«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛҒА - БОТ... ҠЫҘҒА – ҠАНАТ
+  - 

Һуғым һуйыу - борондан килгән һәм бөгөнгө көндә лә еренә еткерелеп үтәлә торған бик матур йола ул. Көткән малдарының имен-аман ҡураға инеп ятыуы менән ауылдарҙа өй һайын һуғым һуя башлайҙар. Уға һуғым ашына саҡырышыу йолаһы эйәрә, ит мул саҡта табындар ҡороп, үҙ-ара һөйләшеп ултырыу ҙа күркәм ғәҙәт. Учалы районы Баттал ауылында йәшәгән Гәүһәр БИРҒӘЛИНА был йолаларҙы тағы бер барлап алырға саҡыра.

Һуғым һуйыу йолаһы нисек башҡарыла? Уның ниндәй рәт-тәртибе бар?

- Һуғым осоро ауыл кешеһе өсөн көтөп алынған мәлдәрҙең береһе ул. Үҙенә күрә байрамға әүерелеп китә бит ул. Йәштәр өлкәндәрҙән йола тәртибенә өйрәнә, мал һуйғанда ир-егеттең таҫыллығы һыналһа, малдың эс-ҡарынын таҙартҡанда килендәрҙең уңғанлығы күренә. Унан һуң, һуғымды бешереп, һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер.
Һуғым һуйыла торған көндө алдан һөйләшеп ҡуябыҙ. Малды халыҡ араһында "ҡулы тәмле" тигән даны сыҡҡан берәйһенән салдырырға тырышаһың. Быйыл бына беҙҙең һуғымыбыҙ бик тәмле. Уға башҡа ир-ат ярҙамлаша. Боронғолар, бабаға ултыртылған кеше салырға тейеш малды, ти торғайнылар. Бының да берәй ғилләһе барҙыр инде. Ит башҡорттарҙың төп туҡланыу ризығы булғанғамы, һуғым һуйыуҙың рәте-сиратын барыһы ла белә, тип уйлайым. Элек яҙлы-көҙлө итте күп ашамай торғайнылар, хәҙер малды күпләп тоталар. Шуға ит тә кешелә йыл әйләнәһенә бар. Заманса һыуытҡыстарға тултыраһың да, мәшәҡәте лә бөтә. Юғиһә, бер ваҡыт банкаларға тултырып, итте быҡтырып ала инек йәйгелеккә. Һуйылған итте тәрбиәләп, эсәген йыуып алғас, шул уҡ көндө был өмәлә ҡатнашыусыларҙы, ағай-энене һуғым ашы ашарға саҡыраһың. Хәйбулла яҡтарында һуғым һуйыусыларға малдың йөрәге, бауыр, үпкәһен турап, күп итеп һуған ҡушып, майҙа ҡыҙҙырып ашаталар. Йоланы һанламаған кешеләр табын йыйып ултырыуҙан ҡасып, мал салыусыға муйын һөйәген бирә лә ҡайтара.

Һуғым ашына табын нисек әҙерләнә?

- Беҙҙең яҡта һуғым ашына бишбармаҡ әҙерләмәйҙәр. Мәҫәлән, күрше әбйәлилдәр ҙурыраҡ ҡунаҡ йыйылған һәр табынға ҡуя был затлы ризыҡты. Беҙҙең ауылда итте бешереп, уны картуф менән айырым ҡуялар. Итте мул итеп бешерәбеҙ. Борон ҡунаҡ табынына ҙур батмусҡа өйөп һалынған ит ҡуйыу йомартлыҡ, етеш йәшәү билдәһе булған. Йола буйынса, һуйған, эсәк таҙартышҡандарға итлерәк ерҙәрен бирәһең. Ҡул көсө, ҡул бәрәкәте китмәһен өсөн эшләнә был. Һурпаға һалма һалып, ҡунаҡтарға аш итеп бирәбеҙ.
Магазинда тәм-том күп хәҙер. Шулай ҙа үҙең бешергәнгә етмәй. Сәйгә сәк-сәк ҡуябыҙ. Бешереүе еңел булмаһа ла, ул батша табынын да биҙәрлек иң дан ризыҡ. Ҡоймаҡты ла мотлаҡ ҡоябыҙ. Һәр кесе йома таба еҫе сыҡһын, ти торғайнылар элек. Байрам табынына ла таба еҫе сығарып алаһың шулай. Боронғо йолалар яйлап көнкүрештән сыға бара шул.

Итте өлөшкә бүлеү һуғым ашы йолаһында гел башҡарылған булырға тейеш. Был хаҡта мәғлүмәт хәтерегеҙҙә һаҡланмағанмы?

- Иттең иң тәмле өлөшө йорт хужаһына һәм өлкән ир-егеттәргә бирелгәнен беләм. Ғаилә эсендә иһә итте атай бүлгән. Эре мал, һарыҡты нисек бүлгәндәрҙер, белмәйем, бына ҡош итен шулай бүлә инеләр: муйын - ул әсәйҙеке, әсәй кеше муйын кимереп тә туя. Баш ите - атайҙыҡы. Бот - ир баланыҡы, сөнки улар ғаиләнең төп ярҙамсыһы. Ҡанат - ҡыҙҙыҡы, улар ҡасан да булһа атай йортонан осоп сығып китә. Ҡоштоң ҡойроғон да хужабикәгә бирәләр. Йәғни, ит бүлеп, тағы берҙе ғаиләләге бурыстарыңды иҫкә төшөрөп алалар инде.

Шулай итеп...
Ил йолаһына хан да буйһона, тигән халыҡ. Йола - милләтте һаҡлаусы ғәмәл, шуға ла бөгөн дә уларҙы белеп, ҡулланып йәшәһәк, үҙ асылыбыҙҙан ситкә тайпылмаҫбыҙ. Бөгөнгө һөйләшеүгә уҡыусыларыбыҙҙы ла саҡырабыҙ, һуғым һуйыу, итте өлөшкә бүлеү, һуғым ашына саҡырышыу йолалары һеҙҙең яҡта нисегерәк үтәлә?

Дилбәр ХӘКИМОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.12.15 | Ҡаралған: 1319

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru