«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ӘЛИФБА"НЫ... БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШКӘН ӨСӨН ЯРАТАМ
+  - 

Мөғжизәләргә ышанмаған кешене лә тылсымға инандырған, күңелдәрҙә яңы өмөт сатҡылары ҡабыҙған байрам - Яңы йыл етеп килә. Кесеһе лә, олоһо ла мөсәл алышыныу сәғәтенең бөтә уй-хыялдарҙы тормошҡа ашыра алыу көсөнә ышана. Йыл дауамында ниндәйҙер эштәр эшләп, көндәлек ығы-зығынан арына алмай йүгереп йөрөгән ололар Ҡыш бабайҙан нимә һорайҙыр, ә беҙ был юлы Ф.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының Тимерхан Даянов, Байрас Бикбаев, Алтынай Шәрипова һәм Асҡар Фазылйәнов исемле беренсе синыф уҡыусыларынан уларҙың Ҡыш бабайҙан нимә һорауы, Яңы йылға нисек әҙерләнеүе тураһында белештек.

Яңы йыл байрамын ни өсөн яраталар икән ул?

Байрас: Башҡаларҙы белмәйем, ә мин бөтә ҡыш миҙгелен ныҡ яратам. Сөнки ҡышҡыһын сана шыуырға, ҡар бәрешеп уйнарға, ҡар күп яуғанда көрттө йырып йүгерергә, боҙлауыҡтарҙа тайырға, Ҡарбабай эшләргә мөмкин. Урамда уйнайһың да уйнайһың, өйгә ҡайтҡы ла килмәй ҡышҡыһын.

Ҡыш бабай бүләк алып килһен өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?

Тимерхан: Ҡыш бабай һиңә бүләк бирһен өсөн үҙең белгән һөнәрҙе күрһәтергә кәрәк. Шуға мин быйыл оҙон ғына бер шиғыр ятларға әҙерләнеп йөрөйөм.
Байрас: Мин дә уға быйыл шиғыр һөйләйәсәкмен, йыл буйына алған маҡтау ҡағыҙҙарын күрһәтәм. Бейергә һәм йырларға яратмайым шул, бассейнға ғына йөрөйөм.

Яңы йыл байрамын нисек ҡаршылайһығыҙ?

Алтынай: Беҙ өйҙә шыршыны матур итеп биҙәп ҡуябыҙ, гирляндалар менән бүлмәләрҙе матурлайбыҙ. Атайыма һәм әсәйемә открытка эшләп әҙерләп ҡуям. Әсәйем тәмле итеп торт, печенье бешерә, туғандарҙы һәм дуҫтарҙы ҡунаҡҡа саҡырабыҙ.

Гимназияла уҡыу ялҡытманымы? Һеҙгә бында оҡшаймы?

Асҡар: Юҡ, бер ҙә ялҡманым. Тәүге тапҡыр гимназияға уҡырға килгәндә миңә ҡайһы саҡта "икеле" ҡуялар ине, хәҙер тик "дүртле"гә һәм "бишле"гә генә уҡыйым. Миңә бында математика буйынса төрлө мәсьәләләр сисеп, "бишле" алыуы оҡшай. Бөгөн "Әлифба" дәресенән тексты матур итеп күсереп яҙып, беренсе урын алдым.
Байрас: Ҡайһы берҙә миңә синыфташтарым уҡытыусының дәрестә һөйләгәндәрен аңларға ҡамасаулайҙар ҙа, һуңынан мине ғәйепле итәләр, шундай саҡта гимназиянан ялҡып китәм. Мин үҙем дә күп шаярам инде былай. Иң яратҡан дәресем - математика менән әлифба.
Алтынай: Әлифба, рус теле, математика, хеҙмәт дәрестәре шул тиклем ныҡ оҡшай. "Әлифба"ны башҡортса һөйләшкән өсөн яратам.
Тимерхан: Уҡыуҙа миңә әле "икеле" ҡуйғандары юҡ, сөнки мин насар билдә ҡуймаһындар тип, ныҡ тырышып уҡыйым. Яҡшы уҡыһаң, бик күп нәмәне беләһең, ул саҡта машина эшләргә, самолетта осорға, төҙөүсе булырға мөмкин. Кем күп уҡый, ул хатта Президент була. Ә мин бейек өйҙәр төҙөйәсәкмен.

Яңы йыл байрамынан һуң ҡышҡы каникулда нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

Тимерхан: Күршеләргә ҡунаҡҡа барам, иптәштәрем менән тышта салки уйнайым (баҫтырыш уйынының бер төрө икән), әсәйемә һауыт-һаба йыуышам, атайыма утын ташырға ярҙам итәм. Эштәр күп буласаҡ.
Байрас: Каникул ғына етһен, уйнайым, санала шыуам, һырғалаҡтан һикерәм. Шулай уйнаған саҡта дуҫтарымды йәберләгән малайҙар менән һуғышып та киткәнем бар. Мин бәләкәй саҡта каратэға йөрөгәс, бөтәһенә лә көсөм етә.
Асҡар: Каникулда өйгә эштәрҙе эшләп, әҙерләнеп ҡуям...

Беҙҙең "Киске Өфө" гәзите уҡыусыларына нимә теләр инегеҙ?

Байрас: Балалар бер ҡасан да боҙҙа тайып ҡоламаһын, имгәнмәһендәр. Ә Ҡыш бабай ауырымаһын, сәләмәт булһын һәм бөтә ергә лә ваҡытында өлгөрһөн.
Тимерхан: Мин Ҡыш бабай бер ваҡытта ла иламаһын һәм бөтә бәпестәргә лә Яңы йылда уйынсыҡтар алып килһен, тип теләйем
Алтынай: Ҡыш бабай ярлы кешеләрҙең дә балаларына уйынсыҡтар алып килһен.
Асҡар: Мин әсәйем һәм атайым бәхетле булһын, тип теләйем, Ҡыш бабай ҙа бәхетле булһын. Ә балалар ата-әсәләрен ҡыуандырып, тик "бишле" билдәһенә генә уҡыһын.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әңгәмәлә ҡатнашҡан уҡыусылар әйтмешләй, кеше үҙен бәхетле итеп тойһон өсөн башҡаларға ярҙам итергә тейеш. Ошоно иҫәпкә алып, Иҫке йылдың һуңғы секундтарын һанап сәғәт телдәре һуҡҡанда Ҡыш бабайҙан "Бәхетле булайым", тип һорар урынға, "Кешеләргә ярҙам итер көс бир", тип теләү урынлыраҡтыр, бәлки.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.12.15 | Ҡаралған: 1347

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru