яңғыраны. Был юлы "Райком" (Учалы районы), "Нөктә.РУ" (Өфө ҡалаһы), "Дәрүиштәр" (Өфө ҡалаһы), "Өсмен" (Мәскәү ҡалаһы) КВН командалары иң тапҡыр, иң отҡор булып сыҡты. Улар тамашасыны һуғым осоро тамамланыу менән дә ҡотланы, IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайын һәм донъя кимәлендәге сәйәси ваҡиғаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырманы. Бигерәк тә "Нөктә.РУ"-лар ҡойған йомаҡтар хәтерҙә ҡалды. Юмор кисәһенә килә алмаған булһағыҙ, "Береһе, менәм, ти, икенсеһе, төшәм, ти" йомағына яуапты үҙ аллы табып ҡарағыҙ. Шулай уҡ "Бәләкәй генә йорт, эсе тулы ҡорт" йомағының яуабы Сирия мигранттары икәнен белдек...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Беҙҙең, ябай тамашасының, замана Ерәнсәләрен күрергә, үҙебеҙҙең Масляковтарҙы алҡышларға һәм Башҡорт КВН лигаһының махсус төҙөлгән бинаһында үтәсәк юмор кисәләренә йөрөргә теләгебеҙ ҙур. Ә ул хыял бары тик башҡорт КВН командалары халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалып эшләгәндә генә тормошҡа ашырға мөмкин булыуын иҫтә тотайыҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1206

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru